Һөйөклө тормош иптәшебеҙ, атайыбыҙ, ағайыбыҙ, ҡустыбыҙ Рафиҡ Әхмәт улы Йәһүҙингә ошо көндәрҙә 60 йәш тулған булыр ине.
Яҡын кешебеҙ Әбйәлил районының Үтәгән ауылында татыу ғаиләлә, ун бала араһында бишенсе булып тыуған. Үтәгән, Баймаҡ ҡалаһы мәктәп-интернатында белем ала, унан һуң инде әрме сафына алына. Алты айҙан тырыш, эшсән, йәнә спортсы булғаны өсөн Рафиҡ Әхмәт улын бүлексә командиры итеп һайлайҙар. Хеҙмәттәштәренең ышанысына лайыҡ булып, улар араһында тиҙ арала абруй яулай.
Хәрби хеҙмәттән һуң Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға инә. Бөтә яҡҡа ла өлгөр студент уҡыуында ла юғары күрһәткестәргә өлгәшә, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә лә бейей, хатта Германияға барып ҡайта.
Университетты тамамлағас, Баймаҡ ҡалаһы прокуратураһында тәфтишсе була. 1988 йылда Хәйбулла районы прокуратураһына прокурор итеп тәғәйенләнә һәм биш йыл шунда эшләй. 1995 йылда Рафиҡ Әхмәт улы Сибай ҡалаһы судьяһы итеп һайлана, 2000 йылдан ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Мәләүез ҡала суды рәйесе вазифаһын башҡара.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул хөрмәтле, абруйлы кеше булып ҡала, намыҫына тап төшөрөрлөк аҙымдарҙан баш тарта. Рафиҡ Әхмәт улы һәләтле ойоштороусы ла булараҡ танылды. Тормоштоң матурлығын күреп, ихлас ҡыуана белгән кешеләрҙең береһе ине ул, шуға күрә уның тирәһендә яҡын дуҫтары күп булды. Ул изге күңелле, ғәҙел һәм намыҫлы, мохтаж һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кеше ине. Ғаилә йәнле, хәстәрлекле атай, ҡусты, ағай булды, балалары уға ҡарап, өлгө алып үҫте.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның арабыҙҙан киткәненә ун йылдан ашыу ваҡыт үтте инде. Беҙҙең өсөн был – оло ҡайғы. Тик шулай ҙа ул һаман беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй. Беҙ уны ғәҙел кеше, һөйөклө тормош иптәше, хәстәрлекле атай, туған һәм тоғро дуҫ итеп хәтерләйбеҙ. Рафиҡ Әхмәт улын белгән, аралашҡан һәр кеше, уны иҫкә төшөрөп, телгә алалыр, моғайын.
Тормош иптәше, балалары, туғандары.