ти уның хаҡында яҡташтары. Һәр ауылда тиерлек төрлө ептән күҙҙең яуын алырлыҡ ултырғыс, диван япмалары бәйләүселәрҙе, сәйләндәрҙән сәскә эшләүселәрҙе, милли биҙәүестәр менән шөғөлләнеүселәрҙе йыш осратырға мөмкин. Аҡморон ауылының оҫта ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Гүзәл Синикина сәйләндән төрлө картиналар ижад итә. Үҙе эшләгән әйберҙәр хужабикәнең һәр бүлмәһендә урын алған. Улар араһында Ҡөрьән сүрәһенән төрлө хәҙистәрҙе, мәсет һүрәттәрен дә, күҙҙең яуын алырлыҡ тәбиғәт күренештәрен дә осратырға мөмкин. Сәйлән менән эш итеү — бик мауыҡтырғыс һөнәр, ти оҫтабикә.— Алдыңдағы картинаны эшләү өсөн кескәй генә мунсаҡтарҙы төҫтәре буйынса һайлайһың, урынын билдәләйһең. Шул тиклем ижади процесс, бар донъяңды онотоп, бөтә күңелең менән ошо эшкә ылығаһың. Ваҡыт үткәне лә һиҙелмәй, күңелдә иһә тиҙерәк тамамлап, һуңғы һөҙөмтәне күреү теләге генә уяна. Үҙ ҡулдарың менән барлыҡҡа килтергән матурлыҡҡа һоҡланып, үҙ күҙҙәреңә ышанмайыраҡ тораһың әле, — тип йылмая әңгәмәсем.
Гүзәл Хаҡҡол ҡыҙы үҙен төрлө йүнәлештә һынап ҡарай. Һуңғы ваҡытта алмас мозаикаһы буйынса картина яһау, йомшаҡ уйынсыҡтар, ҡурсаҡтар бәйләү менән ҡыҙыҡһына. Күңел нуры түгелгән ҡул эштәрен оҫтабикә яҡындарына бүләк итә, үҙенә оҡшағандары йортон биҙәй.
Ике бала тәрбиәләп үҫтергән ханым — бөгөн өс ейәнгә бәхетле өләсәй. Шуныһы ҡыуаныслы, Яңы Уренгой ҡалаһында йәшәгән ейәне Наил да өләсәһенән күрмәксе ҡул эшенә маһир. Уның сәйләндән эшләгән картиналарын өләсәһе ҡәҙерләп һаҡлай. “Йәйгеһен ялға ҡайтҡанда ейәнем менән бергәләшеп алмас мозаикаһы буйынса картина яһаныҡ”, — тип йылмая геройым. Наилдың был ҡыҙыҡһыныуын аңларға була. Матурлыҡты яратҡан өләсәһе янында нисек ҡул ҡаушырып ултырһын инде?!
Ауылдарҙың йәмен арттырып, ҡул эштәре менән донъяһын йәйғорҙай балҡытып, йәштәргә өлгө күрһәтеп, балаларына терәк булып йәшәгән оҫта ҡуллы хужабикәләргә һоҡланмау мөмкин түгел. Геройымдың һәр ижади әйберенә күңел йылыһы, күҙ нурҙары, уй-кисерештәре һалынған. Шуға ла уның өлгөләре йәйғорҙай төрлө төҫтә матур һәм сағыу.