Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Матбуғат баҫмаһы уҡымаған ғаилә юҡ
Йәшәйешебеҙ ҙур тиҙлеккә ҡоролған. Белем алыу, хеҙмәт, ғаилә, йәмәғәт эштәре – ваҡыт арбаһы бихисап бурыс солғанышында аяуһыҙ елә. Ошо заман ағышынан төшөп ҡалмай, йәмғиәт менән бер ҡатар атлау өсөн үҙен ихтирам иткән кешегә бөтә яҡлап та әүҙем, тырыш, ҡыҙыҡһыныусан булыу мотлаҡ. Был “марафонда” беҙҙең өсөн төп таяныс һәм ярҙамсы булып матбуғат һәм әҙәбиәт ҡала.


Матбуғатты ла, әҙәбиәтте лә берҙәй яратып, үҙ тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшө итеп йәшәй Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе. Быға дәлил булып мәктәп тарихында район, республика күләмендә үткәрелгән фәһемле, рухи аҙыҡ булырҙай оло саралар тора. Улар иҫәбенә йыл да ойошторолған матбуғат байрамдары, “Һүҙ тотҡаһы – саф алтын”, ”Рух шишмәһе башы – Тереһыу”, “Йәшел ҡалҡан” исемле конферен­ция­ларҙы индерергә була.
Һүҙ юҡ, уҡыусыларыбыҙ матбуғатҡа ылығып үҫә. Йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙең дә байтаҡ булыуы һөйөндөрә. Улар яҙышып, төрлө ижади кон­курстарҙа көстәрен һынай. Баҫмаларҙа әленән-әле уҡыусыларҙың әҫәрҙәре донъя күрә, “Аманат”, “Йәншишмә” гәзиттәренең “Йәш хә­бәр­се” исемдәренә лайыҡ була. Әйтергә кәрәк, “Йән­шишмә” гәзитенән был исемде беҙҙең мәк­тәптән иң тәүге булып Миләүшә Ҡасимова алды. Ул әле лә ошо юлын дауам итә – “Таң” район гәзитендә хәбәрсе.
Миләүшәнән һуң да уҡыусылар ара­һында ижадты үҙ итеүселәр булды. “Аманат” журналы­ның, “Йәншишмә” гәзитенең “Йәш хәбәрсе”һе исеме – Нурзилә Усмановала. Ул да журналистика юлын һай­ланы. БДУ-ла уңышлы уҡып йө­рөй, бик әүҙем, ижади күңелле бала. Уңыш­тары ла байтаҡ: Ғ. Зарипов исе­мен­дәге премия лауреаты, шиғырҙары, хикәйәләре әленән-әле “Таң”, “Аманат”, “Йәшлек”, “Йәншишмә”, “Шоңҡар” бит­тәрен­дә донъя күрә, шул уҡ ваҡытта “Аманат” журналы хәбәрсеһе булып та эшләй. Һуңғы уңыштарының береһе – Зөбәй Үтәғолов исемен­дәге стипендияға лайыҡ булыуы.
Нурзилә лә үҙе артынан Гөлиә Айытбаева, Айгөл Сөләймәнова, Нурзилә Тулыбаеваны әйҙәне. Улар ҙа ижади эштәрен матбуғат баҫма­ларына әүҙем тәҡдим итте. Әйтергә кәрәк, ошо уҡыусы­ларҙың шиғырҙары китаптарҙа донъя күрҙе. “Аҡбуҙат” китапханаһы серияһы проектына ярашлы, республиканың йәш ижадсыларының “Мин – шағир” исемле тәүге йыйынтығында беҙ­ҙең мәктәптән дүрт уҡыусының әҫәрҙәре баҫылып сыҡты. “Аҡбуҙат” журналының Фәүзиә Рәхимғо­лова исемендәге 2013 йылғы шиғри бәйгеһендә еңеүселәр Айгөл Сөләймә­нова, Рәхмәт Шәрипов, Рәсилә Мәсәғүтова, Гүзәлиә Ғөбәйҙуллиналарҙың шиғырҙары ошо китапҡа инде.
2015 йылда Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусы­лары ижады йәш ҡәләм тирбә­теүселәрҙең рухи ҡеүәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән, шағирә Айһылыу Ғарифул­линаның “Рух шишмәһе тынмаҫ” тигән матур фатихаһы менән сығарылған “Бөр­йән ынйылары” исемле йыйынтығында донъя күрҙе. Беҙҙең мәктәптән Айгөл Сөләймәнова, Гүзәлиә Ғөбәйҙуллина, Йәнгүзәл Ҡаһарманова, Ҡәҙриә Ҡасимова, Нурзилә Усмановаларҙың шиғырҙары баҫылып сыҡты унда.
Быйыл мәктәбебеҙ уҡыусылары Гөлиә Айытбаева, Айгөл Сөләймәноваларҙың, йәғни “Илһам” балалар ижады төбәк конференцияһы еңеүсе­ләренең, шиғыр-хикәйәләре “Умырзая” балалар ижады антологияһында донъя күрҙе. Был ки­тап­тың төп маҡсаты – мәктәп уҡыусылары ара­һында әҙәби ижадҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙы ҙур әҙәбиәткә ылыҡтырыу.
Әйткәндәй, уҡытыусылар араһында ла дәрттә­ре ташып торған ижади колле­гала­рыбыҙ бар. Башҡортостан Республика­һының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара конкурс лауреаты, “Йондоҙ” хикәйәләр конкурсы лауреаты, сәсән телле, ижади уҡытыусы Миңнур Ҡасимованы матбуғат баҫма­ларында бик йыш күренгән тормошсан да, ғибрәтле лә хи­кә­йәләре аша бөтәбеҙ ҙә белә. Быйыл “Һу­ҙыла күректәре” исемле хикәйәләр китабын ҡулына алған коллегабыҙҙың ижад шишмәһе тынмаһын, яңынан-яңы уңыштар теләп ҡалайыҡ.
Тағы ла әле генә “Атай абруйы” исемле тәүге китабын ҡулына алған Зөлфиә Сәлихова тура­һында ла әйтеп үтергә кәрәк. Матбуғат биттәрендә матур-матур хикәйәләре, мәҡәләләре менән кү­ренә башлағайны, ижады китаплыҡ та булып кит­кән. Ни генә тимә, икеһе лә Әбделмәм­бәт мәктәбен тамамланы. Ғорурлыҡ өҫтөнә ғорурлыҡ!
Юғарыла әйтелгәндәр барыһы ла бөгөнгө конференция темаһына тап килеп кенә тора. Рух бишегендә яралған ижад осҡондарының рух һандалдарында нығы­ныуына тағы бер ҡат инанабыҙ. Әҙәбиәткә, матбуғатҡа һөйөү үҫтерә, нығындыра рухи донъябыҙҙы.
Һүҙ юғарылығынан дәлилдәргә төшөп шуны әйтке килә: мәктәбебеҙ уҡыусыларҙы матбуғатҡа ылыҡтырыу йүнәлешендә ҙур эш башҡара. Йыл һайын “Һәр ғаиләгә – бер балалар баҫмаһы” девизы менән матбуғатҡа яҙылыу айлыҡтары, ун көн­лөк­тәре, “Яҙыл да бүләк от” конкурсы, “Аҡбу­ҙат­”ҡа, “Йәншишмә”гә, “Аманат”ҡа һәм башҡа мат­буғат баҫмаларына яҙылыу буйынса кластар араһында ярыш, төрлө баҫмаларҙың редакция хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙар, скайп аша һөй­ләшеүҙәр, әҙәби осрашыуҙар булып тора. Баш­ланғыс класс уҡыусылары айырыуса әүҙем­лек күрһәтә: һәр ҡайһыһы матбуғат баҫмаларына яҙыла.
Шуныһы ҡыуандыра: ғаиләләрҙең 95 проценты гәзит-журнал алдырып уҡый.
Дөйөм алғанда, әлеге мәлдә матбуғат баҫ­маларына яҙылыу насар түгел. Һуңғы йылдарҙағы күрһәткестәрҙән түбән төш­мәҫ­беҙ. Кешене кеше иткән рухи донъя­быҙҙы ярлыландырмайыҡ, туған баҫмала­рыбыҙҙы алдырып уҡыйыҡ, милләттәш­тәр!


Автор: Мәүлиҙә ҒӘЛИКӘЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә