“Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы быйыл 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Уйлап ҡараһаң, артыҡ ҙур ҙа түгел кеүек. Биле нығынып, аяғында ныҡлы баҫып атлаған, дәрт-дарманлы, көслө, баһадир йәш ир-уҙамандың йәшенә тиңләрлек. Икенсе яҡтан, ошо үтелгән йылдарҙа ғына һанһыҙ көс һәм хеҙмәт һалып башҡарылған йөкмәткеле эштәр – ил өҫтөндә балҡыған, тарихыбыҙҙы балҡытыр гәрәбәле юлдар... 25 йыл – 25 артылыш, күтәрелеш, еңеүҙәр, бәлки, ваҡытлыса булған ауырлыҡтар һәм еңелеүҙәр ҙә. Әммә, нисек кенә булмаһын, бөгөн “Башҡорт энциклопедияһы” тип аталып, лайыҡлы ил исемен йөрөткән нәшриәттең Рәсәй энциклопедистикаһында әйтер һүҙе, алған маҡсаты һәм шул маҡсаты арҡылы аҙымдарын ныҡлы баҫып алға барған үҙ юлы бар.
Бөгөн иһә, нәшриәттең ғорурланып һәм шатланып ҡаршы алырлыҡ оло байрам көнөндә ҡеүәтле учреждение булып ойошҡан һәм “Башҡорт энциклопедияһы”ның яҙмышында оло роль уйнаған ышаныслы етәксе, СССР-ҙың матбуғат отличнигы, Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты, республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, “Почет Билдәһе” орденына лайыҡ булған “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы директоры Уйылдан Сәйетов менән әңгәмәләштек. Әңгәмәбеҙ иһә бик үҙенсәлекле – нәшриәт бүлмәләре буйлап мауыҡтырғыс сәйәхәт булараҡ үтте.– Бөгөнгөнөң башы – үткәндәр, тиҙәр. Уйылдан Ғилман улы, бөгөн көслө һәм ҙур коллективы менән ғорурлана алырлыҡ ҡеүәтле нәшриәттең тарихи тамырҙарын байҡау урынлы булыр, моғайын.
– Улайһа, әйҙә танышыуҙы йылдар дауамында тупланған китап һәм ҡағыҙҙарҙан башлайыҡ... Бына Башҡортостан Министрҙар Советы Ҡарары: “О ходе подготовки к изданию Башкирской энциклопедии... Во исполнение постановления от 19 марта 1991 года №64 “О подготовке и издании Башкирской Советской Энциклопедии” проделана определенная работа. При Институте истории, языка и литературы создана группа, затем “Отдел Башкирской энциклопедии”. Коллектив отдела приступил к составлению однотомного Энциклопедического словаря, в стадии завершения работа по составлению словника краткой энциклопедии...”
Шулай итеп, 1991 йылдың майында СССР Фәндәр академияһы Башҡорт ғилми үҙәгендәге Урал бүлегенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында “Башҡорт энциклопедияһы” төркөмө төҙөлә. Ул саҡта институтҡа Зиннур ағай Ураҡсин етәкселек итә. Төркөмгә ғилми хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итеп, дәртләнеп эш башлаған мәлдәр. КПСС-тың Башҡорт өлкә комитетында эшләп, Үҙәк комитеттың Йәмғиәт фәндәре академияһын тамамлап, диссертация яҡлағандан һуң, киләһе йылдың ҡышында мин дә институтҡа эшкә килдем.
Етди эштәргә тотондоҡ. Зиннур Ғәзиз улының үтенесе менән беҙ энциклопедистика өлкәһендәге быға хәтлем булған тәжрибәләрҙе өйрәнергә тотондоҡ, алға ҡуйған маҡсаттарға ышаныслы ҡарап, үҫешкә, яңы үҙгәрештәргә ынтылдыҡ. Төрлө илдәрҙәге, башҡа республикаларҙағы яңы күтәрелеп килгән ойошмалар менән таныша башланыҡ. Шул рәүешле, союздаш республикаларҙағы кеүек айырым ойошма тураһында уйҙар булды. Хөкүмәткә яңы ойошма булдырыу тәҡдимен индерҙек.
Ошоно раҫлап, бына Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Президиумының 1993 йылдың 4 февралендә ҡабул ителгән ҡарары: “О главной редакции Башкирской энциклопедии... В соответствии с постановлением Совета Министров Республики Башкортостан от 19 января 1993 года учредить Главную редакцию Башкирской энциклопедии Академии наук РБ. Положение о Главной редакции Башкирской энциклопедии утвердить. Председателем НРС, главным редактором Башкирской энциклопедии утвердить академика АН РБ З.Г. Ураксина. Первым заместителем Главного редактора Башкирской энциклопедии утвердить кандидата философских наук У.Г. Ураксина. Научно-редакционному совету, институтам, отделам и иным подразделениям АН РБ оказывать Главной редакции Башкирской энциклопедии необходимую помощь в создании энциклопедической и словарно-справочной литературы, привлекать к этой работе широкий круг высококвалицированных специалистов...” Шулай 1993 йылда Башҡортостан Министрҙар Советы ҡарары нигеҙендә энциклопедия бүлеге “Башҡорт энциклопедияһы”ның Баш редакцияһы булып эш башланы. Шул рәүешле беҙ “Башҡорт энциклопедияһы”ның Баш редакцияһы булып эш башлаған 1993 йылдың 4 феврален ойошмабыҙҙың тыуған көнө тип иҫәпләйбеҙ.
