Исламда ир-аттың баһаһы ифрат юғары. Көслө зат борон-борондан динебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү бурысын үтәүҙә алдан барған, өммәттең, Ватандың именлеге өсөн оло яуаплылыҡ тотҡан. Бөгөн дә, әл-хәмдү лил-ләһ, ата-бабабыҙҙың аманатына тоғро ҡалып, ир-ат күпләп хаҡ юлға аяҡ баҫа, һәр яҡлап өлгө күрһәтеп йәшәргә тырыша. Был йәһәттән урындарҙа имам-хатиптарға айырыуса ҙур бурыс йөкмәтелгән.– Мәғлүм ки, үҙең үрнәк булмай тороп, башҡаларҙы артыңдан эйәртеү мөмкин түгел, – ти Бөрйән районының имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәтйәнов. – Ошоно ныҡлы белгән имамдарыбыҙ халыҡҡа өлгө күрһәтеп йәшәүҙе төп бурыстарының береһе итеп алған. Заман талаптарына ярашлы, күбеһенең үҙ кәсебе бар: ағас эше, умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр, бәғзеләр оҫтахана тота. Мәҫәлән, Ғәлиәкбәр ауылы мәсетенең имам-хатибы Самат хәҙрәт Сабитов – республикала билдәле батман яһаусы. Шәп солоҡсо ла. Диндарлыҡ бурысын да ихлас атҡара, ауылда ҙур тәрбиәүи эш алып бара. Башҡа имам-хатиптарыбыҙ ҙа, тап Самат хәҙрәт кеүек, төйәгенең терәк-таянысы булып тора.
“Ихлас күңелле кеше динде тиҙерәк ҡабул итә” тигән фекерҙә Рәсүл хәҙрәт. Әйтеүенсә, был йәһәттән Бөрйәндең төп байлығы – уның ябай, илгәҙәк халҡы. Тәбиғәт ҡосағында ғүмер иткәнгәлер, күңелдәре саф, таҙа. Райондың һәр ауылында мәхәллә булыуы, мәсеттәрҙең йылдан-йыл артыуы – динебеҙ ҡанундары буйынса яҡты өмөт-ышаныс менән йәшәүҙең төп билдәһе.
– Мәхәллә – кәмендә ун кешенән торған дини ойошма. Тупланған халыҡ әҙерәк икән, асып булмай, – ти Рәсүл хәҙрәт. – Тимәк, районыбыҙҙың һәр ауылында кәмендә ун ҡәрҙәшебеҙ хаҡ юлда тигән һүҙ. Әл-хәмдү лил-ләһ, был майҙан киңәйгәндән-киңәйә. Яңынан-яңы иман йорттары ҡалҡа. Быйыл, иншаллаһ, тағы биш ауылда – Мәһәҙей, Яңы Монасип, Килдеғол, Мәндәғол, Ҡурғашлыла – мәсет асыу көтөлә. Уларҙа төҙөлөштөң күп өлөшө тамамланған, бәғзе эске эштәр генә ҡалған. Барыһы ла халыҡтың дөйөм көсө менән башҡарыла. Изге эштә һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Шул уҡ ваҡытта район хакимиәте – ныҡлы терәк-таянысыбыҙ. Етәкселек беҙгә бөтөн яҡтан булышлыҡ ҡылырға әҙер, бер ҡасан да ҡаршы килмәй. Мәсет төҙөү өсөн ағас йүнләүҙән башлап төрлө саралар ойоштороуға тиклем ярҙам итәләр.
Уның әйтеүенсә, район имамдары араһында шундай ғәмәл йолаға ингән: һәр шаршамбы күмәкләп йыйылып, алдан билдәләнгән ауылда осрашыу үткәрәләр. Һөйләшеү мәсеттә генә түгел, мәҙәниәт йортонда, мәғариф учреждениеларында ла уҙғарыла.
– Бындай сараларҙың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ, – ти имам-мөхтәсиб. – Беренсенән, урындағы халыҡ башҡа ауылдарҙа, район үҙәгендә дини йәһәттән ниндәй эштәр алып барылғанлығы хаҡында хәбәрҙар була, үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап ала. Икенсенән, имамдарыбыҙ күмәк кеше алдында сығыш яһау оҫталығын даими камиллаштыра, фекерен аныҡ еткерергә өйрәнә. Шулай уҡ уларҙы район халҡы таный башлай. Ошо рәүешле дин әһелдәренең абруйын арттырыу маҡсатын да тормошҡа ашырабыҙ. Бөгөн халыҡта дингә бәйле һорауҙар күп. Улар яуап эҙләп таныш булмаған кешеләргә, Интернетҡа түгел, ә үҙҙәренең имамдарына мөрәжәғәт итһен ине. Шул саҡта күңелдәрҙә яңылыш фекерҙәр урын алмаҫ, дин юлы тармаҡланмаҫ. Имамдар ҙа, әлбиттә, бер уйҙа булырға, эшмәкәрлекте бер маҡсатта алып барырға, бүленешеп йөрөмәҫкә тейеш. Халыҡ диндарҙарҙың Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн ихлас хеҙмәт иткәнен күрһен. Уй-ниәттәренең яҡтылығына инанһын. Шул саҡта ғына, иншаллаһ, күңелдәрҙә ышаныс уята алырбыҙ. Беҙҙең имамдар тап ошо маҡсатҡа ынтыла, алдан әйткәнемсә, һәр яҡлап өлгө күрһәтеп йәшәргә тырыша. Урындағы иман йорттарын да, Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшеп, ҡул, һүҙ, тәрбиә көсө менән тотоп килә улар.
Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәтйәнов район ҡатын-ҡыҙҙарының да дин юлында байтаҡ эш башҡарғанын билдәләй. Улар, дәрестәргә йөрөп, Ислам нигеҙҙәрен өйрәнә, үҙ-ара төрлө саралар ойоштора.
– Белеүебеҙсә, диндә ҡатын-ҡыҙҙың баһаһы юғары. Улар киләсәкте тәрбиәләй, ғаилә усағын һүндермәй һаҡлай, – ти имам-мөхтәсиб. – Ә йәмғиәт араһында дин эштәрен ирҙәр алып барырға тейеш. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙ аҙан әйтмәй бит инде. Ул шулай уҡ намаҙҙы алып бармай, вәғәз һөйләмәй. Ил, дин эштәре шәриғәт буйынса ир кешегә йөкмәтелгән. Улар хаҡ юлға күберәк баҫҡан һайын, динебеҙ нығыраҡ үҫешә, ҡеүәтләнә бара.
Ислам бөтә тормошобоҙға үтеп инһә, бихисап мәсьәлә яйға һалыныр – социаль хәл яҡшырыр, етемлек бөтөр, бер-береңә яманлыҡ ҡылыу, ялҡаулыҡ, ҡомһоҙлоҡ, уғрылыҡ кеүек күренештәр йәмғиәткә ят булыр ине. Шул уҡ ваҡытта рухи ҡиммәттәребеҙ ҙә һис ниндәй зыян күрмәҫ, киреһенсә, даими үҫешер. Мәҫәлән, дин көслө ерҙә туған телгә ҡарата иғтибар ҙа ныҡлы була. “Беҙ һеҙҙе халыҡтар, милләттәр итеп яралттыҡ, бер-берегеҙҙе таныр өсөн”, – тиелгән Ҡөрьәндә. Тимәк, был төшөнсәләр – Аллаһ Тәғәләнең аманаты. Халҡыбыҙҙы, милләтебеҙҙе, туған телебеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ. Был эштәрҙең башында ир-ат торорға бурыслы.
Бөгөнгө төп проблемаларҙың береһе – ғилемһеҙлек. Шул сәбәпле диндә лә, тормошта ла аңлашылмаусанлыҡтар тыуа. Быны мәғлүмәт күплегенән күрәм – интернетта нимә генә юҡ! Мәҫәлән, дин темаһына ҡыҫҡа ғына видеолар ҡуйыла. Улар ғилем бирәме һуң? Һөйләгәндәре нисек йәһәт ҡабул ителһә, шундай уҡ тиҙлек менән иҫтән сығып та китә. Ғөмүмән, мәғлүмәт күплектән әҙәм балаһы уйлау, өйрәнеү һәләтен юғалта башланы кеүек. Ғилем алыу – уҡығаның хаҡында уйланыу, уны йөрәгең аша үткәреү. Белем нигеҙле булырға тейеш. Динебеҙ артабан да үҫешһен өсөн мәғлүмәт тупларға түгел, ә ғилем алырға кәрәк. Тормош тотҡаһы булған ир-ат тәү сиратта шул маҡсатҡа ынтылырға, белеме менән өммәттең ҡеүәтен арттырырға бурыслы.
Бөрйән районы.