Бүздәктә мәктәп уҡыусылары араһында тәүге тапҡыр “Халиҡов уҡыуҙары” үтте. 1917 йыл. Рәсәй халыҡтары яҙмышын үҙгәртер, тарихта мәңгелеккә ҡалыр ваҡиға. Бер быуат арауығы тарих өсөн күп тә түгел, әммә ул беҙҙең үткәнебеҙ. Һәр тарафтағы милләттәштәребеҙ халҡыбыҙҙың милли-азатлыҡ хәрәкәтенең яҙмыштарҙы үҙгәртер ваҡиғаларына бәйле. Шул йәһәттән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Башҡорт Совет Автономияһының бер быуатлыҡ тарихын лайыҡлы билдәләү маҡсатында бихисап эштәр атҡара. Әйтәйек, “100 йыллыҡҡа — 100 шәхес” тигән проект эшмәкәрлеге республикабыҙ һәм күрше тарафтарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ менән берлектә әүҙем башланып китте.
Әгәр ҙә бөгөн “Һәр тарафтың 100 шәхесе”н билдәләһәк, һис шикһеҙ, һәр райондан йөҙәрләгән кеше был исемлектә булыр ине.
Республикабыҙҙың бер быуатлыҡ тарихына арналған “100 йыллыҡҡа — 100 шәхес” проектына бүздәктәр ҙә ҡушылды. Район үҙәгендә I Республика фәнни-ғәмәли конференцияһының финал өлөшө — Халиҡов уҡыуҙары үтте.
Конференцияла Өфөнән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов етәкселегендә Башҡорт халҡының тарихы комиссияһы ағзалары, билдәле тарихсылар Нурислам Ҡалмантаев, Азат Ярмуллин, Искәндәр Сәйетбатталов, юғары уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашты. Мәктәп бинаһына уҙыу менән бында бер быуат элекке тарихи мәлдәрҙе һүрәтләгән сығанаҡтар менән танышырға мөмкин. Коридорҙа райондың арҙаҡлы шәхестәренә, яугирҙәренә арналған күргәҙмә ҡуйылған.
Ҡунаҡтар Муллайән Халиҡовтың, нәҫелдәштәренең шәжәрәһе, уның тормош юлы һәм эшмәкәрлегенә арналған стендтарҙы ҡараны, мәктәп менән танышты. Конференция асылғас, район мәктәбенең юғары класс уҡыусылары милли хәрәкәт барышындағы хәл-ваҡиғаларҙы сәхнәләштерҙе. Авторы — тарих уҡытыусыһы Азат Вәлиев. Һөнәри кәңәштәре менән беҙҙе ҡеүәтләгән тарихсы-ғалимдарға рәхмәтебеҙ ҙур, тине улар.
Муллайән Халиҡов – Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, күренекле дәүләт эшмәкәре, сәйәси золом ҡорбаны. 1894 йылдың 4 февралендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең (хәҙерге Бүздәк районы) Аҡтау исемле башҡорт ауылында тыуған.
М. Халиҡов хеҙмәт юлын башланғыс мосолман мәктәбе уҡытыусыһы, китапханасы булып башлай. Темәстә алты йыллыҡ Башҡорт башланғыс училищеһында уҡытҡан осорҙа ул Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып китә.
1922 йылда М. Халиҡовҡа Оло Башҡортостан хөкүмәте рәйесе вазифаһын ышанып тапшыралар. 1925 йылдың аҙағында ул Мәскәүгә эшкә китә. РСФСР финанс комиссариатының Бюджет идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләй. 1937 йылдың 25 июлендә Халиҡов, совет власына ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләнеп, НКВД органдары тарафынан ҡулға алына. Ике айҙан һуң Муллайән Дәүләтша улы Халиҡов СССР Юғары Советының Хәрби коллегияһы ҡарары буйынса атыла. Егерме йыл үткәс, 1958 йылдың 28 ғинуарында, шул уҡ Коллегияның ҡарары менән аҡлана... Милли-азатлыҡ хәрәкәтендәгеләрҙең яҙмышы шулай бер-береһенә оҡшаш. Уларҙың да тормош юлын өйрәнеүҙе талап итә.
I турҙа уҡыусылар конференцияға тәҡдим ителгән темалар буйынса үҙҙәренең ғилми эштәрен ебәргән. Уларҙың иң яҡшылары тип табылғандарының авторҙары Бүздәккә саҡырылған. Конференцияның икенсе өлөшөндә уҡыусылар секцияларға бүленеп практик эштәрен күрһәтте. “Ғаиләм тарихы”, “Районымдың билдәле шәхестәре”, “М. Халиҡов һәм уның көрәштәштәре”, “Башҡорт милли хәрәкәтендә Халиҡовтың роле” тип аталды эҙләнеү эштәре.
Сараның һуңғы өлөшө иң күңеллеһе, конференцияларҙа ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү тантанаһы булды. Уҡыусыларҙың һәр береһен сәхнәгә саҡырып, шөһрәтнамәләр тапшырылды. Мәктәп уҡыусылары араһында республика кимәлендә тәүге тапҡыр ойошторолған М. Халиҡов уҡыуҙары тамам, башҡа шәхестәребеҙ буйынса ла яҡташтары менән бергәләп атҡарыр эштәр байтаҡ әле. Башланған эш — дауамлы. Конференция хаҡында “Юлдаш” радиоһында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре тураһында бәйән иткән “Яҙмыштарҙа — ил тарихы” тапшырыуында тыңларға мөмкин.