Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юлдары ла юлдары!..
Юлдары ла юлдары!..Гәзитебеҙҙең былтырғы йәй һандарының береһендә Йылайыр районының Шанский ауылы менән таныштырғанда, Кананикольск – Шанский юлының төҙөкләндерелә башлауы хаҡында яҙғайныҡ инде. Район үҙәгенән алыҫта ятҡан төпкөл ауылдарға юлдың булмауы халыҡ өсөн күптән баш бәләһенә әйләнгән. 60-сы йылдарҙа Кананикольск урман хужалығы һалған юл ваҡыт үтеү менән яраҡһыҙға әйләнә.


Район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡул­линға шанскийҙар йылдар дауамында үҙ­ҙәрен борсоған хәл хаҡында еткергәс, Илгиз Лирман улы “юл буласаҡ” тип вәғәҙә бирә. Вәғәҙә үтәлә. Ниһайәт, төрлө ҡаршылыҡтар аша, һынауҙарҙы йыра-йыра райондың иң төпкөл ауылына юл һалына.
Юл төҙөү республиканың Ауыл хужалығы министрлығы аша хәл ителә. Төҙөлөштөң дөйөм хаҡы – 100 миллион һум. Сумманың яртыһы – федераль ҡаҙнанан, яртыһы республика иҫәбенән бүленә.
Юлды асыу тантанаһында Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының беренсе урынбаҫары Альберт Сөләймәнов, “Башҡортостан Республика­һы­ның юл хужалығы идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы етәксеһе урынбаҫары Азат Хафизов, Йылайыр районы хакимиәте баш­лығы Илгиз Фәтҡуллин һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
– 2011 йылдан бойомға ашырылып килгән “Ауыл территорияларын тотороҡло үҫтереү” маҡсатлы программаһы буйынса республикала 64 яңы автомобиль юлы һалынды, һеҙҙеке – 65-сеһе, – тине үҙ сығышында Альберт Мөхәмәт улы.
Яңы йылда ҙур бүләккә эйә булған Шанский ауылы халҡының ҡыуанысы ҙур. Хәҙер уларға “юлдар, юлдар соҡор-саҡырлы” тип түгел, “Эй, юлдары, юлдары!..” тип йырлап, елдереп кәрәкле урындарға барып етергә генә ҡала.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә