Бынан өс тиҫтә йыл элек Бөрйән районы республиканың иң артта ҡалған төбәктәренең береһе ине. Юлһыҙлыҡ, инфраструктураның үҫешмәүе халыҡтың йәшәү кимәленә лә кире йоғонто яһаны. Үҫемлек һәм хайуандар донъяһына бай тәбиғәтен, мөһабәт тауҙарын, данлыҡлы Шүлгәнташ мәмерйәһен дә күптәр ишетеп кенә белде. Бөгөн хәлдәр тамырынан үҙгәрҙе: Бөрйәнгә асфальт юлдар буйлап елдереп барып етәһең, район үҙәге, ауылдар күҙгә күренеп күркәмләнә, үҫә, төрлө социаль-мәҙәни объекттар, сауҙа нөктәләре ҡалҡып сыға, тәбиғәттең гүзәллеген күрергә теләгән туристар ағымы йылдан-йыл арта.
Республикала хакимиәт башлыҡтары араһында иң йәше һаналһа ла, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен эшлекле, талапсан, тыуған төбәгенең киләсәген асыҡ күҙаллаған илһөйәр итеп танытҡан Рөстәм Шәрипов районға етәкселек итә.
Төбәктең бөгөнгө социаль-иҡтисади хәле, киләсәккә пландары тураһында ҡыҙыҡһынып, беҙ Рөстәм Динислам улына мөрәжәғәт иттек.– Төбәктең иҡтисади хәлен нисек баһаларһығыҙ?
– Бөгөн Бөрйән районының иҡтисади күрһәткестәре тотороҡло. Былтыр бюджетҡа 586,2 миллион һум килем инде. Беҙҙә эре предприятиелар, завод-фабрикалар юҡ, район иҡтисадының төп нигеҙен бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, бюджет ойошмалары һәм бюджет ярҙамы тәшкил итә. Былтыр урында етештерелгән 278,7 миллион һумлыҡ тауар һатылды һәм хеҙмәт күрһәтелде. Бөтә төр предприятиеларҙа түләнгән уртаса эш хаҡы 18956 һум тәшкил итә.
– Ҙур предприятиелар булмағас, Бөрйән халҡын элек-электән эш табыу проблемаһы борсоно. Бөгөн дә был мәсьәлә көнүҙәк булып ҡаламы?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был проблема бөгөн дә киҫкен тора. Эш урыны эҙләүселәргә төрлө һөнәрҙәр буйынса профессиональ әҙерлек үтергә ярҙам итәбеҙ, түләүле йәмәғәт эштәренә йәлеп итергә тырышабыҙ. Һөнәр һайлау һәм социаль яраҡлашыу буйынса мәшғүллек үҙәге тарафынан даими консультациялар ойошторола.
Бөгөн халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү һәм уны социаль яҡлау факторы булып һаналған үҙаллы мәшғүллеккә тейешле иғтибар биреү мөһим. Һуңғы йылдарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ яҡшы үҫеш ала башланы, бөгөн ошо өлкәлә шөғөлләнгән 373 субъект иҫәпләнә, былтырғы осорҙа ғына уларҙың һаны 66-ға артты. Хакимиәт тарафынан был юҫыҡҡа яңы импульс биреү өсөн муниципаль программаларҙы тормошҡа ашырыу, консультатив аңлатыу эштәре алып барыла, кредит алыуҙа ярҙам күрһәтелә, кәңәшмәләр һәм төрлө саралар үткәрелә.
Уҙған йылда республика һәм район бюджетынан ауыл хужалығы өлкәһендә үҙ эшен башлаған дүрт крәҫтиән (фермер) хужалығына, туризм һәм икмәк бешереү йүнәлешендә эшләгән эшҡыуарҙарға 3 миллион 588 мең һумлыҡ финанс ярҙам күрһәтелде. Район өсөн яңы һаналған аутсорсинг буйынса эш башлаған өс субъект та иғтибарҙан ситтә ҡалманы, һөҙөмтәлә халыҡ күптән һораған автобус маршруты булдырылды. Былтыр ете кеше 58 меңлек субсидия алып үҙ эшен асты.
Шулай уҡ бөгөн халыҡтың үҙ хужалығына таянып йәшәргә ынтылышы күҙәтелә. Күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫрап, ғаиләләрен ҡарап, балаларын уҡытып, бынамын итеп көн иткәндәр күп. Әлеге ваҡытта районда ҡортсолоҡ киң үҫеш ала, йылдан-йыл хужалыҡ итеүҙең был төрөндә шөғөлләнгән кешеләр һаны арта.
– Һәр райондың иҡтисади-социаль үҫешендә төҙөлөш комплексы мөһим әһәмиәткә эйә. Бөрйәндә был тармаҡта хәлдәр нисек?
– Республика етәкселегенең даими ярҙамы һәм хәстәрлеге арҡаһында, бигерәк тә һуңғы йылдарҙа төҙөлөш эштәре әүҙем бара. Бөгөн Иҫке Собханғолда 120 урынлыҡ интернатты реконструкциялауҙың икенсе этабы тамамланды, өсөнсө этабы, йәғни тирә-яғын төҙөкләндереү, быйыл башҡарыласаҡ. Иҫке Мөсәт һәм Яңы Собханғол ауылдары киҫешкән урында 108 урынлыҡ мәктәп һәм 90 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөү “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект” проектына индерелеп, эштәр башланды. Ағиҙел ҡасабаһындағы ошондай уҡ мәктәп менән балалар баҡсаһы проекты, дәүләт экспертизаһын уңышлы үтеп, республиканың адреслы инвестициялар программаһына индерелде, төҙөлөш быйыл башлана. Бынан тыш, күперҙәр, юлдар, йылылыҡ селтәрҙәре төҙөкләндерелде.
– Халыҡтың инициативаһына һәм ҡатнашлығына нигеҙләнгән программалар нисек тормошҡа ашырыла?
– “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында 2014 йылдан алып ҡатнашабыҙ, ошо арауыҡта 27 проект тормошҡа ашырылды. Тәүге йылдарҙа күптәр программаның һөҙөмтә килтереренә ышанып та етмәне. Хәҙер бөтөнләй икенсе ҡараш, ауылдарҙа халыҡ ҙур әүҙемлек күрһәтә, үҙ өлөшөңдө индереп, уның һөҙөмтәһен күреү кемгә оҡшамаһын инде!
Программа нигеҙендә үткән йылдарҙа Исламбай, Кейекбай, Брәтәк ауылдарында мәҙәниәт йорттары төҙөкләндерелде, спорт майҙансыҡтары төҙөлдө. Өс ауылға мобиль янғын һүндереү комплексы алынды. Быйыл конкурста 12 биләмәнең 10-ы ҡатнашырға теләк белдерҙе.
– Бөрйәнгә килгән һайын юл буйында урынлашҡан ауылдарҙа шыңғырҙап торған төҙ бүрәнәләрҙән төҙөлгән йорттарҙың ямғырҙан һуң ҡалҡып сыҡҡан бәшмәк шикелле күбәйеүенә шаһит булаһың...
– Эйе, йылдан-йыл шәхси төҙөлөш киң ҡолас ала, былтыр ғына 7500 квадрат метр майҙан сафҡа индерелде. Районда аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарға ярҙам итеү маҡсатында “Йорт комплекты” программаһы эшләп килә. Былтыр дүрт ғаилә ошо мөмкинлектән файҙаланды, бөгөн исемлектә 15 ғаилә тора.
Йәштәр бөтә уңайлыҡтары булған иркен, хатта икешәр ҡатлы йорт һалырға тырыша һәм төҙөлөш материалы итеп күп осраҡта ағасты һайлайҙар. Элек халыҡҡа йылына 70-80 кубометр ҡарағай ағас бүленә ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер төҙөлөш өсөн бирелгән ағастың күләме байтаҡҡа кәметелде. Ошо сәбәпле ағастан йорт һалырға теләгәндәргә бер нисә йыл сиратта торорға тура килә.
Урман – Бөрйәндең төп байлыҡтарының береһе – дөйөм майҙандың 82 процентын тәшкил итә. Райондың иҡтисадын, халыҡ хужалығын, көнкүрешен үҫтереүҙә лә ул төп таянысыбыҙ. Әммә биләмәбеҙҙең күпселек өлөшөн урман фонды ерҙәре биләп тороуы проблема ла тыуҙыра – халыҡҡа йорт төҙөү, эшҡыуарлыҡты һәм төбәктең инфраструктураһын үҫтереү өсөн ер майҙаны етмәй, сөнки уларҙы урман фонды һәм ҡурсаулыҡтар иҫәбенә генә киңәйтергә мөмкин. Мәсьәлә юғары инстанцияларҙа хәл ителә.
– Һуңғы йылдарҙа республика буйынса күҙәтелгән “демографик соҡор” Бөрйәнде лә урап үтмәгән икән...
– Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр тыуым алдағы йыл менән сағыштырғанда 22 сабыйға әҙерәк теркәлде. Дөйөм алғанда, Бөрйәндә халыҡ һаны бер кимәлдә ҡала килә.
Демография – ил һәм республика етәкселегенең һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Тыуымды арттырыу маҡсатында беренсе бала тыуғас, торлаҡ һатып алыу йәки ипотека кредиты буйынса төп бурыстың ҡалған өлөшөн ҡаплауға 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе алыр өсөн былтыр 34 ғаилә мөрәжәғәт итте, уларҙың алтауһының һорауы ҡәнәғәтләндерелде. “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы законға ярашлы, Яңы Монасип ауылынан күп балалы ғаиләгә 600 мең һум күләмендә ярҙам күрһәтелде.
Быйылғы йыл башынан илебеҙ, республикабыҙ етәкселеге тарафынан ғәмәлгә индерелгән маҡсатлы саралар демография проблемаһын хәл итергә этәргес булыр тип ышанам. Киләсәктә демографик сәйәсәт уңышлы барһын өсөн ата-әсәләрҙең яуаплылығы – юғары, ғаилә ҡиммәттәре һәм абруйы ныҡлы булырға, быуындар бәйләнеше өҙөлмәҫкә тейеш.
– Демография торошонда социаль сәйәсәт мөһим әһәмиәткә эйә. Был өлкә тураһында нимәләр әйтерһегеҙ?
– Мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәтләндереү мәсьәләләрен хәл итеү – төп бурыстарыбыҙҙың береһе.
Былтыр мәғариф өлкәһенә 352 миллион һум аҡса бүленде, ул район бюджетының 59,2 процентын тәшкил итә. Мәктәптәрҙә бөтәһе 2967 уҡыусы белем ала. Мәктәпкәсә йәштә булған 2410 баланың 1482-һе балалар баҡсаларында тәрбиәләнә. Белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу маҡсатында күп эш башҡарыла.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Балалар спорты” проектына ярашлы бүленгән 474 мең һум аҡсаға Байназар урта мәктәбендә баскетбол майҙансығы төҙөлдө. Ошондай уҡ проект нигеҙендә Аҫҡар урта мәктәбенең спорт залын төҙөкләндереүгә 600 мең һум йүнәлтелде. “Реаль эштәр” проекты буйынса шулай уҡ Әбделмәмбәт урта мәктәбе һыу менән тәьмин ителде, Килдеғолда мәктәптең ҡыйығы алмаштырылды, Нәбиҙә белем усағында төҙөкләндереү эштәре башҡарылды.
Балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгендә. Өс объектта янғын сигнализацияһы тергеҙелде,13 белем биреү учреждениеһында автоматлаштырылған сигнал биреү ҡоролмалары урынлаштырылды.
Бөрйән уҡыусылары төрлө кимәлдәге олимпиада-конкурстарҙа ҡатнашып, үҙҙәрен күрһәтеп тора. Мәктәпте тамамлаған йәштәр юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына инеп, һайлаған һөнәрҙәре буйынса уҡыуын дауам итә. Киләсәктә лә был өлкәнең үҫешенә бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Балаларҙың сифатлы белем алыуы һәм уҡыу процесының уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттарҙа үтеүе мөһим.
Мәҙәни тормош та ҡайнай Бөрйәндә. Мәҙәниәт усаҡтары эште йәмәғәт ойошмалары, мәктәп, йәштәр бүлеге һәм ауыл биләмәләре менән берлектә башҡара. Район таланттары, халыҡ-ара, республика кимәлендә уҙғарылған конкурс-бәйгеләрҙә уңышлы сығыш яһап, Бөрйән данын алыҫҡа тарата.
Мәҙәни эшмәкәрлек бихисап сығымдар ҙа талап итә. Былтыр республика бюджетынан бүленгән 500 мең һум аҡсаға район мәҙәниәт йортонда, Иҫке Монасип, Исламбай, Байғаҙы һәм Байназар ауылы мәҙәниәт усаҡтарында төҙөкләндереү эштәре башҡарылды. “Урындағы мәҙәниәт йорто” Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә Байназар күп функциялы мәҙәниәт үҙәгенең матди-техник базаһын нығытыуға 1,7 миллион һум аҡса йүнәлтелде. “Реаль эштәр” проекты нигеҙендә мәҙәниәт йорттарына музыкаль аппаратура, костюмдар алыу, ремонт эштәре башҡарыу өсөн 621 мең һум аҡса бүленде. Шулай уҡ Мөхтәр Сәғитов исемендәге музейҙың тирә-яғы төҙөкләндерелде.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе айырым иғтибар талап итә. Бөрйән үҙәк дауаханаһы, Байназар амбулаторияһы һәм ауылдарҙа 26 фельдшер-акушерлыҡ пункттары халыҡ һаулығы һағында тора. Сирҙәрҙе, шул иҫәптән профессиональ ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡлау маҡсатында диспансерлаштырыу юғары кимәлдә үтә.
Бөгөн поликлиника кабинеттары һәм үҙәк дауахананың бүлексәләре Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһына тоташтырылған. Үҙәк дауаханала сиратты кәметеү маҡсатында “Асыҡ регистратура” булдырылды.
Сәләмәт тормошто пропагандалау, халыҡты күпләп спортҡа йәлеп итеү маҡсатында күп эш башҡарыла. Уҙған йылда ойошторолған 100-ҙән ашыу спорт сараһында алты мең кеше ҡатнашты. Спорт залдарынан, “Урал” физик культура һәм һауыҡтырыу комплексынан, район үҙәгендә һәм ауылдарҙа урынлашҡан 12 боҙ майҙансыҡтарынан спортты үҙ итеүселәр өҙөлмәй.
– Бөрйәндең хозур тәбиғәтен республикала белмәгән кеше юҡтыр, Шүлгәнташ мәмерйәһе Рәсәй, хатта сит илдәрҙә лә танылыу тапты. Туристарҙы күберәк йәлеп итеү маҡсатында районда нимәләр эшләнә?
– Туризм райондың иҡтисади үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Ял итеү маҡсатында беҙгә килгән кешеләр һанының һуңғы йылдарҙа артыуы был өлкәлә эш иткән эшҡыуарҙарға яңы мөмкинлектәр аса. Бөгөн 16 эшҡыуар туризм менән шөғөлләнә. Ауыл хужалығы тауарҙарын һатыу, ағас һырлау, сувенирҙар эшләү кеүек художество кәсептәре алға әйҙәгән йүнәлештәрҙең береһе булып тора.
Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, беҙҙә йылына 40 меңгә яҡын кеше ял итә. Былтыр 31 мең турист Шүлгәнташ мәмерйәһендә булған. Киләсәктә туризм район эшҡыуарҙарына һәм халыҡҡа иҡтисади яҡтан отошло булһын өсөн, был күрһәткесте тағы ла арттырыу мөһим.
Районда йыл әйләнәһенә туристарҙы йәлеп итерлек саралар ойоштороу туризм өлкәһен үҫтереүҙең бер алымы булып тора. Был йәһәттән “Бөрйән балы – башҡорт даны” этнофестивале, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ат сабыштары, ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса фестиваль үткәрелде.
Кешеләр хәҙер уңайлы, хәүефһеҙ шарттарҙа ял итеүҙе өҫтөн күрә. Былтыр Морат туғайы ерлегендә сымһыҙ элемтә бәйләнешенең булдырылыуы килгән туристарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса мөмкинлектәр асты. Хәҙер ҡурсаулыҡҡа килгән кешеләр онлайн тәртибендә фотолар, видеояҙмалар менән уртаҡлашып, сәйәхәт тураһында баһаларын ҡалдыра ала.
Һуңғы йылдарҙа ҡунаҡхана индустрияһы ла шәп тиҙлек менән үҫешә. Был өлкәлә шөғөлләнгән эшҡыуарҙарҙың һаны артыуы, продукция ассортиментының киңәйеүе, хеҙмәтләндереү сифатының яҡшырыуы ҡыуандыра.
Шулай уҡ ауылдарҙы төҙөкләндереү, йәшелләндереү йүнәлешендә күп эш башҡарыла. Юлдар, майҙандар, күперҙәр, йәмәғәт урындары, торлаҡ йорттар һәм шәхси ихаталар эргәһендәге биләмәләр тәртипкә килтерелә, шишмәләр, һыу ятҡылыҡтары таҙартыла, ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыла.
Беҙ Хоҙай тарафынан бирелгән бындай хозур тәбиғәтте һаҡларға, уның гүзәллеген киләһе быуындарға мираҫ итеп ҡалдырырға, йәштәрҙә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә бурыслыбыҙ тип һанайым. Шул осраҡта йәшәү сифаты тағы ла яҡшырыр.