Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ҡулдарында йәйғор уйнай”
“Ҡулдарында йәйғор уйнай”ти уның хаҡында яҡташтары. Һәр ауылда тиерлек төрлө ептән күҙҙең яуын алырлыҡ ултырғыс, диван япмалары бәйләүселәрҙе, сәйләндәрҙән сәскә эшләүселәрҙе, милли биҙәүестәр менән шөғөлләнеүселәрҙе йыш осратырға мөмкин. Аҡморон ауылының оҫта ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Гүзәл Синикина сәйләндән төрлө картиналар ижад итә. Үҙе эшләгән әйберҙәр хужабикәнең һәр бүлмәһендә урын алған. Улар араһында Ҡөрьән сүрәһенән төрлө хәҙистәрҙе, мәсет һүрәттәрен дә, күҙҙең яуын алырлыҡ тәбиғәт күренештәрен дә осратырға мөмкин. Сәйлән менән эш итеү — бик мауыҡтырғыс һөнәр, ти оҫтабикә.

— Алдыңдағы картинаны эшләү өсөн кескәй генә мунсаҡтарҙы төҫ­тә­ре буйынса һайлайһың, урынын бил­дәләйһең. Шул тиклем ижади процесс, бар донъяңды онотоп, бөтә күңелең менән ошо эшкә ылығаһың. Ваҡыт үткәне лә һиҙелмәй, күңелдә иһә тиҙерәк тамамлап, һуңғы һөҙөм­тәне күреү теләге генә уяна. Үҙ ҡулдарың менән барлыҡҡа килтергән матурлыҡҡа һоҡланып, үҙ күҙҙәреңә ышанмайыраҡ тораһың әле, — тип йылмая әңгәмәсем.
Гүзәл Хаҡҡол ҡыҙы үҙен төрлө йү­нәлештә һынап ҡарай. Һуңғы ва­ҡыт­та алмас мозаикаһы буйынса картина яһау, йомшаҡ уйынсыҡтар, ҡурсаҡтар бәйләү менән ҡыҙыҡһына. Күңел нуры түгелгән ҡул эштәрен оҫта­бикә яҡындарына бүләк итә, үҙенә оҡшағандары йортон биҙәй.
Ике бала тәрбиәләп үҫтергән ханым — бөгөн өс ейәнгә бәхетле өлә­сәй. Шуныһы ҡыуаныслы, Яңы Уренгой ҡалаһында йәшәгән ейәне Наил да өләсәһенән күрмәксе ҡул эшенә маһир. Уның сәйләндән эшләгән картиналарын өләсәһе ҡәҙерләп һаҡлай. “Йәйгеһен ялға ҡайтҡанда ейәнем менән бергәләшеп алмас мозаикаһы буйынса картина яһаныҡ”, — тип йыл­мая геройым. Наилдың был ҡы­ҙыҡ­һыныуын аңларға була. Матур­лыҡты яратҡан өләсәһе янында нисек ҡул ҡаушырып ултырһын инде?!
Ауылдарҙың йәмен арттырып, ҡул эштәре менән донъяһын йәйғорҙай балҡытып, йәштәргә өлгө күрһәтеп, балаларына терәк булып йәшәгән оҫта ҡуллы хужабикәләргә һоҡланмау мөмкин түгел. Геройымдың һәр ижади әйберенә күңел йылыһы, күҙ нурҙары, уй-кисерештәре һалынған. Шуға ла уның өлгөләре йәйғорҙай төрлө төҫтә матур һәм сағыу.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә