Тольятти ҡалаһында Һамар өлкәһе Халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалы уңышлы эшләй башланы. Беҙ өлкә башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Сафиулла Вилданов менән шунда юл алдыҡ. Унда йәшәгән ике меңгә яҡын башҡортто күреп һөйләшергә, киләсәккә пландар ҡорорға тигән бурыс ҡуйылды.Юлда китеп барғанда, белгән-күргән кешеләребеҙгә шылтыратып, таныштарына әйтеүҙәрен үтенеп, Тольятти мәҙәниәт йортонда осрашырға һөйләштек.
Фойела төрлө уйындар ойошторғандар, икенсе ҡатта бында йәшәгән һәм эш ойошмалары булған халыҡ үҙҙәренең күргәҙмәһен асҡан, концерт программаһы бара. Эй эҙләйбеҙ милләттәштәребеҙҙе, юҡ икән беҙҙең башҡорттар. Аптырағас, үҙебеҙгә оҡшаған кешеләрҙән һораша башланыҡ: “Һеҙ башҡорт түгелме?” — тип. Юҡ, төрлө милләт, үкенескә ҡаршы. Башҡорттарҙы бында осрата алманыҡ, өмөтөбөҙҙө өҙөп, күңелһеҙләнеп концерт ҡарау ниәтенән урындарыбыҙға инеп ултырҙыҡ.
Байрам менән ҡотларға ҡала властары вәкилдәре — Үҙәк район хакимиәте башлығы Артем Гончаров, ҡала хакимиәте аппараты етәксеһе Татьяна Блинова килгән.
— Тольятти ҡалаһында 100-ҙән ашыу милләт вәкиле йәшәй, берҙәм булыр өсөн уңайлы шарттар булдырабыҙ. Бына 200 кеше һыйырлыҡ зал, сәхнә һәм башҡа бүлмәләр тәҡдим ителә, — тине Татьяна Блинова.
Сәхнәлә төрлө милләт үҙәктәре рәйестәрен, әүҙем ағзаларын бүләкләнеләр. Концерт тамамланғас, фойеға сығып, һаман тирә-яҡты ҡараштырабыҙ. Инде берәү килеп ҡосаҡлап алды, ҡараһам, Гөлнур туғанымдың ҡәйнәһе Фрүдә Рыбакова икән, тағы Хәсән ауылы ҡыҙы Зифа Павлова ҡыҙы һәм атаһы Йомағол менән, Таллы ауылы ҡыҙы Әнисә Латипова (Ғәбделәхәт ағай Латиповтың ҡыҙы) ғаиләһе менән килгәндәр. Бер аҙ күңел күтәрелеп китте. Фрүдә Рыбакова үҙенең таныштары араһында башҡорт йырсылары ла, гармунсылары ла, бейеүселәре лә барлығын әйтте. Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы асылыуға бик ҡыуанды.
Әнисә Латипова үҙенең таныштары менән ҡоролтай ойошмаһында эшләргә теләген белдерҙе. Зифа Павлова бик әүҙем ҡатын, йылмайып, башҡорттарҙы берләштерергә теләге барлығын әйтте.
Күрешеү һәм бергә эш башлау хыялы күңелде күтәрҙе. Беҙҙең беренсе аҙым уңышлы юл алһын ине, тигән өмөт уянды.