Һуңғы осорҙа халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу йәһәтенән урындағы башланғыстар нигеҙендә ауыл һәм ҡала биләмәләрен үҫтереү проектының уңышлы тормошҡа ашырылыуын раҫлаған миҫалдар хаҡында йыш ишетәбеҙ. Ошо юл менән республиканың төрлө төбәктәрендә көнүҙәк социаль проблемаларҙың хәл ителә килеүе, һис шикһеҙ, һөҙөмтәле һәм тәьҫирле сара: ҡайҙалыр халыҡ юллы-күперле булып шатлана; бәғзеләрҙең ихатаһында балалар һәм спорт майҙансығы төҙөгәндәр; ауыл урамына яҡтылыҡ килгән.Был йәһәттән Өфө ҡалаһының Калинин районындағы Йылҡыбай ауылында ла әүҙем халыҡ йәшәй. Әле былтыр уҡ, урындағы башланғыстарҙы хуплау һәм тормошҡа ашырыу мөмкинлеге хаҡында хәбәрҙар булғас, ауыл халҡы дәррәү күтәрелеп, программала ҡатнашырға теләк белдергән. Конкурстың барлыҡ талаптарын үтәгәндән һуң, һөҙөмтә булараҡ, ауыл эргәһендә заман талаптарына ярашлы, сағыу, уңайлы балалар майҙансығы төҙөп ҡуйғандар. Унан йәйле-ҡышлы балалар өҙөлгәне юҡ, сөнки ауылда йәш ғаиләләр күп. Киләсәктә иһә улар тағы ла күберәк буласаҡ, сөнки Йылҡыбай ауылы тағы киңәйәсәк. Эш шунда: ауыл биләмәһенән льготалы категорияға ҡараған граждандарға, атап әйткәндә, күп балалыларға, инвалид бала тәрбиәләүселәргә, бюджет тармағында эшләүселәргә һәм башҡаларға ер майҙандары бүлеп биргәндәр. Һәр кем хәленән килгәнсә төҙөлөш эшен башлаған, әммә уны тағы ла йәнләндереп ебәреү өсөн ялан ерендә юл да булһа икән... Тап ошо ниәт яңы Йылҡыбай ауылының граждандарын тағы ла урындағы башланғыстар проектына мөрәжәғәт итергә мәжбүр иткән. Халыҡты берләштереп, ойоштороу мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алған Анастасия Земскова әйтеүенсә, проект – бәйге, уға эләгер өсөн төрлө критерийҙар буйынса тап килеү фарыз. Үҙ сиратында, критерийҙың һәр ҡайһыһы билдәләнгән тәртиптә балл менән баһалана. Мәҫәлән, ауылда йәшәүселәрҙең кәмендә яртыһы программа хаҡында хәбәрҙар икән, юғары балл ҡуйыла. Йыйылыштарға килеүселәрҙең һаны ла теркәлеп бара.
– Кешеләрҙең мәғлүмәтле булыуы проектты һайлап алыуға, аҙаҡтан уны тормошҡа ашырыу өсөн халыҡтан өлөшләтә аҡса йыйыуға ла йоғонто яһай. Ҡыҫҡаһы, мәғлүмәтлелек – төп башланғыс, – ти Анастасия.
Былтыр декабрҙә дөйөм йыйылыш үткәргәндән һуң, төҙөлөп ятҡан ауыл урамдарына юл һалыу өсөн тиҫтәләрсә ғаилә ризалыҡ биргән. Проекттың үҙенсәлеге шунда: кешеләр көнкүреште яҡшыртыу тураһында фекер белдереп кенә ҡалмай, ә уны тормошҡа ашырыуҙа ла ҡатнаша. Төҙөләсәк объекттың хаҡы билдәләнгәс, уның ниндәйҙер өлөшөн халыҡ үҙ иңенә ала. Ҡыҫҡаһы, власть органдары менән халыҡты берләштергән, проблемаларҙы уртаға һалып, берҙәм хәл итеү мөмкинлеге биргән ғәмәл ул урындағы башланғыстарҙы хуплау проекты. Уны тормошҡа ашырыуға халыҡ үҙ финанс өлөшөн индергән, тырышлыҡ һалған эштең ҡәҙере лә, моғайын, күберәк булыр.