Беренсе ҡоймаҡ төйөрлө була тигәндәй, ҡаршылыҡһыҙ ғына ла булманы, әлбиттә. Тәүҙә башҡарылған ҡулъяҙма хеҙмәттәрҙе “Китап” нәшриәтендә генә баҫырға тигән фекерҙәр ҙә булманы түгел. Ләкин төптән һәм ныҡлап өйрәнә башлағас, энциклопедик хеҙмәттәрҙең ябай ғына түгел, ә бик ҡатмарлы һәм үҙгәрешле процесс икәнен яҡшы аңланыҡ, сөнки мәҡәләләрҙе әҙерләүҙе айырым-айырым эш итеп күҙ алдына килтереп булмай, был – бик ҡатмарлы һәм бер бөтөн хеҙмәт, улар һәр ваҡыт бергә һәм бәйләнештә.
Ә “Башҡорт энциклопедияһы”ның Баш редакцияһы булып ойошҡас, уйланылғанса, иҡтисад һәм халыҡ кәсебе, география һәм геология, мәҙәниәт һәм сәнғәт, әҙәбиәт, фольклор һәм тел өйрәнеү, теүәл һәм гуманитар фәндәр буйынса, дәүләт һәм хоҡуҡ, ғилем, дин, мәғариф һәм матбуғат бүлектәре асылды. Тәүге энциклопедик хеҙмәттәрҙең барышына юл һалынып, рус телендә сығасаҡ “Башҡортостан” ҡыҫҡаса энциклопедияһы (1996), артабан уның башҡорт телендә сыҡҡан варианты (1997) Рәсәй Федерацияһында төбәк энциклопедиялары араһында тәүгеләрҙән булып сығасаҡ эштәр булып тупланды. Һәм шулай уңышлы башланған эшмәкәрлегебеҙ иҫәпкә алынып, 1995 йылда Башҡортостандың беренсе президенты ҡарары менән ойошмабыҙҙы ғилми нәшриәткә әйләндерҙеләр.
Үткәндәрҙән бөгөнгөгә күҙ һалһаң, борма-борма, әммә ҙур теләк һәм ҡыйыулыҡ, ныҡышмаллыҡ менән үтелгән оло юл. Был тарих һәм үткәндәрҙе бөгөн республикабыҙ күтәрелеше менән бергә яңы үҙгәрештәргә ынтылған илебеҙҙәге “Башҡортостан энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы булараҡ билдәле ҙур ойошмаларҙың тәү инеше тип атарға булалыр.
– Ә бөгөнгөгә күҙ һалһаҡ...
– Бөгөн “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы – төрлө өлкәлә эшләүсе ғалимдарҙың ғилми хеҙмәттәрен һәм шулай уҡ фәнни-популяр баҫмаларҙы сығарған уңышлы эшләп килгән һәм даими үҫешкән учреждениеларҙың береһе.
Беҙҙең учреждение – тотош Рәсәйҙә төрлө төбәктәр һәм республикалар араһында үҙәк урынды тотҡан, башҡарылған эштәр, үҫеш кимәле һәм ҙурлығы, шул уҡ ваҡытта нәшер ителгән энциклопедиялар буйынса сифат һәм һан яғынан тәүгеләр иҫәбендә булған ойошмаларҙың береһе. Шуға ла республикабыҙҙа “Башҡорт энциклопедияһы” барлыҡҡа килеү менән бергә сирек быуат дауамында энциклопедистика ныҡлап үҫеш алды тип әйтергә мөмкин. Йәғни Өфө ҡалаһы Рәсәй төбәк энциклопедистикаһының фәнни-методик үҙәгенә әйләнә бара. Был хаҡта баш ҡалабыҙҙа ойошторолған һуңғы конференцияларҙың береһендә лә билдәләп үттеләр.
Бөгөн беҙҙә төрлө даирәләге һәм йәштәге көслө белгестәрҙән тупланған, 50 кешенән торған профессиональ энциклопедистар коллективы эшләй. 2012 йылда иһә беҙгә “Ғилем” нәшриәте килеп ҡушылды. Учреждениела хакимиәт, дүрт ғилми-тикшеренеү һәм ике әҙерләүсе, шул иҫәптән фәнни һәм әҙәби тәьмин итеү, иҡтисад һәм тәбиғи-техник фәндәр, социаль-гуманитар фәндәр, фәнни һәм популяр баҫмалар, электрон ресурстар, техник һәм хужалыҡ хеҙмәте менән тәьмин итеү бүлектәре бар.
Тағы ла бер уникаль әйбер – ул беҙҙең китапхана. Учреждение ҡарамағындағы бындай китапхана башҡа ерҙә юҡ, беҙҙә төрлөлөк бар, бөтә энциклопедиялар һәм энциклопедияға тартым китаптар ошонда һаҡлана, “Вестник” һәм “Шәрҡиәт ҡанундары” фәнни журналдарын да беҙҙең китапханала ҡарарға, шулай уҡ күрше өлкә һәм төбәктәрҙең энциклопедияларын да табырға мөмкин. Эш процесында китап тексы ниндәй эшкәртеүҙәр үтһә, уларҙың барыһы ла ошонда. Ғәмәлдәге архив, йәғни эшләнеп ятҡан хеҙмәттәрҙең текст материалдары, уларҙың бөтә ҡағыҙ һәм электрон версияһы һәм варианттары һаҡлана. Бына, мәҫәлән, Мостай Кәримгә арналған хеҙмәттең текст материалдары...
Китапхана асыҡ, теләге булған һәр уҡыусы, автор, хеҙмәткәрҙәр карточка асып китапхана хеҙмәтенән файҙалана һәм үҙенә кәрәкле материалды таба ала.
Ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алып, бөгөн Башҡортостан Рәсәй төбәге энциклопедистикаһының фәнни-методик үҙәгенә әйләнде тиһәк, һис тә хата булмаҫ – был һүҙҙәр төрлө төбәктәрҙән беҙгә тәжрибә уртаҡлашырға килгән коллегаларыбыҙҙың фекере, сөнки 2010 һәм 2016 йылдарҙа баш ҡалабыҙҙа энциклопедистика мәсьәләләрен күтәргән конференциялар үтте, Рәсәй энциклопедистары өсөн семинарҙар ҙа ойошторола. Был өлкәлә ғилми-тикшеренеү эше менән 20-гә яҡын хеҙмәткәр шөғөлләнә, ошоноң менән бер рәттән, үҙ эсенә бары беҙҙә Рәсәй төбәктәре һәм БДБ илдәренең энциклопедистарының хеҙмәттәрен туплаған “Энциклопедистика мәсьәләләре” исемле ғилми мәҡәләләр йыйынтығы сыға. Бөгөн күрше төбәктәрҙәге коллегаларыбыҙға был баҫманы PDF форматында ебәрә башланыҡ. Әлбиттә, былар беҙҙең фәнни-методик үҙәк булыуыбыҙҙы йәнә бер иҫбатлай.
Белгестәрҙең теоретик белем кимәлен үҫтереү, баҫмаларҙың сифатын яҡшыртыу маҡсатында төбәктәге энциклопедистиканың ғилми нигеҙҙәрен яҡшыртыу өсөн шарттар ҙа булдырылған. “Башҡорт энциклопедияһы” энциклопедияларҙы әҙерләү методикаһын яҡшыртыу буйынса ла ныҡлы эшләй. Ошо маҡсатта учреждениела Методик совет, тәржемә буйынса фәнни-методик совет эшләй. Әҙерләнгән энциклопедиялар методик әсбаптар китапханаһының да тулыланыуына һәм байыуына булышлыҡ итә. Улар үҙ сиратында һәр хеҙмәткәр һәм шул уҡ ваҡытта яңы эш башлаған йәштәр өсөн дә яҡшы ҡулланма булып хеҙмәт итә. Уйлап ҡараһаң, бөгөн ҡеүәтле һәм тырыш ойошмаға эшләр өсөн бөтә мөмкинлектәр һәм шарттар ҙа бар һымаҡ, тырышып, оло ныҡышмаллыҡ менән эшләргә, ныҡлы бағып, ҡыйыу алға барырға, заман һәм ил менән бер аҙымда һәм бер һулышта булыу ғына зарур.
– 25 йыл – оло хеҙмәт менән һалынған юлдар. Ошо йылдарҙағы еңеүҙәрегеҙ һәм уңышығыҙ – ул һеҙҙең берҙәм тырышлығығыҙ емеше. Был хаҡта ла әйтеп китһәгеҙ ине.
– Ҙур китапхананың кәштәһендә торған һәр хеҙмәт – төрлө йылдарҙа беҙҙә эшләгән, үҙ һөнәрен яҡшы белгән, бурысын ҙур сабырлыҡ, күндәмлек менән башҡарған белгестәрҙең, республикабыҙ ғалимдарының һәм башҡа авторҙарҙың берлектәге тырышлыҡ һөҙөмтәһе, әлбиттә.
