Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Халыҡ йәнле Халиҡов
Халыҡ йәнле ХалиҡовБүздәктә мәктәп уҡыусылары араһында тәүге тапҡыр “Халиҡов уҡыуҙары” үтте.

1917 йыл. Рәсәй халыҡтары яҙ­мы­шын үҙгәртер, тарихта мәңгелеккә ҡалыр ваҡиға. Бер быуат арауығы тарих өсөн күп тә түгел, әммә ул беҙҙең үткәнебеҙ. Һәр тарафтағы милләттәштәребеҙ халҡыбыҙҙың милли-азатлыҡ хә­рәкәтенең яҙмыштарҙы үҙгәртер ваҡиғаларына бәйле. Шул йәһәттән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Башҡорт Совет Автономияһының бер быуатлыҡ тарихын лайыҡлы билдәләү маҡсатында бихисап эштәр атҡара. Әйтәйек, “100 йыллыҡҡа — 100 шәхес” тигән проект эшмәкәрлеге республикабыҙ һәм күрше тарафтарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ менән берлектә әүҙем башланып китте.
Әгәр ҙә бөгөн “Һәр тарафтың 100 шәхесе”н билдәләһәк, һис шикһеҙ, һәр райондан йөҙәрләгән кеше был исемлектә булыр ине.
Республикабыҙҙың бер быуатлыҡ тарихына арналған “100 йыллыҡҡа — 100 шәхес” проектына бүздәктәр ҙә ҡушылды. Район үҙәгендә I Республика фәнни-ғәмәли конферен­цияһының финал өлөшө — Халиҡов уҡыуҙары үтте.
Конференцияла Өфөнән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов етәкселегендә Башҡорт халҡының тарихы комиссияһы ағзалары, билдәле тарихсылар Нурислам Ҡалмантаев, Азат Ярмуллин, Искәндәр Сәйетбатталов, юғары уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашты. Мәктәп бинаһына уҙыу менән бында бер быуат элекке тарихи мәлдәрҙе һүрәтләгән сығанаҡтар менән танышырға мөмкин. Коридорҙа райондың арҙаҡлы шәхестәренә, яугирҙәренә арналған күргәҙмә ҡуйылған.
Ҡунаҡтар Муллайән Халиҡовтың, нәҫел­дәштәренең шәжәрәһе, уның тормош юлы һәм эшмәкәрлегенә арналған стендтарҙы ҡараны, мәктәп менән танышты. Конференция асылғас, район мәктәбенең юғары класс уҡыусылары милли хәрәкәт барышындағы хәл-ваҡиғаларҙы сәхнәләштерҙе. Авторы — тарих уҡытыусыһы Азат Вәлиев. Һөнәри кәңәштәре менән беҙҙе ҡеүәтләгән тарихсы-ғалимдарға рәхмәтебеҙ ҙур, тине улар.
Муллайән Халиҡов – Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, күренекле дәүләт эшмәкәре, сәйәси золом ҡорбаны. 1894 йылдың 4 февралендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең (хәҙерге Бүздәк районы) Аҡтау исемле башҡорт ауылында тыуған.
М. Халиҡов хеҙмәт юлын башланғыс мосолман мәктәбе уҡытыусыһы, китапханасы булып башлай. Темәстә алты йыллыҡ Башҡорт башланғыс училищеһында уҡытҡан осорҙа ул Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып китә.
1922 йылда М. Халиҡовҡа Оло Башҡортос­тан хөкүмәте рәйесе вазифаһын ышанып тапшыралар. 1925 йылдың аҙағында ул Мәскәүгә эшкә китә. РСФСР финанс комиссариатының Бюджет идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләй. 1937 йылдың 25 июлендә Халиҡов, совет власына ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләнеп, НКВД органдары тарафынан ҡулға алына. Ике айҙан һуң Муллайән Дәүләтша улы Халиҡов СССР Юғары Советының Хәрби коллегияһы ҡарары буйынса атыла. Егерме йыл үткәс, 1958 йылдың 28 ғинуарында, шул уҡ Коллегияның ҡарары менән аҡлана... Милли-азатлыҡ хәрәкәтендәгеләрҙең яҙмышы шулай бер-береһенә оҡшаш. Уларҙың да тормош юлын өйрәнеүҙе талап итә.
I турҙа уҡыусылар конференцияға тәҡдим ителгән темалар буйынса үҙҙәренең ғилми эштәрен ебәргән. Уларҙың иң яҡшылары тип табылғандарының авторҙары Бүздәккә саҡырылған. Конференцияның икенсе өлөшөндә уҡыусылар секцияларға бүленеп практик эштәрен күрһәтте. “Ғаиләм тарихы”, “Районымдың билдәле шәхестәре”, “М. Халиҡов һәм уның көрәштәштәре”, “Башҡорт милли хәрәкәтендә Халиҡовтың роле” тип аталды эҙләнеү эштәре.
Сараның һуңғы өлөшө иң күңеллеһе, конференцияларҙа ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү тантанаһы булды. Уҡыусыларҙың һәр береһен сәхнәгә саҡырып, шөһрәтнамәләр тапшырылды. Мәктәп уҡыусылары араһында республика кимәлендә тәүге тапҡыр ойошторолған М. Халиҡов уҡыуҙары тамам, башҡа шәхестәребеҙ буйынса ла яҡташтары менән бергәләп атҡарыр эштәр байтаҡ әле. Башланған эш — дауамлы. Конференция хаҡында “Юлдаш” радиоһында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре тураһында бәйән иткән “Яҙмыштарҙа — ил тарихы” тапшырыуында тыңларға мөмкин.


Автор: Венера СИТДИҠОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә