Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғәҙел, изге күңелле, ғаилә йәнле ине...
Ғәҙел, изге күңелле, ғаилә йәнле ине...Һөйөклө тормош иптәшебеҙ, атайыбыҙ, ағайыбыҙ, ҡустыбыҙ Рафиҡ Әхмәт улы Йәһүҙингә ошо көндәрҙә 60 йәш тулған булыр ине.
Яҡын кешебеҙ Әбйәлил районының Үтәгән ауылында татыу ғаиләлә, ун бала араһында бишенсе булып тыуған.


Үтәгән, Баймаҡ ҡалаһы мәктәп-интернатында белем ала, унан һуң инде әрме сафына алына. Алты айҙан тырыш, эшсән, йәнә спортсы булғаны өсөн Рафиҡ Әхмәт улын бүлексә командиры итеп һайлайҙар. Хеҙмәттәш­тәренең ышанысына лайыҡ булып, улар араһында тиҙ арала абруй яулай.
Хәрби хеҙмәттән һуң Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға инә. Бөтә яҡҡа ла өлгөр студент уҡыуында ла юғары күрһәткестәргә өлгәшә, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә лә бейей, хатта Германияға барып ҡайта.
Университетты тамамлағас, Баймаҡ ҡалаһы прокуратураһында тәфтишсе була. 1988 йылда Хәйбулла районы прокуратураһына прокурор итеп тәғәйенләнә һәм биш йыл шунда эшләй. 1995 йылда Рафиҡ Әхмәт улы Сибай ҡалаһы судьяһы итеп һайлана, 2000 йылдан ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Мәләүез ҡала суды рәйесе вазифаһын башҡара.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул хөрмәтле, абруйлы кеше булып ҡала, намыҫына тап төшөрөрлөк аҙымдарҙан баш тарта. Рафиҡ Әхмәт улы һәләтле ойоштороусы ла булараҡ танылды. Тормоштоң матурлығын күреп, ихлас ҡыуана белгән кешеләрҙең береһе ине ул, шуға күрә уның тирәһендә яҡын дуҫтары күп булды. Ул изге күңелле, ғәҙел һәм намыҫлы, мохтаж һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кеше ине. Ғаилә йәнле, хәстәрлекле атай, ҡусты, ағай булды, балалары уға ҡарап, өлгө алып үҫте.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның арабыҙҙан киткәненә ун йылдан ашыу ваҡыт үтте инде. Беҙҙең өсөн был – оло ҡайғы. Тик шулай ҙа ул һаман беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй. Беҙ уны ғәҙел кеше, һөйөклө тормош иптәше, хәстәрлекле атай, туған һәм тоғро дуҫ итеп хәтерләйбеҙ. Рафиҡ Әхмәт улын белгән, аралашҡан һәр кеше, уны иҫкә төшөрөп, телгә алалыр, моғайын.

Тормош иптәше, балалары, туғандары.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә