Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мөғжизәгә ышанабыҙ
Мөғжизәгә ышанабыҙ Ваҡыттың үткәне күҙ асып йомғансы, тибеҙ. Йырҙағыса, көн артынан көн уҙа, ай артынан ай уҙа. Бер йылды икенсеһе алмаштыра. Шул саҡта Яңы йылды байрам итәбеҙ.

Ысынлап та, йылына бер тапҡыр ғына була торған был байрам иң серлеләрҙән һанала. Бөтә ғаилә ҡатнаша шыршыны биҙәгәндә. Үткән йылдарҙан ҡалған, әммә иң ҡәҙерле уйынсыҡтарҙы ҡумтанан сығарыуы үҙе бер һөйөнөс, уларға яңылары ла өҫтәлһә... Кәнфит, ирис кеүек төрлө тәмләткестәр элеү, ҡыҫҡаһы, һөйләп аңлатырлыҡ түгел.
Иң мөһиме – алдан уҡ кем йәки нимә булып кейенеү тураһында хәстәрлек күрә башлайбыҙ. Күптәр ҡырағай йәнлек ҡиәфәтенә инә, бигерәк тә ҡуян, төлкө, айыу булыу киң таралған. Ҡыҙҙарҙың ҡар бөртөгө, һинд ҡыҙы, ә малайҙарҙың шайтан йәки ен кейемен кейеп, танымаҫлыҡ хәлгә инеүе... Шулай уҡ мушкетер, ҡыҙылармеец, рыцарға әйләнеп тә әллә кем булып йөрөнөк. Ғөмүмән, ошо хыял беҙҙе дәртләндерҙе, алға әйҙәне. Әсәйҙең йыл һуҙымында йыйып һәм һаҡлап барған ялтырап һәм ҡулға тотҡанда ҡыштырлап торған ҡағыҙын (элек сәй төрөлдө) биреүе ҡыуандыра ине. Ҡыҫҡаһы, шыршы байрамын дүрт күҙ менән көтөп алдыҡ.
Бер-береңә бүләктәр теләктәр яҙып биреү, серҙәштәреңдекен Яңы йыл төнөндә уҡыу... Беҙ әле лә теләк теләйбеҙ һәм уның тормошҡа ашырына өмөтләнәбеҙ.
Әҙәм балаһының күңелендә мөғжизәгә ышаныу әле лә һаҡланған, ошо ышаныс йәшәтә, маҡсаттар билдәләргә ярҙам итә. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр беребеҙ яҡшы нимәлер көтә.
Яңы йылға аяҡ баҫтыҡ. Донъялар имен булһын, дәртләнеп йәшәргә, ең һыҙғанып эшләргә, ижад итергә көс бирһен, сағыу тәьҫораттар насип итһен.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә