Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шиғриәттә – һөйөү хисе
Шиғриәттә – һөйөү хисеБашҡорт шиғриәтенең 1960 – 1990 йылдарҙағы үҫеш үҙенсәлектәрен баһалағанда билдәле әҙәбиәтсе-ғалим, Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Бикбаев: “Һәр шиғриәттең үҫеш юлында кризис ваҡыттары, артылған бейеклектәр, түбән төшкән һикәлтәле күренештәре була.
Әле тикшерелгән осорҙа шиғриәт гел генә тура өҫкә үрләүсе тигеҙ юлдан барманы. Ләкин был юл барыбер ябай хәрәкәт кенә булманы, барлыҡ ҡаршылыҡ­тарына ҡарамаҫтан, ул, һис шикһеҙ, үҫеш тип нарыҡланырға тейеш”, – тип билдәләй (Бикбаев Р. Поэзия // Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Алты томда. 6 т. Хәҙерге әҙәбиәт (1966 – 1994 йылдар). – Өфө: Китап, 1996. – 150-151-се бб.). Артабан ғалим ошо йылдарҙағы башҡорт поэзия­һының үҫешен бер төркөм шағир­ҙар исем­дәре менән бәйләй. Улар араһында шағирә, Рәсәй Феде­ра­цияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясованы ла атай. Ул – “Яуа, яуа алтын япраҡтар” (1990), “Ҡабыр­саҡта” (1998), “Елгә ҡаршы” (2007), “Мин үҙеммен һаман” (2013) шиғри йыйынтыҡтар, “Серле төн” (1998) әкиәттәр йыйынтығы авторы.



Уның ижадын заманында М. Кә­рим юғары баһалап: “Йома­бикәнең ши­ғырҙары байтаҡ йылдар инде, уҡыу­сы булараҡ, минең күңелемә ҡа­ғылмай үтмәйҙәр. Былай ғына ла түгел. Улар яҡты һағышҡа һабыш­ты­ралар, рухты сафлыҡ менән һуға­ра­лар. Үҙ тауышы менән үҙ йөрәгендә ба­рын йырлай Ильясова. Хәҙер мин уны өлгөрөп еткән лирик шағирә тип раҫлай алам”, – тип билдәләй (Кәрим М. // Ильясова Й. Елгә ҡаршы. Ши­ғыр­ҙар. – Өфө: Китап, 2007. – 5-се б.).
Й. Ильясова ижадында хәҙерге заман проблемаларын күтәрә. Уның шиғырҙарында улар ҡатын-ҡыҙ күҙлегенән яҡтыртыла һәм хәл ителә. Ул донъяға әсә, ҡатын-ҡыҙ булараҡ баға, күренештәрҙе шул күҙлектән баһалай. Был уның үҙенсәлекле ижадын өйрәнеүҙе ҡыҙыҡлы яһай. Бынан тыш, уның шиғриәтендә хәҙерге заман геройы тыуҙырыла. Әҫәрҙәренең лирик геройы, ул кисергәндәр бөтә кешеләргә берҙәй таныш һәм яҡын. Шағирәнең ижадында мөхәббәт лирикаһы айырым иғтибарға лайыҡ, ул хис-тойғолар ялҡынлығы менән айырылып тора.
Билдәле башҡорт яҙыусыһы Муса Ғәли Й. Ильясованың шиғыр­ҙары тураһында яҙғанда: “Мөхәб­бәт шиғыр­ҙарының ҡайһыһына ҡағылһаҡ та, тойғолар көсөргә­нешенән, ҡараштар бәрелешенән сыңлап китер һымаҡ­тар”, – тип бил­дәләй. Ысынлап та, Й. Ильясованың мөхәббәт тураһын­дағы шиғырҙарына хис-тойғолар көсөргә­неше, уларҙың ҡырҡыу­лығы хас. Мәҫәлән, уның “Ваҡыт бер мәл мәң­гелеккә...” тип баш­ланған шиғырында мөхәббәт хисе хатта Ваҡыттың үҙен туҡтата ала.
Й. Ильясованың “Күләгә” исемле шиғыры ла мөхәббәт тура­һында. Әҫәрҙә лирик герой үҙенең һөйгәненә өндәшә. Һөйгәне ҡайҙа булһа, ул шунда, һөйгәне ниҙәр кисерһә, ул да шуларҙы кисерә. Был турала шиғырҙа “ҡурҡ­ҡаныңда ҡатып ҡалам”, “тор­моштоң даръяһында батҡаныңда, батып барам” тигән юлдар бар. Лирик герой һөйгәненең бар торошонда ла, “бар хәлендә лә уға табип”:
Түрҙәреңдән төшкән саҡта
Барыһы ла юғалғанда,
Мин һаман да, күләгәләй,
Һинең барыр юлдарыңда.
Мөхәббәт хисенең ҡаршы­лыҡ­лы булыуы Й. Ильясованың “Нимә һөйөү?” тип башланған әҫәрендә асыла. Бер яҡтан, һөйөү донъяла йәбер-золомдоң барлығын онот­торған ожмах менән сағышты­рылһа, икенсе яҡтан, ул тамуҡҡа тиң. Яуапһыҙ, тиң булмаған һөйөүҙе автор тамуҡ ғазаптарына тиңләй. Ике ҡапма-ҡаршы сик, ике ҡапма-ҡаршы күренеш аша һө­йөүҙең ҡатмарлы булыуы раҫлана.
“Ҡараңғынанмы, әллә яҡтынанмы...” тигән юлдар менән башланып киткән шиғыр ҙа мөхәббәт тураһында. Әҫәрҙә лирик геройҙың хис-тойғоларының ҡайнарлығы үҙенсәлекле образдар аша бик тапҡыр еткерелә: уның йәне йәйә кеүек бөгөлә, йөрәге осор уҡтай. Лирик герой өҙгөләнә, сөнки атыр сәбе – уның бәхете түгел, ул яҙа ярата. Һәм был артабан ҡояш һәм ай образдары аша оҫта еткерелә:
Ай һәм ҡояш ниндәй матур пар ҙа,
Мәңгелектәр бүлгән.
Хикмәт шунда: береһе янһын өсөн
Икенсеһе һүнгән.
Был инде һөйгәне бәхетле булһын өсөн үҙенең мөхәббәтен, бәхетен ҡорбан иткән кеше тураһында. Көслө мөхәббәт, һөйгән кешеңдең ҡарарын хөрмәт итеү ошо сағыу образдар аша еткерелә.
Шағирәнең “Хистәр – үлсәмдә...” тип башланған шиғырында ҡоро һүҙ менән ысын хис-тойғолар араһында айырма үткәрелә. Матур һүҙҙәрҙе күп һөйләһәң, хистәр арзаная, улар сафлығын юғалта. Күп тапҡыр әйтелгән һүҙҙәргә ҡарағанда ихлас өндәшмәү яҡшыраҡ:
Хистәр –
Үлсәмдә,
Һүҙгә
Күскәндә.
Ихлас
Тынлыҡ,
Шуға
Танһыҡ.
Был шиғырҙың ҡоролошо ла үҙенсәлекле. Һәр һүҙҙе айырым юлға ҡуйыу уларҙың ҡырҡыу әйтелеүен билдәләй. Улар, әйтерһең, өҙөп әйтелә, хәҡиҡәт раҫлана.
Шағирәнең “Өндәшмәү” тип аталған шиғыры ла ошо уҡ темаға яҙылған. Яҡын кешеләр бер-береһен һүҙ аша түгел, ә йөрәк тибеше аша аңлай:
Һүҙҙәр араһынан,
Улар яраһынан
Ҡапыл тыуҙы тынлыҡ...
Был түгел тынлыҡ!
Өндәшмәүҙең теле
Йөрәгемде телде...
Й. Ильясова шиғырҙарында яуапһыҙ мөхәббәт сағылыш таба. Мәҫәлән, уның “Таңдай ҡыйылам да...” тип башланған шиғырында лирик герой яратҡан кешеһенең бер йылы һүҙенә лә риза. Ул яратҡан кешеһенең шундай битараф, һалҡын булыуынан көнләшә. Шуға ла уның бер генә йылы һүҙенән дә ирергә әҙер:
Таңдай ғына көндә
Ирейем,
Йылы һүҙгә лә мин
Эрейем!
– тип өндәшә ул һөйгән кешеһенә.
Ә икенсе бер шиғырында автор ир һөйөүен көтөлмәгәнсә баҡыр ҡояш менән сағыштыра. Баҡырҙы нисек ялтыратып тотор кәрәк булһа, ир-егеттең һөйөүен дә һәр ваҡыт шулай “ялтыратып” торор кәрәк. Артабан шиғырҙа ир-егеттең һөйөүен һаҡлау өсөн кәңәш тә бирелә:
Ир һөйөүе баҡыр ҡояш кеүек,
Ялтыратып ҡына тотор кәрәк,
Аҡыл юйып, онотолорға түгел,
Уның үҙен һәр саҡ отор кәрәк.
Шулай итеп, Й. Ильясованың шиғырҙары араһында мөхәббәт темаһына яҙылғандары ла бар, тик улар күп түгел. Уның мөхәббәт тураһындағы шиғырҙарында айырылышыу мотивтары ла, бергә була алмау, йәшерен һөйөү мотивтары ла урын алған. Яуаплы, ике яҡлы һөйөү тураһындағы шиғырҙар әҙерәк. Шағирә әҫәрҙәрендә ике ғашиҡ араһында һүҙ түгел, ә саф хис-тойғолар булырға тейеш тигән фекер үткәрә. Шулай ҙа һағышлы һөйөү шиғырҙарҙа күберәк.

Г. СӘМЕРХАНОВА,
филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Сибай институты
доценты;
Ф. БУРАНБАЕВА,
БДУ-ның Сибай институты студенты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә