Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Үҙәндең күркеБар донъяны киске һиллек баҫһа, дала сәхрәләре сихри тынлыҡта йәйрәп ята. Ара-тирә тоноҡ ҡына бала илағаны йә эт өргәне ишетелмәһә, бында йән эйәһе тойолмай. Нисек кенә булмаһын, тыуған ерҙән дә ҡәҙерлерәк урын юҡ шул әҙәм балаһына! Ял ваҡытында Өфөнән Миңһылыу һеңлеһе янына ҡайтҡан Миңзифа Әнүәр ҡыҙы Абдрахманова ошондай кистәрҙә күңел күҙе, йөрәк йылыһы аша үткәндәрҙе бөгөнгөгә, бөгөнгөһөн киләсәккә бәйләп, хәтер сылбырын тағатып ултырырға ярата…


Теге ваҡытта ла кешеләр күптән мал-тыуарын бикләп, киске тамағын ялғап йоҡоға әҙерләнгән. Кескәй Миңзифа һаман Баймаҡ юлынан күҙен алмай, Силәбе педагогия институтына нәүбәттәге һына­уын бирергә киткән атаһын, Әнүәр Сөләймән улы Абдрахмановты, көтә. Ҡайтырға тейеш ине лә, ниңәлер кү­рен­мәй. Ялан яҡ булғас, урман-ағас юҡлыҡтан күп итеп һалам, балсыҡ ҡушып баҫылған саман кирбестән һалынғайны өйҙәре. Ҡыҙыҡай ялан тәпәй ер иҙәнгә баҫып инеү менән өй һалҡыны­нан йоҡоһо килгәнен тоя. Әсәһе, Мәрйәм Абдулла ҡыҙы Дәүләтшина, күптән инде уға урын йәйеп ҡуйған, үҙе һаман һарай тирәһендәге ҡырылмаһа ҡырҡ эшенән айырыла алмай.
Ҡыҙ бала әҙер түшәккә менеп ятыу менән ҡорама юрғанын битенә тиклем тартып ябына ла, көтөп талсыҡҡан тәненең ойоп, әүен баҙарына юлланыуын һиҙмәй ҙә ҡала.
— Уҡыуҙы тамамлауға, директор үҙ урынына мине үрләтеп ҡуймаһындар тип уйламаһа ярай ҙа. Тарих факультетын та­мамлағандарҙы асылда шул урынға раҫлайҙар бит…
Атаһының тауышынан уянып китә ҡыҙыҡай. Күҙҙәрен тырнап асҡас та иртәнге сәй табынында ултырған ата-әсәһенә күҙ һала.
— Ә-ә, ҡыҙым, торҙоңмо? Әйҙә, йыуын да беҙҙең менән сәй эсергә ултыр.
Әле генә әйткән шикелле ине лә, байтаҡ ваҡыт һиҙелмәй үткән. Шул тиклем ышан­ғыһы килмәй! Бала саҡтың ошо татлы минуттарын иҫләгәндә, Миңзифаның күҙҙә­ренә йәш төйөлә.
Үҙән башланғыс мәктәбендә беренсе класта гел бишкә уҡығаны, уҡытыусы ата­һына “атай” йә “ағай” тип тә өндәшә алмай йөҙәгәне әле лә иҫендә. Икенсе класта бер ай уҡығандан һуң, һалҡын тейеп ауырығас, бер йыл уҡыуҙы ҡалдырып тора. Үҙән ауылын “Йылайыр” совхозына ҡушҡас, икенсе, дүртенсе кластар ундағы ҙур мәктәпкә күсерелә, ә Үҙәндә беренсе, өсөнсө кластар ғына ҡала. Атаһы, өйгә яҡын булһын, тип, ҡыҙын икенселә ҡал­дыр­май өсөнсөгә ултырта ла ҡуя. Берәй һорау менән мөрәжәғәт итһә: “Үҙең уйла, үҙең эшлә!”– тип яуаплай атаһы. “Башҡа һинән бер нәмә лә һорамайым”, – тип тызырая ҡыҙыҡай. Ваҡытында быны аңлама­ғанына үкенеп тә ҡуя, әммә атаһының үҙаллылыҡҡа өйрәтеүенә рәхмәт әйтә ул. Уҡытыусы Фәтихә апаһы август айында икенсе класс материалдары буйынса һынау ойоштора. Миңзифа бирешмәй, тырышып уҡып китә.
