Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Берҙәм эш ҡәҙерлерәк
Берҙәм эш ҡәҙерлерәкҺуңғы осорҙа халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу йәһәтенән урындағы башланғыстар нигеҙендә ауыл һәм ҡала биләмәләрен үҫтереү проектының уңышлы тормошҡа ашырылыуын раҫлаған миҫалдар хаҡында йыш ишетәбеҙ. Ошо юл менән республиканың төрлө төбәктәрендә көнүҙәк социаль проблемаларҙың хәл ителә килеүе, һис шикһеҙ, һөҙөмтәле һәм тәьҫирле сара: ҡайҙалыр халыҡ юллы-күперле булып шатлана; бәғзеләрҙең ихатаһында балалар һәм спорт майҙансығы төҙөгәндәр; ауыл урамына яҡтылыҡ килгән.

Был йәһәттән Өфө ҡалаһының Калинин районындағы Йылҡыбай ауылында ла әүҙем халыҡ йәшәй. Әле былтыр уҡ, урындағы башланғыстарҙы хуплау һәм тормошҡа ашырыу мөмкинлеге хаҡында хәбәрҙар булғас, ауыл халҡы дәррәү күтәрелеп, программала ҡатнашырға теләк белдергән. Конкурстың барлыҡ талаптарын үтәгәндән һуң, һөҙөмтә булараҡ, ауыл эргәһендә заман талаптарына ярашлы, сағыу, уңайлы балалар майҙансығы төҙөп ҡуйғандар. Унан йәйле-ҡышлы балалар өҙөлгәне юҡ, сөнки ауылда йәш ғаиләләр күп. Киләсәктә иһә улар тағы ла күберәк буласаҡ, сөнки Йылҡыбай ауылы тағы киңәйәсәк. Эш шунда: ауыл билә­мәһенән льготалы категорияға ҡараған граждандарға, атап әйткәндә, күп балалыларға, инвалид бала тәрбиәләү­селәргә, бюджет тармағында эшләүсе­ләргә һәм башҡаларға ер майҙандары бүлеп биргәндәр. Һәр кем хәленән килгәнсә төҙөлөш эшен башлаған, әммә уны тағы ла йәнләндереп ебәреү өсөн ялан ерендә юл да булһа икән... Тап ошо ниәт яңы Йылҡыбай ауылының граждандарын тағы ла урындағы башланғыстар проектына мөрәжәғәт итергә мәжбүр иткән. Халыҡты берләштереп, ойоштороу мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алған Анастасия Земскова әйтеүенсә, проект – бәйге, уға эләгер өсөн төрлө критерийҙар буйынса тап килеү фарыз. Үҙ сиратында, критерийҙың һәр ҡайһыһы билдәләнгән тәртиптә балл менән баһалана. Мәҫәлән, ауылда йәшәүселәрҙең кәмендә яртыһы программа хаҡында хәбәрҙар икән, юғары балл ҡуйыла. Йыйылыштарға килеүселәрҙең һаны ла теркәлеп бара.
– Кешеләрҙең мәғлүмәтле булыуы проектты һайлап алыуға, аҙаҡтан уны тормошҡа ашырыу өсөн халыҡтан өлөшләтә аҡса йыйыуға ла йоғонто яһай. Ҡыҫҡаһы, мәғлүмәтлелек – төп башланғыс, – ти Анастасия.
Былтыр декабрҙә дөйөм йыйылыш үткәргәндән һуң, төҙөлөп ятҡан ауыл урамдарына юл һалыу өсөн тиҫтәләрсә ғаилә ризалыҡ биргән. Проекттың үҙенсәлеге шунда: кешеләр көнкүреште яҡшыртыу тураһында фекер белдереп кенә ҡалмай, ә уны тормошҡа ашырыуҙа ла ҡатнаша. Төҙөләсәк объекттың хаҡы билдәләнгәс, уның ниндәйҙер өлөшөн халыҡ үҙ иңенә ала. Ҡыҫҡаһы, власть органдары менән халыҡты берләштергән, проблемаларҙы уртаға һалып, берҙәм хәл итеү мөмкинлеге биргән ғәмәл ул урындағы башланғыс­тарҙы хуплау проекты. Уны тормошҡа ашырыуға халыҡ үҙ финанс өлөшөн индергән, тырышлыҡ һалған эштең ҡәҙере лә, моғайын, күберәк булыр.


Автор: Г. САЛАУАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә