Бохарбаевтар Хәйбулла районында данлы һәм затлы араларҙан һанала. Данлы нәҫел вариҫтары төрлө өлкәлә фиҙакәр хеҙмәт итә, белемгә ынтылыуҙары, рухлы булыуҙары менән айырылып тора. Табиптар династияһын дауам иткән Бохарбаевтар нәҫеленән Ғәле Әхмәт улының матур һәм татыу ғаиләһе хаҡында бәйән итмәксемен.Күптән түгел Камила менән Ғәле Бохарбаевтар бергә йәшәүҙәренең ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләгән. Иңгә-иң терәп, парлы тормоштоң матурлығын, өҫтөнлөгөн үҙ миҫалдарында башҡаларға өлгө итеп күрһәтеп йәшәгән ғаилә менән яҡындан танышыу бәхете тейҙе. Һүрәтләмә геройҙары — бер-береһен ҡәҙерләп һаҡлауҙың, ҡурсалап йәшәүҙең, ғүмер юлын татыу һәм бергә уҙыуҙың сағыу өлгөһө.
Бер яҡтан ҡарағанда, бала саҡтан бер-береһен белеп, артабан бер мәктәптә белем алған Бохарбаевтарҙың тормош юлы тап шулай булырға тейеш тә кеүек. Әммә тормошта барыһы ла һин уйлағанса ғына бармай: үҙ ауырлыҡтары, үҙ мәшәҡәттәре етәрлек. Аҡъярҙың 1-се мәктәбенең сығарылыш класында белем алған үҫмер киләсәктә инженер булырға хыяллана. Ауыл хужалығы институтына кереп, артабанғы тормошон тыуған яғы менән бәйләргә уйлай.
Яҙмыш ҡушыуымы, әллә бәхетле осраҡмы, был хаҡта Ғәле Әхмәт улы үҙе лә аныҡ ҡына әйтә алмай, әммә ул саҡта район дауаханаһының баш табибы булып эшләгән Шәрифйән Ишемов ни өсөндөр был егеткә күҙ һала. “Быйыл мәктәпте тамамлайһың, ҡайҙа барырға уйлайһың?” — тип һорай. Бер аҙ һынсыл ҡарап, өндәшмәй торғандан һуң: “Табиплыҡҡа уҡы, ярҙам итермен. Иртәгә эшкә килеп сыҡ, һөйләшербеҙ”, — тип үҙ юлынан китә.
Уның һүҙҙәренә иғтибар бирмәһә лә, ҡайҙа инде ул саҡта районда иң абруйлы һаналған һөнәрҙәрҙең береһе табип һынлы кешенең һүҙен һанға һуҡмау. Бара уның эшенә, ә ул егеткә химия менән биология дәреслектәренән бер нисә битте уҡып, әҙерләнеп килергә ҡуша. Бындай “әҙерлек” уҡыу йылы тамамланғансы дауам итә. Шулай ҙа Ғәле Бохарбаевтың күңеле ауыл хужалығы институтына тарта, райондан йүнәлтмә алып уҡырға инергә уйлай.
Колхоз рәйесенә ошо хаҡта белдергәс, уныһы күҙен дә йоммай: “Ике йыл колхозда эшлә, шунан ғына йүнәлтмә булыр”, — тип яуаплай. Был юлы етди ҡарарға килеп, һис тә юғалып ҡалмай егет, тота ла документтарын Башҡортостан дәүләт медицина институтына тапшыра. Төпкөлдән килгән егеткә тәүҙәрәк уҡыуы еңелдән булмай, тик сәмле, ныҡышмал, белемгә ынтылыусан Ғәле Әхмәт улы юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлай. Етмәһә, бала саҡтан күҙ атҡан, яратҡан Камилаһы ла ошонда уҡ уҡытыусылыҡҡа уҡый, йәштәр осрашып йөрөй.
Йәш табип 1970 йылда ҡулына диплом тотоп тыуған яғына, дөрөҫөрәге, Аҡъяр дауаханаһына эшкә ҡайта. Бөгөн Ғәле Бохарбаевтың хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу теркәлгән, ябай табиптан үҙәк район дауаханаһының терапия бүлеге мөдире вазифаһына тиклем хеҙмәт юлы үтә. Әммә һәр саҡ сирлеләр өсөн иғтибарлы, хәстәрлекле табип булып ҡала, үҙ эшенең оҫтаһына әүерелә. Ҡырҡ йылдан ашыу бүлек мөдире булып эшләгән сағында Ғәле Әхмәт улы ауырыуҙарға мөмкин тиклем уңайлыҡтар тыуҙыра, кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә, һәр саҡ укол-дарыуҙарҙың булыуын даими контролдә тота, бигерәк тә ауыл ерендә йәшәгән пациенттарҙың һаулығы өсөн борсолоп, уларҙы мөмкин тиклем дауаханаға урынлаштырыуҙы, тейешле медицина ярҙамы күрһәтеүҙе талап итә. Шуға күрә терапия бүлеге йыл һайын дауаханала тәртип, юғары кимәлдә медицина ярҙамы күрһәтеү, үлем осрағына юл ҡуймау буйынса тәүге урындарҙы биләй.
Сирҙе дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеү мөһим, тигән принципҡа тоғро ҡалып, Ғәле Әхмәт улы ауырыуҙар араһында, бигерәк тә ауыл ерендә йәшәгәндәр менән даими иҫкәртеү саралары үткәрә, төрлө осрашыуҙарҙа сығыш яһай. Тәжрибәле табип әйтеүенсә, районда ҡан баҫымына зарланыусылар күп. Шунлыҡтан йөрәк өйәнәге, инфаркт, инсульт кеүек сирҙәр арта, һуңғы ваҡытта төбәктә яман шеш сиренең йыш осрауы ла врачты борсомай ҡалмай.
Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры, хеҙмәт ветераны Ғәле Бохарбаев оҙаҡ йылдар кеше сәләмәтлеге өсөн хеҙмәт итеп, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әле лә яратҡан эшен ташламаған. Һуңғы йылда ул үҙәк район дауаханаһының участка терапевы булып эшләй.
Хәләл ефете 42 йыл балаларға рус теленән һәм әҙәбиәтенән белем биреп, байтаҡ йылдар мәктәптә завуч булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы Камила Абдрахман ҡыҙы әле лә тик ултырмай: ейән-ейәнсәрҙәренә бар яҡлап ярҙам итә, өй ҡотон һаҡлаусы ла, йортҡа йәм биреүсе лә ул. Ике бала тәрбиәләп үҫтергән Бохарбаевтар сәскәләй өс ейәнсәргә, баһадирҙай ике ейәнгә хәстәрлекле өләсәй һәм олатай. Шуныһы ҡыуаныслы — атаһының юлын лайыҡлы дауам итеп, ҡыҙҙары бөгөн район дауаханаһында сирек быуат педиатр булып эшләй. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Айгөл Ғәле ҡыҙы был һөнәрҙе һайлауына үкенмәй, киреһенсә, быуындар бәйләнешен дауам итеп, данлы нәҫелдең табиптар династияһын лайыҡлы булдырыуҙа үҙ өлөшөн индерә алыуы менән бәхетле. Әйткәндәй, тормош иптәше менән өс ҡыҙ тәрбиәләгән ғаиләлә иң өлкән ҡыҙҙары Таңсулпан да ғаиләнең өсөнсө быуын вәкиле булып, Башҡорт дәүләт медицина университетының l курсында белем ала.
— Атай менән әсәй беҙгә хеҙмәт тәрбиәһе бирҙе, — тип һүҙгә ҡушылды Айгөл Ғәле ҡыҙы. — Атайымдың “Бөтә нәмәне эш менән еңергә була” тигән һүҙе тормош девизыма әйләнде. Улар — беҙҙең тормош маяғы, йәшәү бәхетебеҙ. Тыуған ергә, ғаиләгә, һайлаған һөнәргә ҡарата һөйөү ҙә атайымдан килә. Уҡыуҙы тамамлағас, Өфөлә ҡалырға мөмкинлек булғанда ла, “Юҡ, ҡыҙым, һәр кем үҙ еренә хеҙмәт итергә тейеш, һинең урының — тыуған яғыңда” тип ҡайтырға тәҡдим итте. Ғаиләлә атай абруйы булыуҙа әсәйемдең өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Улдары Азамат та ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Мәктәптә яҡшы билдәләргә өлгәшкән егет, һайлап алыу турында республикала еңеү яулап, Төркиәлә белем алыу хоҡуғын ала. Илдең төрлө ерендә юғары вазифа биләһә лә, бала саҡтан атаһының үҙ еренең патриоты булараҡ тәрбиә биреүе Азамат Ғәле улына ла илһөйәрлек сифаттарын һеңдермәй ҡалмағандыр, күрәһең, тыуған яғында төпләнергә ҡарар итә. Әле ауыл район хакимиәтендә эшләй, ҡатыны менән Асман һәм Байрас исемле малайҙар үҫтерә.
Ғәле Әхмәт улының йәнә бер нисә шөғөлө хаҡында әйтмәү мөмкин түгел. Студент йылдарынан ул ҡурайҙы һәм көрәште үҙ иткән. Ҡулына ҡурай алған егетте республика ҡурай бәйгеләрендә йыш осратырға, төрлө конкурстарҙа күрергә мөмкин булһа, келәм майҙанында ул һәр саҡ еңеүсе булараҡ дан ала. Ҡырҡ йылдан ашыу минең геройым район һабантуйында үҙ ауырлығында берәүгә лә ал бирмәй, һәр саҡ призлы урын яулай. “Йыл һайын алған тәкәләрҙең иҫәбе-һаны юҡ”, — тип йылмая ул. Утыҙ тапҡыр район чемпионы исемен яулай, тиҫтәләрсә абсолют чемпион була. Төрлө республика, төбәк-ара көрәш ярыштарында ҡатнашып, район данын яҡлай.
Ғәле Бохарбаевтың 60 йәшлек юбилейына район хакимиәте, спорт бүлеге уның исеменә арналған көрәш буйынса ярыш үткәрһә, 70 йәшенә уның исемендәге призға шахмат турниры үтә. Шахмат буйынса ла Ғәле Әхмәт улы — район чемпионы. Аҡыллылар һәм бөйөктәр уйыны тип һаналған шахматты логик фекерләгән, түҙемле һәм алдына ҡуйған маҡсатҡа ынтылған кешеләр генә үҙ итә. Көсөргәнешле эштән һуң был шөғөл күңелгә тыныслыҡ бирә, башты эшләтә, ти Ғәле Бохарбаев.
Бер-береһенә ҡарата һөйөү менән һуғарылған был бәхетле ғаилә менән аралашҡандан һуң, мәҡәлә геройҙарымдан ярты быуаттан ашыу парлы ғүмер юлын матур, өлгөлө үтеүҙәренең сере менән дә ҡыҙыҡһындыҡ. “Иң мөһиме — бер-береңде ихтирам итеү, яратыу, бер-береңә ҡарата ышыныслы булыу”, — тип яуапланы улар.
Үҙ ерендә имәндәй тамыр нығытҡан, һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, матур балалар тәрбиәләп, тирә-яҡтағыларға өлгө, районда абруйлы ғаилә булараҡ дан алған Камила менән Ғәле Бохарбаевтар хаҡында әллә күпме яҙырға мөмкин, уларҙың тормошо үҙе бер китапҡа торошло. Китаптарҙан һәм киноларҙан эҙләгән күркәм, татыу һәм матур ғаилә тап үҙебеҙҙең арала йәшәй. Уларҙың тормош һәм хеҙмәт юлының күптәргә өлгө икәнлеген, йәштәргә фәһем бирерлек булыуын гәзит уҡыусыларға күрһәтергә тырыштым. Тап Бохарбаевтар кеүек ғаиләләр илебеҙҙә күберәк булғанда, йәшәүе лә күңелле, тормош та йәмләнер.