Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кузнецов артылышы
Кузнецов артылышы1930 йылдар башында илдә репрессиялар башлана. Йорт хужаһы Ғаззали өлкән улы Әхтәм менән шундай сәйәси золомға эләгә. Ул ваҡытта тәүге репрессия ҡорбандарын Беломорканал магистрален төҙөргә ебәрәләр. Ғаззалиҙың ҡатыны Кәримә башҡа балалары менән өйҙә ҡала. Дүрт-биш йыл үткәс Ғаззали тыуған яғына әйләнеп ҡайта, әммә өйҙә ул ғаиләһен тапмай, уларҙы ла Себергә һөргөнгә ебәргәндәр. Ғаззали ғаиләһен эҙләп китә һәм уларҙы таба. Күпмелер ваҡыт үткәс, оло йәштә булыуҙарын иҫәпкә алып, уға һәм әбейенә ҡайтырға рөхсәт бирәләр. Улар балаларын ҡалдырып, тыуған яҡтарына ҡайта. 1939 йылда бер-бер артлы донъя ҡуялар.

Себерҙә ҡалған улы Яҡупҡа һәйбәт эшләгәнгә күрә йәйгеһен Баймаҡҡа отпускыға ҡайтырға рөхсәт бирелә.Тыуған яғына ҡайтҡас, Себергә кире барғыһы килмәй. Еҙнә тейешле кешеһе уға документ эшләп бирә. Өйләнә, ҡатыны Хәтифә бәпәйгә уҙа. Тик шатлығы оҙаҡҡа бармай. Уны ҡабаттан Себергә ебәрәләр, был юлы инде оҙаҡҡа, ун йылға...
Йылдар үтә. Ҡайтыр мәле етә, әммә Яҡуп ҡайтмай. 1947 йылда Хәтифә ирен эҙләп Себергә юллана, тик уны таба алмай. Иренең Себерҙәге туғандары менән таныша, һораша, әммә бер кем бер нәмә лә белмәй. Шулай ире тураһында бер ниндәй мәғлүмәт таба алмайынса әйләнеп ҡайта. Тора-бара иренән төңөлөп, үлгәндер инде тип, Хәтифә кейәүгә сыға.
Ә Яҡуп был ваҡытта ер сигендә, Камчаткала йөрөй. Хәҙер инде билдәле “Кузнецовский перевал” исеме аҫтында тарихҡа һеңеп ҡалған Комсомольск – Совгавань магистрален төҙөүҙә ҡатнаша ул.
...Арсений Петрович Кузнецов 1901 йылда Мәскәү янындағы Талдом ҡалаһында тыуған. Мәскәү тимер юл транспорты институтын тамамлаған студенттың тәүге эше Адлер — Сухуми тимер юлы була. 1939 йылда уға НКВД ҡарамағы аҫтында БАМ юлының Комсомольск-Совгавань трассаһын төҙөү йөкмәтелә. Һуғыш башланып киткәс, уны саҡыртып алалар һәм бик ҙур эш йөкмәтәләр. 1941 йылда уның проекты буйынса Һарытау — Сталинград тимер юлын төҙөйҙәр. Бөйөк Ватан һуғышында был трасса бик мөһим, хәл иткес ролде үтәй. 1943 йылда Арсений Кузнецовҡа “Почет Билдәһе” ордены бирелә.
Ә Алыҫ Көнсығышта бейек тауҙар теҙмәһе, урман-шырлыҡтар аша тимер юл төҙөү бик-бик ҡатмарлы була. Ул Һарытау — Сталинград юлы кеүек еңел түгел! Етмәһә, был ҡатмарлы йөкләмәне Кузнецов ике йыл эсендә атҡарырға тейеш. Тайганы ауыҙлыҡлау, бейек тауҙар теҙмәһен тишеп юл һалыу — көслөләр эше. Ҡуйы урман ағастарын ҡырҡып, барактар төҙөгән, шахтала эшләп йөрөгән золом ҡорбандары йәлеп ителә был эшкә. Улар араһынан иң-иң көслөләр, ғилемле, зирәктәр һайлап алына. Бына шул ваҡытта Яҡуп та ошо төркөмгә эләгә.
