Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дуҫлыҡ, туғанлыҡ яҡлымын
Дуҫлыҡ, туғанлыҡ яҡлымынСит телдә тыуған илемде – Башҡортостанды танытыу хыялы күңелемдә күптән йәшәй, ләкин уны тормошҡа ашырыу өсөн бик ныҡ тырышырға, күп көс һалырға, уҡырға, өйрәнергә һәм аралашырға кәрәк. Шулай ҙа былтыр тәүгә үҙемде һынап ҡарарға батырсылыҡ иттем. “Беҙҙә уртаҡ нәмәләр күп” тигән беренсе ижад емешем Бланско ҡалаһында нәшер ителгән “Һжебенач” журналында декабрь айында баҫылып сыҡҡас, ифрат шатландым. Мәҡәләне чех телендә яҙҙым һәм “Башҡортостан” гәзитенә тәржемәһен тәҡдим итәм. Һәр телдең үҙ ҡануны, нескәлектәре һәм ҡағиҙәләре бар, әгәр башта башҡортса яҙып, шунан тәржемә яһаһам, үҙ-үҙемә ҙур ауырлыҡтар ғына тыуҙырыр инем. Шуға туранан-тура чех телендә яҙыу отошло тип уйланым.
Әйткәндәй, Чех Республикаһында интернет-гәзиттәр ныҡ таралған, шуларҙың береһендә 2016 йылда журналист Яна Матушкова минең хаҡта “Өс һорауға яуап...” тигән мәҡәлә менән сығыш яһаны. Был турала “Башҡортостан” гәзитенә биргән интервьюла телгә алғайным инде. Унда Башҡортостан, баш ҡалабыҙ Өфө, Урал тауҙары, башҡорт тигән милләттең барлығы һәм уның Рәсәй тарихында ҙур урын тотҡанлығы хаҡында һөйләгәйнем, уны фотоһүрәтем менән ҡушып бирҙеләр. Әле шул тәүге мәҡәләм баҫылыу шатлығы менән уртаҡлашам. Һаулыҡ, ғүмер булһа, был изге эште артабан да дауам итергә ниәтләнәм. Чех дуҫтарҙы Салауат Юлаев, Әхмәтзәки Вәлиди, Шайморатов генерал, Рудольф Нуриев ише һәм башҡа арҙаҡлы шәхестәр менән таныштырыуҙы, данлыҡлы Шүлгәнташыбыҙ, Арҡайым, Торатау кеүек Башҡортостандың иҫтәлекле урындары, тәбиғәте һәм халҡы тураһында һөйләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым, шул тәңгәлдә эшләйем.
Әлеге кескәй генә мәҡәләмдә Владимир Высоцкий, Булат Окуджава йырҙарын чех һәм рус телдәрендә башҡарыусы Яромир Ногавица һәм “ЧехоМор” фольклор төркөмө, йыл һайын Чехияла, Словакияла сығыш яһаусы үҙебеҙҙең данлыҡлы “Александровсылар” һымаҡ бер-береһенән алыҫ йәшәгән халыҡтар араһына дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ күпере һалырға ынтылам.

Дуҫлыҡ, туғанлыҡ яҡлымынХөрмәтле дуҫтар!
Барығыҙҙы ла етеп килгән Ваносе байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайым, һеҙ­гә ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә ҙур уңыш­тар, именлек, бәхет, мөхәббәт теләйем.
Башта үҙем менән яҡындан таныштыр­маҡсымын: Миләүшә Годбодь исемле алтмыш йәштәге, күптән хаҡлы ялдағы кешемен. Утыҙ дүрт йыл эшләп, шуның ике тиҫтә йылын – уҡытыусы, унан журналист эшмәкәрлегенә бағышланым, ләкин әле лә ҡулымдан ҡәләмемде төшөргәнем юҡ. Был – минең булмышым һәм күңел талабым, үҙемде бөгөн Рәсәй Федерацияһы составындағы Башҡортостан Республика­һының әүҙем журналисы тип атарға ба­тырсылыҡ итәм. Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһымын.
Тормош юлдашым тураһында ла кәлимә һүҙ: Владимир Годбодь – ҡатмарлы тормош юлы үткән аҡыллы, юғары белемле, эшһөйәр юрист, һөнәре буйынса адвокат һәм үҙ эшендә ҙур тәжрибә туплаған шәхес. Слоуп ҡасабаһында инде дүрт йылдан ашыу бергә татыу ғүмер итәбеҙ. Ирем менән 2010 йылда Прагала танышҡайныҡ, уның менән яҙмышымды бәйләгәс, Фиалка исемен алдым, сөнки исемемдең мәғәнәһе миләүшә сәскәһен аңлата. Чехтарҙа Мелеуш тигән ирҙәр исеме бар, шуға миңә Фиалка тигән исем йәбеште. Хәҙер мине барыһы ла ошо исемем менән таный, үҙем дә оҡшаттым.
Слоупҡа килгәнгә тиклем Брнола йәшәнек, тотош республика буйлап байтаҡ ерҙә йөрөп, өй һалыр урын эҙләнек һәм ошо ҡасабаны һайланыҡ. Асыҡ күңелле, егәрле, ипле кешеләр ғүмер иткән был ҡасабала беҙгә бик оҡшай! Күршеләрем – йәштәр һәм барыһы ла эшһөйәр. Әйткәндәй, “слоуп” һүҙе ҡая-таш тигәнде аңлата, торған еребеҙ – ҡурсаулыҡ һәм тирә-яғын тауҙар уратып алған.
Тамырҙарым Башҡортостанда минең: тыуған республикам Европа менән Азия араһында урынлашҡан. Баш ҡалабыҙ – Өфө, халҡы миллиондан ашыу һәм унда төрлө-төрлө милләттәр үҙ-ара һыйышып, татыу ғүмер итә. Утыҙлап милли-мәҙәни үҙәк эшләй. Мәҫәлән, украиндар, ҡаҙаҡтар, белорустар, немецтар, чечендар, грузиндар һәм башҡалар.
Дуҫлыҡ, туғанлыҡ яҡлымынБашҡортостан 1554 йылда үҙ теләге менән Рус дәүләтенә ҡушылған. Үҙемдең дә тамырҙарым шул йылдарға, хатта унан да тәрәнерәккә барып тоташа. Ҡолмөхәмәт исемле олатайымдың олатаһы меңәрләгән ат тотҡан хәлле кеше булған, ә унан алдағы нәҫел тамыры Иван Грозныйға барып ярлыҡ ташы алған Илсектимергә тоташа. Уның Юрматы башҡорт­тарына алып ҡайтҡан документында үҙ ерҙәренә хоҡуғы билдәләнгән була.
Башҡортостандың икенсе ҙур ҡалаһы – йәмле Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан Стәрлетамаҡ. Ағиҙелебеҙ иһә үҙенең ҙурлығы, мул һыулы булыуы менән Чехияның Влтава йылғаһына оҡшаған.
1918 йылда Рәсәй тарихында киң билдәле Граждандар һуғышы башланған. Әйткәндәй, унда, башҡорттар кеүек үк, чехтар ҙа һуғышҡан. Чех халҡының билдәле яҙыусыһы Ярослав Гашек та ҡатнашҡан унда, тап уның өгөтө менән чехтар аҡтарға һәм ҡыҙылдарға бүленгән. Юл ыңғайы шуны әйтер инем: Ярослав Гашек үткән быуаттың 20-се йылдарында Өфөлә йәшәгән, баш ҡалала типография ойошторған һәм унда һалдаттар өсөн хәрби гәзит сығарған. Үҙен бер нисә тапҡыр тифтан йолоп алып ҡалған яуҙашы Александра Григорьевна Львова менән никахлашып, Шура тигән исем менән билдәле был революционер ҡатынды Чехословакияға алып ҡайтып киткән. Ә үҙ илендә яҙыусыны законлы ҡатыны Ярмила көткән, етмәһә, уларҙың улы ла булған. Александра Ярослав Гашекка тоғролоҡ һаҡлаған, иң яҡын дуҫы, терәге булған. Әйткәндәй, Өфөбөҙҙә социализм емерелгәнгә тиклем Ярослав Гашек исемендәге урам була торғайны, ул Театр урамы тип үҙгәртелде. Тыуған илемдә Ярослав Гашектың китаптары рус һәм төрлө телдәргә тәржемә ителгән. Был яҙыусыны үҙем дә бик яратып уҡыйым, уның ғибрәтле яҙмышы һәм ижады хаҡында рус телендә “Истоки” гәзитендә бер нисә мәҡәлә әҙерләп баҫтырҙым.
Әлбиттә, ҡыҙыл һәм аҡ чехтарҙың яҙмышы ҡайғылы биттәрҙән тора: 1918 йылдың сентябрь башында аҡ чехтар Стәрлетамаҡ өйәҙен ҡамап алған. Ағиҙел аша сыҡҡас, чехтар тыуған ауылым Ҡанаҡайҙы ла утҡа тотҡан, ҡатын-ҡыҙҙы мәсхәрәләгән, халыҡтың малын талаған, өйҙәрен яндырған, биш ҡыҙылармеец атылған. Граждандар һуғышы ваҡиғала­рының тере шаһиты булып, ауылыбыҙҙың Стәрлетамаҡ яғына ҡараған өлөшөндә Бәкән йылғаһы буйында бөгөн дә ҡыҙылармеецтар күмелгән урын бар, тик уны хәҙер элекке шикелле ҡарамайҙар.
Аҡ чехтар ауылға ингән саҡта Фәтҡулла олатайымдың атаһы һунарсы Хәйрул­ланың Кинйәбикә исемле ҡатыны ауырлы булған. Ире өйҙә булмағас, ул аптырап мөгәрәпкә төшөп киткән һәм, һыуыҡ баҙҙа иҫке-моҫҡо түшәп, улы Яҡупты донъяға килтергән. Ауылды аҡ чехтарҙан ҡотҡарған ҡыҙыл командирҙың исеме лә Яҡуп булғанға күрә, балаға уның исемен бирәләр. Кинйәбикә баҙҙа саҡта өҫтә атыш, һүгенеү, илау тауыштары яңғыраған, шул сәбәпле сабыйын ваҡытынан иртәрәк тапҡан. Әллә әсәһенең ҡурҡышы тәьҫир иткәнмелер, малай оҙаҡ һөйләшмәгән, һигеҙ йәшенә тиклем уны бүтек (беҙҙең яҡта телһеҙҙәргә шулай тиҙәр) тип йөрөтәләр, кәмһетәләр. Уның яҡлаусыһы ла, иркәләүсеһе лә булмаған – әсәһе аслыҡ йылында үлгән. Тик һигеҙе тулғас ҡына, буласаҡ шағир Яҡуп Ҡолмой һөйләшә башлаған. Ололар хәтерләүенсә, тәүҙән үк ул таҡмаҡлап йәки шиғри юлдар менән һөйләшкән. Быны күргән өлкәндәр уға яҡты яҙмыш юраған.
Ысынлап та, был дөрөҫкә сыға. Яҡуп үҫкәндә Ҡанаҡайҙа урта мәктәп булмай. Белемгә ынтылған малай башта үҙҙәрендәге башланғыс мәктәптә уҡырға, яҙырға өйрәнә лә шунан йәйәүләп ун ике саҡрымдағы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылына белем эстәргә йөрөй, артабан Стәрле­тамаҡ ҡалаһындағы педагогия техникумында белем ала (хәҙер – институт). Быйыл шағир Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тула, ошо уңайҙан Башҡортостан Хөкүмәте Өфөлә һәм Ишембайҙа, тыуған ауылы Ҡанаҡайҙа әҙиптең юбилей сараларын уҙғарыу буйынса ҡарар ҡабул итте. Тантанаға хәләл ефетем Владимир менән ҡайтырға йыйынабыҙ, былтыр әҙиптең һайланма әҫәрҙәрен тупланым, ижады хаҡында китап яҙып тапшырҙым.
Яҡуп Ҡолмой, яңыларын да иҫәпләһәң, ҡырҡҡа яҡын шиғри һәм проза йыйынтыҡ­тар авторы. Ул – лирик шиғырҙар һәм сонеттар оҫтаһы, өс йөҙҙән ашыу йыр ижад итте, замандаш яҙыусылары, шағирҙары, рәссамдары һәм сәнғәт оҫталары хаҡында “Хәтер хазинаһы” исемле проза йыйынтығы бар. Төрлө жанрҙарҙы үҙ иткән әҙип сатира һәм юмор өлкәһендә лә һынатманы, уның иң шәп әҫәрҙәре һуғыш һәм тыныслыҡ, мөхәббәт, дуҫлыҡ, тыуған яҡтың матурлығы, тыуған ер һәм уның гүзәл тәбиғәте хаҡында. Шағирҙың “Тыуған илем” тигән шиғырына яҙылған йыр әллә нисә тиҫтә йылдар Башҡортостан Республикаһының гимны булып яңғыраны. Ғүмеренең һуңғы йылдарында шағир “Ғүмер һуҡмағы” тигән иҫтәлек яҙҙы.
Үҙемә килгәндә иһә, шуны әйтер инем: һуғыштан һуң 1957 йылдың 8 апрелендә донъяға килгәнмен. Туғыҙ (һигеҙ ҡыҙ һәм бер малай) баланан торған ҙур, татыу ғаиләлә үҫтем. Ҡыҙҙар барыһы ла юғары белемле: араларында математиктар ҙа, етәкселәр ҙә, иҡтисадсылар ҙа, инженер­ҙар ҙа, уҡытыусылар ҙа бар, ағайым техникумда уҡыны. Үкенескә ҡаршы, 2015 – 2016 йылдарҙа өлкән апайым менән бер һеңлем арабыҙҙан китте.
Белемем буйынса филологмын. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағандан һуң, башта телевидениела, унан мәктәптә, артабан сатира һәм юмор, педагогика һәм сәнғәт баҫмаларында эшләнем. Һуңғы эш урыным – “Башҡортостан панорамаһы” исемле абруйлы журнал редакцияһы. Тап ошо баҫмала эшләгән йылдарҙа “Өфө – мөхәббәтем минең”, “Бында Европа менән Азия осраша”, “Йәшәү ғәмем – өйөм” тигән йыйынтыҡтарҙың текстарын башҡорт теленә тәржемәләнем (2008 й.), “Әҙиптәр” исемле йыйынтыҡта “Яҡуп Ҡолмой” бүлеген әҙерләп баҫтырҙым, тағы ла өс йыйынтыҡтың төҙөүсеһе булдым (2010 й.), 100 йәше уңайынан ижадсының һайланма әҫәрҙәрен төҙөп тапшырҙым. Мәктәптә эшләгән йылдарымда V – VII кластар өсөн башҡорт теле һәм әҙәби­әтенән – методик әсбаптар, V – VI кластар өсөн дәрестәр өлгөһө нәшер иттем.
Маңлайҙарға эҙҙәр һалып йәнә бер йыл уҙып китте. Ирем менән йыл һайын сәйәхәт итәбеҙ, күп илдәр күрҙек. 2016 йылда 21 мең километр юл үтеп, Байкал күленә лә барып ҡайттыҡ, егерменән ашыу республика һәм өлкәләрҙә булдыҡ. Тәьҫораттарыбыҙ башҡорт телендә “Башҡортостан” гәзитендә һәм “Ватандаш” журналында донъя күрҙе.
Үҙем хаҡлы ялда булһам да, бер ҙә тик ултырмайым: китаптар уҡыйым, тәржемәләр яһайым, чех халҡының бөйөк яҙыусыһы Божена Немцованың (Һәҙиә Дәүләтшина кеүек) китаптарын һәм балалар өсөн әкиәттәрен башҡорт теленә ауҙарырға хыялланам. Башҡорт, татар, рус телдәрендә яҙам, уларҙа кеше яҙмыштары, әҙәбиәт һәм сәнғәт, экология һәм тәбиғәт торошо, сәйәхәттәрҙән алған тәьҫораттарым урын ала. Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән чех телендә радио тыңлап, телевизор ҡарап, гәзит-журналдар уҡып, көй-моңға әҫәрләнеп зиһенемде байытам, быларҙың барыһы ла донъяға ҡарашымды киңәйтә. Миңә донъяға билдәле чех режиссеры һәм киноактеры Зденек Свирактың кинофильмдары, алтын тауышлы Вера Шпинарова, Карел Готт кеүек таланттарҙың, “ЧехоМор” фольклор төркөмөнөң йырҙары, Европала һәм донъя­ла ҙур танылыу яулаған скрипка оҫтаһы Павел Шпортселдың скрипкала уйнауы, талантлы чех яҙыусыһы Боһумил Һрабалдың хикәйәләре бик оҡшай. Чех йырҙарын яратам, тик бына әлегәсә полька бейергә өйрәнә алғаным юҡ әле.
Ике бала әсәһемен: Таңсулпан исемле ҡыҙым Германияла йәшәй, Гюнтер кейәү менән ике ул тәрбиәләй. Улым Юлай – һәләтле рәссам, тик өйләнмәгән әле. Рәүил исемле ейәнем III класта уҡый, бәләкәсе Арыҫланға ике йәш ярым. Юлайҙың беҙ йәшәгән ҡасабала булғаны, ҡурсаулыҡтың иҫ киткес гүзәл тәбиғәтен күргәне бар, берәй ваҡыт уны картинала һынлан­ды­рырға хыяллана. Буш сағымда ейәндәремә бейәләй, башлыҡ, свитерҙар бәйләйем, милли кейемдәр тектем. Йыйып әйткәндә, бәхетле ҡатын һәм өләсәймен.
Әйтелгәндәрҙән күренеүенсә, чехтар һәм башҡорттар араһында ана күпме оҡшашлыҡтар бар! Ә тормош һәр ерҙә лә бер төрлө, бар ерҙә лә халыҡтар тыныслыҡ һәм именлек теләй, бер кем дә һуғыш көҫәмәй. Мин дә халыҡтар араһында тыныслыҡ булһын, тим. Дуҫлыҡ, туғанлыҡ яҡлымын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873