Беҙҙә бөтә төр энциклопедиялар ҙа сығарыла. Мәҫәлән, универсаль һәм махсуслашҡан, шул иҫәптән персональ тематик һәм корпоратив энциклопедиялар...
Билдәләп үтеүемсә, бына 1996–1997 йылдарҙа рус һәм башҡорт телдәрендә сығарылған “Башҡортостан” ҡыҫҡаса энциклопедиялары... 1998 йылда иһә эшлекле коллектив, дәррәү генә универсаль энциклопедияларға ҡараған “Башҡортостан энциклопедияһы” күп томлығын әҙерләү буйынса концепция булдырып, яңы эш башланы. Шулай итеп, башҡа сығарылған һанһыҙ хеҙмәттәр менән бергә был ҙур һәм йөкмәткеле хеҙмәттең беренсе томы – 2005 йылда, ә етенсе томы 2011 йылда донъя күрҙе. “Башҡорт энциклопедияһы” нәшриәтенең төп энциклопедик баҫмаһын тәшкил иткән был хеҙмәттә – 18 000, шул иҫәптән 5500 биографик, 300 иллюстрациялы, 130 карта һәм 40 схема менән уникаль мәҡәләләр тупланған. Быйыл иһә ойошмабыҙҙың 25 йыллыҡ юбилейы уңайынан “Башҡорт энциклопедияһы” күп томлығының башҡорт телендәгеһе донъя күрә. Был иһә республика халҡы һәм үҙебеҙ өсөн дә матур юбилей айҡанлы сығарылған тағы бер бүләк.
Тағы ла 2004 йылда – “Салауат Юлаев”, 2013 һәм 2014 йылдарҙа – тематик “Военная история башкир”, “Народы Башкортостана”, шулай уҡ төрлө йылдарҙа Йылайыр, Баймаҡ, Ишембай, Хәйбулла, Әбйәлил райондарына, Сибай ҡалаһына, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернатына арналған, 2013 йылда – “Газпром нефтехим Салават”, 2016 йылда “Башкирский комсомол” энциклопедиялары донъя күрҙе.
Энциклопедик хеҙмәттәр әҙерләнеү менән бер рәттән, беҙҙә төрлө монографиялар, билдәле ғалимдар, шәхестәрҙең биографик хеҙмәттәре һәм башҡа китаптар ҙа донъя күрә. Мәҫәлән, ҡулымда Фәрдүнә Ҡасимова хөрмәтенә “Театр һәм тормошом” исемле бик ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле матур китап...
Һәр осрашыу, һәр конференция бай тәьҫораттарға, һөҙөмтәле аралашыуҙарға бай. Дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек ептәрен нығыта, һине яңы үрҙәргә, бейеклектәргә әйҙәй, яңы идеялар менән ҡанатландыра. Был – “Ҡырғыҙстандың 100 билдәле башҡорто” тигән бик үҙенсәлекле китап... Республика делегацияһы составында Ҡырғыҙстанға барған юлдарҙан һуң тыуған хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән матур, фәһемле хеҙмәт тә ул. Быныһы – ил ихтирамын яулаған олуғ ғалим Әхмәт Сөләймәновтың ғилми эштәрен сағылдырған монография...
Шул рәүешле бөгөнгәсә йыл һайын нәшриәт 100-ләгән ғилми һәм фәнни-популяр баҫмаларҙы нәшер итә. Бөгөнгөнө байҡап, Башҡортостанда сирек быуат тарихы булған энциклопедистиканың ныҡлы үҫеше хаҡында әйтергә мөмкин.
Бынан тыш бөгөнгө заман талабы булған электрон версиялар, селтәр эшмәкәрлеге өҫтөндә лә ныҡлап эшләйбеҙ. Рус һәм башҡорт телдәрендә нәшер ителгән “Башҡортостан” ҡыҫҡаса энциклопедияларының да СD-ROM версияһы заман менән бергә атлаған ойошмабыҙ хеҙмәткәрҙәренең йылдамлығы һәм тырышлығы менән 2005 йылда мең данала сығарылды. Энциклопедияларҙың электрон версиялары Интернетҡа 1998 йылда ҡуйылды. Был саҡта Башҡорт дәүләт университетының теләктәшлеге менән тәүге энциклопедияларҙың электрон версияһы эшләнеп Интернетҡа һалынды. Был беҙҙең һәр йылда заман менән бергә атларға тырышыуыбыҙ хаҡында тағы бер тапҡыр һөйләй.
2015 йылдан ойошманың шәхси сайтында рус телендә “Башҡорт энциклопедияһы” күп томлығының электрон версияһы ла уҡыусылар өсөн асыҡ ҡулланылышта. Хеҙмәттең онлайн-версияһын ҡулланыу ҙа бик уңайлы, унда Башҡортостан хаҡында дәлилле, төплө мәғлүмәтте бик еңел һәм тиҙ табырға мөмкин. Тулы текстары булған был заманса мәғлүмәти ресурс ғалимдар менән бергә, уҡыусылар, студенттар, уҡытыусылар һәм башҡа киң даирәләге вәкилдәр өсөн ҡыҙыҡлы була ала.
Ошо күп томлыҡтың электрон версияһын булдырыуҙа тупланған тәжрибә беҙгә башҡа материалдарҙы ла уңышлы итеп эшләргә, баҫмаларҙы әҙерләү технологияһын әүҙемләштерергә ярҙам итте. Биш йылға бер тапҡыр сайттағы мәғлүмәттәрҙе яңыртыу эше лә яйға һалынған, йәғни беҙҙә сыҡҡан китаптарҙың электрон версиялары өҫтәлеп, яңы томлыҡтар яңыртыла бара – ошоноң менән беҙ заман талаптары һәм уңайлыҡтарының эшебеҙҙә тәү урында булыуын иҫбатлай алабыҙ. Мәғлүмәти һәм заманса мөмкинлектәрҙе тәҡдим итә һәм файҙалана алыуыбыҙ беҙгә Рәсәй кимәлендә лайыҡлы урын тоторға һәм заман менән бергә атларға мөмкинлек бирә.
– Ошо йылдарҙа төрлө ҡаршылыҡтар аша ла үтергә тура килгәндер, моғайын... Бөгөнгө күҙлектән ошоларға ниндәй ҡараштаһығыҙ?
– Төрлөһө булды. Беҙ күп томлы энциклопедияны башлағас, болғансыҡлы 90-сы йылдарҙа журналистар, ҡайһы бер етәкселәр: “Ошо томлыҡтарҙы сығарып бөтһәгеҙ, нимә эшләйһегеҙ?” – тип һорау бирә торғайнылар. Ә тотош Башҡортостан ошо энциклопедияларға ғына һыйып бөтә алырлыҡмы һуң? Төрлө үҙгәртеп ҡороуҙар мәлендә төбәктәрҙең хәле төрлөсә булып, башҡа энциклопедиялар ябылған осраҡтар ҙа булманы түгел. Шулай ҙа донъя кимәлендә энциклопедия, ғөмүмән, энциклопедистика туҡтай торған әйбер түгел.
Энциклопедияны китаптарҙың да китабы тип әйтәләр. Ул һәр саҡ тулыланып тора. Ул ябай китап ҡына түгел, ә бик күп китап нигеҙендә ентекләп төҙөлгән оло китап. Булған белемдәрҙе бергә туплап, эҙмә-эҙлекле юлға һалыу менән бергә, уҡыусыларға ҙур күләмдәге мәғлүмәтте матур һәм аңлайышлы итеп еткерер өсөн тап ошондай энциклопедиялар кәрәк. Энциклопедик принципта ул билдәле объектты төрлө яҡлап һүрәтләй, ҡыҫҡаса, аныҡ һәм аңлайышлы итеп еткерә. Был – бөтөн ҡараш, һәм ул бер яҡлы ғына түгел, бына ошо осраҡта энциклопедияның тәғәйенләнешен аңларға мөмкин.
Шулай төрлө ҡаршылыҡтар аша үтеп, еңеүҙәргә, уңыштарға, асыштарға табан барҙыҡ. Бөгөн иһә беҙ Башҡортостан Республикаһы тураһында күп кимәлле энциклопедик белем системаһын булдырыу юлындабыҙ. Бер күп томлыҡҡа ғына ил эсендә булған бөтә мәғлүмәтте яҙып бөтөрөрлөк түгел бит ул. Мәҙәниәт, сәнғәттең һәр бер өлкәһе, музыка, архитектура, тәбиғәт ресурстары, географик үҙенсәлектәр, тарих, иҡтисад һ. б. өлкәләр... Сөнки ил үҙе лә ҙур һәм бай, энциклопедияларҙа бирелгән мәғлүмәттәр ҙә иҫкереп бара. Беҙ иһә был осраҡта һәр саҡ мәғлүмәттәрҙе тулыландырып барабыҙ. Йәғни ул – бер туҡтауһыҙ процесс. Шуға ла төрлө замандарҙағы ҡаршылыҡлы мәлдәрҙә лә аҙаҡҡаса эшебеҙҙең туҡтамауына ысын күңелдән ышандыҡ, тырыштыҡ, эшләнек һәм эшләйәсәкбеҙ. Һәм бөгөн килеп, ошо ышаныс һәм оло маҡсаттар менән исемебеҙҙе лайыҡлы яҡлайбыҙ тип әйтә алам. Эшебеҙҙе Рәсәй кимәлендә күрһәтә алырлыҡ бейеклеккә ынтылабыҙ һәм шул юҫыҡта эш алып барабыҙ. Ниһайәт, сирек быуатлыҡ осорға еткәс, йәғни йәш егет ҡорона ингән мәлдә икенсе һулышыбыҙ асылды, дәртләнеп яңы йүнәлештәге эштәргә тотонабыҙ.
– Ә бөгөн ниндәй хеҙмәттәр өҫтөндә эшләйһегеҙ?
– Әлеге ваҡытта беҙҙең коллектив Башҡортостандың халыҡ шағирының 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан сығасаҡ “Мостай Кәрим” персональ энциклопедияһы өҫтөндә ең һыҙғанып эшләй. Республиканың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу айҡанлы рус һәм инглиз телдәрендә донъя күрәсәк “Республика Башкортостан” иллюстрациялы энциклопедияһын нәшерләүгә әҙерлек бара. Ошонда хеҙмәттең ике телдә сығыуының әһәмиәтен билдәләр инем: был беҙҙең Башҡортостанды Рәсәйҙә генә түгел, бөтөн донъяға билдәле итергә мөмкинлек бирәсәк. Башҡа универсаль энциклопедияларҙан айырмалы рәүештә был ҙур хеҙмәттә беҙҙең төбәктең бөгөнгөһөнә төп иғтибар биреләсәк. Шулай уҡ “Мой Башкортостан. Детская энциклопедия”, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Салауат ҡалаһы һәм республиканың тәүге баш ҡалаһы булған Баймаҡ районының Темәс ауылына арналған персональ энциклопедиялар ҙа әҙерләнә. Ишембай гимназия-интернаты хаҡында энциклопедия төҙөү буйынса һөйләшеүҙәр бара.
Башҡортостандың оло юбилейына әҙерлек маҡсатында “Башҡортостан” фәнни порталын булдырыу буйынса ла эшләйбеҙ, уның төп нигеҙен, әлбиттә, рус һәм башҡорт телдәрендә баҫылған “Башҡорт энциклопедияһы” күп томлығының электрон версияһы тәшкил итәсәк. Яҡын арала “Башҡортостан халыҡтарының фольклоры” һәм “Башҡорт балы” тип аталған ҙур ғына энциклопедик проекттар өҫтөндә эш башлау күҙаллана. Тиҙҙән донъя күрәсәк был хеҙмәттәр, республика халҡы менән бер рәттән, 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориада һәм 2021 йылда уҙғарыласаҡ Халыҡ умартасылар конгресына ҙур ғына бүләк булыр тип ышанабыҙ.
Тырышлығыбыҙ менән беҙ уңышлыбыҙ, ә уңыштарыбыҙ – ул тырышлыҡтарыбыҙҙың нигеҙе. Һәм, әлбиттә, бөгөнгөбөҙ ул беҙҙең уңыштарыбыҙ менән дә иҫәпләнә. Шуға ла ошо йылдар дауамында яулаған үрҙәребеҙ һәм еңеүҙәребеҙҙең бер нисәһенә айырым туҡталғым килә. Мәҫәлән, оло шатлыҡ һәм һөйөнөс менән ҡабул иткән Төркмәнстанда үткән халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһе конкурсында “Башҡорт энциклопедияһы” сығарған “Народы Башкортостана” энциклопедияһы “Иң яҡшы фәнни-популяр баҫмалар” номинацияһында икенсе дәрәжәләге диплом менән бүләкләнде. Беренсе урынды Азербайжан, өсөнсө урынды Иран яулауын иҫәпкә алғанда, был – беҙҙең республикабыҙ өсөн оло еңеүҙәрҙең береһе, тип иҫәпләйем. Шулай уҡ беренсе тапҡыр үткәрелгән Бөтә Рәсәй “Малая Родина” конкурсында Рәсәй Федерацияһының Матбуғат федераль агентлығы тарафынан беҙҙең “Салауат Юлаев” энциклопедияһы сығарыла. Китаптың еңеүгә лайыҡ булыуы – шулай уҡ беҙҙең өсөн көтөлмәгән яңылыҡ, көтөп алынған еңеү һәм ҡыҙыҡлы уңыш булды. Мәскәү ҡалаһында иһә Ҡыҙыл майҙанда йәмғеһе өс тапҡыр Китап йәрминкәһе үтте. Был ҙур сараның икеһендә шулай уҡ беҙҙең “Народы Башкортостана” һәм Әбйәлил районына арналған энциклопедиялар еңеүсе тип табылды.”Башҡорт комсомолы” хеҙмәте иһә милли китап фестивалендә еңеү яуланы.