Арсений Кузнецов төндәр буйы чертеждар һыҙып ултыра. Эш башлана, ҡышҡы селлә һыуыҡтарҙа ла тауҙарҙы ҡырҡып, урман-шырлыҡтарҙы үтеп юл һалалар. 1943 йылда, Сихотэ-Алинь бейек тау үркәсен тишеп, 500 саҡрым оҙонлоҡтағы туннель эше башлана. Бындай ауыр ҙа, ҡатмарлы ла эш Кузнецовтың һаулығын ҡаҡшата. Елеккә үткән һыуыҡтарҙа ла көнө-төнө эшләйҙәр, етмәһә, ашарға ризыҡ юҡ...
“Бер мәлде самолеттан парашют менән беҙгә йөк ырғыттылар, – тип иҫләй Яҡуп. – Ашарға аҙыҡ-түлек ебәргәндәрҙер тигән өмөт менән уны алырға йүгерҙек. Асып ҡараһаҡ... кейем-һалымдан башҡа бер нәмә лә юҡ! Аҙыҡ-түлек ебәрмәгәндәр! Беҙ ас инек, артылышта һуңғы атты һуйып ашаныҡ. Ә Арсений Петрович ҡәтғи ҡаршы булды, ат итен ашаманы... Аслыҡтан күптәр ҡырылды. Арсений Петрович та асығыуҙан өҙлөгөп үлде, ә йөрәк ауырыуынан түгел...” Ул тағы ла бер ваҡиғаны һөйләп ҡалдырҙы: “Бер мәл беҙҙең экспедиция старателдәр алтын йыуған ергә барып сыҡты. Унда кешеләрҙең үле кәүҙәләре ята, тирә-яҡта алтындары шул килеш... Беҙҙең аранан ҡайһы берәүҙәр алтынға йомолдо, ә мин ҡомдо бер усымдан икенсеһенә ҡойоп-ҡойоп ҡарап торҙом да һыуға ырғыттым. Тейешле урынға барып еткәс, беҙҙе тикшерҙеләр. Кемдә алтын таптылар, уларҙы аттылар. Ә миндә булмағас, тере ҡалдым...” Яҡуптың һөйләгәндәренән бөгөн донъяға билдәле Байкал — Амур магистрале, Кузнецов артылышы хаҡында, ниндәй ҙур ҡорбандар килтергән экспедиция тураһында күҙаллап була.
Арсений Петровичтың хәле насарай­ғандан-насарая. Үҙенең сирләгәнен партия кешеләренә әйтмәҫкә ҡуша. Удоми йылғаһы буйына китеп, чертеждар һыҙып ултыра ул. Әйләнеп ҡайтҡас, экспедиция ашнаҡсыһына, Мария Ивановна Вульфҡа (ул да репрессия ҡорбаны), сәй алып килергә ҡуша. Ҡатын сәй ҡайнатып мәшәҡәтләнеп оҙаҡлай, ул килгәндә инженер күҙҙәрен мәңгелеккә йомған була...
1945 йылдың 15 июлендә көнба­йыштан көнсығышҡа тиклем рельстарҙы тоташтыралар. 20 июлдә Байкал — Амур тимер юлынан Тымыҡ океанға тәүге поезд китә. Ә унан һуң инде һуғыш ҡоралдары һәм һалдаттар тейәгән бихисап эшелон үтә. Өс аҙнанан Японияға ҡаршы һуғыш башлана. Инженер Арсений Кузнецов етәкселеге аҫтында төҙөлгән ошо тимер юлы берҙән-бер стратегик магистраль була.
1967 йылда “Высокогорная” стан­цияһы уҡыусылары ауыл халҡы менән бергә Кузнецовтың һөйәктәрен бейек тау-таш араһынан ҡаҙып алып, үҙәнгә төшөрөп ерләй. Станция эргәһендә инженерға һәйкәл ҡуялар. Тауҙы ҡаҙған саҡта араларынан береһе: “Тау-ташты өс метр тәрәнлектә соҡоп ерләгәндәр... Был шундай ауыр ваҡыттарҙа уның менән йәнәш булғандарҙың һәм бергә эшләгәндәрҙең уға ҡарата оло хөрмәтен белдерә”, — ти. Бөгөн Сихотэ-Алинь үркәсе “Кузнецов артылышы” тип атала.
...1949 йылда Яҡуп тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Иң тәүҙә ул Баймаҡта йәшәгән ҡатыны янына килә. Себерҙән ирен таба алмай йөрөп ҡайтҡас, Хәтифә кейәүгә сыҡҡан була. Ҡорһаҡта ҡалған бала туғыҙ йәшлек малай булып үҫкән. Ҡатыны уға: “Мин бер ирҙән икенсеһенә һикереп йөрөй торған ҡатын түгел, бына балаң, теләйһең икән, үҙең менән ал, әммә мин иремде ҡалдырып китә алмайым”, — ти. Яҡуп тыуған ауылы Мырҙа­ҡайға түгел, ә Беломорканалда репрессияла йөрөп ҡайтҡан Әхтәм ағаһы йәшәгән ауылға бара, шунда төпләнә, ғаилә ҡора. Ҡатыны Мәрхә­бәнән ете балаһы тыуа, уларға тәрбиә биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫты­ралар. Тәүге ҡатыны Хәтифәнән тыуған улын да ситкә типмәй, осрашып торалар. Әҡсән ағай ике атай, ике әсәй араһында йөрөп үҫә. Аталары тура­һында балалары: “Бер нәмә лә белмәй­беҙ. Атайыбыҙ аҙ һүҙле булды, һөйләргә яратманы...” – тиер ине. Бер улы: “Атай бер ваҡытта ла заманаға зарланып, түрәләрҙе насарлап хәбәр һөйләмәне. Беҙҙе һәр саҡ тырыш булырға, уҡырға өндәне”, – тине. Бер мәл иң өлкән ҡыҙын күреп һорашып торғайным, ул: “Әсәйемде атайым һәр ваҡыт тыйып ултырҙы, һөйләмә, артығын ысҡын­дырма, тип...” – тине. Шундай ауырлыҡ­тарҙы үҙ иңдәрендә татыған, бәғерҙә­ренә ауыр таш булып ятҡан заман яҙмышын күтәргән кеше бит ул...
Үҙенең ғүмере шундай ҡыйын мәлдәргә тура килгән Яҡуп береһенән-береһе теремек, тырыш булып үҫкән балаларының тыныс тормошта йәшә­үенә ҡыуанғандыр, моғайын. Улдарын эшкә өйрәтеүе ҙур кинәнес, ҡыҙҙарын уҡырға өндәүе лә урынлы булғандыр. “Уҡығыҙ, уҡығыҙ, балаларым! Уҡыһағыҙ, эшен дә табырһығыҙ”, – тип уларҙы һәр ваҡыт уҡыуға өндәгән. Ә балалары ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне, бөтәһе лә юғары белемле, араларында табибы ла, уҡытыусыһы ла, ауыл хужалығы докторы ла, кандидаттары ла бар. Улар тырыш һәм намыҫлы, эш һөйөүсән булып үҫте.
Яҡуп Ғаззали улы Шәрипов 2002 йылда 90 йәшенә етеп яҡты донъя менән хушлаша. Ауылдаштары уның тураһында, һәйбәт кеше булды, тип иҫкә ала.
Һүҙгә бик наҡыҫ булһа ла, ул Кузнецов экспедицияһы тураһындағы ҡайһы бер мөһим мәғлүмәттәрҙе һөйләп ҡалдыра. Балаларына: “Барыһын да күрҙем, тик үлеп кенә ҡараманым...” — тип әйтер булған. Эйе, донъялағы бар ауырлыҡтарҙы ла татый Яҡуп. Уның күргәндәре – ил иңенә төшкән яҙмыш.


Автор: Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә