Пушканан атып, тау шартлатып...13.12.2017
Беҙҙең Бөрйән яғында тау таштарын көрәк менән ат һәм машина арбаһына тейәп, ғөмүмән, бар мөмкинлектәрҙән файҙаланып, урам, оло юлдарҙы төҙөүҙе 1960 йылдарҙа башлап ебәрҙеләр. Был эштән малай һәм ҡыҙҙар ҙа тороп ҡалманы.
– Балаҡайым Гәүһәр ошонда ғына уйнап йөрөй ине, күрмәй ҙә ҡалдым, юҡ булды ла ҡуйҙы, – тип Зөһрә апай мәктәпкә килгән.
– Уның хәүефләнеүен барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Беҙ, малайҙар, тирә-яҡтағы бүрәнә, утын өйөмдәрен, һалам-бесән араларын, соҡорҙарҙы ҡарап сыҡтыҡ. Бер саҡ иң бәләкәй Фәрит:
Таптым, бында килегеҙ, – тип ҡысҡырҙы. Йүгереп уның янына барһаҡ, дөйөм хужалыҡтың иген келәте булған бинаның нигеҙ таштарының бер нисәүһе емерелеп, баш һыйырлыҡ ҡына тишек ҡалған. Унан баланың илаған тауышы ишетелә. Тишекте ҙурайтып, ҡыҙҙың атаһы Фитрат ағай шунда инеп китте лә ҡысҡырып ебәрҙе.
– Келәт баҙына йығылып төштө шикелле, – тине ололар.
Тиҙ генә арҡан килтереп, бесәй балаһы тотҡан ҡыҙы менән атаһын тартып сығарҙылар. Бала тишеккә инеп киткән бесәй балаһын ҡотҡарам тип шунда йығылып төшкән булған. Баҙҙан сыҡҡас, Фитрат ағай ауыҙын асты ла бер һүҙ ҙә әйтә алмай ҡатып ҡалды.
– Аждаһа күрҙеңме әллә? – тип һоранылар унан.
– Аждаһанан да хәтәр нәмә бар унда. Ике пушка күрҙем.
“Пушка” һүҙен ишеткәс, барыбыҙ ҙа аптырауға ҡалдыҡ. 1934–1935 йылдарға тиклем был йортта ауылдың бик хәлле кешеһе йәшәгән. Уны кулак тип Себергә ебәрәләр, ә йортон, конфискациялап, колхоз келәт итеп файҙалана. Революциянан, Граждандар һуғышынан һуң 43 йыл ғына ваҡыт уҙған. Шуға ла ҡарттар был йорттоң хужаһы кем булыуын да белә.
– Дә-ә-ә, Дәүләтбай аҡтар яҡлы булған икән. Баҙында пушка һаҡлап, шым ғына Совет власының бөтөүен көткән, – тип һығымта яһаны бабайҙар.
Келәттең иҙәнен аҡтарып, пушкаларҙы тартып сығарҙылар. Йәшниктәрҙә 80 снаряд та бар ине.
Бай кеше бай инде. Иҙән урҙаларының өҫтөнә имән бүрәнәләр теҙеп, ҡалын таҡталар йәйгән. Өй эсенән баҙға төшөр ҡапҡасы ла юҡ. Шуға ла йылдар буйы унда пушка барлығын бер кем дә белмәгән, – тине ауыл Советы рәйесе.
Табылдыҡты күрергә тип келәт янына бик күп халыҡ йыйылды.
– Был пушкалар хаҡында милицияға хәбәр итһәң, беҙгә бер файҙаһы ла ҡалмай. Улар конфискациялай ҙа ҡуя. Пионерҙарға бирәйек, металл һынығы итеп тапшырырҙар, – тине пионервожатый Мәрйәм апай.
– Ә снарядтарын да пионерҙарға тапшырайыҡмы? Шунан улар шартлап, балалар үлһә, ни эшләрбеҙ? – тип физика уҡытыусыһы Зиннур ағай бик ҡурҡыныс мәғлүмәт бирҙе.
Барыһы ла уйға ҡалды.
– Иптәштәр, мин Германияла Совет Армияһында артиллерист булып хеҙмәт иттем. Пушкалар, снарядтар менән эш итә беләм. Бына уның көпшәһе, затворы. Снарядты бына ошонда тығаһың. Затворҙы алға этеп бикләйһең дә курокты үҙеңә табан тартаһың. Снаряд стволдан атылып китә лә кәрәкле урында шартлай. Ауылдаштар, беҙҙән алдан килгән быуындар, шулай уҡ үҙебеҙ, Байназар менән Мораҙым ауылы араһындағы Тирмән ҡаяһы аҫтында юл булмауынан ыҙалайбыҙ бит. Әгәр ҙә беҙ пушкаларҙы шунда алып барып, Ағиҙелдең уң яҡ ярынан ҡаяларға атып, таштарҙы емерһәк, яҡшы, бейек юл төҙөп ҡуясаҡбыҙ, – тип телмәр тотто колхоз бригадиры Зәйнулла ағай.
– Был тиклем көслө ҡоралды һис һүҙһеҙ файҙаланырға кәрәк, – тип башҡалар уның фекере менән шунда уҡ ризалашты.
Ваҡытты һуҙмай пушкаларҙы ҡорҙолар ҙа, атҡа тағып, Ағиҙел аръяғындағы туғайҙан бик ҙур стена шикелле Тирмән ҡаяһының ҡаршыһына алып барҙылар.
– Иптәштәр, пушкаларҙың көпшәһе таҙа, тутыҡмаған, ә бына снарядтарға ышаныс юҡ. Бәлки, улар атылмайынса ошонда уҡ шартлар йә бөтөнләй атылмаҫ. Һуғыш ҡоралы бик ҡурҡыныс, шуға күрә һеҙ, бала-саға, ҡатын-ҡыҙ, барығыҙ ҙа алыҫҡа китеп, ергә ятып ҡарағыҙ. Ә Ғәйфулла, Заһир, Ғәли, Рәшит – һеҙ армияла хеҙмәт иткән ирҙәр. Оцеплениеның нимә икәнен беләһегеҙ, барығыҙ, юлдарҙы һаҡлағыҙ. Бер кемде лә был яҡҡа уҙғармағыҙ, – тип бойороҡ бирҙе Зәйнулла ағай. Ул ике пушканың да курогына биш дилбегәне ялғап бәйләне. Пушкаларҙан 20 – 30 метр алыҫлыҡта окоп ҡаҙҙылар.
– Заряжай! – тип бойороҡ бирҙе Зәйнулла ағай.
Ҡустыһы Иҙрис менән Фәүәриз ағай пушкаларға снарядтар ҡуйҙы ла окопҡа килеп йәшеренде.
Зәйнулла ағайҙың “пли” тигән командаһы яңғыраны. Бер ваҡыт пушка атып, снарядтар ҡаяла шартланы. Эре таштар ватылып, тирә-яҡҡа сәсрәне. Шулай снаряд бөткәнсе аттылар ҙа аттылар. Тирә-яҡҡа дары еҫе таралды. Шартлау тауышынан ҡурҡып, ҡоштар әллә ҡайҙарға осоп китте. Снарядтар атылып бөткәс, бар халыҡ ҡая янына йыйылды. Вәт ғәжәп хәл булды был. Ҡая емерелеп, эре таштар нәҡ иҫке юл өҫтөнә йәйелеп ятҡан. Юл бейегәйгән, киңәйгән, арба ғына түгел, йөк машиналары, хатта комбайндар уҙырлыҡ булған да ҡуйған.
– Бына яҙлы-көҙлө юлһыҙ ҡалыу бәләһенән мәңгелеккә ҡотолдоҡ, – тине Зәйнулла ағай.