Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Пушканан атып, тау шартлатып...
Беҙҙең Бөрйән яғында тау таштарын көрәк менән ат һәм машина арбаһына тейәп, ғөмүмән, бар мөмкинлектәрҙән файҙаланып, урам, оло юлдарҙы төҙөүҙе 1960 йылдарҙа башлап ебәрҙеләр. Был эштән малай һәм ҡыҙҙар ҙа тороп ҡалманы.


– Балаҡайым Гәүһәр ошонда ғына уйнап йөрөй ине, күрмәй ҙә ҡалдым, юҡ булды ла ҡуйҙы, – тип Зөһрә апай мәктәпкә килгән.
– Уның хәүефләнеүен барыбыҙ ҙа аңлай­быҙ. Беҙ, малайҙар, тирә-яҡтағы бүрәнә, утын өйөмдәрен, һалам-бесән араларын, соҡорҙарҙы ҡарап сыҡтыҡ. Бер саҡ иң бәлә­кәй Фәрит:
Таптым, бында килегеҙ, – тип ҡысҡырҙы. Йүгереп уның янына барһаҡ, дөйөм хужа­лыҡтың иген келәте булған бинаның нигеҙ таштарының бер нисәүһе емерелеп, баш һыйырлыҡ ҡына тишек ҡалған. Унан бала­ның илаған тауышы ишетелә. Тишекте ҙурай­тып, ҡыҙҙың атаһы Фитрат ағай шунда инеп китте лә ҡысҡырып ебәрҙе.
– Келәт баҙына йығылып төштө шикелле, – тине ололар.
Тиҙ генә арҡан килтереп, бесәй балаһы тотҡан ҡыҙы менән атаһын тартып сығарҙы­лар. Бала тишеккә инеп киткән бесәй ба­ла­һын ҡотҡарам тип шунда йығылып төш­кән булған. Баҙҙан сыҡҡас, Фитрат ағай ауыҙын асты ла бер һүҙ ҙә әйтә алмай ҡатып ҡалды.
– Аждаһа күрҙеңме әллә? – тип һора­нылар унан.
– Аждаһанан да хәтәр нәмә бар унда. Ике пушка күрҙем.
“Пушка” һүҙен ишеткәс, барыбыҙ ҙа аптырауға ҡалдыҡ. 1934–1935 йылдарға тиклем был йортта ауылдың бик хәлле кешеһе йәшәгән. Уны кулак тип Себергә ебә­рәләр, ә йортон, конфискациялап, колхоз келәт итеп файҙалана. Революциянан, Граждандар һуғышынан һуң 43 йыл ғына ваҡыт уҙған. Шуға ла ҡарттар был йорттоң хужаһы кем булыуын да белә.
– Дә-ә-ә, Дәүләтбай аҡтар яҡлы булған икән. Баҙында пушка һаҡлап, шым ғына Со­вет власының бөтөүен көткән, – тип һығымта яһаны бабайҙар.
Келәттең иҙәнен аҡтарып, пушка­ларҙы тартып сығарҙылар. Йәшниктәрҙә 80 снаряд та бар ине.
Бай кеше бай инде. Иҙән урҙала­рының өҫтөнә имән бүрәнәләр теҙеп, ҡалын таҡта­лар йәйгән. Өй эсенән баҙға төшөр ҡапҡасы ла юҡ. Шуға ла йылдар буйы унда пушка барлығын бер кем дә белмәгән, – тине ауыл Советы рәйесе.
Табылдыҡты күрергә тип келәт янына бик күп халыҡ йыйылды.
– Был пушкалар хаҡында милицияға хәбәр итһәң, беҙгә бер файҙаһы ла ҡалмай. Улар конфискациялай ҙа ҡуя. Пионерҙарға бирәйек, металл һынығы итеп тапшырыр­ҙар, – тине пионервожатый Мәрйәм апай.
– Ә снарядтарын да пионерҙарға тапшырайыҡмы? Шунан улар шартлап, балалар үлһә, ни эшләрбеҙ? – тип физика уҡытыусыһы Зиннур ағай бик ҡурҡыныс мәғлүмәт бирҙе.
Барыһы ла уйға ҡалды.
– Иптәштәр, мин Германияла Совет Армияһында артиллерист булып хеҙмәт иттем. Пушкалар, снарядтар менән эш итә беләм. Бына уның көпшәһе, затворы. Снарядты бына ошонда тығаһың. Затворҙы алға этеп бикләйһең дә курокты үҙеңә табан тартаһың. Снаряд стволдан атылып китә лә кәрәкле урында шартлай. Ауылдаштар, беҙҙән алдан килгән быуындар, шулай уҡ үҙебеҙ, Байназар менән Мораҙым ауылы араһын­дағы Тирмән ҡаяһы аҫтында юл булмауынан ыҙалайбыҙ бит. Әгәр ҙә беҙ пушкаларҙы шунда алып барып, Ағи­ҙел­дең уң яҡ ярынан ҡаяларға атып, таштарҙы емерһәк, яҡшы, бейек юл төҙөп ҡуясаҡбыҙ, – тип телмәр тотто колхоз бригадиры Зәйнулла ағай.
– Был тиклем көслө ҡоралды һис һүҙ­һеҙ файҙаланырға кәрәк, – тип баш­ҡалар уның фекере менән шунда уҡ ризалашты.
Ваҡытты һуҙмай пушкаларҙы ҡорҙо­лар ҙа, атҡа тағып, Ағиҙел аръяғындағы туғай­ҙан бик ҙур стена шикелле Тирмән ҡаяһы­ның ҡаршыһына алып барҙылар.
– Иптәштәр, пушкаларҙың көпшәһе таҙа, тутыҡмаған, ә бына снарядтарға ышаныс юҡ. Бәлки, улар атылмайынса ошонда уҡ шартлар йә бөтөнләй атылмаҫ. Һуғыш ҡора­лы бик ҡурҡыныс, шуға күрә һеҙ, бала-саға, ҡатын-ҡыҙ, барығыҙ ҙа алыҫҡа китеп, ергә ятып ҡарағыҙ. Ә Ғәйфулла, Заһир, Ғәли, Рәшит – һеҙ армияла хеҙмәт иткән ир­ҙәр. Оцеплениеның нимә икәнен беләһе­геҙ, барығыҙ, юлдарҙы һаҡлағыҙ. Бер кемде лә был яҡҡа уҙғармағыҙ, – тип бойороҡ бирҙе Зәйнулла ағай. Ул ике пушканың да курогына биш дилбегәне ялғап бәйләне. Пушкаларҙан 20 – 30 метр алыҫлыҡта окоп ҡаҙҙылар.
– Заряжай! – тип бойороҡ бирҙе Зәйнулла ағай.
Ҡустыһы Иҙрис менән Фәүәриз ағай пушкаларға снарядтар ҡуйҙы ла окопҡа килеп йәшеренде.
Зәйнулла ағайҙың “пли” тигән коман­даһы яңғыраны. Бер ваҡыт пушка атып, снаряд­тар ҡаяла шартланы. Эре таштар ватылып, тирә-яҡҡа сәсрәне. Шулай снаряд бөткәнсе аттылар ҙа аттылар. Тирә-яҡҡа дары еҫе таралды. Шартлау тауышынан ҡурҡып, ҡоштар әллә ҡайҙарға осоп китте. Снарядтар атылып бөткәс, бар халыҡ ҡая янына йыйылды. Вәт ғәжәп хәл булды был. Ҡая емерелеп, эре таштар нәҡ иҫке юл өҫ­төнә йәйелеп ятҡан. Юл бейегәйгән, киңәй­гән, арба ғына түгел, йөк машиналары, хат­та комбайндар уҙырлыҡ булған да ҡуй­ған.
– Бына яҙлы-көҙлө юлһыҙ ҡалыу бәләһе­нән мәңгелеккә ҡотолдоҡ, – тине Зәйнулла ағай.


Автор: Юнир САЛАУАТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә