Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тарихи хәҡиҡәт хаҡына
Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы алыҫта тороп ҡалһа ла, уның буйынса тарихи дөрөҫлөктө асыҡлау һаман бара. Был хатта хоҡуҡи нормаларҙа ла сағылыш таба. Күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Севастополде обороналау датаһының үҙгәреүенә ҡарап, айырым ҡанунға төҙәтмә индерҙе.

Һүҙ “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында”ғы Башҡортостан Респуб­ликаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында бара. Был ҡанун кемдәрҙе һуғыш ветераны итеп таныу һәм уларға өҫтәмәләр түләү, ташламалар биреүҙе билдәләй.
Закондың элекке тексында Севастополь ҡалаһын обороналау 1941 йылдың 5 ноябрендә башланған тип яҙылған һәм бөгөнгө ветерандар­ҙың ундағы һу­ғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыуы ла ошо датанан алы­на ине. Ләкин беҙҙең заман­дағы тикшеренеүҙәр совет ғәскәрҙәренең ғәмәлдә шул йылдың 30 октябрендә үк оборонаға күсеүен асыҡлаған. Был Баш Хәрби диңгеҙ базаһы коман­дующийының ҡоро ер оборонаһы буйынса урынбаҫары Гавриил Жуков­тың ошо датаға ҡа­рата әмере менән дә раҫлана икән. Тимәк, ҡану­ниәттәге үҙгәрешкә ярашлы, һуғыш ветераны дәрәжәһе 30 октябрҙән алып бирелергә тейеш.
Һис һүҙһеҙ, был тарихи ғәҙеллекте лә аяҡҡа баҫты­расаҡ. Билдәле булыуынса, герой-ҡала Севастополде обороналауҙы бер үк хәрби частар алып барған. Ҡа­ну­ниәттәге әлеге төҙәтмә ошо ғәрәсәттә 1941 йылдың 30 октябренән алып 5 ноябренә саҡлы ҡатнашҡан һәм бөгөн бик аҙ һанда ҡалған граждандарҙы яҡлауҙы күҙ уңында тота. Уларҙың ҡайһы береһе, мәҫәлән, ошо биш көн эсендә ҡаты яраланып, артабан демобилиза­цияланған булыуы ихтимал һәм, тәбиғи, был оборо­нала ҡатнашҡан яугир булып таныла алмаған.
Федераль ҡануниәткә ошондай уҡ үҙгәреш был­тырғы йыл аҙағында индерелде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә