Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Интернет хәбәр итә
Интернет хәбәр итәЯңыраҡ Халыҡ-ара интернетһыҙ көндө билдәләгәйнеләр. Кешеләр, үҙҙәренең виртуаль донъянан бойондороҡһоҙ икәнлеген иҫбатлап, урамға саф һауала йөрөргә сыҡты, төрлө уйындар ҡорҙо. Был акцияға республикала йәшәгән халыҡ та ихлас ҡушылды. Күптәр, ысын тормош зәңгәр экрандағынан күпкә ҡыҙығыраҡ, тип билдәләне. Әйткәндәй, был хаҡта интернет селтәрҙәре хәбәр итә. Эйе, виртуаль донъянан бойондороҡһоҙ икәнлегебеҙҙе лә виртуаль донъянан беләбеҙ. Тормош шулай парадоксҡа әйләнеп китте ахыры.

Ысынлап та, бөгөнгө йәшәйешебеҙҙе компью­тер һәм ул күрһәткән хеҙмәттән тыш күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Мәҫәлән, ошо гә­зит ҡа­ғыҙ­ҙан эшләнгән хәлдә лә, ул, хөрмәтле гәзит уҡыу­сылар, заманса технологиялар яр­ҙамында баҫыла һәм һеҙгә система ярҙамында барып етә. Ябай ғына мәшәҡәттән алып ҡат­мар­лы мәсьә­ләләргә, бер мәғәнәгә эйә булмаған кү­ре­нештән алып донъяуи кимәлдәге яуаплы эштәргә тиклем ята компьютер иңендә. Был экранға беҙ иһә, ябай халыҡ, тәү сиратта мәғлү­мәт килтереүсе тип бағабыҙ. Бер секунд эсендә ете ҡат ер аҫтындағы хәлдәрҙе лә, ете диңгеҙ артындағы ваҡиғаларҙы ла, ете аҙымда ғына торған яңылыҡты ла унан беләбеҙ.
Интернеттың мөмкинлектәре сикһеҙ. Ниндәй генә яңылыҡ юҡ унда. Тик хәбәрҙәрҙең дә төр­лөһө була. Кемделер был яңылыҡтар бәхетле итә, бәғзеләрҙе, үкенескә ҡаршы, тоҙаҡҡа этәрә. Кемдәрҙелер эштән дә ҡыуҙыра. Ырымбурҙа бер төркөм урман хужалығы чиновниктары күп­тән түгел нәҡ виртуаль киңлектәге видеояҙма арҡа­һында хеҙмәт урынынан ҡолаҡ ҡаҡты түгелме ни?!
Видеонан күренеүенсә, министр һәм уның ҡул аҫтында эшләгән хеҙмәттәштәре бюджет аҡса­һына кәйеф-сафа ҡора, кәрт уйынындағы бурыс­тарын ҡаплата. Ҡыҙып китеп, хатта оят­һыҙ бе­йеү башҡарырға ла тартынмайҙар. Был клиптың эс­тәлегенә шикләнеп тә ҡуяһың, сөнки унда ми­нистр­ҙың төрлө йылдарҙағы сығышы бергә то­таштырылған. “Монтаж” тигән һығым­та­ға ла килә­һең ирекһеҙҙән. Тик, үҙгәртеү тех­но­логияларының юғары кимәлгә етеүен иҫәпкә алғанда ла, урыны менән видео геройҙарының ысын икәнлегенә инанаһың. Һәр хәлдә, монтажмы ул, түгелме, клип өлкә губернаторына оҡшамаған – яҙмалағы чиновниктар барыһы ла эштән ҡыуылған. Шулай ул интернет көсө!
Хәйер, ниңә йыраҡ китергә – бындай хәл Баш­ҡортостанда ла булғылап тора. Төрлө ки­мәлдәге чиновниктар әлегеләй енәйәт мәлендә камераға эләгә. Оятһыҙ бейеү тигәндән, былтыр Өфөлә эш­ләгән суд приставының фотоһүрәте лә шулай уҡ киң танылыу алды. Йәш ҡатынға шәрә ир бе­йеү күрһәтә. Атап әйткәндә, стриптиз. Тик был сә­бәп­ле бейеүсе егет приставты тикшергәндәренә аптырашын белдергән: “Беҙ бит СССР-ҙа йәшә­мәйбеҙ”. Ә бына йәш ҡатын иһә үҙен фотоға әле уның суд приставы булып эшләй башлағансы уҡ төшөргәндәрен иҫбат итергә теләй. Һәр хәлдә, тикшереүҙе хатта Мәс­кәү контролгә алған.
Яуаплы кешеләрҙе ғәм алдында оят итеүҙә генә түгел, уларҙың башҡарған бурыстарын еренә еткермәүен дә телефондарына төшөрөп, интер­нетҡа һалған кешеләр табылып тора. Был йәһәт­тән ағылған мәғлүмәткә шатланып та ҡуя­һың: шунан табиптар пациентты тиҙ генә ҡа­бул итә башлай, юлдарҙа соҡорҙар ямала, сираттар кәмей… Ғөмүмән, онлайн тормош фай­ҙалы ла.
Эйе, ниндәй генә яңылыҡтарға юлыҡмайһың интернетта. Яҡшыһы ла килә унан, яманы ла һо­рап тормай. Иң үкенеслеһе шул: был мәғлү­мәт ағы­мына ҡарап кеше боҙола. Ҡасандыр Ев­ро­па­ла гомосексуалистарҙың таралыуына шаҡ ҡатып ҡарай инек – инде “зәңгәрҙәр” зәңгәр экрандарҙан был яҡҡа бәреп сыҡты. Ана, техник хата арҡа­һын­да булһа ла Рәсәйҙә уларҙың никахтарын паспорттарына теркәп ҡуйғандар. Хәйер, был документтар тиҙ арала үҙ көсөнән сығарылған. Ике ир Копенгагенда никахҡа инә һәм, кире Мәс­кәүгә ҡайтып, үҙҙәренең ғаиләһе тураһында Рәсәй паспортына ла мисәт һуҡтыра. Интернетты гөрләткән ваҡиғанан һуң әлеге гомосексуа­лис­тарҙың ата-әсәләрен дә тәнҡит­ләп бөттөләр, ә депутаттар сит илдә теркәлгән ике бер төрлө енес кешеләре араһындағы никахты Рәсәйҙә закон буйынса тыйырға кәрәк тигән идея күтәреп сыҡты.
Ошо мәҡәләне әҙерләгәндә һуңғы мәғлү­мәт­тәрҙе өйрәнеп, интернетты байҡап ултыра инем, яныма биш йәшлек улым килеп баҫты ла: “Әтей, ә был бабайҙар ниңә үбешә ул?” – тигән һорау бирҙе.
Балаға нимә тип яуап бирергә һуң? “Улым, дө­рөҫөн әйткәндә, ҡай саҡ үҙемдең дә баш етмәй шул”, — типме? Эйе, виртуаль донъянан ошондай мәғлүмәттәр ҙә һағалап торғанда ба­лаларыбыҙҙы нисек тәрбиәләргә? Күптән түгел генә илдә бер-бер артлы мәктәп уҡыу­сылары икенсе уҡыусы­лар­ға һөжүм итте. Уйлай китһәк, йәнә шул интернет, компьютер шауҡымы бит.
Ҡыҫҡаһы, бындай хәлдәрҙән һуң интернет­һыҙ көн генә түгел, интернетһыҙ айлыҡ, хатта йыллыҡ иғлан итке килә.
— Бөгөн телевизорҙы (кабелле телевидениены) һүндерттем әле, — тип килеп инде эшкә бер хеҙмәттәшем. Был аҙымға барыуы әле­ге көндә еңел түгел. Хәйер, телевизор йәш­тәр өсөн күптән өй йыһазы ғына, уны ҡараған да юҡ. Телевизорҙы һүндереп булыр ҙа ул, бына компьютер, планшет менән нимә эшләргә? Улар бит модала, “донъяла йәшәгән кешеләр­ҙең яртыһынан күбеһе виртуаль донъяла гиҙә” тип хәбәр итә ...интернет.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873