Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Башҡортостан" - Баҡалы районында
"Башҡортостан" - Баҡалы районындаАлександр АНДРЕЕВ, район хакимиәте башлығы: “Беҙҙә хеҙмәттең тәмен тойоп, тормоштоң йәмен белеп йәшәйҙәр”

Районыбыҙҙа төрлө милләт — башҡорт, татар, урыҫ, сыуаш, мари, мордва, украин, белорус, удмурт — халҡы берҙәм һәм татыу ғаилә булып көн итә. Һуңғы ваҡытта ауылдарҙа ал-ял белмәй тырышҡан, берҙе биш итергә ынтылған кешеләрҙең артыуы айырыуса шатландыра. Шуға ла баҫыуҙарыбыҙҙа иген уңа, хужалыҡтарҙың ихатаһында мал-тыуар ишәйә, төйәгебеҙ күркәмләнә. Шәхси эшҡыуарлыҡҡа тотоноусылар арта, мәҫәлән, кемдер таҡта ярыу ҡоролмаһы һатып ала, икенселәре теплицала йәшелсә үҫтерә. Күптәр ауыл хужалығы техникаһына хужа, ҡура тултырып, мал аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә. Иң мөһиме — булдыҡлылар, шәхси хужалығында етештергән тауарҙы
һатып, табыш алырға өйрәнә.
Әле яҙғы баҫыу эштәре ойошҡанлыҡ менән бара. Беҙҙә дөйөм сәсеү майҙаны 69 мең гектарҙан ашыу, әле шуның 41 мең гектарында эш ҡыҙа. “Ҡорос” "Башҡортостан" - Баҡалы районындаакционерҙар йәмғиәте, “Новый мир” һәм “Үмәр” хужалыҡтары өлгөрлөк күрһәтә.
Хәҙер йәштәребеҙ заманса, ҙур һәм матур йорттар һала. Ошонда төпләнеп, тыуған еренең йылыһын тойоп, ҡәҙерен белеп, ҡотон ебәрмәй йәшәргә ынтыла. Ҡайһы берәүҙәрҙең өйө ҡала фатирҙарынан һис ҡайтыш түгел: газ, һыу индерелгән һәм канализацияһы бар. Һәр икенсе йортта тиерлек — еңел машина. Ғөмүмән, олоһо ла, кесеһе лә сәмләнеп эшләй һәм йәшәй. Ә беҙҙең бурыс — ана шул бөтмөр халыҡҡа уңайлы шарттар булдырыу, йәшәү кимәлен күтәреүҙә, матур башланғыстарҙы үҫтереүҙә ярҙам итеү һәм киләсәккә ышанысты нығытыу.

"Башҡортостан" - Баҡалы районындаЕң һыҙғаныр мәл етте

Әле хужалыҡтарҙа ҡыҙыу мәл — ауыл эшсәндәре бәрәкәтле ергә орлоҡ һала. Техниканы әҙер тотоу, йәнә бер ҡат барлау, ашлама ташыу, йәғни күҙгә күренгән һәм күренмәгән эштәр үҙ ваҡытында башҡарыла.
“Үмәр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең машина-трактор паркы ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Ҡышҡы осорҙа төҙөкләндерелеп, әҙерлек һыҙығына ҡуйылған сәсеү ҡорамалын тағы бер тапҡыр барлай механизаторҙар. Хужалыҡ етәксеһе Геннадий Марков та, кәңәштәрен биреп, эш барышы менән ҡыҙыҡһына. Техника ремонтлау, нигеҙҙә, тамамланһа ла, тынғыһыҙ етәксе һәр сараны контролдә тота. Йылдың-йылы дәүләт техник күҙәтеүен тәүгеләрҙән булып үтеү, яҙғы сәсеүҙе һәйбәт әҙерлек менән ҡаршылау етәкселәрҙең һәр ваҡыт эшсәндәр араһында булыуына, проблемаларҙы бергәләп һәм тиҙ арала хәл итеүенә бәйле.
Сәсеү ҡорамалын әҙерләүгә хужалыҡтың баш инженеры Алексей Ефимов та күп көс һалған, уның етәкселегендәге ремонтсылар бригадаһына ял итергә форсат булмаған. Оҫта ҡуллы Флүр Ғилметдинов, Павел Карпов, Леонид Васильев, Василий Ефимов, Николай менән Виктор Григорьевтарҙың бурыстарына яуаплы ҡарауын айырыуса маҡтап телгә алалар. Төҙөкләндерелгән, өр-яңы төҫ алған сәсеү техникаһы күҙҙең яуын алып тора. Әйтерһең дә, әле генә завод "Башҡортостан" - Баҡалы районындаҡапҡаһынан сыҡҡан. Иҫке техниканы яңыртҡан иретеп йәбештереүсе Геннадий Рыцев, токарь Петр Митрофанов, тимерсе Зинфир Аҫылгәрәев һәм башҡаларҙың оҫталығына һоҡланырлыҡ.
Хәҙер баҫыу эштәрен атҡарыуҙы заманса техниканан башҡа күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Машина-трактор паркы яңыртылған.
Хужалыҡтың ырҙын табағы келәттәрендә лә эштең туҡталғаны юҡ. Сәсеүгә етерлек күләмдә орлоҡ тупланған. Рапс, көнбағыш һәм ҡарабойҙай орлоғо предприятиеның үҙенә лә, һатырға ла етә. Яғыулыҡ-майлау материалдары ла хәстәрләнгән. Минераль ашлама менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителә, 110 тоннаһы ташып ҡуйылған, ошо көндәрҙә тағы 30 тонна ҡайтарыласаҡ.
Хужалыҡта сәсеү эштәре 3314 гектарҙа башҡарыла. Әйткәндәй, быйыл уның майҙаны 50 гектарға артҡан, бойҙай, рапс, борсаҡ һәм мал аҙығы культуралары биләйәсәк урын шаҡтай киңәйтелгән. Быйыл район өсөн бөтөнләй яңы культура — нут игергә йыйыналар. Ҡар йоҡа булды, шуға күрә көҙҙән сәсеп ҡалдырылған 1100 гектар ужымдың 30 проценты самаһы зыян күргән. Йәмғиәттең баш агрономы Мөнәүир Ғабдрафиҡов әйтеүенсә, унда яңынан сәсеү өсөн орлоҡ әҙерләнгән.
— Сәсеүҙе башланыҡ, күп йыллыҡ үләндәр тырматыла. Майҙандың яртыһында эш башҡарылды ла инде. Ер яйлап һурығыуға, көндәр ҡояшлы торһа, эште ҡыҙыулатырбыҙ, тип уйлайбыҙ. Агрегаттарҙы хәстәрләп ҡуйҙыҡ. Механизаторҙарҙың кәйефе күтәренке, уларҙың киләсәк уңышҡа нигеҙ һалыуҙы ҡыҫҡа ваҡытта һәм сифатлы атҡарып сығыуына өмөтләнәбеҙ. Бының өсөн тейешле шарттар ҙа, мөмкинлектәр ҙә бар, — тип эштәре менән таныштырҙы Геннадий Павлович.
Хужалыҡта 600 гектарҙағы күп йыллыҡ үлән майҙанын тырматыу тамамланған. Әле сәсеүлектәрҙе өҫтәмә туҡландырыу менән мәшғүлдәр. Был эш 200 гектарҙа атҡарылған да инде. 100 гектар майҙанда арпа сәсеүгә төшкәндәр.

"Башҡортостан" - Баҡалы районындаҠартлыҡта ла шатлыҡ бар

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм инвалидтарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү уңышлы тормошҡа ашырыла. 147 кешегә ошондай бәхет йылмайған да инде. Уларҙың күбеһе “Баҡалы торлаҡ төҙөлөшө” йәмғиәте төҙөгән яңы йортта өй туйлаған. Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Мөнир Мөхәмәҙиев тә, торлаҡ сертификаты алып, былтыр йыл аҙағында ҡатыны Сәхипьямал менән ике бүлмәле фатирға күсенгән.
— Ҡартлығыбыҙҙағы иң ҙур һөйөнөстәрҙең береһе булды яңы йортҡа аяҡ баҫыуыбыҙ. Күңел һаман ышанмай, үҙе йылы һәм нур бөркөп тора, яҡты. Иҫке Шәрәшле ауылында ғүмер кисерһәк тә, балалар ҙа, туғандар ҙа ошонда булғас, торлаҡты Баҡалы ауылынан алдыҡ. Йәшәүҙән ифрат ҡәнәғәтбеҙ, мул тормошҡа шөкөр ҡылабыҙ. Балалар эргәлә, аҙыҡ-түлектән, иң мөһиме — иғтибарҙан өҙмәйҙәр. Торлаҡлы иткән өсөн Хөкүмәтебеҙгә һәм район хакимиәтенә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, — ти бер тауыштан бәхетле өлкән йәштәгеләр.
...Совет һалдаттары Берлинды алып, һуғыш ғәрәсәте тымғандай булһа ла, Мөнир Мөхәмәҙиев тыуған төйәгенә тиҙ генә ҡайта алмай әле. 1945 йылдың авгусында Алыҫ Көнсығышта ҡала. Бөйөк Еңеүҙе яулауҙа, әлбиттә, ҡурҡыу белмәҫ Баҡалы уҙаманы Мөнирҙең дә өлөшө ҙур. Японияның капитуляцияһынан һуң, ул тағы биш йыл Төньяҡ Кореяның баш ҡалаһында йәш республиканың мөһим дәүләт учреждениеларын һаҡлау буйынса комендатурала хеҙмәт итә.
Иҫән-имен тыуған ауылы Иҫке Шәрәшлегә ҡайтҡас, Мөнир Мөхәмәҙиев электр монтеры һөнәрен үҙләштерә. 1951 — 1968 йылдарҙа Сөн йылғаһы ГЭС-ында эшләй, район үҙәген һәм Иҫке Шәрәшле ауылын электр уты менән тәьмин итә. 1968 йылдан “Красная звезда” колхозының алыштырғыһыҙ баш энергетигы була. Хаҡлы ялға сығырға йәше еткәс тә, колхозда тиҫтә йылдан ашыу эшләй.
Сәхипьямал Әхмәтғәли ҡыҙы ла ихтирамға лайыҡлы шәхес. Ил күргәнде күрә хеҙмәт юлын туғыҙ йәшендә башлаған ветеран. Сәсеүҙә ҡатнаша, һыйыр егеп, баҫыу тырмата, ҡыҫҡаһы, ҡайҙа ҡушһалар — шунда тир түгә. Уны һәр ваҡыт маҡтау һүҙҙәре менән телгә алыуҙары ла юҡҡа түгел. Хаҡлы ялға сыҡҡансы почтальон вазифаһын башҡара. Гәзит-журнал һәм хаттарҙы һуңлатмай еткереп, ауылдаштарының оло ихтирамын яулай.
Һуғыш михнәттәрен һәм тормош ауырлыҡтарын намыҫ менән үткәргән оло йәштәгеләр ауылда ғына түгел, районда ла хөрмәт ҡаҙанған. Сәхипьямал менән Мөнир Мөхәмәҙиевтәрҙең татыу ғүмер итеүҙәренә алты тиҫтә йылдан ашыу. Дүрт балалары ла үҙҙәренә оҡшап ярҙамсыл, алсаҡ һәм уңған. Әле ике тиҫтәгә яҡын ейән-ейәнсәре һәм бүләләре өсөн ҡәҙерле олатай-өләсәй. Һәр яңы көнгә ҡыуанып, барына ҡәнәғәт булып, зарланмай йәшәгән өлкәндәр бары һоҡланыу тыуҙыра. Бөгөнгө ҡайһы бер йәштәрҙә етеңкерәмәгән түҙемлек, бер-береңдең ҡәҙерен белеү һәм сабырлыҡ кеүек матур сифаттарҙы туплауҙары менән дә өлгө улар.

"Башҡортостан" - Баҡалы районындаЙыр-моңға сорнаусылар

Район мәҙәниәт һарайы эргәһендәге “Моң” ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле төбәктең мәҙәни тормошон йәнләндереүгә ҙур өлөш индерә. Халыҡ ансамбле исемен лайыҡлы йөрөтөүҙәрен һәр сарала иҫбатлай улар. Талант эйәләренән тупланған коллектив күп тапҡыр район һәм республика конкурстары лауреаты һәм дипломанты булды. Етәксеһе — бай тәжрибә туплаған, төбәктең милли үҙенсәлектәрен яҡшы белгән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәүҙә Зәйҙуллина.
Сәүҙә Мирсәлих ҡыҙы бәләкәйҙән йыр-моңға, бейеүгә ғашиҡ булып үҫә. Һигеҙенсе класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына уҡырға инеүе лә шуға бәйле. Диплом алғас, тыуған яғына эшкә ҡайта. Йәш белгесте Баҡалы район мәҙәниәт йортона хормейстер итеп тәғәйенләйҙәр. Артабан үҙен художество етәксеһе булараҡ таныта, әлегә ҡәҙәр ошо вазифала. Талапсан, тырыш хеҙмәткәр ситтән тороп Куйбышев мәҙәниәт академияһын тамамлай. "Башҡортостан" - Баҡалы районында“Моң” ансамбле 1968 йылда ойошторола. Эште райондағы йырға маһир ҡатын-ҡыҙҙы йыйыуҙан башлай. Күп тә үтмәй, ансамблгә береһенән-береһе һылыу, төрлө урында эшләгән тиҫтәләгән ҡатын-ҡыҙ туплана. Йыр кешене ҡанатландыра тиеүҙәре хаҡ. Ҙур теләк менән берләшә моң һөйөүселәр. Коллективта ошо йылдар эсендә бер нисә быуын алмашына, әммә яңы таланттар элекке матур йоланы дауам итә.
Йыр-моң бүләк итеүселәр районда һәм республикала ойошторолған сараларҙа ихлас ҡатнаша, уларҙы һәр ваҡыт алҡыштар менән ҡаршы алып, көслө ҡул сабыуҙар менән оҙаталар. Шишмә сылтырауын, ел иҫеүен, ағастар шаулауын, айырылышыу ғазаптарын, мөхәббәт һәм һағышты сағылдырған сығыштарҙы халыҡ үҙ итә, яратып ҡарай. Улар башҡорт, урыҫ, татар халыҡ йырҙарын, керәшендәрҙең ижади гәүһәрҙәрен бөтөн күркәмлегендә тамашасыға еткерә.
Артабан да “Моң” ансамбле быуындан быуынға аманат итеп тапшырылып килгән халыҡ моңон һис тә һайыҡтырмаҫ, сәхнә түренән яңғыратып торор тип ныҡлы ышаныс менән әйтергә мөмкин.

"Башҡортостан" - Баҡалы районындаЙорт һалғанда ла күңел йылыһы кәрәк

“Баҡалы торлаҡ төҙөү” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — райондың иң ҙур ойошмаларының береһе. Берҙәм коллектив биш йыл инде йорттар төҙөү менән шөғөлләнә. Ошо осор эсендә предприятие, һәр йәһәттән үҙен танытып, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә алырлыҡ ышаныслы партнер булыуын иҫбатланы. Ғөмүмән, конкуренцияға һәләтле, көслө төҙөлөш ойошмаһы иҫәпләнә. Уға оҙаҡ йылдар төҙөлөш тармағында эшләп, бай тәжрибә туплаған Рәмил Әлмөхәмәтов етәкселек итә.
Былтыр, 2010 йыл менән сағыштырғанда, төҙөлөш-монтаж эштәре күләме ике тапҡырға арттырылған һәм ул 43 миллион һум тәшкил иткән. Килешеүҙәргә ярашлы, Шаран районында бер һәм районда өс шәхси, 24-әр фатирлы ике торлаҡ йорт файҙаланыуға тапшырылған. Предприятие үҙенә бина һатып алған. Бында керамзит һәм бетон блоктар, тимер-бетон ҡулсалар етештерелә, шулай уҡ таҡта ярыу менән дә шөғөлләнәләр. Тимәк, төҙөлөш материалдарына өҙөклөк юҡ тип әйтергә була. Эшселәр хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, төҙөлөш-монтаж эштәренең күләмен кәметмәү һәм биналарҙы үҙ ваҡытында сафҡа индереү хәстәрен күрә. Әле Баҡалы ауылының Ворошилов урамында өс ҡатлы (24 фатирлы) торлаҡ йорт төҙөйҙәр, уны июнь айында файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр.
Абруйлы, ҡеүәтле төҙөлөш ойошмаһындағы 48 хеҙмәткәрҙең һәр береһе үҙ бурысына яуаплы ҡарай. Эште тейешенсә ойоштороу — прораб Ирек Шәймөхәмәтов менән мөдир Рәмил Хәйҙәровтың иңендә. Ташсылар Александр Талалов, Әнүәр Сәйетжәлилов, Мәғәфүр Фәррәхов, шымартыусы-биҙәкләүселәр Валентина Сираева, Флүрә Ҡәҙерғолова, балта оҫталары Илшат Аҫылгәрәев, Александр Забродин, иретеп йәбештереүсе Павел Пермяков, керамзит блоктар етештереү буйынса белгестәр Рөстәм Арыҫланов, Вадим Яхин, Илмир Сираев, Илвир Арыҫланов һәм башҡаларҙың хеҙмәте маҡтау һүҙҙәренә генә лайыҡ.
— Йәмғиәттең районда ғына түгел, республикала ла иң ҡеүәтле төҙөлөш ойошмаларының береһе булып һаналыуы юҡҡа түгел. Төҙөүселәр тәү сиратта сифатҡа иғтибар итә. Күңел биреп эшләгәс, һөҙөмтәләр ҙә ҡыуаныслы. Былтыр ике торлаҡты файҙаланыуға тапшырғанда, республика Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашҡайны. Эшебеҙгә ыңғай баһа алдыҡ. Ә иң ҙур бүләк — йорттарыбыҙҙа йәшәүселәрҙең ысын күңелдән әйткән рәхмәт һүҙҙәре, — ти предприятие директоры Рәмил Миңлетәлғәт улы.
Төҙөгәндең генә киләсәге бар, тиҙәр. Баҡалы ауылының алтын ҡуллы оҫталары әллә ҡайҙан йәлеп итеп торған күркәм йорттары менән артабан да ҡыуандырыр әле.