Күп тә үтмәй, Баймаҡтан педсоветтан ҡайтҡанда 40-тан артыҡ саҡрым ерҙе йәйәү үтеп һалҡын тейҙергән атаһы ауырып түшәккә ята. Яҙын картуф баҡсаһында әҙәм һыймалы соҡор ҡаҙып, шунда утын яғып, ҡуҙҙарын һепереп алғас, яҡын-ти­рәләге үлән-мүлән йыйыштырып, шул соҡорҙо тултыралар. Ауырыу атаһын йылы үләнгә һалып дауалап та ҡарай әсәһе. Ярҙам итмәй. Өй хужаһы 37 йәшендә генә мәрхүм була.
Эй, сабый саҡ, бер ҡатлы саҡ! Атаһы 1956 йылда гүр эйәһе булғас та, байтаҡ ваҡыт быға ышанмай Миңзифа. Хатта ташлап киткәндәй күреп, аң-фиғеленә һыйҙыра алмай, әллә күпме уға үпкә белдерә. Һынау бирергә тип китеп-ҡайтып йөрөүенә күнеккәс, тағы ла ҡайтып төшөр һымаҡ тойола сабыйға.
Быны аңлау менән Миңзифа өсөн донъя түңкәрелә, мәңге балҡып торған ҡояш та һүнгән һымаҡ күренә. Ул Үҙәндең алты балаһы менән “Йылайыр” совхозын­да­ғы урта мәктәпкә уҡырға төшә. Балала­рын алырға килгән ата-әсәләренә иптәш­тәренең ҡыуанышып йүгереүен күреү үҙә­генә төйөн булып ултыра. Миңзифа, быны күрмәҫ өсөн, һәр ваҡыт кеше-ҡара­нан ҡасып, күҙ йәшенә тығылып, байтаҡ ваҡыт ятаҡ артында йәшенеп ултыра.
1959 йылдың апрелендә әсәһе атаһы­ның ике туған ағаһы Әбделкәрим Солтан улына тормошҡа сығырға ҡыҙынан риза­лыҡ һорай. Миңзифа сит ирҙең уларҙа йә­шәүен теләмәй. Береһенән-береһе бәләкәй һеңлеләренә, әле Миңһылыуға, әле Миңлебикәгә, сәңгелдәктә ятҡан, 40 көнө лә тулмаған Бүләкбикәгә бер-бер артлы күҙ йүгертеп сыҡҡандан һуң, төндәр буйы уйланып ята. Бесән сабам, мал аҫы­ра­йым, ҡышҡылыҡҡа яғыу өсөн тиҙәк һу­ғам тип әсәһенең көн-төн бил бөккәне иҫе­нә төшә лә, күңеле ҡырылып, ятҡан ерен­дә урын тапмай әйләнеп-тулғанып сыға. Етмәһә, төнөн йәш ҡатындың өй эргәһенән үтеп-сүткәндәрҙең тәҙрә сирте­үен, бала-сағаға йоҡо бирмәүен ене һөй­мәй. Быларҙы күргеһе килмәй екһенгән ҡыҙыҡай ризалаша.
Әммә күңеленә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ үпкә оялай, сөнки шул саҡтан етемлекте тәрән тоя башлай. Өҫтәүенә атаһы юҡлыҡ­тан әсәһенә йышыраҡ һыйынған ҡыҙҙан бабаһы ҡатынын ҡыҙғанып аптырата. “Үҙеңдең һыйырыңа бесәнде күп һалаһың, минеке ас тора”, – тип уныһы тауыш ҡуп­тара. Инәләре үҙҙәренә алып ҡайтып, уның күңелен табырға тырышып, йәшен­мәк уйнаған булалар. Таҡмаҡ та, йыр ҙа ҡалмай. Ә ҡыҙыҡай атайһыҙ йортта толҡа тапмай. Бабаһының үҙ бисәһе үлеп, өс балаһы ҡала. Өйҙә етемдәр ишәйә, бәлә­кәй генә йортта үҙенә урын тапмай башлай.
Алтынсы класта уҡып йөрөгәнендә, “баш­ҡорт кластарын рус класына ҡуша­лар”, тигән хәбәр тарала. Мәрғүбә апаһы — Өфө интернатында, Ғилминур менән Миңзифа исемле ҡыҙҙар Темәстә уҡығас, ул да документ юлларға керешә. Мәктәп директоры Зәки Ғәлләм улы Сөләймәнов яҡшы уҡыған уҡыусыһын ебәрмәҫкә теләп: “Һуңланың бит инде, август айы башланды – алмаҫтар”, – тип ҡаршы сыҡһа ла, Миң­зи­фа ниәтенән тайпылмай.
Юл ыңғай тура килгән транспортҡа эләгә-һарҡа Сибайға килеп еткәс, артабан Баймаҡҡа, Баймаҡтан Түбә аша Темәскә йөрөгән автобусҡа ултырып, мораҙына ирешә. “Йылайыр” совхозында уҡыған алты баланың дүртәүһе 1959 йылда хөкүмәт ҡарамағындағы Темәс интернатында етенсе класҡа уҡырға төшә.
Интернатта 1945 – 1946 йылғы балалар араһында иң кесеһе иҫәпләнгән Миңзи­фаға “Бәпес” ҡушаматы йәбешә. Йәшенә ҡарамай тормош һурпаһын эсеп өлгөргә­нен ул бик тиҙ таныта: 1963 йылда уҡыуын тик “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә тамамлай, шулай ул СССР-ҙың төрлө юғары уҡыу йорттарында уҡыр өсөн йүнәлеш бирелгән төркөмгә эләгә.
Фатима Мостафина мәғариф министры булған ваҡыт. Республиканың 1-се интернатында һынау ойошторалар. Дания Сәлмәнова Мәскәү дәүләт университетына, Йәғәфәр Асҡаров, Рәшиҙә Усманова — Свердловск ҡалаһының Урал дәүләт университетына, Ғәйнулла Кинйәбаев Куйбышев элемтә институтына ебәрелә. Миңзифа иһә Гөлсирә Үҙәнбаева, Зөһрә Усманова менән Силәбе политехник институтына юллана.
Миңзифа Әнүәр ҡыҙына Силәбе политехник институтының приборҙар эшләү факультетында уҡыған йылдарында кейенеү-ашау мәсьәләләрен үҙенә хәл итергә тура килә. Өй тулы балалар өҫтөнән уға кем генә ярҙам итһен инде! Ул йылдар­ҙа иҙән дә йыуа, гардеробта кейем дә биреп тора, производство уҡыуҙары башлан­ғас, радиозаводта өйрәнсек булып та эшләй. Бер йылдан йыйыусы слесарь разрядын ала.
Радиоинженер-инспектор Абдрахмано­ваға Өфөләге “Нефтепроводмонтаж” тресының бөтә СССР-ға билдәле иретеп йәбештереүселәр әҙерләү мәктәбенә йү­нәлтмә бирәләр. Бында радиограф кәрәк. Миңзифаға радиограф-магнитограф курсын тамамлағандан һуң ғына уҡытыу эше­нә ныҡлап тотонорға тура килә. Аҫылғу­жаның класташы булараҡ, мин тап ошо йылдарҙа уның менән таныштым. Ул яҡын әхирәтемә әүерелде. Бөтә ғүмерен иретеп йәбештереүселәр мәктәбендә эшләүгә арнаны.
СССР-ҙың Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиелары төҙөлөшө министрлығы бойороғо нигеҙендә был мәктәп СССР “Нефтегазстрой”ының иретеп йәбештереү производствоһы өсөн белгестәр әҙерләү мәктәбе итеп үҙгәртелә. СССР тарҡалғас, торба үткәргестәр төҙөү эше кәмей, шун­лыҡ­тан юғары квалификациялы иретеп йә­беш­тереүселәр әҙерләү кәрәкмәй. Һамар – Силәбе юлындағы Ағиҙел аша һалынған күпер емерелгәс, иретеп йәбештереү­се­ләр, дефектоскопистар әҙерләү, әҙерҙә­ренең квалификацияһын камиллаштырыу өсөн үҙәк төҙөү мәсьәләһе көн үҙәгенә ҡу­йыла. Өфө дәүләт авиация техник университеты, Рәсәй Федерацияһының Баш­ҡортостан өлкә “Госгортехнадзор”ы һәм БР-ҙың Стандартлаштырыу, үлсәү берәме­ге һәм үлсәү приборҙары үҙәге донъяуи стандартҡа ярашлы белгестәр әҙерләү, уларҙы аттестациялау тураһында Ми­нистр­ҙар Кабинетына мөрәжәғәт итә. Башҡортостанда металды иретеп йәбеш­тереү производствоһы буйынса даими эш итеүсе биш үҙаллы комиссиянан торған Аттестация үҙәге төҙөлә һәм йәшәүҙән туҡ­тай башлаған иретеп йәбештереүселәр мәктәбе яңынан тергеҙелә. Буласаҡ дефектоскопистар ультратауыш һәм радиация ысулдары менән һынау программа­һына ярашлы белем ала башлай. Уларға Европаса танытма бирелә.
1987 йылдан мәктәп исеме биләмәһенә бәйле етмешкә төрләнә: “Нефтегазстрой” министрлығының Өфө белем биреү үҙәге, 1992 йылда уға “Свартэкс” тигән өҫтәмә ҡушыла, дүрт йылдан һуң Башҡортостан Республикаһының иретеп йәбештереү производствоһы буйынса профессиональ белгестәр әҙерләү үҙәге исемен ала. 2003 йылдан, Башҡортостандың Мөлкәт мөнәсә­бәттәре министрлығы ҡарарына ярашлы, яуаплылығы сикләнгән “Свартэкс” ойошма­һы була.
Миңзифа бында ҡырҡ алты йыл уҡытып, мәктәптең үҙгәрешенә ярашлы, үҙе лә белемен туҡтауһыҙ камиллаштыра, Киевтың Е.О. Патон исемендәге Фәндәр академия­һының иретеп йәбештереүселәр институ­тын­да ғына ла дүрт тапҡыр айлап уҡып ҡай­та. Мәскәү тураһында әйтеп тораһы тү­гел, унда ла дүрт-биш тапҡыр белем эс­тәй. Командировкаларҙан да баш тартмай.
Юғары квалификациялы белгестең хеҙмәт кенәгәһендә йыл һайын тип әйтер­лек Маҡтау грамоталары, аҡсалата премиялар, рәсми рәхмәттәр теркәлгән. 2001 йылда уға “Почетлы нефтсе” исеме бире­лә. 2007 йылда “Хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Миңзифа Әнүәр ҡыҙы шәхси тормошта, үҙ мәнфәғәтен онотоп, әсәһенең генә түгел, бөтә туғандарының, хатта дуҫтары­ның ныҡлы терәге һанала. Бик һирәк ҡыҙ­ҙар ғына өй һалырға ҡеүәтле, ә ул һеңлеһе Миңзилә менән был эште атҡарып сыҡты.
Әсәһе Әбделкәрим бабаһынан өс бала таба: Рәхимйән, Зөлфиә, Миңзилә. Бабаһы ул балаларҙы ла ташлап сығып китә, етмәһә, үҙе уларҙа йәшәгән ваҡытта алын­ған әйберҙәрҙе тартып ала. Уҡырға китеп йә башлы-күҙле булып бала-саға тарала башлағас, Миңзифа әсәһен саман өйҙән совхоздың кирбес йортона күсереп ҡарай. Һалҡын өйҙә һеңгән ауырыуҙар бында ла үҙен белдерә. Әсәһен Өфөгә алып килеп ҡарай. Торамы һуң! Үҙебеҙ ҙә бит олоғая бара тиҙерәк баҡса йортона китеү яғын ҡарайбыҙ. Әҙәм балаһы тәбиғәткә тартыла шул. Ҡалған ғүмерен әсәһе, исмаһам, ағас йортта үткәрһен инде тигән изге уйҙа булған ҡыҙҙар.
Унан әсәһенең күргән-ишеткәндәрен бе­леп үҫеү Миңзифаның да йөрәге түрен­дә генә тора. 2011 йылда Мәрғүбә апаһы менән Һамар өлкәһенән 1928 йылда Бай­маҡ районының “Йылайыр” совхозына кү­сеп килеп, ер эшкәртеү буйынса ширҡәт ойош­тороп, Үҙән ауылына нигеҙ һалған Дәүләтшиндарҙың Ташбулат ауылына барып, туғандарын барлап ҡайтты. Ял ваҡыт­тарында тоҡомдарының шәжәрәһен ҡулы­на алырға, таныш-тоноштарына улар ха­ҡында теҙеп һөйләргә, фотоһүрәттәрен күрһәтергә ярата.
— Ағасы миләш, ҡошо торна, ораны Мөй­тән булған Мырҙабайҙан килә беҙҙең Үҫәргән тоҡомо. Унан Килдебай – Күстән – Күстәнов Искәндәр (1799) – Дәүләтша (1828) – Дәүләтшин Дәүләтсура (1846–1906) – Йәғәфәр. Уның балалары: Ғәббәс (1892–1937) – Абдулла (1894–1946) – Зәйнәб (1901–1985) – Сәхәүетдин (1905–1986) – Ғиниәтулла (1909–1961). Ғәббәс олатайҙы Башҡортостанда яҡшы беләләр: К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәү­ләт педагогия институты доценты, башҡорт теле кафедраһы мөдире, хәҙерге башҡорт тел ғилеменең нигеҙ һалыусыларҙың бере­һе. Бик күп уҡыу әсбаптары яҙып ҡалдыр­ған. 1937 йылда атыла, 1956 йылда ғына аҡ­лана. Уның улдары — Хәмзә (9.09.1912 – 16.07.1999), Әнүәр (1924 – 1992), – тип һөйләй башлай хәбәрен һәм ниндәйҙер эске ғорурлыҡ менән теҙеп алып китә. – Хәмзә Ғәббәс улы – инженер-механик, тех­ник фәндәр докторы. Егерменән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Хәмзә олатайҙың ба­ла­лары — Эдгард, Элла, Искәндәр, Алла. Әнүәр олатайҙың Лилиә исемле ҡыҙын беләм.
Әсәйемдең нәҫел ебе Абдулла Дәүләт­шиндан башлана: Ғәйнулла (1923 – 1996), Мәрйәм (1926 – 2001), Гөлбикә (1928 – 2000), Бибикамал (1935), Фәтҡулла (1938 – 2014), Мәрғүбә (1941), Байрамбикә (1945 – 2012).
Фатима Абдулла ҡыҙы (1906 – 1968), йорт хужабикәһе булһа ла, биш йылға төр­мә­гә ябылған. Меҫкенкәйем, теле тик тормай яулашып йөрөгәндер инде. Мәрүәр (1924), Менәүәрә (1929), Мәҙинә (1933 – 1994) инәйҙәр — Зәйнәб Дәүләтшинаның ҡыҙҙары. Сәхәүетдин Дәүләтшиндың балалары — Роберт (1941 – 2013), Шәүрә (1946 – 2006), Ташбулат (1952 – 2005). Роберттың ҡыҙы — Алла. Шәүрәнең ҡыҙы — Нәсимә, ейәндәре — Миша менән Федор. Шәүрә — билдәле рәссам. Ташбулат Дәүләтшиндың улы Марат, ҡыҙы Алина исемле. Атһалар ҙа, киҫһәләр ҙә, нәҫеле­беҙ ҡоромай, бөгөнгә килеп етте. Әсәйем нисек был ҡайғыларҙы күтәргәндер, бел­мәйем. Мин атайҙың үлемен ғүмер буйы ауыр кисереп йәшәнем. Үҙебеҙ олоғайған һайын, юғалтыуҙар ишәйә, әммә бала саҡтағы тойғолар тәрәнерәк. Әсәйемде шуға яҡшы аңлайым.
– Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндар хаҡын­да һеҙ, яҙышҡан кешеләр, үҙегеҙ яҡшы беләһегеҙ, – тип шәжәрә ҡумтаһын ҡәҙер­ләп ябып ҡуя ла тын ҡала әхирәтем. – Эш, донъя мәшәҡәттәре тип ғүмер үтеп бара. Гүр эйәһе булған әсәйем, туған­дарым рухы өсөн дин-шәриғәт алдында үҙемде бурыслы тойоп, намаҙға баҫтым. Үҙеңде үҙгәртергә көс табыу, башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙыу оло бәхет бит.
Миңзифа Әнүәр ҡыҙы менән илле йыл тирәһе аралашһам да, һаман ғәжәпләне­үемдән туҡтамайым. Бөтә яҡтан теүәл, төҫкә матур, белемле, буй-һыны ла бар, аш оҫтаһы булып, етеш йәшәп, шулай ҙа үҙең хаҡыңда бөтөнләй онотоп, яңғыҙ ҡалып, кешегә мәрхәмәт күрһәтеүҙән оло ҡәнәғәтлек алып була икән!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872