Беҙ ҡурай менән, дөйөм алғанда, башҡорт халыҡ ижады ҡомартҡылары аша таныштыҡ, сөнки бармаҡ һанына ла етмәҫ сығанаҡтарҙан белеү мөмкинлеге сикләнгәйне. Әле килеп Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙың Сала-уат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдиновтың “Ҡурай һәм ҡурайсылар” тигән китабын ҡыҙым Гөлнәзирә башҡортсанан урыҫ теленә тәржемә иткәс, уға диалект һәм тарихи һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлатыу маҡсатынан сығып ҡына ҡыҙыҡһына башлағайным, был китаптың үтә ҡыҙыҡлы, мәғлүмәтле, фундаменталь хеҙмәт икәнен аңланым. “Һай, башҡортомдоң батыр улдары” тип йырлағым килеп китте.
Бығаса ҡурай тураһында әҙәби әҫәрҙәр, ҡурайсыларға арналған мәҡәләләр күп яҙылыуға ҡарамаҫтан, ҡурайҙың башҡорт халҡының уникаль этник музыка ҡоралы булыуын эҙмә-эҙлекле өйрәнеп, урындағы мәғлүмәттәр менән байытып, популяр телдә тулы йыйынтыҡ яҙылманы. Быға, әлбиттә, үҙебеҙҙең һәлкәүлек тә ҡамасауланы. Хәҙер, шөкөр, тормошта ла, яуҙа ла башҡорт менән бергә булған ҡурайыбыҙ тураһында хеҙмәттәр күренә башланы. Юлай Ишбулды улының математик, уҡытыусы, данлыҡлы ҡурайсы, ҡурайҙы пропагандалаусы, уның буйынса эксперт икәнен белә инек. Уның төрлө варианттары менән өс йөҙҙән ашыу башҡорт халыҡ көйөн, шул иҫәптән йөҙҙән ашыу оҙон көйҙө ҡурайҙа башҡарыуы ла халыҡҡа мәғлүм булды. Оҙаҡ йылдар “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының “Хазина” программаһы етәксеһе, сценарийҙар авторы булараҡ, өс йөҙҙән ашыу телетапшырыу алып барҙы, фильмдары зәңгәр экрандарға сыҡты. Уның “Йыр тарихы – халыҡ тарихы” радиотапшырыуын кемдәр генә яратып тыңламаған икән! Матбуғат биттәрендә баҫылған йөҙәрләгән мәҡәләһе тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Авторҙың башҡорт сәнғәтенә ҡарата сикһеҙ мөхәббәте, уның киләсәге хаҡында борсолоп йәшәүе күренеп тора.
Талантлы, белемле шәхес ул Юлай Ишбулды улы. “Ҡурай һәм ҡурайсылар” тураһындағы энциклопедик характерҙағы ун биш бүлектән торған был хеҙмәтендә ул ҡурайҙың кәмендә ун ете быуатлыҡ тарихына үҙ һәйкәлен һалды. Уның хеҙмәтенең үҙенсәлеге шунда: ҡурайҙы ул башҡорт милләте булмышының айырылғыһыҙ өлөшө итеп ҡарай, башҡорттоң һәр ырыуына хас уйнау оҫталығы мәктәбе, уларға ғына хас репертуарҙары барлығын раҫлай һәм шул төбәктең борондан бөгөнгәсә ошо сәнғәтте һаҡлап килгән остаздарының исем-шәрифен барлай. Шунлыҡтан китапта һүҙ ауыр һынауҙар үткән башҡорттоң сал тарихы менән йәнәш ҡурай тарихы ла бөгөнгәсә алып барыла. Башҡорт ни күрһә, ҡурай ҙа шуны кисерә.
Фән һәм мәҙәни байлыҡтарҙың гармоник бәйлелеге нигеҙендә яҙылған китапта халҡыбыҙҙың билдәле булмаған ижадсылары тарафынан тыуҙырылып, быуындан быуынға күсеп килгән, беҙҙең эраның IV быуат ваҡиғаларын тасуирлаған ”Ҡуңыр буға” эпосы кеүек ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларынан алынған миҫалдарҙан башлана ҡурай тураһындағы етди һүҙ. “Иң боронғо осорҙарға ҡараған мәғлүмәттәр мәшһүр фольклорсы, сәсән Мөхәмәтша Буранғоловтың хеҙмәттәре аша беҙҙең көндәргә килеп етте. Башҡорт халҡының тарихы, ауыҙ-тел ижады менән ҡыҙыҡһынған XIX – XX быуат урыҫ ғалимдарының, яҙыусыларының хеҙмәттәрендә ҡурайҙың башҡорт рухиәтендәге урыны, башлыса, дөрөҫ баһалана”, – тип яҙа автор.
Ҡурайсы-сәсәндәр Салауат Юлаев исеме менән башлана. Ҡаһым түрә, Ғәбит сәсән, Ишмөхәмәт сәсән, Хәмит сәсән кеүек “ҙур шәхестәребеҙ булған ерҙә генә быуаттар һынауын үтерҙәй хазиналар ижад ителә. Шуның өсөн ысын мәғәнәһендәге халыҡ музыканттарының тормош юлын, уларҙың булмышын, психологияһын сағылдырған мәғлүмәттәр – халыҡ музыка ижады лабораторияһына үтеп инергә, аҙмы-күпме уны аңларға ярҙам иткән асҡыс та ул. Икенсенән, бындай мәғлүмәттәрҙең хәҙерге быуын халыҡ музыканттарын тәрбиәләүҙә файҙаһын да инҡар итеп булмай”, – тип һанай Юлай Ишбулды улы. Китап бына ошондай бик тәрән һәм оло маҡсат менән яҙылған.
Һәр бүлектең темаһы ҡыҫҡаса ғына һүрәтләнмәй йәки һанап үтелмәй, уларҙы автор ғилми сығанаҡтарҙан, әҙәбиәттән алынған миҫалдар, өлкән ҡурайсыларҙың һәм үҙенең фекере менән байыта бара. Һөҙөмтәлә яҙыусы-шағирҙарҙың ҡурайға арнап яҙылған өс тиҫтәнән ашыу әҫәре индерелә. ”Ҡурай тураһында яҙмаған шағир юҡ”, – тигән фекерҙе ҡеүәтләй улар.
Башҡортостандың егерме алты районының данлыҡлы ҡурайсылары исемлеге генә ни тора! Бер Баймаҡтан ғына йөҙгә яҡын ҡурайсыны һанап сыға ла, тыуған ауылы айырыуса талантлы шәхестәргә бай булғанғамы, Таулыҡай ауылы ҡурайсыларының исемлеген тәҡдим итә. Бының менән мин исемлектәрҙә тиҫтәләп кенә түгел, йөҙәрләп ҡурайсының исем-шәрифе, ауылы, тыуған һәм үлгән йылы, хатта ҡайһы берҙәренең мөһим автобиографик белешмәләре килтерелеүен билдәләгем килә.
Һәр төбәктең ҡурайҙа уйнау традициялары, репертуарҙары, төбәк мәктәптәренең үтә сағыу остаздары тураһында ла айырым мәҡәләләр бар. Мәҫәлән, Ғата Сөләймәнов, Рәхмәтулла Бүләкәнов, Заһир Исмәғилев, Йомабай Иҫәнбаев, Әҙһәм Исҡужин, Кәрим Дияров, Ғиниәт Ушанов, Ғәлиастан Шәмсетдинов, Ғәйфулла Сарбаев, Мөхәмәт Рәхмәтуллин, Хәмит Әхмәтов хаҡында бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәттәр килтерелә.
Атаҡлы музыка белгесе Сергей Рыбаковтың “Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта” һәм фольклорсы Лев Лебединскийҙың ”Башкирские песни и наигрышы” исемле хеҙмәттәрендә иҫкә алынған ҡурайсыларҙың ижади тормош юлы архив документтары, тере вариҫтары йәки өлкән быуын вәкилдәренең иҫтәлектәре, тарихи фотоһүрәттәр менән нығытыла. Ҡурайсыларға арналған дүрт һүрәт, һәр фото, алты архив документы ошоно раҫлай.
Борон ҡурайсылар тарихсы, йырсы, хатта бейеүсе лә булған, шунлыҡтан Юлай Ғәйнетдинов күп яҡлы талант эйәләренә айырым туҡталып үтә. Бының сағыу миҫалы — Ғиниәт Абдулла улы Ушанов.
Йыраусы-ҡурайсылар, уларҙың репертуарҙары тураһында яҙғанда ла оҙон көйҙән миҫалдар килтерелеп, ҡайһы берҙәренең нота яҙмаларын бирә. Оло хөрмәт менән бер үҙе оло сәхнәләрҙе тултырған, ҡурайҙа тау ярырҙай тауыш сығарған Ишмулла ағай Дилмөхәмәтовты иҫкә ала. Йөҙ йылға бер тыуыр йырсыларыбыҙҙың моң даръяһы китап биттәре аша күңелгә ташып сыға. Абдулла Солтанов, Сөләймән Абдуллин, Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев, Ғилман Сәфәрғәлин, Мөхәмәт Түләбаев ағайҙарҙың моңо мәңге күңелебеҙҙән сыҡмаҫ төҫлө.
Тыйылған йырҙары өсөн Себергә оҙатылып, юҡҡа сығарылған халыҡ таланттары, сәйәси золом ҡорбандары хаҡындағы мәғлүмәт тә уҡыусыны иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ. “Өҙөлгән моң” тип аталған мәҡәләһендә тасуирланған Әбдрәхим Исҡужиндың яҙмышы – быға асыҡ миҫал. Әйткәндәй, бындай тыйыуҙарҙың борондан килгән икәнлегенә Юлай Ишбулды улы үҙ фекерен өҫтәй. Бер ҙә юҡҡа ”Аҡмырҙа” исемле башҡорт халыҡ йырында “Аҡмырҙа ла, меҫкен, белмәгәндер Йыры етер тип үк башына” тиелмәгәндер.
Кәрим Дияров, Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев, Әҙһәм Исҡужин кеүек остаздарҙың оло таланты йәш быуынға нисек йоғонто яһағанын Юлай үҙ тәжрибәһенән сығып раҫлай. Күрше өлкәләрҙә йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең үҙ тамырҙарын онотмауы, урын-ере менән һаман да ҡурайсылары булыуы – үтә лә ҡыуаныслы хәл.
Китапта быуындар бәйләнеше айырыуса һиҙелә, хәҙерге замандың ҡурай яһаған оҫталары, Өфө, Салауат, Учалы, Октябрьский ҡалаларының музыка буйынса уҡыу йорттарының ҡурай класын тамамлағандар исемлеге ошо быуындар бәйләнешен киләсәккә алып китер тигән өмөттәбеҙ.
Республикабыҙ халҡын дер һелкетеп, йөрәктәрен ярһытып, уларға дәрт-дарман өҫтәп уҙғарылған ҡурайсылар бәйгеләрен, байрамдарын һәр йыл һайын көтөп алабыҙ. Ниңә уларҙы һәр районда үрнәк итеп үткәрмәйҙәр икән тигән борсолоуҙарҙы ла ишетергә тура килә. Бөтә донъя, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ла ҡурайсылар Башҡортостаныбыҙҙың данын юғары күтәреп ҡайта. Уларҙың исемдәре ҡурай сәнғәте тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылыуға хаҡлы.
“Братислава призы” исемле халыҡ-ара музыкаль фольклор радиояҙмалары конкурсында бер нисә йыл рәттән алтын миҙал яулаған Баймаҡ районы Байыш ауылының йәш ҡурайсыһы Ташбулат Дәүләтшиндың, үҙендәге халыҡ музыканттарына хас сифаттарҙы үҫтереп, киләсәк быуын ҡурайсыларының маһир остазына әүерелеүен, ҡурай сәнғәтен юғары күтәреүен теләргә ҡала.
Ҡурайҙың сит илдәрҙә юғары баһаланыуына сағыу миҫал итеп, Юлай Ишбулды улы Японияның күренекле композиторы, этнографы, музыка белгесе Кадзуюми Танимото әфәнденең үҙҙәрендә уҙғарылған йыр сәнғәте сараларына өс тапҡыр башҡорт ҡурайсыларын һәм йырсыларын саҡырыуын күрһәтә. Танимото әфәнде донъя буйлап эҙләгән ат ҡыуыусы хаҡындағы бер йырына тиң моң байлығын, венгр этнографтары тәҡдиме менән, башҡорт халҡының ҡурай оҙатыуында башҡарылған оҙон көйөндә таба.
Китап бик ябай һәм һәр кемгә аңлайышлы тел менән яҙылған, халҡыбыҙ тарихында, бөтә йыһанда тотҡан урынын билдәләгәндә уның ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ. Тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, талантлы шәхестәребеҙҙе, ғөмүмән, халҡыбыҙҙың булмышын өйрәнеүҙә бына тигән уҡыу-уҡытыу әсбабы була ала ул. Ундағы ҡурайсы кодексы ижади эштәрендә маяҡ булырға тейеш. Киләсәгебеҙ өсөн борсолоп йәшәгән уҙаман юғары милли рухта яҙылған китабы аша күптәрҙе ҡурайсылар тураһында өҫтәмә мәғлүмәт йыйырға, яңы ижади йүнәлештәргә тотонорға саҡыра.