Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көҙгө алдынан башланған юл
Көҙгө алдынан башланған юлӘҙәм балаһының ғүмере мәл генә, тиҙәр. Был ысынлап та, шулай. Ә ни өсөндөр быны йыш ҡына онотабыҙ йә иһә иғтибарҙы ситкә йүнәлтәбеҙ. Өҫтәүенә беҙҙең тамырҙар ҡайҙа барып тоташыуын да иҫтән сығарабыҙ ҡайһы саҡта.

Инглиз теле уҡытыусыһы Айгөл Аҙнабаева, ете быуыныңды ғына түгел, ә унан да күпте белеү һәр йәһәттән дә отошло, ти. Хәйер, Айгөл Хәмит ҡыҙының нисек мөғәллимә булып китеүе хаҡында бына ошондай мәҙәк һөйләйҙәр.
Күп йылдар элек бәләкәй генә ҡыҙ бала, әсәһенең көҙгөлө өҫтәле алдына баҫып: “Һаумыһығыҙ, балалар! Мин беренсе уҡытыусығыҙ булам. Һеҙҙе уҡырға, яҙырға, һанарға өйрә­тәсәкмен”, – тип өндәшкән. Баҡтиһәң, һөнәрен бәләкәйҙән үк һайлап ҡуйған икән. Ошо һүҙҙәре менән Айгөл Аҙнабаева яҙмышын билдә­ләрмен тип һис тә уйламағандыр ул саҡта. Әйткәндәй, тәүге уҡытыусыһы Валентина Слюсаренконы һаман да онотмай, ҙур ихтирам менән иҫкә ала.
Юл башы ХIХ быуатҡа илтә. Ҡар­татаһының атаһы балаларҙы хәреф танырға өйрәткән, шул рәүешле малай-ҡыҙҙарҙың “күҙен асҡан”. Алға китеп шуны еткерәйек, Айгөл Хәмит ҡыҙы уҡытыусылар династияһының дауам ителеүенә икеләтә һөйөнә.
Ғөмүмән, Мотаевтар нәҫеле – мөғәллимдәр. Шәжәрәлә туғанлыҡ ептәре генә түгел, ә һөнәр оҡшашлығы ла ғәжәпкә ҡалдыра. Нәҫелдә, һанай китһәң, 30-лап уҡытыусы иҫәпләнә. Педагогик тәжрибәне бергә ҡушһаң, 850 йылға тула! Был аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, бер быуатҡа етә яҙа.
Сығыштары менән Иҫке Сибай ауылынан булған Мотаевтар Мотай кантон старшинаһынан баш ала, ул XVIII быуаттың беренсе яртыһында йәшәгән, улы Айсыуаҡ Мотаев указлы мулла булған, мәҙрәсәгә нигеҙ һалған.
Киләһе быуындарҙан Абдрахман Айсыуаҡов иһә указлы мулла, сәсән-импровизатор була. Рус ғалимы П.М. Кудряшев уны “уҡымышлы мулла” тип атай. Абдрахмандың улы Ҡотләх­мәт хәҙрәт Иҫке Сибай ауылында мәсет төҙөй. Унда шәкерттәргә йәҙит ысулы менән йәки яңыса белем биреү башлана.
Әхмәтшәрәф Мотаев – Айгөлдөң ҡартатаһының атаһы 1874 йылда Бөрйән улысы Ырымбур губернаһы­ның Иҫке Сибай ауылында тыуған. Башланғыс белем алғас Ырымбур дини семинарияһын тамамлай, шулай уҡ указлы мулла булып, балаларға мәҙрәсәлә белем бирә.
Уҡымышлы Әхмәтшәрәф Мотаев­тың ҡатыны Мәрйәм Әғзәм ҡыҙының Бәхтегәрәй Шәфиевтең бер туған һеңлеһе булыуын күптәр белмәйҙер ҙә әле, бәлки. Уның улы Ғәфүр Әхмәт­шәрәф улы Мотаев Айгөлдөң ҡарта­таһының эшен дауам итеүсе була. Ауыл мәҙрәсәһендә башланғыс белем алғас, Темәс педагогия учили­щеһын­да әҙерлек курстары үтә, унан Өфөлә Башҡорт педагогия техникумында уҡыуын дауам итә. Башланғыс класс уҡытыусыһы дипломына эйә булғас, белемһеҙлекте бөтөрөү мәктә­бенә килә. Моҡас, Йомаш, Мырҙа мәк­тәп­тәре мөдире була, Сибай ҡалаһының 4-се, 5-се мәктәптәрендә уҡыта. Ғәфүр Әхмәтшәрәф улының дөйөм педагогик стажы – 32 йыл. “Уҡытыусы-ударник” билдәһе һәм мәғариф бүлектәренең күп Рәхмәт хаттары менән бүләклән­гән.
“Ғәфүр Әхмәтшәрәф улы миңә ысын мәғәнәһендә тормош мәктәбе бирҙе, – тип яҙған үҙенең иҫтәлек­тәрендә БАССР Министрҙар Советы рәйесе Зекериә Аҡназаров. – Һөнәр һайлағанда Ғәфүр Әхмәтшәрәф улы­ның ярҙамы бик ҙур булды. Ш. Бабич ижадына мөкиббән ине. З. Вәлиди менән яҡшы мөнәсәбәттә булды. Ғаиләләге 11 баланы аяҡҡа баҫтыр­ҙы”.
Данлы Мотаевтар династияһын Ғәфүр Әхмәтшәрәф улының ике ҡыҙы дауам итә. Ауылдаштары ихтирам йө­ҙөнән, ҡартатаһының һөнәре уның ике ҡыҙына ла күскән, тиер булған. Береһе – Айгөл Хәмит ҡыҙының әсәһе Рәшиҙә апай.
Рәшиҙә Мотаева-Нәҙерғолова күп балалы ғаиләлә унынсы булып, Бөйөк Еңеү йылында донъяға килә. Атаһы уҡытыусы булғас, бергәләп дәфтәр тикшерәләр икән, иртәгәһенә иртүк беренсе булып мәктәпкә барып, ­ баһаларҙы һөйөнсөләй. Бына ошо ваҡытта уҡ уҡытыусы булыу теләге уяналыр ҡыҙсыҡта. Ауыр осор, һәр балала уҡыуға теләк көслө була, улар ручка, ҡәләм, дәфтәр, китаптар юҡ тип зарланмай, ә белемгә тартыла, уҡытыусыға ихтирам ҙур, маҡсатҡа өлгәшергә тырышыу көслө.
Мәктәпте тамамлау менән Рәшиҙә Ғәфүр ҡыҙы Башҡорт дәүләт универ­ситетының роман-герман филоло­гияһы факультетына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон уңышлы тамам­лағас, Баймаҡ ҡалаһы мәктәп-интернатына эшкә ебәрелә, тағы Сибай ҡалаһының 7-се мәктәбендә лә эшләп ала, һуңынан инде Сибай педагогия колледжына килә. Әйткәндәй, 30 йыл шунда уҡыта, 22 йыл класс етәксеһе, предмет комиссияһы рәйесе була, сит тел бүлексәһе асылыуға күп көс һала, Урал аръяғы урта махсус белем биреү учреждениеларының сит тел­дәр уҡытыусылары методик берек­мәһен дә етәкләй. БАССР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, СССР Юғары Советы президиумының “За доблестный труд” миҙалы менән бүләкләнә. 37 йыл эш стажы булған хеҙмәт ветераны ул Рәшиҙә Ғәфүр ҡыҙы. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен тәр­биә­ләшә, уларға инглиз теле нес­кә­лектәрен өйрәтә. Бар ғүмерен бала­ларға аң-белем таратыуға бағыш­лаған педагог белдереүенсә, унан да бәхетлерәк кеше юҡтыр был донъя­ла.
Бына шулай етенсе быуын педагогтар династияһын дауам итә Айгөл Хәмит ҡыҙы. Үҙенең данлыҡлы нәҫелен дауам итеп, күҙгә күренмәҫ еп булып быуын­дарҙы быуындарға тоташтыра алыуына бик ғорурлана әңгәмәсем.
Айгөл Аҙнабаева билдәләүенсә, кемделер уҡытыусыға әҙерләмәйҙәр, ә уҡытыусы булып тыуалар. Ул һәр көн иртән дәрескә ингән һайын үҙенең һөнәрен дөрөҫ һайлағанына ҡыуанып бөтә алмай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне 14.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Беларусь Республикаһы менән берлектә уҡыусылар өсөн алмашыу буйынса ял ойошторҙо....

Тотош уҡырға 13

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте 14.08.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 9

Ғафуриҙа Еҙем йылғаһы аша йәйәүлеләр күпере төҙөкләндерелә
Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола

Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола 14.08.2025 // Йәмғиәт

16 августа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында «Хәйбулла ҡорото» төбәк-ара этно-фестивале уҙғарыла....

Тотош уҡырға 11

Республикала табиптарға остазлыҡ өсөн өҫтәмә аҡса түләнә
Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған 13.08.2025 // Йәмғиәт

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған...

Тотош уҡырға 18

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә 13.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе эшләп йөрөгән әсәйҙәргә, ҡайһы бер осраҡтарҙа атайҙарға...

Тотош уҡырға 18

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 14

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 16

Республикала тағы бер ир-егет чача эсеп ағыуланған
ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән

ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән 13.08.2025 // Йәмғиәт

ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән...

Тотош уҡырға 16

Шәйехзада Бабич исемендәге премияға ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды