Ваҡыттың үткәне күҙ асып йомғансы, тибеҙ. Йырҙағыса, көн артынан көн уҙа, ай артынан ай уҙа. Бер йылды икенсеһе алмаштыра. Шул саҡта Яңы йылды байрам итәбеҙ.Ысынлап та, йылына бер тапҡыр ғына була торған был байрам иң серлеләрҙән һанала. Бөтә ғаилә ҡатнаша шыршыны биҙәгәндә. Үткән йылдарҙан ҡалған, әммә иң ҡәҙерле уйынсыҡтарҙы ҡумтанан сығарыуы үҙе бер һөйөнөс, уларға яңылары ла өҫтәлһә... Кәнфит, ирис кеүек төрлө тәмләткестәр элеү, ҡыҫҡаһы, һөйләп аңлатырлыҡ түгел.
Иң мөһиме – алдан уҡ кем йәки нимә булып кейенеү тураһында хәстәрлек күрә башлайбыҙ. Күптәр ҡырағай йәнлек ҡиәфәтенә инә, бигерәк тә ҡуян, төлкө, айыу булыу киң таралған. Ҡыҙҙарҙың ҡар бөртөгө, һинд ҡыҙы, ә малайҙарҙың шайтан йәки ен кейемен кейеп, танымаҫлыҡ хәлгә инеүе... Шулай уҡ мушкетер, ҡыҙылармеец, рыцарға әйләнеп тә әллә кем булып йөрөнөк. Ғөмүмән, ошо хыял беҙҙе дәртләндерҙе, алға әйҙәне. Әсәйҙең йыл һуҙымында йыйып һәм һаҡлап барған ялтырап һәм ҡулға тотҡанда ҡыштырлап торған ҡағыҙын (элек сәй төрөлдө) биреүе ҡыуандыра ине. Ҡыҫҡаһы, шыршы байрамын дүрт күҙ менән көтөп алдыҡ.
Бер-береңә бүләктәр теләктәр яҙып биреү, серҙәштәреңдекен Яңы йыл төнөндә уҡыу... Беҙ әле лә теләк теләйбеҙ һәм уның тормошҡа ашырына өмөтләнәбеҙ.
Әҙәм балаһының күңелендә мөғжизәгә ышаныу әле лә һаҡланған, ошо ышаныс йәшәтә, маҡсаттар билдәләргә ярҙам итә. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр беребеҙ яҡшы нимәлер көтә.
Яңы йылға аяҡ баҫтыҡ. Донъялар имен булһын, дәртләнеп йәшәргә, ең һыҙғанып эшләргә, ижад итергә көс бирһен, сағыу тәьҫораттар насип итһен.