Матбуғат баҫмаһы уҡымаған ғаилә юҡ13.12.2017
Йәшәйешебеҙ ҙур тиҙлеккә ҡоролған. Белем алыу, хеҙмәт, ғаилә, йәмәғәт эштәре – ваҡыт арбаһы бихисап бурыс солғанышында аяуһыҙ елә. Ошо заман ағышынан төшөп ҡалмай, йәмғиәт менән бер ҡатар атлау өсөн үҙен ихтирам иткән кешегә бөтә яҡлап та әүҙем, тырыш, ҡыҙыҡһыныусан булыу мотлаҡ. Был “марафонда” беҙҙең өсөн төп таяныс һәм ярҙамсы булып матбуғат һәм әҙәбиәт ҡала.
Матбуғатты ла, әҙәбиәтте лә берҙәй яратып, үҙ тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшө итеп йәшәй Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе. Быға дәлил булып мәктәп тарихында район, республика күләмендә үткәрелгән фәһемле, рухи аҙыҡ булырҙай оло саралар тора. Улар иҫәбенә йыл да ойошторолған матбуғат байрамдары, “Һүҙ тотҡаһы – саф алтын”, ”Рух шишмәһе башы – Тереһыу”, “Йәшел ҡалҡан” исемле конференцияларҙы индерергә була.
Һүҙ юҡ, уҡыусыларыбыҙ матбуғатҡа ылығып үҫә. Йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙең дә байтаҡ булыуы һөйөндөрә. Улар яҙышып, төрлө ижади конкурстарҙа көстәрен һынай. Баҫмаларҙа әленән-әле уҡыусыларҙың әҫәрҙәре донъя күрә, “Аманат”, “Йәншишмә” гәзиттәренең “Йәш хәбәрсе” исемдәренә лайыҡ була. Әйтергә кәрәк, “Йәншишмә” гәзитенән был исемде беҙҙең мәктәптән иң тәүге булып Миләүшә Ҡасимова алды. Ул әле лә ошо юлын дауам итә – “Таң” район гәзитендә хәбәрсе.
Миләүшәнән һуң да уҡыусылар араһында ижадты үҙ итеүселәр булды. “Аманат” журналының, “Йәншишмә” гәзитенең “Йәш хәбәрсе”һе исеме – Нурзилә Усмановала. Ул да журналистика юлын һайланы. БДУ-ла уңышлы уҡып йөрөй, бик әүҙем, ижади күңелле бала. Уңыштары ла байтаҡ: Ғ. Зарипов исемендәге премия лауреаты, шиғырҙары, хикәйәләре әленән-әле “Таң”, “Аманат”, “Йәшлек”, “Йәншишмә”, “Шоңҡар” биттәрендә донъя күрә, шул уҡ ваҡытта “Аманат” журналы хәбәрсеһе булып та эшләй. Һуңғы уңыштарының береһе – Зөбәй Үтәғолов исемендәге стипендияға лайыҡ булыуы.
Нурзилә лә үҙе артынан Гөлиә Айытбаева, Айгөл Сөләймәнова, Нурзилә Тулыбаеваны әйҙәне. Улар ҙа ижади эштәрен матбуғат баҫмаларына әүҙем тәҡдим итте. Әйтергә кәрәк, ошо уҡыусыларҙың шиғырҙары китаптарҙа донъя күрҙе. “Аҡбуҙат” китапханаһы серияһы проектына ярашлы, республиканың йәш ижадсыларының “Мин – шағир” исемле тәүге йыйынтығында беҙҙең мәктәптән дүрт уҡыусының әҫәрҙәре баҫылып сыҡты. “Аҡбуҙат” журналының Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге 2013 йылғы шиғри бәйгеһендә еңеүселәр Айгөл Сөләймәнова, Рәхмәт Шәрипов, Рәсилә Мәсәғүтова, Гүзәлиә Ғөбәйҙуллиналарҙың шиғырҙары ошо китапҡа инде.
2015 йылда Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары ижады йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙең рухи ҡеүәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән, шағирә Айһылыу Ғарифуллинаның “Рух шишмәһе тынмаҫ” тигән матур фатихаһы менән сығарылған “Бөрйән ынйылары” исемле йыйынтығында донъя күрҙе. Беҙҙең мәктәптән Айгөл Сөләймәнова, Гүзәлиә Ғөбәйҙуллина, Йәнгүзәл Ҡаһарманова, Ҡәҙриә Ҡасимова, Нурзилә Усмановаларҙың шиғырҙары баҫылып сыҡты унда.
Быйыл мәктәбебеҙ уҡыусылары Гөлиә Айытбаева, Айгөл Сөләймәноваларҙың, йәғни “Илһам” балалар ижады төбәк конференцияһы еңеүселәренең, шиғыр-хикәйәләре “Умырзая” балалар ижады антологияһында донъя күрҙе. Был китаптың төп маҡсаты – мәктәп уҡыусылары араһында әҙәби ижадҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙы ҙур әҙәбиәткә ылыҡтырыу.
Әйткәндәй, уҡытыусылар араһында ла дәрттәре ташып торған ижади коллегаларыбыҙ бар. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара конкурс лауреаты, “Йондоҙ” хикәйәләр конкурсы лауреаты, сәсән телле, ижади уҡытыусы Миңнур Ҡасимованы матбуғат баҫмаларында бик йыш күренгән тормошсан да, ғибрәтле лә хикәйәләре аша бөтәбеҙ ҙә белә. Быйыл “Һуҙыла күректәре” исемле хикәйәләр китабын ҡулына алған коллегабыҙҙың ижад шишмәһе тынмаһын, яңынан-яңы уңыштар теләп ҡалайыҡ.
Тағы ла әле генә “Атай абруйы” исемле тәүге китабын ҡулына алған Зөлфиә Сәлихова тураһында ла әйтеп үтергә кәрәк. Матбуғат биттәрендә матур-матур хикәйәләре, мәҡәләләре менән күренә башлағайны, ижады китаплыҡ та булып киткән. Ни генә тимә, икеһе лә Әбделмәмбәт мәктәбен тамамланы. Ғорурлыҡ өҫтөнә ғорурлыҡ!
Юғарыла әйтелгәндәр барыһы ла бөгөнгө конференция темаһына тап килеп кенә тора. Рух бишегендә яралған ижад осҡондарының рух һандалдарында нығыныуына тағы бер ҡат инанабыҙ. Әҙәбиәткә, матбуғатҡа һөйөү үҫтерә, нығындыра рухи донъябыҙҙы.
Һүҙ юғарылығынан дәлилдәргә төшөп шуны әйтке килә: мәктәбебеҙ уҡыусыларҙы матбуғатҡа ылыҡтырыу йүнәлешендә ҙур эш башҡара. Йыл һайын “Һәр ғаиләгә – бер балалар баҫмаһы” девизы менән матбуғатҡа яҙылыу айлыҡтары, ун көнлөктәре, “Яҙыл да бүләк от” конкурсы, “Аҡбуҙат”ҡа, “Йәншишмә”гә, “Аманат”ҡа һәм башҡа матбуғат баҫмаларына яҙылыу буйынса кластар араһында ярыш, төрлө баҫмаларҙың редакция хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙар, скайп аша һөйләшеүҙәр, әҙәби осрашыуҙар булып тора. Башланғыс класс уҡыусылары айырыуса әүҙемлек күрһәтә: һәр ҡайһыһы матбуғат баҫмаларына яҙыла.
Шуныһы ҡыуандыра: ғаиләләрҙең 95 проценты гәзит-журнал алдырып уҡый.
Дөйөм алғанда, әлеге мәлдә матбуғат баҫмаларына яҙылыу насар түгел. Һуңғы йылдарҙағы күрһәткестәрҙән түбән төшмәҫбеҙ. Кешене кеше иткән рухи донъябыҙҙы ярлыландырмайыҡ, туған баҫмаларыбыҙҙы алдырып уҡыйыҡ, милләттәштәр!