Үрге Ҡыйғы район дауаханаһында терапевт булып эшләгән Вилә Ғималова утыҙ ете йыл ғүмерен медицинаға бағышлаған. 1980 йылда мәктәпте тамамлағас, ул ике йыл хирургия бүлегендә санитарка булып эшләй. Дауаханалағы хеҙмәт күңеленә яҡын икәнен аңлап, Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға инә. 1988 йылда уҡыу йортон тамамлаған йәш белгес, тыуған яғына ҡайтып, үҙәк дауаханала эш башлай. Ихлас, мөләйем Вилә Зәки ҡыҙы сирлеләрҙе дарыуҙар менән генә түгел, йылы һүҙе, яғымлы ҡарашы менән дә дауалай. Һәр пациент менән уртаҡ тел табып, эшен еренә еткереп намыҫлы эшләгән табипты етәкселек тә, коллегалары ла хөрмәт итә. Шәфҡәт туташы Нәбирә Сәғитова менән улар, иңгә-иң терәп, 25 йыл инде бергә татыу эшләй. Оҙаҡ йылдар тырыш хеҙмәте өсөн Вилә Зәки ҡыҙы район хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһының Почет грамоталары менән бүләкләнгән, “Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеменә лайыҡ булған.
Хеҙмәтендә абруй ҡаҙанған табибә – өйҙә уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын һәм әсәй. Хәләле Юрий Сәлимйән улы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ололары Алина нефть университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған, ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй, үҙ һөнәре буйынса эшләй. Кесе ҡыҙҙары Элина әсәһе һымаҡ медицина йүнәлешен һайлаған, Башҡорт дәүләт медицина университетында дауалау факультетында уҡый. Вилә Зәки ҡыҙы буш ваҡытын йәшелсә баҡсаһында үткәрергә, гөл-сәскәләр үҫтерергә ярата.
Ҡыйғы районы.