Гәзитебеҙҙең былтырғы йәй һандарының береһендә Йылайыр районының Шанский ауылы менән таныштырғанда, Кананикольск – Шанский юлының төҙөкләндерелә башлауы хаҡында яҙғайныҡ инде. Район үҙәгенән алыҫта ятҡан төпкөл ауылдарға юлдың булмауы халыҡ өсөн күптән баш бәләһенә әйләнгән. 60-сы йылдарҙа Кананикольск урман хужалығы һалған юл ваҡыт үтеү менән яраҡһыҙға әйләнә. Район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллинға шанскийҙар йылдар дауамында үҙҙәрен борсоған хәл хаҡында еткергәс, Илгиз Лирман улы “юл буласаҡ” тип вәғәҙә бирә. Вәғәҙә үтәлә. Ниһайәт, төрлө ҡаршылыҡтар аша, һынауҙарҙы йыра-йыра райондың иң төпкөл ауылына юл һалына.
Юл төҙөү республиканың Ауыл хужалығы министрлығы аша хәл ителә. Төҙөлөштөң дөйөм хаҡы – 100 миллион һум. Сумманың яртыһы – федераль ҡаҙнанан, яртыһы республика иҫәбенән бүленә.
Юлды асыу тантанаһында Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының беренсе урынбаҫары Альберт Сөләймәнов, “Башҡортостан Республикаһының юл хужалығы идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы етәксеһе урынбаҫары Азат Хафизов, Йылайыр районы хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
– 2011 йылдан бойомға ашырылып килгән “Ауыл территорияларын тотороҡло үҫтереү” маҡсатлы программаһы буйынса республикала 64 яңы автомобиль юлы һалынды, һеҙҙеке – 65-сеһе, – тине үҙ сығышында Альберт Мөхәмәт улы.
Яңы йылда ҙур бүләккә эйә булған Шанский ауылы халҡының ҡыуанысы ҙур. Хәҙер уларға “юлдар, юлдар соҡор-саҡырлы” тип түгел, “Эй, юлдары, юлдары!..” тип йырлап, елдереп кәрәкле урындарға барып етергә генә ҡала.