Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ер яҙмышы үҙебеҙҙең ҡулда
Ер яҙмышы үҙебеҙҙең ҡулдаЭйе, эйе, шағирҙар ауылдарҙы маҡтап шиғыр яҙа, йырсылар тыуған төйәген һағынып йырлай ҙа, йәйге ял етеү менән, сит илдәргә, диңгеҙ буйҙарына һыпырта. Хис-тойғо кешеләре генә түгел, ҡайһы бер урындағы етәкселәр ҙә ауыл хаҡында башлыса сығыштарҙа борсола ине, ә хәстәрлек һүҙҙән ары китмәне.

Ниһайәт, ауылға дәүләт асыҡ күҙ менән ҡарай башланы кеүек. 2016 йылда “Росстат” Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы ойошторҙо, былтыр иһә әһәмиәтле эште теүәлләне. Бынан алдағыһы 2006 йылда үткәйне. Ул бығаса күптәрҙең башына ла килмәгән күп етешһеҙлектәрҙе асыҡларға ярҙам итте, уйға һалды.
Эйе, бындай тикшереүҙәрҙең Рәсәйҙең бөгөнгө ауыл хужалығы торошон күҙ алдына баҫтырыу өсөн әһәмиәте ғәжәп ҙур. Юғиһә һуңғы осорҙа бөтөнләй туғарылдыҡ бит. Ҡайҙа нисә гектар ер ташландыҡ хәлдә, хужалыҡтар нисек эшләй, ауыл халҡы нимә менән шөғөлләнә, нимә үҫтерәләр? Был хаҡта аныҡ ҡына бер мәғлүмәт тә юҡ. Баҡтиһәң, бының осона сығыу анһат түгел икән. Шаҡтай ғына сығым да талап итә. Федераль ҡаҙна “Росстат”ҡа иҫәпләүҙәр өсөн 2016 йылда 14,5 миллиард һум аҡса бүлгән. Ә 2006 йылдағы сара дәүләткә алты миллиардҡа төшкән.
Сара барышында 60 меңдән ашыу кеше бөтә ауылдарҙы айҡап-байҡап сыҡҡан. Ҡайҙа ғына барып етмәгән улар?! Мәҫәлән, Ямалдағы боландарҙы иҫәпләү өсөн вертолетта ҙур ярымутрауҙың өстән бер өлөшөн урап сыҡҡандар. Красноярск өҫтөндә маралдарҙы, Камчаткала айыуҙарҙы барлағандар. Әйткәндәй, хәүефле тип табылған урындарҙа был эшкә полиция хеҙмәткәрҙәрен дә йәлеп иткәндәр.
Белгестәр әле “Росстат” үҙенең иҫәп-хисабын еткерергә ашыҡмауына борсола. Һуңғы мәғлүмәттәр тупланған баҫма һигеҙ томда булырға тейеш, әлегә эш беренсеһенән ары китмәгән. Киләһе иҫәп алыу 2027 йылға күҙаллана.
Шулай ҙа әле үк ниндәйҙер һығымталар яһарға мөмкин. Һуңғы ун йылда эре ер биләүселәр арта төшһә, ҙур булмаған хужалыҡтарҙың кәмеүе күҙәтелгән. Әгәр 2006 йылда Рәсәйҙә 250 мең крәҫтиән (фермер) хужалығы иҫәпләнһә, 2017 йылға 137 мең ҡалған. Шәхси хужалыҡтар 30 меңдән күберәк булһа, бөгөн дә шул самала. Әммә ун йыл арауығында сәсеүлектәр 75-тән 80 миллион гектарға еткән. Юҡҡа сыға барған фермерҙар урынына бихисап эре агрохолдингтар барлыҡҡа килгән. Улар шул тиклем үҫкән – 2017 йылда барлығы 22 ҙур компания 6,5 миллион гектар ергә хужа булған. Был илдәге барлыҡ һөрөнтө ерҙең 12 өлөшө тигән һүҙ. Әйткәндәй, иң уңдырышлы ерҙәр. Тамырҙары сит илдәргә барып тоташҡан компаниялар 2,5 миллион гектар тирәһе ерҙе үҙ күҙәтеүендә тота.
Әлбиттә, былар хәҙер ябай халыҡ өсөн дә яңылыҡ түгел. Баҫыуҙарыбыҙ менән бихисап әфәнделәрҙең алыҫтан идара итеп ятыуы күптән мәғлүм. Бойондороҡһоҙ эксперттар мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тиҫтә ярым йылда ғына йөҙләгән эре хужалыҡтар барлыҡҡа килгән. Уларҙың һәр береһе 100 мең гектарҙан ашыу ергә хужа. Йәнә тағы ике йөҙләгән эре ер биләүсе ҡарамағында 30 – 50 мең гектар самаһы ер бар. Тәү ҡарауға улар Рәсәйҙең аграр тармаҡтағы олигархтары кеүек. Әммә белгестәрҙе ауыл хужалығына тәғәйенләнгән дәүләт ярҙамының ғәжәп күп өлөшө уларҙың кеҫәһенә китеүе хафаландыра. Ә фермерҙарға әллә ни ҙур күләмдә булмаған аҡса, ярҙам өсөн әллә күпме көрәшергә тура килә. Былтыр, мәҫәлән, фермер хужалығын үҫтереү өсөн дәүләт гранты 1,75 миллион һумдан артмаған. Һәр грантҡа кәм тигәндә биш фермер дәғүә иткән.
Дөйөм алғанда, Рәсәйҙәге ер хужала­рының был сама ҙур майҙандарҙы үҙ ҡулында тотоуын белгестәр бик үк ғәҙәти күренеш түгел тип билдәләй. Мәҫәлән, АҠШ-та биш мең гектарҙан күп һөрөнтө ер булған фермерҙарҙы бик ҙур иҫәпләйҙәр.
Ауылды ни ҡәҙәр генә маҡтамайыҡ, эш урындары, мәктәбе, балалар баҡсаһы, ҡыҫҡаһы, хеҙмәт көнөнән һуң ял урындары юҡ икән, халыҡ барыбер ҡалаға ынтыласаҡ. Халыҡ әүәлдән ғаиләһен ҡарау өсөн ҡалаларға йөрөп эшләгән. Бындағы уңайлыҡтың тәмен тойғандар артабан ҡалала төпләнеү яғын ҡарай. Әлбиттә, ҡалала ла еңел түгел, шулай ҙа эш мәсьәләһе еңелерәк хәл ителә. Йыш ҡына ауылдарҙы тергеҙергә кәрәк, унда ла бына тигән йәшәргә мөмкин тип саҡырыу ташлаған кешеләр ҙә башлыса үҙҙәре лә ҡасандыр ауылынан ҡасҡан.
Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, 1980 йылдарҙа РСФСР-ҙа халыҡ 3,7 миллионға кәмегән. 1990 йылдарҙа үҫеш булмаған, ә дөйөм күрһәткестәр үтә түбән тәгәрәгән. Мәҫәлән, 16 йыл эсендә һыйыр малы 20,2 миллиондан 9,1 миллионға ҡәҙәр кәмегән. Шул уҡ осорҙа 15 миллион баш сусҡа, 30 миллион баш кәзә юҡҡа сыҡҡан. Бәхеткә күрә, 2016 йылдан был кире күренеш ыңғай яҡҡа үҙгәрә башлаған. Ауыл халҡы 2000 – 2006 йылдарҙа 1,3 миллионға артҡан. Бөгөн ауылдарҙа 38 миллион халыҡ йәшәй. Ауылда бабайҙар менән әбейҙәр генә эшләй тигән төшөнсә лә ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Ғәмәлдә ерҙә тир түккәндәрҙең сирек өлөшө – утыҙ йәшкә тиклемге ир-аттар. Уларҙың ете проценты юғары белемле, йәнә 18 проценты урта профессиональ белемгә эйә.
Дөйөм алғанда, мәғлүмәттәр һәр өлкәлә үҫеш барлығын күрһәтә. Бынан тыш, һуңғы осорҙа уңыш алыу күрһәт­кестәре арта. Әгәр 1990 йылда бер гектар ерҙән уртаса 145 центнер йәшелсә йыйып алынһа, 2008 йылда ул 196 центнерға еткән. Хәҙер 230 центнер­ҙан ашыу тәшкил итә. Иген уңышы ла йылдан-йыл ҡыуандыра. Илдең көньяҡ райондарындағы күрһәт­кестәр Европа кимәле менән тиңләшә. Өсөнсө ҡаҙаныш – юғалтыуҙар ҡырҡа кәмегән. Иҫәп­ләүҙәренсә, 1980 йылдарҙа ауыл хужалығы продукцияһын йыйғанда, ташығанда һәм һаҡлағанда шаҡтай юғалтыуҙарға юл ҡуйылып, биш-алты миллион кешенең хеҙмәте юҡҡа сығарылған. Иң ҡыуаныслыһы – һуңғы 15 йылда ауыл хужалығы йылына дүрт процентҡа үҫешә. Был донъялағы ауыл хужалығы үҫеше тиҙлегенән өс тапҡырға юғарыраҡ. Бында, әлбиттә, һуңғы бер нисә йылда сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереүҙе сикләү сәйәсәте лә үҙ емештәрен бирә. Йәнә белгестәр бының икенсе яғын да билдәләй. Дәүләт ауылды яҙмыш ҡосағына ташлап ҡуйһа ла, ер кешеһе заман талаптарына ҡаршы тороп, белем туплап, яңы шарттарҙа йәшәргә өйрәнә. Әкренләп табыш алырға өйрәнгән крәҫтиән донъяһын бөтәйтә, хужалығын яңы техника менән тулыландыра, әммә улар алдында йәнә ике ҙур һынау килеп баҫты.
Тәүгеһе – аралашсылар. Бөгөн ер эшсеһе көс һалып үҫтергәнен лайыҡлы хаҡҡа һата алмай. Баҙарға инеү өсөн дә мең һынау үтергә кәрәк. Шуға ла уларға уңышын, малын, һөтөн еңел кәсеп көҫәп йөрөгәндәргә тоттороп ебәреүҙән башҡа сара ҡалмай. Тап шуға ла һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығында кооперациялар ойоштороу хаҡында һүҙ йыш ҡуҙғатыла. Был йүнәлештә уңышлы эшләгән төбәктәр ҙә юҡ түгел.
Икенсенән, әлеге лә баяғы эре агробизнес. Улар 2000 йылдарҙан уҡ ерҙе үҙҙәренә алыу өсөн көсөн ҡыҙғанмай. Белгестәр әйтеүенсә, агрохолдингтар эшкә башлыса гастарбайтерҙарҙы ала, урындағы халыҡты хәстәрләмәй. Ауыл өсөн тигән аҡса башлыса эре агрохолдингтар ҡорһағына китә. Дәүләт уларҙың 60 – 70 процент сығымын үҙе ҡаплай, ҡаҙна иҫәбенә электр, газ үткәрелә, юл һалына. Баҡтиһәң, аҙаҡ был холдингтар дотацияһыҙ һәм субсидияһыҙ йәшәй алмай. Шулай итеп, ауыл хужалығына тигән аҡсаны башлыса эре агрохолдингтар йота. Ә бит Көнбайыш Европа дәүләттәре бөтөнләй икенсе төрлө эш итә.
Мәҫәлән, Германияны ғына алайыҡ. Бында дәүләт һәр фермерҙың яҙмышы менән шәхсән ҡыҙыҡһына, уның проблемаларын яҡшы белә. Ул илдең милли байлығы булараҡ ҡабул ителә, туйындырыусы ғына түгел, аҙыҡ-түлек именлеген дә тәьмин итә. Шуға ла Германияла фермер менән дәүләт бер бөтөн булып йәшәй. “Беҙгә дәүләт ярҙам итмәһә, йәшәй алмаҫ инек. Ә беҙ үлһәк, иртәгәһенә үк дәүләт тә юҡҡа сығасаҡ”, – ти улар үҙҙәре был хаҡта. Йәнә бында экологик йәһәттән таҙа аҙыҡ-түлеккә өҫтәмә аҡса түләнә.
Иҫәп алыу ысынбарлыҡта ерҙең крәҫ­тиәндә булмауын асыҡларға булышлыҡ итте. Рәсәйҙә 450 миллион гектар майҙан ер иҫәпләнә. Уның 166 миллион гектары – ауыл хужалығы тәғәйенләнешендә. Баҫыуҙарҙың һәм һөрөнтө ерҙәрҙең бөтәһе лә тиерлек эре милекселәр ҡулында. Бәләкәй крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ни бары 16 миллион гектар ерҙә эш итә. Шәхси ихаталарға 2,8 миллион гектар ер теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта уларҙың биштән бер өлөшө, йәғни 1,5 миллион биләмә, ташланып ҡуйылған.
Дөйөм алғанда, ауыл буйынса күптән барыһы ла иҫәпкә алынған. Күпме майҙанға арыш сәселә, күпмеһенә кукуруз, бесән... Ер эшкәртеү, уңыш йыйыу техникаһы ла иҫәптә, әммә уларҙың күпселеге иҫкергән. Тап шуға ла белгестәр “Росстат”тың бөтә төбәктәрҙән йыйылған мәғлүмәтте томдарҙа тиҙерәк сығарыуын теләй. Ул сағында Рәсәй крәҫтиәненең тормошон бөтә нескәлегендә яҡшыраҡ белергә һәм аңларға мөмкин буласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872