Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хыялға ынтылып
Хыялға ынтылыпТыуып үҫкән ауылында ерегеп, шунда тырышып донъя көткән кешеләрҙең тормошо бәрәкәтле, тулы һәм мул була. Һүҙем – шундай йәш ғаиләләрҙең береһе Мәсетле районының Ясин ауылында йәшәгән Ғүмәровтар тураһында.


Ғаилә башлығы Баймөхәмәт Нурмөхәмәт улы Дыуан аграр техникумында агроном һөнәрен үҙләштергән, әле Башҡорт дәүләт аграр университетында белемен камиллаштыра. Ферма, келәт мөдире булып эшләгән. Ауыл Советы депутаты булараҡ, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй, өмәләр, йыйылыштар ойоштора.
Баймөхәмәт Ғүмәровтың таянысы, уң ҡулы, кәңәшсеһе ҡатыны Гөлсинә Зәки ҡыҙы күрше Аҙнағол ауылынан. Педагогия училищеһын тамамлағас, Өфө ҡалаһында 140-сы башҡорт гимназияһында башланғыс кластарҙы уҡыта.
2004 йылда ғаилә ҡорғас, Ғүмәровтар Ясинда төпләнә. Уларҙың бер-бер артлы ике ҡыҙҙары донъяға килә. Шул арала Гөлсинә Зәки ҡыҙы ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Яңы Мишәр урта мәктәбендә директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары булып эшләй. Әле өсөнсө ҡыҙҙары Дилә менән декрет ялында.
Өлкән ҡыҙҙары Әҙилә менән Әмилә — уның ярҙамсылары. Уҡыуҙа ла һынатмайҙар, яҡшы билдәләргә генә өлгәшеүҙәре менән ҡыуандыралар.
Ғүмәровтар — ауылдың киләсәге, тотҡаһы, күрке булырҙай ғаиләләрҙең береһе. Улар күпләп мал тотоп, үҙҙәренең шәхси хужалығын ойошторған. Әлбиттә, мал аҫрау еңел эш түгел, әммә Ғүмәровтарҙы ауырлыҡтар ҡурҡытмай. Гөлсинә үҙ ҡулдары менән ун бер баш һыйырҙы һауа, йорт эштәренә лә өлгөрә.
Хужалыҡ эштәрендә ярҙамға яңы тракторҙары, бесән сапҡыстары, йыйғыстары бар. Пай ерҙәрендә күп йыллыҡ үлән сәсеп, бесән әҙерләйҙәр. “Тырышһаң, барыһы ла була, иң мөһиме — теләк һәм дәрт булһын”, – ти Ғүмәровтар.
Тырыш, ихлас ғаиләне ауылдаштары ла хөрмәт итә. Улар бергәләшеп ауыл урамдарын, зыяратын тәртипкә килтереүҙә әүҙем ҡатнаша. Тормош ҡатмарлыҡтарына баш эймәй, хыялдарына ынтылған был ике йәш йөрәктең ҡыйыулығы һоҡланыу уята. Бәхет ҡояшы тап ана шундай егәрле һәм тәүәккәлдәргә йылмая ла инде.

Р. ӘЛИМБАЕВА.
Мәсетле районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә