Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һағышлы, нағышлы бала саҡ
Һағышлы, нағышлы бала саҡАтай һуғышҡа алынып, нисәлер көн үткәс, әсәй әйтә: “Иртәгә янына барам. Юлдашҡа һине лә алам”. Әсәйебеҙ оҙон кис күстәнәс әҙерләне. Ҡара таңда юлға сыҡтыҡ. Бәләкәй сана минең ҡулда. Тәм-том төйнәлгән тоҡсай шыплап бәйләнгән. Юлдағы барлыҡ ауылдарҙы хәүеф-хәтәрһеҙ үтеп, ҡалын урман аша барабыҙ. Оҙон юл, ләкин бер кем юҡ. Тәрән соҡорло урынды үткәндә әсәйем хәүефләнә: “Ошо урында берәҙәктәр юл баҫа торғайны”, — ти. Ләкин шылт иткән тауыш юҡ. Көн төштән ауғанда киң яланға килеп сыҡтыҡ.


Һөйөнөслө лә,
көйөнөслө лә...


Аҡ ҡар донъяһы. Әсәйем әйтә: “Ана, уйнайҙар”. Бер нимә аңламағас, төртөп күрһәтә: “Күрмәйһеңме ни, йүгерәләр бит”. Баҡһаң, бер ҡалҡа, бер бата тигәндәй, туҡтауһыҙ хәрәкәт итәләр икән. Тәрән ҡар төрлө тарафта ҡаҙылған, ләкин мин быны аңламайым. Окоп, траншея икәнен һуңынан белдем. Район үҙәге Красноусолда 219-сы дивизия күнекмә үткән, Башҡортостанда ойошторолған ун дивизияның береһе фронттарҙа ҙур ойошҡанлыҡ күрһәткән...
Әлегә беҙ әсәйем менән фатирға барып еттек. Атайым ҡараңғы төшкәс ҡайтты. Ағас мылтығын һәм бәрәңге төйгөс һымаҡ икенсе бер нәмәһен мөйөшкә һөйәне. Мин аптырап тотоп ҡараным, һуғыш ҡоралы ошоға оҡшаш икәнлеген белгәс, аптыраным. Ағас мылтыҡтан атам һине тигәнде ишеткән бар, был нисек атһын?
Атайымдар ҡыш дауамында әҙерләнеп ятты. Әммә китеп барғандарын белмәй ҡалдыҡ. Әсәйебеҙ бик үкенде, әҙерләп ҡуйған күстәнәстәрен “ризығына яҙһа, ҡайтыр” тип һаҡларға тырышты.
Был 1943 йылдың ҡышынан һуң киләһе йылында атайыбыҙ Ленинград янындағы урманда ауыр яраланып, уң аяғын ампутацияға биргән. Быныһы ҡырҡып алыу тигәнде аңлата. 1944 йылдың йәйендә беҙ Ғайса туғаным менән кеҫә тултырып ҡылсыҡлы арыш башағы урлап ҡайтҡаныбыҙҙа атай өйҙә ултыра ине. Ике ҡултыҡ таяғы һөйәүле, казенный аяғы янында.
Һөйөнөслө лә, көйөнөслө лә хәл. Атай эшкә яраҡһыҙ булып күренде. Ләкин иртәгәһенә беҙҙе ҡул арбаһына “егеп”, урманға алып китте. Ағас төбөн таҙартып ултырҙы. Икәүләп бысҡы тарттыҡ. Аҙбар бағанаһын арбаға һала алмай интектек...

Мәскәүҙәр йәшәне мәктәптә...

Мәктәп бинаһы яңы, ҙур һәм күркәм ине. Урыҫса ғына һөйләшкән кешеләр. Мәс­кәү­ҙекеләр икән. Кейемдәре матур, үҙҙәре лә күркәм. Минең буйы бер ҡыҙ көн дә һөткә килә. Телгә бөткән үҙе. “Молоко есть” йәки “нет” тип яуапларға өйрәндем. “Война” һүҙен дә ҡушһаҡ, урыҫса өс һүҙ беләм.
Матур йәшәнеләр мәктәптә. Ауыл халҡына кейем-һалым биреп, алмашҡа аҙыҡ-түлек алдылар. Тормоштоң мулыраҡ сағы, бал да, май ҙа етерлек.
Ҡыш етеүгә, осар ҡоштарҙай, ҡайҙалыр китеп юғалдылар. Үрге оста булғас, мин күрмәй ҡалғанмын. Ләкин бер мәрйә мәктәптә уҡытырға ҡалды. Тал сыбыҡтай нескә билле, сибәр һәм яғымлы. Кейемдәре “өф” итеп кенә торорлоҡ, ләкин ҡыш көнө лә йоҡа кейемдә йөрөй. Уның ҡарлуғастай һыны әле булһа күҙ алдымда: мәктәптән сыға ла йүгермәҫкә тырышып атлай, аяғында бейек үксәле туфли. Үкенескә ҡаршы, Мәскәү ҡыҙы ҡышты сыға алманы, вафат булды, тинеләр.

Эй, ул ҡатын-ҡыҙ иңендәге нужалар...

Ауылыбыҙҙың исеме — Ҡотлоғужа. Крас­ноусол быяла заводынан машина юлы менән — 25, тура юлдан 18 саҡрым алыҫлыҡта. Завод XIX быуат аҙағынан быя­ла етештерә. Төп сеймал — кварц ҡомо. Ул Межа тауы ҡуйынында тулып ята. Элгәре — ат, 30-сы йылдарҙа машина менән ташығандар.
Урман, тау аша тар колеялы тимер юл һалына башланы. Балласт һалыу күп көс талап итә. Беҙҙең ауылға ҡатын-ҡыҙ килеп тулды, араларында бабайҙар ҙа бар. Туң ерҙе соҡоп, носилка менән ташып балласт һалалар. Ҡаты ергә тештәре үтмәһә (ҡулда көрәк, кәйлә, лом, балта), усаҡ яғып, уны иретәләр. Эй, унда ҡатын-ҡыҙҙың күргән нужаһы! Аслы-туҡлы йәшәнеләр. Десятник ирҙәр норма үтәлешен соҡолған ер дәүмәленән билдәләй торғайны.
Урыҫ тауы ауылға ауып тора. Урмандың ҡуйылығы, шишмәләрҙең тулы һыулы­лығы, ҡош-ҡорттоң күплеге... Хайран ҡалырлыҡ күренеш ине. Юлсылар барыһын бер юлы бөтөрҙө. Яланғасланған тау тотош ҡутыр баҫҡан имәнес башҡа оҡшап ҡалды.
Бер йәй, ике ҡыш үтеп, тимер юлдан ҡом ташый башлағас, быяла эшләү башланды.

Рузвельт үлгәндән һуң...

Уҡытыусыбыҙ күңелһеҙ хәбәр алып килде. “АҠШ Президенты Рузвельт үлгән”. Беҙ ни әйтергә белмәй шымып ҡалдыҡ. Дүртенсе класты тамамларға йыйынабыҙ, аҡты ҡаранан айырырлыҡ хәлдәбеҙ бит инде. Хәбәр беҙгә ауыр тәьҫир итте. Беҙ уны ололап телгә алырға өйрәнгәйнек.
Арабыҙҙа кемдәрҙер илап та алды. Беҙ, малайҙар, бирешмәнек. Кем нисек уйлағандыр, мине АҠШ башына ҡурҡыныс кеше килеү ихтималлығы ныҡ һағайтты. Бер йүнлегә бер йүнһеҙ тап килеүен тормошта аҙ күрмәнек. Уҡытыусы апай ҙа фекеребеҙгә ҡаршы төшмәне.
1945 йылдың апрель уртаһы, һуғыш тамамланыуға бара. Борсолоуҙарыбыҙ урынлы булған. АҠШ хөкүмәте башына Трумэн тигән тиҫкәре бәндә килгәс, беҙҙең ил менән ара боҙолдо ла ҡуйҙы.
...Фекер уртаҡлашыр өсөн тормош һис көтөлмәгән мөмкинлектәр бирә. 2011 йылдың 22 июнь иртәһендә Мәскәүҙең тап үҙәгендә Манеж тип аталған ҙур һарайҙа ҡуҡырайып баҫып торам. Бурысым ҡатмарлы түгел. “Мемориал-2011” тип аталған сарала Башҡортостан делегацияһының бер ябай вәкилемен. Күренекле эҙәрмәндәр етәксеһе, армия подполковнигы Илдар Бикбаев “Эҙләнеүгә саҡырған хаттар” исемле баннерҙың мәғәнәһен аңлатып тороуҙы йөкмәтте. Үҙенсәлекле стендҡа фронттан килгән хаттар ҡуйылған. Бына ике урыҫ егете ҡурсалауында сит ил кешеһе эргәбеҙҙә туҡтаны. Пентагондан икән. Мин тулҡынланып һуғыш йылдары, Икенсе фронт тураһында үҙ фекерҙәремде бәйән итәм, өҫтәүенә бала саҡ хәтирәләрен дә ҡушам. Рузвельттың үлеме тураһында ишеткәс, барыбыҙ ҙа илаштыҡ, тим. Сит ил кешеһенең күҙҙәре шарҙай булды. Урыҫса аңлай. “Бына ошо китаптарҙа был турала тулыраҡ яҙылған”, — тим. Пентагон кешеһе юлдаштарына күҙ һирпеп алды ла минең “Аҡ аманат — һалдат хаттары” тигән китабымды ҡулына алды.
Башҡорт телендәге ике томлы баҫманы һатып алып, эсенә-тышына күҙ йүгертеп сыҡты, рәхмәт әйтеп, үҙ юлында булды.

Ризыҡ ҡәҙерен
белеп үҫтек


Еңеү тантанаһын хәтерләйһеңме, тип һораусылар бар. Еңеү шатлығын кисерһәк тә, байрамы булдымы икән? Атайым, Ғайса ҡустым менән бәрәңге баҡсаһын ҡаҙабыҙ. Атай ағас аяҡта. Казенный протезды ситкә ҡуйып, үҙе эшләп алғанды тағып йөрөй. Бик ҡулайлы. Нәҙек осон көрәккә тура килтереп баҫа ла тупраҡты мул итеп әйләндереп һала. Олоғайғас ҡына аңланым: атайға илле йәш тулыр-тулмаҫ булған. Көслө, тырыш, һәләтле, булдыҡлы ине.
Йәшлегендә урыҫ байында иген үҫтереү алымдарын өйрәнеүе өҫтөнә, курстарҙа уҡып, агроном һөнәренә эйә булған, ләкин һыңар аяҡлы кеше агроном була алмай. Тимер юлда стрелочник эшенә ялланды. Балта оҫтаһы. Оло абруйлы аҡһаҡал ине.
Еңеү хәбәре хаҡында бер һыбайлы ҡысҡырып үтте. Атай туҡтауһыҙ тәмәке тартты. Әсәйебеҙ йүгереп сыҡҡан. “Миңләхмәтем...” тип үкһеп илай ҙа илай. Беҙ ҙә тыныслана алмайбыҙ. Миңләхмәт 16-һы тулғас алынды. 18-е тулғас, 1945 йылдың 1 ғинуарында Словакияла һәләк булды: ат ене ҡағылған кавалерист ине.
Әминә апайым колхоз эшендә ине. Осо-ҡырыйы күренмәгән баҫыуҙа эркелешеп ер ҡаҙығандары беҙҙең үрге остан уҡ күренеп тора. Әсәйебеҙ сирле булған­лыҡтан, 15 йәшлек апайым уның урынына колхозға йөрөй, мәктәптә уҡыуын дауам итә. Ярҙамға мин дә барғаным булды. Бригадир иртән ерҙе билдәләп биргәс, ҡатын-ҡыҙ бүлешеп ала. Кемдер аҙымлап һанап сыға. Артта ҡалһаң да, үҙ алдыңды сыҡмай тороп ҡайтыу юҡ.
Әминә апайым көрәген һөйрәп көскә ҡайтып керҙе. Йөҙө ҡасҡан. Аяғында баҫып торор хәле юҡ. Лып ултырҙы. Беләген асып күрһәтһә, иҫебеҙ китте, һеңере бүлтәйеп сыҡҡан. Йыуан беләҙек һымаҡ. Көс төшкәнлектән шулай була икәнлеген элек тә белә инек.
Еңеү көнө. Тантанаһы булдымы икән? Шуныһы хәтерҙә: мәктәпкә сеүәтә, ҡалаҡ тотоп килергә ҡушылды. Итле аш, берәр телем икмәк ашаныҡ. Шат һәм ҡәнәғәт инек, хәтирәләр әле лә һис онотолмай. Колхоз һыйланы беҙҙе.
Фатиха ҡартинәйем ул йылдарҙа: “Халыҡ туйып һикерҙе. Әпәкәй ҡәҙерен онотто. Аслыҡ тикмәгә килмәй ул”, – тип әйтер ине. Әхлаҡтың боҙолоуына әрнер ине. Уның һүҙҙәре әле лә ҡолаҡ төбөндә яңғырай һымаҡ. Бөгөн муллыҡты күктән төшкән бәхет тип һанаған бәндәләрҙең тәртипһеҙлеге ауыр уй-хис тыуҙыра.
Ысынлап та, беҙ ризыҡ ҡәҙерен белеп үҫтек. Аслыҡты ғына түгел, яланғаслыҡты ла еңергә өйрәндек. Кеше булып тыуғас, яҙмыш ҡоло булмаҫҡа, яуыз дошман ғәскәрен генә түгел, балалар өлөшөнә төшкән ауырлыҡтарҙы ла еңергә өйрәндек, сөнки сабыйҙарҙы көслө рухлы өлкәндәр ҡурсаланы. Ғүмеркәйҙәрҙең ҡабатланмаҫ осоро – балдай тәмле, ал-ҡыҙыл сәскәле бала саҡ аҡ томандар артынан һаман да үҙенә саҡырып тора һымаҡ...
Бөгөн беҙҙе “һуғыш балалары” тип атарға, рәсми статус алырға тырышҡан кешеләр барлығы ишетелеп тора. Дөрөҫө шул булыр ине: иң ауыр йөктө үҙ елкәһенә һалған 1928 – 1931 йылғылар һәм уларға эйәреп үҫкәндәр (1942 йылдағыларға саҡлы), ысынлап та, һуғыш балалары тип аталырға хаҡлы. Әммә ғәҙеллектең тантана итеренә ышаныу ҡыйын, һәр хәлдә, яҡын йылдарҙа.
...Моңло, һағышлы бала саҡ бик алыҫта ҡалһа ла, йәшәгән һайын ҡәҙерлерәк булып күренә. Ни саҡлы ауырлыҡтар кисерһәк тә, ул беҙҙең ғүмер таңы булып ҡала килә һәм үҙенә күрә сағыу төҫтәргә буялып тоҫмалланыуын дауам итә.
Үткәндәрҙе хәтер тирмәне һәм иләге аша үткәреп күҙаллау еңелдән бирелмәй. Нисек кенә тырышма, тормоштоң иң әсе һынауҙарын тулыһынса күҙ алдына баҫтырыу мөмкин түгел. Ваҡыт ихтыяр көсөнән өҫтөн, шуға күрә күп нәмәне бөгөн­гө көн күҙлеге аша күрергә мәжбүрһең.
Хәтер һандығында соҡоноу... Нимәләр­ҙер, хатта иң ҡәҙерлеһе төптәрәк ҡалғанын һуңынан иҫләп үкенәһең. Үткәндең әселә­рен хәтер тулыһынса ҡайтарып бирмәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873