Был донъянан китер мәле яҡынлашҡан әҙәм балаһының күҙендәге “кешеһе” һүнә, тиҙәр. Йәғни нуры ҡалмай.
Ошондай хәлдә килеп инә утыҙ йәштәр самаһындағы ҡыҙ Рәшит Рәйес улы янына. Өс көн дауалай уны халыҡ табибы. Һүҙ менән дә, күҙ менән дә, ҡулдарының көсө менән дә...– Был хәл байтаҡ йылдар элек булды. Хәҙер ул ҡатын Австралияла йәшәй. Теш технигы һөнәре буйынса эшләй, шылтыратып тора, – ти Рәшит Мөфтәхов.
– Ә нимәнән килеп сыҡҡан һуң уның “сире”?
– Кеше тормошта үҙ яҙмышын үҙе һайларға тейеш. Ә был ҡыҙға (әйҙәгеҙ, исемен Нурия тип алайыҡ) яҡындары яғынан, бигерәк тә әсәһе тарафынан ныҡ баҫым яһалған: “теге егет менән йөрөмә, быныһын һайлама, улай эшләмә, былай итмә”.
Ҡыҫҡаһы, ҡыҙҙың тормошона ҡыҫылып, һәр аҙымын контролдә тотҡандар. Һөҙөмтәлә уның үҙенсә йәшәргә мөмкинлеге булмаған, яҡындарын рәнйетеүҙән дә ҡыйынһынған. Ике ут араһында ҡалған кешенең, беләһегеҙ, сараһыҙлыҡтан һуңғы аҙымға барыуы ла ихтимал. Тап ошондай хәлдә уға кемдер миңә килеп күренергә кәңәш иткән.
– Тимәк, һеҙ – быуын ултыртыусы ғына түгел, ә гипноз, һүҙ, им менән дауалаусы ла. Был ҡөҙрәт һеҙгә ҡайҙан килгән?
– Тыумышым менән Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылынанмын. Ҡартатайым Йыһандар Йыһандар улы Кулиев тирә-яҡта билдәле быуын ултыртыусы булған. Инәйем (беҙҙең яҡта әсәйҙе шулай тиҙәр) Нәсимә Йыһандар ҡыҙына ла күскән был һәләт. Инәйем ноҡот та һала торғайны. Өфөнән, Бәләбәй, Дәүләкән һәм башҡа райондарҙан, күрше-тирә ауылдарҙан кешеләр килә ине. Кемдең малы йәки башҡа әйбере юғала, инәйемдән ярҙам һорайҙар. Ул тиҙ генә ноҡот таштарын таратып ебәрә лә, әйбере табыламы-юҡмы, йә малын һуйып ашағандармы – шуларҙы әйтеп бирә ине.
– Бәләкәйҙән ошоларҙы күреп, күңелегеҙгә һеңдереп үҫтегеҙ инде. Улар махсус рәүештә дауалау серҙәрен өйрәттеләрме?
– Инәйемдең ҡайһы быуынды нисек итеп ултыртҡанын ҡарап, күреп ултыра инем. Үҫә төшкәс, үҙе менән эйәртеп тә йөрөнө. Мәҫәлән, күршебеҙҙә йәшәгән Вәкилә исемле еңгәйҙең үгеҙ малы сирләп киткән, ашамай тик ята икән. Мал табибы бер ниндәй ҙә ауырыуын тапмаған. Аптырағас, еңгәй инәйемә кергән. Инәйем, ярҙам итерһең, тип һигеҙ йәштәрҙәге мине лә эйәртеп алды. Малды ҡарағас, бот һөйәге сыҡҡан бит, тине. Бәләкәй булһам да, ул миңә үгеҙҙең аяғын тотошоп торорға ҡушты. Эре малдың һөйәген нисек ултыртҡандыр, әле булһа аптырайым. Бындай эшкә хатта ирҙәрҙең дә көсө етерлек түгел бит. Әллә нисә көн ятҡан мал һин дә мин тороп ашай башланы.
– Ә һеҙ ҡасан үҙаллы хикмәт күрһәтә башланығыҙ?
– Атайымдың әсәһе – Ғәфифә нәнәйем миңә ҡарап: “Был бала ябай түгел”, – тип йыш әйткән. Бәләкәй саҡтағы бер ваҡиғанан һуң үҙем дә ошоға ышана биреп ҡуйҙым.
Ике туған Вәли исемле ағай менән тышта уйнап йөрөйбөҙ. Башҡа ғәжәп бер уй килде. Кәртәгә ҡунған сәпсекте тотоп, Вәлигә бирергә булдым. Теге ышанмай. Ипләп кенә барҙым да, ҡошто тотоп, тегегә күрһәттем. Аҙаҡ осороп ебәрҙем. Вәли аптырауҙан ауыҙын асып ҡалды.
Байтаҡ йылдар үтеп, минең кешеләрҙе дауалағанды ишеткәс, әлеге Вәли минең хаҡта: “Ул бәләкәйҙән шулай хикмәтле ине”, – тип һөйләгән.
– Ә шулай ҙа, ҙурайғас, был һәләтегеҙҙе иң беренсе ҡайҙа ҡулландығыҙ?
– Мәктәптән һуң армияға киттем. Байкал аръяғы округында сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем. Ҡытай сиге 500 метр арала ғына ята. Мин взвод командиры урынбаҫары инем. Ноябрь айы. Часта дежурмын. Шул саҡ күҙәтеү вышкаһында һаҡта торған һалдат йығылып төшкән. Мин уны ҡараным да ҡулбаш һөйәге сыҡҡанлығын билдәләнем. Урынына ултырттым. Ошо осраҡтан һуң хеҙмәттәштәр араһында абруйым күтәрелеп китте.
– Ә ҡасан ныҡлап кешеләрҙе дауаларға тотондоғоҙ?
– Армиянан ҡайтҡас, бер аҙ үҙебеҙҙең ауылда янғын һүндереүсе ярҙамсыһы булып эшләп алдым да шунан Шишмәләге 48-се СПТУ-ға уҡырға киттем. “КамАЗ” машиналарын йөрөткән шофер, механик һөнәрен алып сыҡтым. Унда көнсығыш көрәше секцияһында шөғөлләндем. Буласаҡ кәләшем Сәғәҙәт менән таныштым. Өйләнешеп, Горный ауылында йәшәй башланыҡ.
Бер мәл һул яҡ күкрәгем ныҡ итеп ауырта башланы. Ҡәйнәм Ҡара Яҡуп ауылында йәшәгән халыҡ дауалаусыһы, ике туған ҡустыһына күренеп ҡарарға кәңәш итте. Башта риза булмай йөрөнөм, үтә ул, тинем. Ә ауыртыу үтмәй ҙә үтмәй. Шунда етәкләп тигәндәй күрше ауылға алып киттеләр.
Барһаҡ, кеше шул тиклем күп. Оҙаҡ көтөргә тура килде. Әүфәс ағай (уны Башҡортостанда яҡшы беләләр, шәп дауалаусы ине) миңә ҡараны ла: “Ниңә килдең?” – тине. Хәлемде һөйләп биргәс: “Һинең үҙеңә кешеләргә ярҙам итергә кәрәк, ҡөҙрәтле көсөң бар бит, был ауырыу шуға ишара яһай”, – тине һәм бер нисә сере менән уртаҡлашты. Ул бит хатта сыҡҡан быуынды ҡул менән теймәйенсә генә ултыртыу көсөнә эйә ине.
Кешеләрҙе стресс хәленән нисек сығарырға, аҙаҡ, сеанстан һуң, үҙең нисек таҙарынырға өйрәтте. Ҡартатайым һәм инәйемдән ҡала Әүфәс ағай Усмановты үҙемдең остазым тип иҫәпләйем. Ул минең дауалағанды күҙәтеп, контролдә тотто, ҡайһы саҡ хатта кешене ҡараған саҡта телефондан шылтыратып, кәңәштәрен бирә торғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер мәрхүм инде. Ҡатыны Зәһүрә апай менән йылҡы тотоп, ҡымыҙ бештеләр. Уларҙың шифалы эсемлеген ситтән килгән ҙур ҡунаҡтарҙы һыйларға Өфөнән килеп алып китәләр ине.
– Иң ауыр пациентығыҙ кем булды?
– Өфөнән 23 йәшлек наркоман ҡыҙҙы алып килделәр. Быға тиклем ундай сирҙәрҙе дауаларға тотонғаным юҡ ине. Башта ризалашманым. Ата-әсәһе күҙ йәше аралаш бик үтенеп һорағас, тәүәккәлләргә булдым. Көн дә ҡыҙҙы ата-әсәһе баш ҡаланан килтереп йөрөнө.
Бик ауыр булды. Үҙем аҙаҡ ныҡ ыҙаландым. Яман сирҙән ҡотолған ҡыҙҙары өсөн шатланып, ата-әсәһе рәхмәт уҡып бөтә алманы. Тик мин башҡаса ундай ауырыуҙар менән эшләмәҫкә булдым. Үҙем хәлдән таям, киренән көс туплауы ҡыйын.
– Ишетеүебеҙсә, һеҙгә хатта сит илдәрҙән дә киләләр икән...
– Бая һөйләп киткән Нурия исемле ҡатын Америкалағы бер танышын – инглиз ҡатынын алып килде. Ул быға тиклем ҡайҙа ғына булмаған. Үҙенең әйтеүенә ҡарағанда, Һиндостанға ла, Мысырға ла барған, шамандарға ла күренгән. Береһенең дә файҙаһын күрмәгән. Аяғы ауыртыуҙан сатанлап йөрөй ине.
Инглиз ҡатынының һөйләгәнен Нурия тәржемә итеп, хәлдең айышын төшөндөргәс, ҡарай башланым. Ҡырҡ биш минуттан һуң: “Тор, йүгер!” – тинем. Был аптырап ҡараны ла башта тороп баҫты, атлап китте. Һылтыҡлау юҡ. Бер – миңә, бер Нурияға ҡарай. Шунан һикереп алды ла мине ҡосаҡлап илап ебәрҙе.
– Шулай әллә нисә йыл ыҙаланыуының сәбәбе ниҙә булған һуң?
– Бик ябай: янбашындағы нервыһы ҡыҫылған.
...Халыҡ дауалаусыһы Рәшит Рәйес улы Мөфтәхов менән беҙҙең танышыуыбыҙға ла сир сәбәпсе булды. Уң ҡулдың бармағы һынып, ике ай гипста йөрөгәндән һуң да йүнәлмәгәс, шеше ҡайтмағас, быуыны сыҡҡандыр тип, халыҡ табибын эҙләй башланыҡ. Ай-һай, ҡыйын икән ундай кешене табыуы. Ҡәләмдәшебеҙ Нурия Әхтәмоваға рәхмәт, ул ярҙам итте.
– Беҙҙең Рәйхана апайым да ҡулбашы ауыртып оҙаҡ ыҙаланды. Дауаханаларҙа йөрөп тә шифаһын тапманы. Аптырағас, Мәрйәм апайым уны Шишмә районындағы халыҡ дауалаусыһына алып барҙы. Шунан рәтләнеп китте, бәлки, уға мөрәжәғәт итерһегеҙ, – тине.
Сираттағы тапҡыр барғанда, Рәшит Рәйес улының ҡапҡа төбөндә бер егет көтөп ултыра ине. Өфөнән килгән. Йылына ике-өс тапҡыр күренеп, дауаланып китә икән. Әлеге мәлдә ныҡ ауыртынмаһа ла, профилактика йәһәтенән килгән.
– Төҙөлөштә эшләйем, ауыр күтәрергә тура килә, шуға умыртҡа һөйәген ҡаратып, дауаланып китәм, – тине ул.
Һай, афарин егет! Бөтә кеше лә шулай һуңғы сиккә еткәнен көтмәйенсә мәлендә тикшерелеп, дауаланһа икән дә бит. Юҡ шул, үҙ һаулығыбыҙға ифрат битарафбыҙ. Аҙаҡҡы сиккә еткәс кенә йүгерә башлайбыҙ. Ә бит ул саҡта һуң да булып ҡуя...
Беҙ күренеп ҡайтырға сыҡҡанда, халыҡ дауалаусыһының өйө янына йәнә бер ҡара машина килеп туҡтаны.
– Бер туғаныбыҙ һеҙҙе бик маҡтаны, шуға килдек, – тине Эльвира исемле ханым беҙҙе оҙатырға сыҡҡан Рәшит Рәйес улына.
Башҡаларҙы нисек дауалағанын бик тә күрге килеп, беҙ ҙә кире боролдоҡ. Ирле-ҡатынлы пар икеһе лә банкта эшләй булып сыҡты.
– Ун икешәр сәғәт компьютерҙа ултырып, умыртҡа һөйәге лә, муйын, яурын, ҡул һөйәктәре лә ауырта, – тине ҡатыны.
Рәшит Рәйес улы башта ирҙе ҡабул итте, берәй аҙнанан тағы килергә ҡушты. Ҡатынға өс айҙан һуң ҡабат күренеп китергә кәрәклеген әйтте. Халыҡ табибының ауырыуҙарҙы нисек дауалауын яҙып тороуҙың кәрәге юҡтыр. Һәр кешегә, сиренә ҡарап, айырым алымдар ҡуллана.
– Йәй көнө кешеләр күберәк бесән әҙерләгән мәлдә ҡулдары имгәнеп килә, ҡышын боҙлауыҡта тайып йығылып аяҡтарын дауалатырға йөрөй, – ти Рәшит Рәйес улы. – Унан һуң хәҙерге мәғлүмәт ныҡ күп заманда халыҡ стрестан бик яфалана. Мейе, баш, сүп һауыты кеүек, бөтә мәғлүмәтте үҙенә тултыра. Шуларҙан таҙарынып торорға кәрәк. Кешеләргә ярҙам итеп, үҙҙәрен стрестан нисек һаҡларға, нисек артыҡ мәғлүмәттән бушанырға ла өйрәтәм.
Рәшит Рәйес улының күрәҙәселек һәләте лә бар. Күптән түгел үҙе лә шундайыраҡ хикмәткә эйә булған бер ҡыҙ килгәс, улар бер-береһенә ҡарап тора ла көлөп ебәрә. Шунан Рәшит Рәйес улы: “Ниңә килдең? Һин үҙең дә кеше дауалайһың бит, күрәҙәлегең дә бар”, – ти. Үҙе бала сағында булған бөтә ваҡиғаларҙы һөйләп бирә. Аптыраған ҡыҙ: “Әлбиттә, миндә лә хикмәт бар, әммә һеҙҙән өйрәнәһем күп”, – тигәс, Рәшит Рәйес улы уның менән айырым шөғөлләнә башлай, дауалау серҙәре менән уртаҡлаша.
Үҙе тураһында яҙырға рөхсәт һорағас, башта тыңларға ла теләмәне, ҡаршы булды. Икенсе тапҡыр барғанда һүҙ араһында бирелгән бер нисә һорауыма яуап алғас: “Һеҙгә әле Германияла йәшәп ятҡан, үҙе Шишмә районынан булған Валентин исемле егеттең йыл да күренеп китеүен беләбеҙ (“боҙоҡ телефон” еткереп тора), Австралиянан, Американан да килеүселәр бар, яҡын-тирәлә лә үҙегеҙҙе белмәгән кеше юҡ, ә бит Башҡортостанда һеҙҙең кеүек дауалаусыларға мохтаждар күп, уларға ла ярҙам кәрәк, зинһар, баш тартмағыҙ”, – тиеүгә бер аҙ ыңғайлай биреп ҡуйҙы. Әммә “Бай баҡса” тапшырыуын төшөрөргә барғанда, үҙен дауалау мәлендә камераға яҙҙырып алыуҙан баш тартты.
– Кешеләр мине былай ҙа белә, таба, килә. Артыҡ реклама һәйбәт түгел. Барыһын да ҡарарға көс тә, ваҡыт та кәрәк бит, – тине.
Өсөнсө тапҡыр килгәндә, халыҡ дауалаусыһы менән әҙме-күпме һөйләшеү мөмкинлеге булды. Аҙнаһына ике-өс көн генә ҡабул итә ул. Шул ваҡыт эсендә унлап кешене ҡарап өлгөрә. Егерме ете йыл эсендә дауаланған халыҡ һаны ун өс меңгә етә яҙа. Рәшит Мөфтәховтың имле ҡулдарына, хикмәт-ҡөҙрәтенә баш эйергә генә ҡала.