Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Эш һөҙөмтәһе мөһим түгел, уға илткән юл бәхетле булырға тейеш…”
“Эш һөҙөмтәһе мөһим түгел, уға илткән юл бәхетле булырға тейеш…”тип иҫәпләй ғәйнә башҡорто Нәсүр Йөрөшбаев. Һәр йөрөгән ерендә үҙен “Ғәйнә башҡортомон” тип таныштырған Нәсүр Йөрөшбаевтың тормошонда ҡырҡа үҙгәреш – күптән түгел ул сит илдән Рәсәйгә, дөрөҫөрәге, тыуған ере – Барҙаға бөтөнләйгә ҡайтҡан. Европа илдәренә билдәле кинорежиссер, оператор һәм сценарист Нәсүр Йөрөшбаевты бындай аҙымға нимәләр этәргән һуң?

Ҡазан университетының журналистика факультетын тамамлап, немец ҡыҙына өйләнгән Нәсүр атай йортонан 17 йәшендә генә сығып китә. Яҙмыш уны 1812 йылда башҡорт яугирҙәре һыбай үткән Германия ерҙәренә алып килә. Барлығы 30 йыл йәшәй ул унда. Ҡатыны менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙы Мәрйәм Росток ҡалаһында табиплыҡҡа уҡый. Феликс улы — энергетик концернда электронсы-инженер. Йоханес Лейпциг университетында фәнни иҡтисадсы һөнәрен үҙләштерә. Барыһының да фатиры, машиналары бар. Ҡыҫҡаһы, һәр кем үҙ тормошо менән йә­шәй. Әммә, Европаны нисек кенә маҡтаһаң да, уларҙың йәшәү фәлсәфәһе үҙенсә — ғаилә ҡиммәттәренең баһаһы башҡаса.
– Нәсүр, ниндәй юлдар алып ҡайтты һине тыуған йортҡа?
– 38 йыл элек ошо йорттан сығып кит­кәйнем. Был өйҙә һигеҙ бала донъяға килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин Германияла саҡта уны туғандарым һатҡайны. Былтыр уның һуңғы хужабикәһе мәрхүмә булғас, бер туған апайым шылтырата: “Нәсүр энекәшем, ни эшләйбеҙ? Йортобоҙ буш тора бит”, — ти. Йортобоҙҙо ки­ренән һатып алабыҙ, тигәндән башҡа яуап булманы. Атай нигеҙе яңынан Йөрөш­баевтарға ҡайтты. Ниәттәр ҙур. Барҙала “Урал-Ғәйнә медиа” киностудияһын асасаҡмын. Был йортта үҙем торормон һәм нәҫелебеҙ ҡоромаҫ, тип уйлайым.
– Сит илдә атҡарған эштәреңде бында ла дауам итәсәкһеңме?
– Ситтә йәшәгән 38 йыл ғүмеремдең 30-ы Германияла үтте. Ҡайҙа ғына йәшә­һәм дә, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, гел баш­ҡорт халҡы, тарихыбыҙ тураһында һөйләп йөрөнөм. 2013 йылда Лейпциг ҡалаһында башҡорт яугирҙәренә һәйкәл ҡуйҙыҡ Ирек Байышев менән.
Хәҙер Германияла ошо һәйкәл һәм “Звуки курая над Сеной” кинофильмы аша беҙҙең халыҡ тураһында беләләр. Бында ла башлаған эшемде дауам итәсәк­мен. Шул фильмдың икенсе серияһын төшөрөү — тәүге ниәтем. Был уй-ниәт­тәрем тураһында Башҡортостан Республи­каһы Мәҙәниәт министрлығында ла, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында ла беләләр. Башҡортостан ярҙам итһә, яҡшы булыр ине.
– Әйткәндәй, шәжәрәңде яҡшы беләһеңме?
– Әлбиттә. Башҡортостан ғалимдарына рәхмәтлемен. “Ғәйнә”ләр китабында нәҡ минең шәжәрәм күрһәтелгән. Ғәйнәләр бит – башҡорттарҙың иң боронғо ырыуы. Беҙ – донъялағы иң төньяҡ башҡорттар һәм иң төньяҡ мосолмандар. Атайым — Әндәр бабай Салҡауҙа (халыҡ уны Баҡсауыл тип йөрөтә) тыуған. Уның атаһы – Муллажан, аҙаҡ инде Зыялетдин, Нисаб, Нисабутдин Мубашаров, шулай тиҫтәгә яҡын быуын ҡартатайҙарыбыҙҙың исем­дәре билдәле. Улар бик бай йәшәгән.
– Нәсүр, ата-әсә йортон ташлап, сит ерҙәргә сығып киткән йәштәргә ниндәй теләктәрең бар?
– Көнөн дә, төнөн дә беҙ уйланып йө­рөй­бөҙ. Нимәлер эстән семетә. Һәр бере­беҙ “Бәхет, мөхәббәт нимә икән?” тип уй­лай һәм һәр беребеҙ бәхетле булырға тырыша. Күп йылдар ситтә йәшәгән кеше булараҡ, минең ҡарамаҡҡа, бәхетле булыр өсөн тыуған йорттоң тәмен, тыуған өйҙөң һулышын онотмаҫҡа кәрәк. Тыуған ергә ҡайтып торорға кәрәк. Атай нигеҙенең мөхәббәтен тойоп йәшәһәң, бәхетле булаһың. Шуға ла мин ҡайттым. Нисә йыл семеткән йөрәгем дә баҫылды. Миңә атай йорто етмәгән булған икән, тыуған ер тартыуының ҡөҙрәтенә ышандым.
– Ә балалар, ғаилә?
– Европала ғаилә мөнәсәбәттәре бөтөнләй башҡаса. Халыҡ унда йәшәү урынын еңел генә алыштыра. Балаларым өсөн күңелем тыныс. Барыһы ла яҡшы уҡый, йылына бер күрешәсәкбеҙ.
– Һин дә ошонда бишектә бәүел­деңме?
– Ошонда! Бында беҙҙең сәлей (ғәй­нәләрҙә сәңгелдәкте “сәлей” тиҙәр) бар ине. Сәлейҙә уландарҙы йырлай-йырлай бәүелтәләр ине.
– Эштәрең бик күп, Нәсүр. Һаулыҡ теләйем һиңә.
– Рәхмәт. Артабан да эшләргә ниәттәр бик күп. Ваҡыт ҡына етһен, һаулыҡ ҡына булһын. Минең үҙ фәлсәфәм: башҡары­лаһы эш – үҙе бер нәмә, әммә шул маҡ­сатты ғәмәлгә ашыра торған юл, шул ниәтте атҡарып сығыу – үҙе бер бәхет. Ана шул юлды бәхетле итергә тырышырға кәрәк кешегә. Юл бәхетле булырға тейеш! Әгәр ҙә юлың уңмаһа, һин бер ҡасан да ниәтеңә ирешә алмаясаҡһың. Үткән уңышлы юл бәхетле итә әҙәм балаһын.
– Балаларың тәү тапҡыр тәпәй баҫып атлап киткән Германия еренән тыуған йортоңа ҡайтҡан юлың һинең өсөн бәхетле булдымы?
– 38 йыл буйы ситтә йөрөгән юлдарым мине йәнә тыуған өйөмә алып ҡайтты, ул дөрөҫ булған, шуға күрә тынысмын. Бында бит атайым, инәйем һуңғы һулыштарын алған, уларҙың күҙҙәре ошо йортта мәңгелеккә йомолған. Илфат энекәшемде табутта Германиянан ошо нигеҙгә алып ҡайттыҡ. Минең улар алдында намыҫым таҙа. Йөрөгән юлдарым дөрөҫ һәм бәхетле булған.
– Рәхмәт әңгәмә өсөн.



Нәсүр Йөрөшбаев — 30-ҙан ашыу кинофильм авторы, оператор һәм режиссер. Уларҙың күбеһе башҡорт тарихына арналған һәм Европа ил­дәрендә халҡыбыҙҙы танытҡан сән­ғәт әҫәрҙәре булып тора. Улар тарихи сәнғәт әҫәрҙәре булғанлығы менән ҡиммәт. Сит илдә йәшәһә лә, Нәсүр бер ваҡытта ла Тыуған ере – Барҙа ауылы менән бәйләнешен өҙ­мәне. Ғәйнә ырыуы, Барҙа йыйында­рында ҡатнаша торғайны ул. Нәсүр­ҙең атаһы Әндәр бабай ғәйнәләр­ҙең төп ауылдарының береһе – Баҡсауылдан. “Һәр ауылды ҡапҡалар һаҡлай” тигән ырымға ышанып, Баҡсауылға ингән баҫыу ситендә ул символик һәйкәл — ауыл ҡапҡаһы эшләп ҡуйған.
Әсәһе Мәрйәм – Толач-Аҡтубай­ҙан. Үкенескә ҡаршы, был ауыл юҡҡа сыҡҡан. Толач урынында режиссер бейек бағана ултыртҡан. Нигеҙҙәрен ташлап киткән әҙәм балаларын саҡырып торған ырыу бағанаһы ул. Толач тураһында “Юғалмаған ауыл” исемле кино төшөргән. Ауыл ҡапҡа­лары, ырыу бағаналары сит ерҙәрҙә аҙашып йөрөгән улан-ҡыҙҙарҙы са­ҡырып торһон. Бәлки, кемдер атай нигеҙен тергеҙеү тураһында ла уйланыр, тигән фекерҙә режиссер.


Автор: Рәшиҙә ИШЕМБӘТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә