Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңелде күтәргән күрешеү
Күңелде күтәргән күрешеүТольятти ҡалаһында Һамар өлкәһе Халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалы уңышлы эшләй башланы. Беҙ өлкә башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Сафиулла Вилданов менән шунда юл алдыҡ. Унда йәшәгән ике меңгә яҡын башҡортто күреп һөйләшергә, киләсәккә пландар ҡорорға тигән бурыс ҡуйылды.

Юлда китеп барғанда, белгән-күргән кешеләребеҙгә шылтыратып, таныштарына әйтеүҙәрен үтенеп, Тольятти мәҙәниәт йортонда осрашырға һөйләштек.
Фойела төрлө уйындар ойошторғандар, икенсе ҡатта бында йәшәгән һәм эш ойошмалары булған халыҡ үҙҙәренең күргәҙмәһен асҡан, концерт программаһы бара. Эй эҙләй­беҙ милләттәштәребеҙҙе, юҡ икән беҙҙең баш­ҡорттар. Аптырағас, үҙебеҙгә оҡшаған ке­ше­ләрҙән һораша башланыҡ: “Һеҙ башҡорт түгелме?” — тип. Юҡ, төрлө милләт, үкенескә ҡаршы. Башҡорттарҙы бында осрата алма­ныҡ, өмөтөбөҙҙө өҙөп, күңелһеҙләнеп концерт ҡарау ниәтенән урындарыбыҙға инеп ултырҙыҡ.
Байрам менән ҡотларға ҡала властары вәкилдәре — Үҙәк район хакимиәте башлығы Артем Гончаров, ҡала хакимиәте аппараты етәксеһе Татьяна Блинова килгән.
— Тольятти ҡалаһында 100-ҙән ашыу мил­ләт вәкиле йәшәй, берҙәм булыр өсөн уңайлы шарттар булдырабыҙ. Бына 200 кеше һыйырлыҡ зал, сәхнә һәм башҡа бүл­мәләр тәҡдим ителә, — тине Татьяна Блинова.
Сәхнәлә төрлө милләт үҙәктәре рәйес­тәрен, әүҙем ағзаларын бүләкләнеләр. Концерт тамамланғас, фойеға сығып, һаман тирә-яҡты ҡараштырабыҙ. Инде берәү килеп ҡосаҡлап алды, ҡараһам, Гөлнур туғанымдың ҡәйнәһе Фрүдә Рыбакова икән, тағы Хәсән ауылы ҡыҙы Зифа Павлова ҡыҙы һәм атаһы Йомағол менән, Таллы ауылы ҡыҙы Әнисә Латипова (Ғәбделәхәт ағай Латиповтың ҡыҙы) ғаиләһе менән килгәндәр. Бер аҙ күңел күтәрелеп китте. Фрүдә Рыбакова үҙенең таныштары араһында башҡорт йырсылары ла, гармунсылары ла, бейеүселәре лә барлығын әйтте. Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы асылыуға бик ҡыуанды.
Әнисә Латипова үҙенең таныштары менән ҡоролтай ойошмаһында эшләргә теләген белдерҙе. Зифа Павлова бик әүҙем ҡатын, йылмайып, башҡорттарҙы берләштерергә теләге барлығын әйтте.
Күрешеү һәм бергә эш башлау хыялы күңелде күтәрҙе. Беҙҙең беренсе аҙым уңышлы юл алһын ине, тигән өмөт уянды.


Автор: Зөлхизә ШӘРӘФЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә