Алдынғы ҡарашлы был төбәк Башҡортостан автономияһының юбилейына әҙерлек буйынса ла алға сыҡты: Рәсәй Федерацияһының тәүге республикаһының тыуған көнө тап Һамарҙа билдәләнә башланы. “Һамар башҡорттары – тарихы, бөгөнгө хәле һәм үҫеш перспективалары” тип аталған ғилми-ғәмәли конференция Башҡортостандың тарихына, ошо өлкәлә йәшәгән башҡорттарҙың көнитмешенә арналды. Бөгөн был төбәктә 157 милләт вәкиле йәшәй, үҙ заманында әлеге Һамар өлкәһенең байтаҡ өлөшө тарихи Башҡортостанға ҡараған булған. Милләттәштәребеҙҙең һаны – ете меңдән ашыу.
Рәсәй буйынса Башҡорт автономияһының тыуған көнө 2018 – 2019 йылдарҙа үтәсәк, ә Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ойоштороу комитетын төҙөп, был сараға әҙерлекте бөгөн үк башланы. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Харис Йомағолов, автономия башында торған шәхес, тап Һамар өлкәһенән.
“Түңәрәк өҫтәл”де өлкә башҡорттары ҡоролтайы башҡарма рәйесе Сафиулла Вилданов алып барҙы. Конференцияла ҡотлау һүҙе менән Һамар өлкәһе хакимиәтенең йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү мониторингы департаментының милли һәм конфессиональ сәйәсәт идаралығы етәксеһе Надежда Осипова сығыш яһаны.
– Беҙҙең төбәк – башҡорт халҡының йәйләгән ерҙәре. Бында бөгөн дә уларҙың йолаларына бәйле байрамдар ойошторолоп тора. Йыйын, Ҡарға туйҙар – урындағы халыҡ яратып ҡабул иткән сараларҙан. “Ырғыҙ” гәзите, “Беҙ – башҡорттар” альманахы сыға. Бер ҡараһаң, бынан ун йыл элек Һамар өлкәһе Хөкүмәтендә ҡурай моңо яңғырауы ғәжәп тә кеүек ине, ә бөгөн беҙҙең сараны ҡурайсы асып ебәрҙе. Туған моңдар тыуған ерҙә ана шулай яңғырап торорға тейеш! – тине ул. Эйе, байрамда ла Лилиә Маликтың ҡурай моңдары тәбрикләне был көндә.
Өлкә Мәҙәниәт министрлығының баш белгесе Мария Пошехонова: “Башҡорт автономияһының 100 йыллығына арналған байрамдың ни тиклем мөһим икәнен беҙ яҡшы аңлайбыҙ, был хаҡта Рәсәй Президентының Указы ла әйтеп тора. Шуға бәйле беҙҙә лә тематик дәрестәр ойоштороласаҡ. Ф. Ғәскәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең гастролдәре лә көтөлә. Оло Чернигов районында ла байтаҡ саралар ҡаралған”, – тип мәҙәниәт өлкәһенә бәйле саралар менән таныштырҙы.
Һамар ҡалаһы хакимиәте вәкиле Дмитрий Долганов башҡорт тарихын бик яҡшы белә булып сыҡты. Ул, һүҙен “төньяҡ амурҙары”нан башлап, Рәсәйҙең һәр яуында ҡатнашҡан, ҡаһарманлыҡ күрһәткән ата-бабаларыбыҙға дан йырланы. Хатта Башҡортостанға арналған шиғырҙар ҙа уҡыны. Бының сере аҙаҡ ҡына асылды – баҡтиһәң, ул үҙе лә Башҡорт дәүләт университетында уҡыған һәм ҡурай моңона, Урал тауҙарына ғашиҡ булған. Тольятти ҡалаһы хакимиәтенең йәмәғәтселек менән эшмәкәрлек бүлеге хеҙмәткәре Ольга Белоусова, Һамар өлкәһенең был ҡалаһынан да сәләмдәрен тапшырып, юбилейға бәйле саралар уҙасағы хаҡында хәбәр итте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының баш белгесе Алһыу Сирғәлина Башҡортостан автономияһына бәйле тәүге сараны һамарҙар ойошторғанына рәхмәт әйтте. Ул шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Уға Һамар өлкәһе хакимиәтенең йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү мониторингы департаментының милли һәм конфессиональ сәйәсәт идаралығы етәксеһе Надежда Осипова, Оло Чернигов районы хакимиәте башлығы Тамара Перова, Оло Глушица районы хакимиәте башлығы Александр Грибеник, Һамар өлкәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Дмитрий Холин, Кинель районының Бәләкәй Малышевка ауыл хакимиәте башлығы Сергей Курапов, Һамар өлкәһенең “Халыҡтар дуҫлығы йорто” директоры Евгения Хоровинникова лайыҡ булды. Киләсәктә лә улар менән ҡулға-ҡул тотоношоп, башҡорт халҡының бөгөнгөһөн көйләү, тарихын тергеҙеү буйынса аныҡ эштәр башҡарырға яҙһын.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, билдәле тарихсы Нурислам Ҡалмантаев сығышын “Ырымбур һәм Һамар башҡорттарының милли хәрәкәттә ҡатнашыуы” тигән темаға арнаны. “Тарихҡа күҙ һалһаҡ, шуны күрәбеҙ: уҙған быуат башында Һамар һәм Ырымбур өлкәһе башҡорттары үҙ-ара тығыҙ аралашып йәшәгән. Милли хәрәкәттә лә тап ошо ике төбәктең аҫыл ир-егеттәре әүҙем ҡатнашҡан. Аллабирҙе Йәғәфәров менән Харис Йомағоловтарҙың исемен атап китеү ҙә етә. Бөгөн беҙҙең бурыс – уларҙың исемен мәңгеләштереү өсөн саралар күреү. Иҫтәлекле таҡтаташ асыу, урамдарға исем биреү кеүек эштәрҙе атҡарып сығыу – заман талабы”, – тине ул.
Башҡортостандың Китап палатаһы директоры, тарихсы Азат Ярмуллин үҙ сығышында “Рождение башкирской республики: 100 личностей” тигән китабынан тап Һамар өлкәһенә бәйле шәхестәр, атап әйткәндә, Харис Йомағолов хаҡында һөйләне. Уның сығышынан өҙөктө гәзит уҡыусыларға айырым тәҡдим итәбеҙ.
Сәйәси фәндәр докторы Наталья Мөхәмәтшинаның сығышы шулай уҡ бик ҡыҙыҡлы булды. Ул “Этномәҙәни белем биреү һәм Һамар өлкәһендәге граждандарҙың үҙ-ара килешеп йәшәүе: социаль заказ, этник әүҙемселәрҙең позицияһы, власть сәйәсәте” тип аталған докладында урындағы халыҡтың ниндәй телдәрҙе өйрәнергә теләүенә, шарттар тыуҙырылыуға, дуҫлыҡ төшөнсәһен нисек аңлауына бағышланды. Уның социологик һорау алыу һөҙөмтәһендә яһалған һығымталарына ҡарағанда, урындағы башҡорттар телен өйрәнеүгә ҡаршы түгел, улар хатта бер нисә тел өйрәнеү яҡлы. Шул уҡ ваҡытта туған телде өйрәнеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу ҙа мөһим бит әле. Ә бөтә Рәсәйҙә был өлкәлә сәйәсәт бер төрлө: өйрәт, ата-әсә, балаңа туған телеңде! Өйрәтәйек һуң!
Һамар өлкәһенең Мәғариф һәм фән министрлығы Көньяҡ идаралығының әйҙәүсе белгесе Галина Перова башҡорт телен уҡытҡан мәктәптәр тураһында һөйләне. Диңгеҙбай ауылында утыҙлаған бала туған телде өйрәнә икән.
Һамар өлкәһенең “Халыҡтар дуҫлығы йорто” директоры Евгения Хоровинникова башҡорттар менән был йортта даими саралар уҙғарыуы, эште алып барыуы еңел булыуын әйтеп үтте.
Өфөнөң 160-сы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Дауыт Шәмғүнов сығышын ошо төбәктән сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәргә арнаны. Беҙ уның да яҙмаһын гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ. Әйткәндәй, Дауыт ағай – үҙе заманында ҡоролтай эшен башлап, төбәк башҡорттарын туплау менән шөғөлләнгән шәхес. Ул шулай уҡ яҙыусы Хәмит Ирғәлиндең Харис Йомағолов хаҡында пьеса яҙыуы тураһында бәйән итте. Республиканың 100 йыллығын билдәләгән саралар араһында ошо спектаклдең премьераһын да күрергә насип булһын, тип теләйек. Әйткәндәй, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Салауат Хәмиҙуллиндың “Беспартийный коммунист” документаль фильмы тап уға бағышланған.
Урындағы “Ырғыҙ” гәзитенең, “Беҙ – башҡорттар” журналының баш мөхәррире Сәлимә Краснова сығышын башҡортса сыҡҡан баҫмаларға бағышланы. Эйе, ваҡытлы матбуғатты алдырыусылар бында ла һирәгәйгән, дәүләт учреждениелары тарафынан да әллә ни хәстәрлек юҡ икән. Ул конференцияның резолюцияһында ошо ике баҫмаға аҡса бүлеү мәсьәләләре ҡаралыуын һораны.
Оло Чернигов район вәкилдәре йыйылышы рәйесе Надежда Шаповалова төбәктәге башҡорттарҙың йәшәү рәүеше тураһында һөйләне. Бөгөн уларҙың районында Ҡыпсаҡ (Имәләй), Бөрйән (Үтәкәй), Кинйәғол, Таллы (Ҡасҡын), Ырғыҙ, Диңгеҙбай ауылдарында башҡорттар йәшәй. Хәсән ауылында бөгөн берәү ҙә йәшәмәй тиерлек. Районда ике урында мәсет һалынған. Оло Чернигов тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының “Ырғыҙ күгендәге йондоҙҙоң эҙе” экспозицияһында ошо яҡтың арҙаҡлы башҡорттары хаҡында ла мәғлүмәттәр тупланған. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Һәҙиә Дәүләтшина, яҙыусы, Мәғариф наркомы Ғөбәй Дәүләтшин, мәшһүр уҡытыусы, мәғариф министры Фатима Мостафина – ошо райондан. Бына ниндәй аҫыл ҡыҙҙар һәм егеттәр үҫтергән Һамар ере башҡорт милләте өсөн! Уларҙың эшен артабан Дауыт Шәмғүнов, Хөснулла Шөғәйепов, Фатима Шағаева, Ғәбделхәй Усмановтар дауам иткән.
Бөгөн Ырғыҙ ауылында башҡорт мәҙәниәте үҙәге асылған. Ҡасҡын ауылында ла башҡорт мөхите музейы эшләй. Өфөлә үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаларында беҙҙең балалар ҙа ҡатнаша һәм призлы урындар алып ҡайта. “Ҡыңғырауҙар” бейеү ансамбле, “Ырғыҙ” балалар ҡумыҙсылар төркөмө, “Туған моңдар” фольклор коллективы ла Башҡортостанда үткән байрамдарҙа сығыш яһап, уңыштар ҡаҙана”, – тине ул, төбәк башҡорттарын маҡтап телгә алып. Дауыт Шәмғүнов – ҡоролтай ойошмалары бөтөнләй булмаған йылдарҙа халыҡты ойоштороп, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге фекерҙәрен төбәктәге милләттәштәренә еткергән кеше. Афарин тибеҙ рухлы, бөгөн дә сафта ҡалған ағайҙарға!
Һамар ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Камилә Һиҙәкова урындағы Мәҙәниәт министрлығына рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ милли кейемдәр менән ярҙам итеүҙәрен һораны. Ә Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Зөлхизә Шәрәфетдинова 100 йыллыҡ уңайынан төбәк шәхестәренең исемен мәңгеләштереү эшен әүҙемләштереүҙе хупланы.
Башҡорт ҡоролтайын төбәктә ойоштороуға күп көс һалған уҙамандарҙың береһе Сынтимер Ғарифов ҡатнашты был сарала. Ул йәш быуынға, бөгөнгө ҡоролтай ағзаларына уңыштар теләне. “Иң мөһиме – рухиәтте һаҡларға кәрәк. Әгәр инде телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы ҡәҙерләйбеҙ икән, беҙгә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамаҫ”, – тине ул.
Кем генә сығыш яһамаһын, һәр кемдең телмәрендә йәнә лә өс исем яңғыраны – ул Башҡорт автономияһы башында әүҙем эш алып барған, ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуғы өсөн көрәшкән Рабиға Йомағолова-Ҡушаева, мәшһүр әҙибә, һоҡланғыс шәхес Һәҙиә Дәүләтшина, Башҡортостан мәғарифын күтәргән Фатима Мостафина. Уларҙың исемен мәңгеләштереү эше Һамар өлкәһендә лә барырға тейеш. Филология фәндәре кандидаты, ғалимә Гөлнур Ҡасҡынова Һәҙиә Дәүләтшина ижадына, тормошона арнап бик күп мәҡәләләр яҙҙы, китап сығарҙы. Ҡалған икеһе лә лайыҡ был хөрмәткә. Бөрө ҡалаһының зыяратындағы Һәҙиә Дәүләтшинаның ҡәбере тәрбиәләүҙе талап итә. Был хаҡта ла оноторға ярамай.
Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Сафиулла Вилданов урындағы башҡорт ҡоролтайының тарихы, бөгөнгөһө хаҡында һөйләне, эшлекле тәҡдимдәрен еткерҙе. Ул был ойошманы 2004 йылдан етәкләй. Етәксе фекеренсә, бөгөн иң төп хәстәрлек – ул туған телде һаҡлау булырға тейеш, сөнки өлкәлә бөгөн бер генә мәктәптә башҡорт телен өйрәнәләр. Йәштәрҙе милли асылды, мәҙәниәтте һаҡлауға йәлеп итергә кәрәк. Сафиулла Вилданов һамарҙарҙың рәхәтләнеп “Юлдаш” радиоһын тыңлауын хәбәр итте. Был – шулай уҡ ҙур ҡаҙаныш.
БЮТ каналы журналисы Рәшиҙә Ишембәтова ла ижади төркөмө менән Һамар башҡорттары хаҡында тапшырыу эшләне.
Конференция һуңында резолюция ҡабул ителде. Уға ярашлы, төбәктең алдынғы шәхестәренең исемен мәңгеләштереп, иҫтәлекле таҡтаташтар ҡуйыу, 100 йыллыҡ юбилей уңайынан махсус стендтар, экспозициялар асыу, класс сәғәттәре ойоштороу, кластан тыш дәрестәр үткәреү, иҫтәлекле ваҡиғалар буйынса интеллектуаль уйындар уҙғарыу, шәхестәрҙең иҫән ҡалған туғандары менән осрашыу кеүек саралар планы теркәлде. Район гәзиттәрендә Һамар өлкәһенән сыҡҡан башҡорттар хаҡында мәҡәләләр баҫтырыу ҙа, ғилми-ғәмәли конференцияның һөҙөмтәһе итеп брошюра сығарыу ҙа күҙ уңында тотола.
“Түңәрәк өҫтәл” тамамланыу менән халыҡҡа режиссер Булат Йосоповтың “Бабич” фильмы тәҡдим ителде. Унда тарихсылар Нурислам Ҡалмантаев менән Азат Ярмуллин үҙҙәре лә ҡатнашҡан. Эйе, улар ҙур роль дә башҡармай, әммә Илдархан Мутин, ябай халыҡ вәкиле образдары тамашасы күңеленә инеп ҡалғандыр, моғайын. Илдархан Мутин – Татарстандың Аҡтаныш районынан сыҡҡан арҙаҡлы шәхесебеҙ, автономия башында торған күренекле дәүләт эшмәкәре ул. Ябай халыҡ араһынан сығып: “Ә нимә була ул автономия?” – тип һорай Нурислам Ҡалмантаевтың геройы. Бына шуны бар халыҡҡа аңлатырға тейешбеҙ ҙә инде ошо 100 йыллыҡҡа бәйле саралар барышында.
Иҫтәлекле ваҡиғаларға бай көндө Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт ойошмаһының ялҡынлы сығыштары тамамланы.
Һамар өлкәһе.