Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яҡшы һүҙе менән дауалай
Яҡшы һүҙе менән дауалайҮрге Ҡыйғы район дауаханаһында терапевт булып эшләгән Вилә Ғималова утыҙ ете йыл ғүмерен медицинаға бағышлаған. 1980 йылда мәктәпте тамамлағас, ул ике йыл хирургия бүлегендә санитарка булып эшләй. Дауаханалағы хеҙмәт күңеленә яҡын икәнен аңлап, Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға инә. 1988 йылда уҡыу йортон тамамлаған йәш белгес, тыуған яғына ҡайтып, үҙәк дауаханала эш башлай.

Ихлас, мөләйем Вилә Зәки ҡыҙы сирле­ләрҙе дарыуҙар менән генә түгел, йылы һүҙе, яғымлы ҡарашы менән дә дауалай. Һәр пациент менән уртаҡ тел табып, эшен еренә еткереп намыҫлы эшләгән табипты етәкселек тә, коллегалары ла хөрмәт итә. Шәфҡәт туташы Нәбирә Сәғитова менән улар, иңгә-иң терәп, 25 йыл инде бергә татыу эшләй. Оҙаҡ йылдар тырыш хеҙмәте өсөн Вилә Зәки ҡыҙы район хакимиәте, Башҡортостан Респуб­ликаһы, Рәсәй Федерацияһының Почет грамоталары менән бүләкләнгән, “Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеменә лайыҡ булған.
Хеҙмәтендә абруй ҡаҙанған табибә – өйҙә уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын һәм әсәй. Хәләле Юрий Сәлимйән улы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ололары Алина нефть университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған, ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй, үҙ һөнәре буйынса эшләй. Кесе ҡыҙҙары Элина әсәһе һымаҡ медицина йүнәлешен һайлаған, Башҡорт дәүләт медицина университетында дауалау факультетында уҡый. Вилә Зәки ҡыҙы буш ваҡытын йәшелсә баҡсаһында үткәрергә, гөл-сәскәләр үҫтерергә ярата.

Ҡыйғы районы.


Автор: Р. ИШТУҒАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә