Стәрле урамдарында — “Wifi”-лы троллейбустар16.02.2018
Стәрлетамаҡта яңы проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Был күрһәткестәрҙе төҙөлөштә лә, тирә-яҡты матурлауҙа ла һәм социаль өлкәлә лә күҙәтергә була. Тамамланған һәм әлеге мәлдә башҡарылып килгән эштәр менән күптән түгел Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин танышты. Сәфәрендә уны ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов оҙатып йөрөнө.
“Инмаш” технопаркында Михаил Закомалдин Стәрлетамаҡтың төрлө предприятиеларының продукцияларын ҡараны, хеҙмәт шарттарын, етештерелгән тауарҙарҙың сифатын тикшерҙе. Мәҫәлән, ҡалала лифт сәнәғәте яңыртылған, хәүефһеҙ һәм ҡулайлы техника сығарып ҡына ҡалмай, байтаҡ кешене эш урыны менән дә тәьмин итә.
…Иҡтисади һәм замана талаптары троллейбуста йөрөүселәрҙе ҡырҡа кәметһә лә, Стәрлетамаҡты был транспортһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Атап әйткәндә, ҡалала 150-гә яҡын “мөгөҙлө автобус” бар. Тик шуныһы: парктың 90 проценты тиерлек иҫкергән, әммә техника йүнәтелә бара. Баш федераль инспектор депола нәҡ ремонттан сыҡҡан ғына троллейбусты ҡараны. Әйтергә кәрәк, ябай транспорт түгел: махсус рәүештә ҡыш шарттарына тура килтереп, йылытылған, салонда янғын хәүефһеҙлеге, “wi-fi” системалары һәм кеҫә телефонының батареяһына көс йыйыр өсөн usb-кабель ҡуйылған, ә водитель салонда нисә пассажир барлығын, маршруттағы ҡыйынлыҡтарҙы борт компьютеры һәм видеокамера ярҙамында белә.
– Бындай уңайлы һәм хәүефһеҙ транспорттың пассажирға оҡшарына ышанам, – тип һоҡланыуын да йәшермәне Михаил Закомалдин.
Баш федераль инспектор артабан етем балаларға бирелгән торлаҡ шарттары менән танышҡанда йәштәрҙең фатирҙарҙан ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. Үткән йылда ҡалала был программа буйынса 66 өй туйланған.
– Һуңғы арала Стәрлетамаҡта “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” программаһы ярҙамында байтаҡ эш башҡарылды, – тип таныштырҙы Владимир Куликов Хоҙайбирҙин урамындағы яңыртылған аллея менән. – Улай ғына түгел, проект нигеҙендә 100-гә яҡын йорт ихатаһы ла күркәмләнде һәм ҡала артабан да матурланыуын дауам итә. Мәҫәлән, Стәрле йылғаһын тәрәнәйтеү һәм ярҙарын тәртипкә килтереү бының бер яҡты өлгөһө булып тора.
Ғөмүмән, баш федераль инспектор ҡаланың төрлө яҡлап үҫешеүенән ҡәнәғәт ҡалды.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.