"Башҡортостан" - Баҡалы районындаЕргә эйел, табыш оҙаҡ көттөрмәҫ

Эш юҡ, аҡса етмәй, тормош ауыр тип зарланыуҙы йыш ишетергә тура килә. Шөкөр, юҡты бар итеп, булмағанды булдырып, зарланмай-һыҡтанмай ғына бынамын итеп донъя көтөүселәр ҙә етерлек. Ундайҙар һәр көндөң һәм сәғәт-минуттың ҡәҙерен белеп, эшенән табыш ҡына түгел, күңел йыуанысы ла алып йәшәй. Ҡайһы берәүҙәр мул аҡса артынан ғаиләһен, тыуған ерен ташлап ситтә йөрөгәндә, икенселәр уны алыҫ китмәй ҙә табыу әмәлен күрә. Бына шундай уңған ғаиләләрҙең береһе Дияш ауылында йәшәй. Һүҙебеҙ — Әлфиә менән Павел Сазановтар тураһында.
Ғаилә башлығы бәләкәйҙән ата-әсәһенә хужалыҡта ярҙамлашып, барлыҡ эштең үҙенсәлеген белеп-күреп үҫә. Афғанстанда хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ауылында ҡалып, тракторға ултыра. Ҡала тормошона ҡыҙыҡмай, тыуған ерендә йорт һалып, яратҡан ҡыҙына өйләнеп, балалар тәрбиәләргә хыяллана. Павелдың матур теләктәре тормошҡа аша. Иҫке Балыҡлы ауылы ҡыҙы Әлфиә менән ғаилә ҡора. Хәҙер инде йәшәйештәренә мәғәнә өҫтәгән, ҡарап туйғыһыҙ ике бала тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙҙары Камилаға — ете, улдары Романға — өс йәш. Кирбестән ике ҡатлы матур йорт һалалар.
Сазановтар һигеҙ йылдан ашыу теплицала йәшелсә-емеш үҫтерә. Павел тәүҙә башҡаларҙың эше менән таныша, кәңәштәренә ҡолаҡ һала, шунан һуң ғына эшҡыуарлыҡ буйынса тәүге аҙымын яһай. Башта 10 сутый ерҙә теплица эшләйҙәр. Бер аҙ тәжрибә туплағас һәм үҙ көстәренә ышанғас, ер майҙанын 35 сутыйға тиклем еткерәләр. Ҡыяр һәм помидор үҫтерә йәштәр. Уңыштың байтағы районда һәм Туймазы ҡалаһында һатыла. Тырышлыҡтың һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәй, “ГАЗель” автомашинаһы менән трактор алғандар.
Теплицалағы эш йыл әйләнәһенә туҡтамай. Көҙ ергә ашлама индерәләр, ҡыш япмаларҙы яңырталар, февраль башында ныҡлап эш башлана. Утын яғып йылытыу — үҙе ҙур мәшәҡәт. Көнөн дә, төнөн дә йоҡламаҫҡа тура килә. Ер йылыныу менән томат орлоғо, ҡыяр сәсәләр, үҫентеләр мыйыҡ ебәрә башлағас, еп һуҙалар. Ҡыяр үҫентеһе һыу һәм ҡояш ярата. Теплицала температура һәм баҫым тейешле кимәлдә һаҡлана. Әлбиттә, яҡшы шарттарҙа тәрбиәләнгән сифатлы йәшелсәнең уңышы мул, һатып алыусылары күп була. Өлгөр, егәрле хужалар оҙаҡламай хуш еҫле ҡыярҙы һатыуға сығарырға әҙерләнә.
— Мул уңыш алыу өсөн ваҡытында утарға, көн дә һыу һибергә, ерҙе йомшартып торорға, ҡыҫҡаһы, иренмәҫкә кәрәк, — ти Сазановтар.
Йәшелсә-емеш үҫтереүҙән тыш, уңған ғаилә күпләп мал-тыуар аҫрай, ихата тултырып ҡош-ҡорт үрсетә. Быға тиклем малдары тиҫтәләгән баш тирәһе булһа, быйыл уны егермегә еткергәндәр. Байтаҡ себеш һатып алғандар, ҡаҙ ҙа үрсетмәкселәр.
Был эшһөйәр ғаиләнең арығанлығын һиҙмәйһең дә, киреһенсә, күңелдәре һәр ваҡыт күтәренке һәм йөҙҙәренән ихласлыҡ бөркөлөп тора. Эштәренең һөҙөмтәһен күреү дәрт-дарман, ышаныс ҡына өҫтәй. Яҙмыштарын ергә бәйләгән Әлфиә менән Павел Сазановтарға афарин тиергә генә ҡала.

"Башҡортостан" - Баҡалы районындаҠаршылыҡтарҙы еңеп...

Ҡатай ауылында бынан дүрт йыл самаһы элек ойошторолған “Ҡош һарайы” крәҫтиән-фермер хужалығы хәҙер аяғында ныҡ баҫып тора. Эшем эш булһын тип, заманса фекерләгән бер туғандар Алмас менән Рушат Сәхипгәрәевтәр етәкселек иткән хужалыҡ ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә абруй яулап өлгөргән.
Донъялар үҙгәреп, колхоз-совхоздар тарҡалғас, ауылдарҙа һөтсөлөк һәм сусҡа фермалары бушап ҡала. Биналарҙы халыҡ төҙөлөш материалдары өсөн һүтеп-емерә, тимер-томорон металл базаһына тапшыра. Ҡатай ауылындағыһы ла шундай уҡ аяныслы яҙмышҡа дусар булыр ине, ярай әле, ауыр хәлдән булдыҡлы, үҙ еренең киләсәген күҙаллаған егеттәр ҡотҡара. Улар, район етәкселеге менән уртаҡ фекергә килеп, буш торған сусҡа фермаларын һатып ала. Тиҙ арала ремонт эштәре башланып, ташландыҡ алты бина заманса йыһазландырыла. Хәҙер кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған һәм ҡул көсө менән атҡарылған күп кенә эштән ҡотолғандар. Биналар электр энергияһы ярҙамында йылытыла. Ғөмүмән, ҡош-ҡорт аҫрау өсөн барлыҡ уңайлыҡтар ҙа булдырылған.
Улар яңы ғына морон төртөп сыҡҡан себештәрҙе үҫтереп һата. Әле бында “родонит” тоҡомло 140 мең себеш тәрбиәләнә. Өс айлыҡ ҡош-ҡортто һатыуға сығарғандар ҙа инде.
— Әлбиттә, быға тиклем бер кем дә шөғөлләнмәгән эште башлап ебәреүе еңелдән булманы. Ауыр көндәр, йоҡоһоҙ төндәр артта ҡалды. Район хакимиәте башлығы Александр Андреевҡа рәхмәтебеҙ ҙур, һәр ваҡыт ярҙам итте, ҡыҙыҡһынып торҙо. Хәҙер нығындыҡ, эшкә дәрт артты, — ти Алмас Сәхипгәрәев.
Тәүәккәл ир-аттың яңы төр шөғөлгә тотоноуы һөҙөмтәһендә ауылдың 16 кешеһе эшле булған. Улар үҫтергән себеш һәм тауыҡтарҙы күрше өлкәләрҙән дә килеп алалар. Ҡош-ҡорт яҡшы тәрбиәләнә, барлыҡ талаптар еренә еткереп үтәлә. Себештәргә витаминдар менән байытылған ун төрлө ҡатнаш аҙыҡ бирелә. Ул хужалыҡтың үҙендә сифатлы ашлыҡтан ғына етештерелә. Ҡошсолар ең һыҙғанып эшләй, бурысын намыҫ менән атҡара. Ауыл кешеһе өсөн иң мөһиме — лайыҡлы хеҙмәт хаҡы һәм уны үҙ ваҡытында алыу. Ә бында ул түбән түгел.
Киләсәктә хужалыҡ етәкселәре етештереүҙе арттырырға ниәтләй. Инкубаторҙы үҙҙәрендә ҡорорға уйлайҙар. Уныһын да булдырырҙар. Ҡаршылыҡтарҙы еңергә өйрәнгән ир-уҙамандарҙың теләгенең тормошҡа ашасағына шик юҡ.
Махсус битте Лира Гәрәева әҙерләне.
Виталий Рыбаков фотолары.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 334

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521