“Йырау Байгилде”гә сәләм!20.02.2018
“Башҡортостан” гәзитенең былтырғы һанында Әҡлимә Сафинаның “Яланаяҡ көтөү көтөп, нужа һурпаһы эсеп…” тигән мәҡәләһен уҡығас, һуңлаңҡырап булһа ла, унда һүҙ барған Байгилде Янбулатов тураһында фекеремде әйтергә булдым. Эйе, Ейәнсура районының Аҡдәүләт ауылы – Байгилденең бәләкәй тыуған иле, ул мин йәшәгән Байыштан 7-8 саҡрымда тәбиғәттең иң йәмле урынында, көмөш һыулы Иҙәш йылғаһы буйында, ултыра.
Автор яҙыуынса, биш йәшендә үкһеҙ етем ҡалған Байгилде бала сағынан уҡ тормоштоң күп ауырлыҡтарын татый, әммә иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡаршылыҡ-кәртәләрҙе еңеп, үҙенә юл яра, уҡыуын дауам итә, юғары белемгә эйә була. Иң әһәмиәтлеһе, минеңсә, уның тормошҡа, хеҙмәткә, мәғрифәткә дөрөҫ ҡарашы, алдына алған эште яратыуы, әрһеҙлеге һәм шуның арҡаһында уңышҡа өлгәшеүе. Күп йылдар элек тыуған ауылынан сығып киткән Байгилде Аҡдәүләтен онотмай, әммә нисек кенә һағынһа ла, ҡайтып йөрөү мөмкинлеге булмай. Шулай ҙа яҡташыбыҙ бөтә ҡыйынлыҡтарҙы, һағыныуҙарын алдына ҡуйған оло маҡсатлы эше менән еңә: тәүҙә уҡытыусы була, унан гәзитсе, шиғырҙар, хикәйәләр яҙыусы. Китаптарын баҫтыра, йырға ла оҫта икән яҡташыбыҙ, “Йырау Байгилде” исеме данын күтәрә.
– Бына шундай күркәм яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Тик шуныһы күңелде ҡыра: ни өсөн ғаиләһе менән ҡайтып әйләнмәй икән, киленде, балаларын күрер инек, – ти оло йәштәге Сәйетғәле, Ғизелхаҡ, Шәһәҙәт Янбулатовтар, шулай уҡ Айсыуаҡов, Гүләев, Ялсин, Рәхимғолов фамилияларын йөрөткән ауылдаштары.
Районыбыҙҙа башҡорт телендә сығып килгән “Ейәнсура таңдары” гәзитенең иң әүҙем хәбәрселәренең береһе Фәтих Бүләев (ул Байгилдене дуҫым ти торғайны): “Мин Байгилдене ауылына һәм гәзитебеҙгә ҡайтарам”, – тип йөрөгән ваҡытта ҡапыл ғына үлеп китте. Уның был ниәте үтәлмәй ҡалды. Үрҙә әйткәнсә, Байгилденең үҙенә лә аҙыраҡ үпкә һүҙе белдермәй булмай: бер республикала ғүмер итеп, нисәмә тиҫтә йыл тыуған ауылыңа ҡайтмай йәшәп ҡара әле?! Тыуған ауылыңдың һауаһын һулап, шифалы һыуын тәмләп, балаларыңа ауылыңды күрһәтеп, үҙеңә көс, дәрт-дарман, йән тыныслығы алыуҙан да юғары ҡиммәт бармы икән?! Был дөрөҫлөктө үҙенең башынан үткәргәндәр генә аңлайҙыр ул. Шул иҫәптән ошо юлдарҙы яҙыусы ла.
Был яҙғандарымдан сығып шундай һығымта яһарға батырсылыҡ итәм: юғарыла һүҙ барған Байгилде һәм төрлө сәбәптәр арҡаһында сит яҡтарҙа йөрөгән башҡа яҡташтарыбыҙҙы эҙләп табыу, уларҙы тыуған төйәккә яҡынайтыуҙа етерлек эшләмәйбеҙ шул.