Шуға ла бөгөнгө юбилей – ул беҙҙең уңыштар теҙмәһе, беҙҙә эшләгән һәр хеҙмәткәрҙең, хаҡлы ялға сыҡҡан белгестәрҙең һәм ғалимдарҙың еңеүе. Учреждениеның коридорында урын алған ҡайтанан тергеҙелгән үҙенсәлекле генә Почет таҡтаһы ла ошо уңыштарыбыҙ күрһәткесе. Йыл һайын тулыландырылыусы был таҡтала – ил йылъяҙмаһы өсөн оло көс һалған хеҙмәт эйәләре, белемле һәм тәжрибәле белгестәр исемлеге.
– Аңлауымса, энциклопедистика – бик ҙур донъя. Ул фән һәм башҡорт ғалимдарының исемдәре менән туранан-тура бәйле, шулай бит?
– Әлбиттә, Башҡорт энциклопедистикаһының барлыҡҡа килеүендә башҡорт ғалимдарының өлөшө бик ҙур. Зиннур Ураҡсин етәкселегендәге башҡорт ғалимдарынан бер төркөм ошо юҫыҡта энциклопедистика үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Шулар араһында мин бигерәк тә Ғ. Хөсәйеновтың, Р. Ғимаевтарҙың исемен оло ихтирам менән телгә алыр инем. Бөгөн иһә донъя кимәлендә билдәле Марат Илһамовтың, шулай уҡ Мөхтәр Аҙнабаевтың, Аҙһар Иҫәнбаевтың, Венир Сәмиғуллин, Фәнил Фәйзуллиндың һәм башҡа республика ғалимдарының исемдәрен телгә алып, рәхмәт һүҙҙәре еткерәм.
Хәҙерге көндә лә ғалимдарҙың ярҙамынан тыш эшебеҙ алға бармаҫ ине, сөнки улар эшләгән материалдарҙы ҡайтанан ҡарап, китаптарға алабыҙ, шул уҡ ваҡытта һәр материал энциклопедик конфессияға йәки формаға еткерелә. Энциклопедиялар өсөн талап ителгән материалдарҙы туплау эшмәкәрлеген ойоштороу ҙа беҙҙең төп бурыстарҙың береһе. Был иһә – фәнни энциклопедистиканың хеҙмәт эшмәкәрлеге. Шуға ла ғалимдар менән туранан-тура хеҙмәттәшлек бара. Мәҫәлән, тәүге энциклопедияларҙың береһен эшләгән саҡта ғына ла фәнни-редакцион советҡа һәм редакцион коллегияға 98 белгес керҙе. Ә бөтә хеҙмәт һалыусыларҙы иҫәпкә алғанда, улар меңдән ашыу. Ошо бергәлекһеҙ китап сыҡмаҫ та ине, моғайын. Шуға ла китап, бигерәк тә энциклопедиялар сығарыу – эҙмә-эҙлелек талап иткән берҙәм һәм өҙлөкһөҙ ҙур хеҙмәт, тип әйтер инем.
– Ә бына заман үтеү менән китап үҙенең ҡәҙерен юғалта тигән фекергә һеҙ ниндәй ҡарашта?
– Беләһегеҙме, бер заман телевидение сыҡҡас, радио бөтә тинеләр, әммә ул бөтмәне. Кино барлыҡҡа килгәс, яйлап ҡына театр ҙа бөтә тип күҙалларға булыр ине, әммә театр йәшәй бит. Шуға ла нисек кенә булмаһын, бер нәмә лә юҡҡа сыҡмай ул. Ә беҙҙең тормош та тап китаптың үҙ урыны булыуы менән хаҡ һәм дөрөҫ ул. Бөгөн беҙ ҡулға алған ябай ғына китаптың донъяла тотҡан урыны һәм хәле менән ҡыҙыҡһынып барам, “Китап индустрияһы” тигән журналды ла даими уҡыйым. Шундағы яҙмаларға күҙ һалғанда, бөгөн биштән ете процент китап Рәсәйҙә электрон формала булһа, ҡалғаны – яҙма форматта. Ошонан сығып уйлауымса, ҡағыҙ версиялы китаптар бик оҙаҡ йәшәйәсәк әле һәм үҙ ҡиммәтен юғалтмаясаҡ та.
Китап формаһы яйлап яңынан ҡайта тиһәк тә, һис хата булмаҫ. Бәләкәй генә бер миҫал. Ейәнсәрем бөгөн ҡосаҡлап ятып китап уҡый. Беҙ ҙә элек йығылып китеп китап уҡый торғайныҡ, әммә интернет-телевидение тулҡыны менән был шөғөл, йәшәү рәүешебеҙ бер аҙ онотолоп торҙо, хәҙер китапҡа яңынан әйләнеп ҡайтабыҙ. Ә ниңә ҡайтмаҫҡа? Уңайлы ла, тәбиғи ҙә, тотоп уҡыйһың, кәрәк урындарын билдәләйһең, янаһың, ҡыуанаһың һәм күҙең талып та интекмәйһең. Шуға ла китаптың билдәле бер осорҙа үҙ һынылышы булды, әммә нисек кенә булмаһын, китап кире ҡайта, тип әйтер инем мин. Ташҡа баҫылған әйбер тигән һүҙ бар халыҡта, был беҙҙең китаптарға туранан-тура ҡағыла. Һәм китап бөгөнгәсә үҙ исемен лайыҡлы күтәреп йөрөтә. Ә беҙ электрон версияларға шундай баһаны бирә алабыҙмы? Ниңәлер уларға һаман да ныҡлап ышаныс юҡ бит әле. Мәҫәлән, үҙебеҙҙән сығып, энциклопедияла электрон архив булған осраҡта ла, беҙ ҡағыҙ вариантын ташламайбыҙ. Беҙҙә генә түгел, башҡа урында ла, һис шикһеҙ, ошо тәртип һаҡлана. Китап йәшәргә тейеш һәм йәшәйәсәк, һәр заманда ла уның үҙ урыны буласаҡ, тип уйлайым. Ә мәғлүмәтте ниндәй формала ҡабул итеү һәр кешенең үҙ теләге һәм ҡыҙыҡһыныуында, һәр кемдең һайлау хоҡуғы бар. Уйлап ҡараһаң, Интернет ҡына кешенең мәғлүмәт алыу урыны түгел ул, уны, теләгең бар икән, башҡа урындарҙан да алырға мөмкин.
Шул уҡ энциклопедияларға килгәндә, донъя гиганттары булған Бронхаус, Британика, Рәсәй энциклопедиялары – донъя, тормош тураһында мәғлүмәт биргән оло һәм ҡиммәтле сығанаҡ. Улар рәтенә шулай уҡ француз энциклопедисы Ларусты ла ҡуйырға булыр ине. Бынан 25 йыл элек улар “ҡағыҙ формаһы башҡа сыҡмаясаҡ” тигән фекер әйткәйне. Әммә һәр 10 йыл һайын китаптың ҡағыҙ версияһын сығаралар, сөнки талап һәм һорау бар. Китаптар һәр саҡ кәрәк ул.
– Нисек уйлайһығыҙ, энциклопедистика тарафынан булдырылған фундаменталь хеҙмәттәрҙе һәм “Башҡорт энциклопедияһы”нда сығарылған энциклопедияларҙы Интернеттағы Википедияға конкурент итеп ҡарарға булыр инеме икән?
– Энциклопедия һәм Википедия – улар икеһе ике төрлө нәмә. Энциклопедия йылдар дауамында фән һәм тәжрибә менән тупланған нигеҙле белем-мәғлүмәттәр нигеҙендә төҙөлә. Ә Википедияның эш тәртибе саҡ ҡына икенсерәк, унда һәр кем үҙ теләге һәм тәҡдиме менән википедия мәғлүмәттәрен тулыландырыуҙа ҡатнаша ала. Бөгөн Википедияның иң ҙур етешһеҙлеге тип ҡайһы саҡта бөтә донъяла дәлилле булмаған мәғлүмәтте күрһәтеүен танынылар. Әлбиттә, Википедия модераторҙары ебәрелгән хаталарҙы төҙәтеү өҫтөндә эшләй, әммә интернет селтәрендә йәшен тиҙлегендә таралған мәғлүмәтте иҫәпкә алғанда ебәрелгән хаталарҙы төҙәтеп бөтөп булмай ул. Мәҫәлән, шул уҡ интернетта Гитлер тураһындағы мәғлүмәткә 265 тапҡыр төҙәтмә индерелә. Ә ҡайҙа был осраҡта дөрөҫ итеп бирелгән мәғлүмәт? Төҙәтеп торған осраҡта ла миллиардлаған кеше ҡараған интернетҡа ингән мәғлүмәт шунда уҡ таралып өлгөрә, ә хаталарҙы төҙәтеп өлгөрөү был осраҡта мөмкин түгел. Шуға ла википедия беҙгә бер нисек тә конкурент була алмай. Әлбиттә, уларҙың да эшләргә, йәшәргә хоҡуғы бар, әммә етди мәсьәләләрҙә һәм аныҡ һорауҙар буйынса мәғлүмәт барыбер һыналған һәм тикшерелгән сығанаҡтарҙан алыныуы менән отошло. Беҙҙең илебеҙ, халҡыбыҙ тураһында ла мәғлүмәт ентекле тикшерелгән һәм өйрәнелгән булырға тейеш, сөнки ул – тарихыбыҙ, ул – бөгөнгөбөҙ, ә тарих теүәллекте ярата. Был да тағы бер тапҡыр Рәсәй энциклопедистикаһының һәм уның төбәктәге ойошмаларының кимәленең юғарылығын раҫлай.
– Уйылдан Ғилман улы, мәғлүмәтле яуаптарығыҙ, башҡорт энциклопедистикаһы донъяһына ҡыҙыҡлы сәйәхәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә.