Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Стәрле урамдарында — “Wifi”-лы троллейбустар
Стәрлетамаҡта яңы проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Был күрһәткестәрҙе төҙөлөштә лә, тирә-яҡты матурлауҙа ла һәм социаль өлкәлә лә күҙәтергә була. Тамамланған һәм әлеге мәлдә башҡарылып килгән эштәр менән күптән түгел Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин танышты. Сәфәрендә уны ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов оҙатып йөрөнө.

“Инмаш” технопаркында Михаил Закомалдин Стәрлета­маҡтың төрлө предприятие­ларының продукцияларын ҡара­ны, хеҙмәт шарттарын, етеште­релгән тауарҙарҙың сифатын тикшерҙе. Мәҫәлән, ҡалала лифт сәнәғәте яңыртылған, хәүефһеҙ һәм ҡулайлы техника сығарып ҡына ҡалмай, байтаҡ кешене эш урыны менән дә тәьмин итә.
…Иҡтисади һәм замана талаптары троллейбуста йөрөүсе­ләрҙе ҡырҡа кәметһә лә, Стәрле­тамаҡты был транспортһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Атап әйткәндә, ҡалала 150-гә яҡын “мөгөҙлө автобус” бар. Тик шуныһы: парктың 90 проценты тиерлек иҫкергән, әммә техника йүнәтелә бара. Баш федераль инспектор депола нәҡ ремонттан сыҡҡан ғына троллейбусты ҡараны. Әйтергә кәрәк, ябай транспорт түгел: махсус рәүештә ҡыш шарттарына тура килтереп, йылытылған, салонда янғын хәүефһеҙлеге, “wi-fi” системалары һәм кеҫә телефонының батареяһына көс йыйыр өсөн usb-кабель ҡуйылған, ә водитель салонда нисә пассажир барлы­ғын, маршруттағы ҡыйынлыҡ­тарҙы борт компьютеры һәм видеокамера ярҙамында белә.
– Бындай уңайлы һәм хәүеф­һеҙ транспорттың пассажирға оҡшарына ышанам, – тип һоҡ­ланыуын да йәшермәне Михаил Закомалдин.
Баш федераль инспектор артабан етем балаларға бирелгән торлаҡ шарттары менән таныш­ҡанда йәштәрҙең фатирҙарҙан ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. Үткән йылда ҡалала был программа буйынса 66 өй туйланған.
– Һуңғы арала Стәрлета­маҡ­та “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” программаһы ярҙамында байтаҡ эш башҡарылды, – тип таныштырҙы Владимир Куликов Хоҙайбирҙин урамындағы яңыр­тылған аллея менән. – Улай ғына түгел, проект нигеҙендә 100-гә яҡын йорт ихатаһы ла күркәм­ләнде һәм ҡала артабан да матурланыуын дауам итә. Мәҫәлән, Стәрле йылғаһын тәрәнәйтеү һәм ярҙарын тәртипкә килтереү бының бер яҡты өлгөһө булып тора.
Ғөмүмән, баш федераль инс­пектор ҡаланың төрлө яҡлап үҫешеүенән ҡәнәғәт ҡалды.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә