Тыуып үҫкән ауылында ерегеп, шунда тырышып донъя көткән кешеләрҙең тормошо бәрәкәтле, тулы һәм мул була. Һүҙем – шундай йәш ғаиләләрҙең береһе Мәсетле районының Ясин ауылында йәшәгән Ғүмәровтар тураһында. Ғаилә башлығы Баймөхәмәт Нурмөхәмәт улы Дыуан аграр техникумында агроном һөнәрен үҙләштергән, әле Башҡорт дәүләт аграр университетында белемен камиллаштыра. Ферма, келәт мөдире булып эшләгән. Ауыл Советы депутаты булараҡ, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй, өмәләр, йыйылыштар ойоштора.
Баймөхәмәт Ғүмәровтың таянысы, уң ҡулы, кәңәшсеһе ҡатыны Гөлсинә Зәки ҡыҙы күрше Аҙнағол ауылынан. Педагогия училищеһын тамамлағас, Өфө ҡалаһында 140-сы башҡорт гимназияһында башланғыс кластарҙы уҡыта.
2004 йылда ғаилә ҡорғас, Ғүмәровтар Ясинда төпләнә. Уларҙың бер-бер артлы ике ҡыҙҙары донъяға килә. Шул арала Гөлсинә Зәки ҡыҙы ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Яңы Мишәр урта мәктәбендә директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары булып эшләй. Әле өсөнсө ҡыҙҙары Дилә менән декрет ялында.
Өлкән ҡыҙҙары Әҙилә менән Әмилә — уның ярҙамсылары. Уҡыуҙа ла һынатмайҙар, яҡшы билдәләргә генә өлгәшеүҙәре менән ҡыуандыралар.
Ғүмәровтар — ауылдың киләсәге, тотҡаһы, күрке булырҙай ғаиләләрҙең береһе. Улар күпләп мал тотоп, үҙҙәренең шәхси хужалығын ойошторған. Әлбиттә, мал аҫрау еңел эш түгел, әммә Ғүмәровтарҙы ауырлыҡтар ҡурҡытмай. Гөлсинә үҙ ҡулдары менән ун бер баш һыйырҙы һауа, йорт эштәренә лә өлгөрә.
Хужалыҡ эштәрендә ярҙамға яңы тракторҙары, бесән сапҡыстары, йыйғыстары бар. Пай ерҙәрендә күп йыллыҡ үлән сәсеп, бесән әҙерләйҙәр. “Тырышһаң, барыһы ла була, иң мөһиме — теләк һәм дәрт булһын”, – ти Ғүмәровтар.
Тырыш, ихлас ғаиләне ауылдаштары ла хөрмәт итә. Улар бергәләшеп ауыл урамдарын, зыяратын тәртипкә килтереүҙә әүҙем ҡатнаша. Тормош ҡатмарлыҡтарына баш эймәй, хыялдарына ынтылған был ике йәш йөрәктең ҡыйыулығы һоҡланыу уята. Бәхет ҡояшы тап ана шундай егәрле һәм тәүәккәлдәргә йылмая ла инде.
Р. ӘЛИМБАЕВА. Мәсетле районы.