Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Йырау Байгилде”гә сәләм!
“Башҡортостан” гәзитенең былтырғы һанында Әҡлимә Сафинаның “Яланаяҡ көтөү көтөп, нужа һурпаһы эсеп…” тигән мәҡәләһен уҡығас, һуңлаңҡырап булһа ла, унда һүҙ барған Байгилде Янбулатов тураһында фекеремде әйтергә булдым. Эйе, Ейәнсура районының Аҡдәүләт ауылы – Байгилденең бәләкәй тыуған иле, ул мин йәшәгән Байыштан 7-8 саҡрымда тәбиғәттең иң йәмле урынында, көмөш һыулы Иҙәш йылғаһы буйында, ултыра.

Автор яҙыуынса, биш йә­шендә үкһеҙ етем ҡал­ған Байгилде бала сағы­нан уҡ тормоштоң күп ауыр­лыҡтарын татый, әммә иҫәпһеҙ-һан­һыҙ ҡар­шылыҡ-кәр­тәләрҙе еңеп, үҙенә юл яра, уҡыуын дауам итә, юғары бе­лем­гә эйә була. Иң әһәмиәтлеһе, минең­сә, уның тормошҡа, хеҙмәткә, мәғ­рифәт­кә дө­рөҫ ҡарашы, алдына алған эште яратыуы, әрһеҙлеге һәм шуның арҡаһын­да уңышҡа өлгә­ше­үе. Күп йылдар элек тыуған ауылынан сығып киткән Бай­гилде Аҡдәүләтен онотмай, әммә нисек кенә һағынһа ла, ҡайтып йөрөү мөмкинлеге булмай. Шулай ҙа яҡта­шы­быҙ бөтә ҡыйынлыҡтарҙы, һа­ғы­ныуҙарын алдына ҡуйған оло маҡсатлы эше менән еңә: тәүҙә уҡытыусы була, унан гәзитсе, шиғырҙар, хи­кә­йәләр яҙыусы. Китаптарын баҫтыра, йырға ла оҫта икән яҡташыбыҙ, “Йырау Байгилде” исеме данын күтәрә.
– Бына шундай күркәм яҡташыбыҙ менән ғорур­ла­набыҙ. Тик шуныһы күңелде ҡыра: ни өсөн ғаиләһе менән ҡайтып әйләнмәй икән, киленде, балаларын күрер инек, – ти оло йәштәге Сәйетғәле, Ғи­зел­хаҡ, Шәһәҙәт Янбулатовтар, шулай уҡ Айсыуаҡов, Гүләев, Ялсин, Рәхимғолов фамилияларын йөрөткән ауылдаштары.
Районыбыҙҙа башҡорт телендә сығып килгән “Ейән­су­ра таңдары” гәзитенең иң әүҙем хәбәрселәренең бе­реһе Фәтих Бүләев (ул Байгилдене дуҫым ти торғайны): “Мин Байгилдене ауылына һәм гәзитебеҙгә ҡайтарам”, – тип йөрөгән ваҡытта ҡапыл ғына үлеп китте. Уның был ниәте үтәлмәй ҡалды. Үрҙә әйткәнсә, Байгилденең үҙенә лә аҙыраҡ үпкә һүҙе белдермәй булмай: бер рес­публикала ғүмер итеп, нисәмә тиҫтә йыл тыуған ауылыңа ҡайтмай йәшәп ҡара әле?! Тыуған ауылыңдың һауаһын һулап, шифалы һыуын тәмләп, балаларыңа ауылыңды күрһәтеп, үҙеңә көс, дәрт-дарман, йән тыныс­лығы алыуҙан да юғары ҡиммәт бармы икән?! Был дөрөҫлөктө үҙенең башынан үткәргәндәр генә аңлайҙыр ул. Шул иҫәптән ошо юлдарҙы яҙыусы ла.
Был яҙғандарымдан сығып шундай һығымта яһарға батырсылыҡ итәм: юғарыла һүҙ барған Байгилде һәм төрлө сәбәптәр арҡаһында сит яҡтарҙа йөрөгән башҡа яҡташтарыбыҙҙы эҙләп табыу, уларҙы тыуған төйәккә яҡынайтыуҙа етерлек эшләмәйбеҙ шул.


Автор: Булат АҠМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә