Тарихи хәҡиҡәт хаҡына20.02.2018
Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы алыҫта тороп ҡалһа ла, уның буйынса тарихи дөрөҫлөктө асыҡлау һаман бара. Был хатта хоҡуҡи нормаларҙа ла сағылыш таба. Күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Севастополде обороналау датаһының үҙгәреүенә ҡарап, айырым ҡанунға төҙәтмә индерҙе.
Һүҙ “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында бара. Был ҡанун кемдәрҙе һуғыш ветераны итеп таныу һәм уларға өҫтәмәләр түләү, ташламалар биреүҙе билдәләй.
Закондың элекке тексында Севастополь ҡалаһын обороналау 1941 йылдың 5 ноябрендә башланған тип яҙылған һәм бөгөнгө ветерандарҙың ундағы һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыуы ла ошо датанан алына ине. Ләкин беҙҙең замандағы тикшеренеүҙәр совет ғәскәрҙәренең ғәмәлдә шул йылдың 30 октябрендә үк оборонаға күсеүен асыҡлаған. Был Баш Хәрби диңгеҙ базаһы командующийының ҡоро ер оборонаһы буйынса урынбаҫары Гавриил Жуковтың ошо датаға ҡарата әмере менән дә раҫлана икән. Тимәк, ҡануниәттәге үҙгәрешкә ярашлы, һуғыш ветераны дәрәжәһе 30 октябрҙән алып бирелергә тейеш.
Һис һүҙһеҙ, был тарихи ғәҙеллекте лә аяҡҡа баҫтырасаҡ. Билдәле булыуынса, герой-ҡала Севастополде обороналауҙы бер үк хәрби частар алып барған. Ҡануниәттәге әлеге төҙәтмә ошо ғәрәсәттә 1941 йылдың 30 октябренән алып 5 ноябренә саҡлы ҡатнашҡан һәм бөгөн бик аҙ һанда ҡалған граждандарҙы яҡлауҙы күҙ уңында тота. Уларҙың ҡайһы береһе, мәҫәлән, ошо биш көн эсендә ҡаты яраланып, артабан демобилизацияланған булыуы ихтимал һәм, тәбиғи, был оборонала ҡатнашҡан яугир булып таныла алмаған.
Федераль ҡануниәткә ошондай уҡ үҙгәреш былтырғы йыл аҙағында индерелде.