Бөгөн ир-егеттәребеҙҙең ғаиләһен ҡарау, йорт һалыу, балаларын уҡытыу өсөн ер аяғы, ер башына аҡса эшләргә сығып китеүенә өйрәнеп тә бөткәнбеҙ. Был хәлгә ҡарата ике төрлө ҡараш йәшәй. Берәүҙәр, булмағанды көтөп, ҡул ҡаушырып эшһеҙ өйҙә ятҡансы, ситтә бәхетеңде эҙләп ҡарау яҡшыраҡ, тиһә, икенселәр иһә үҙ еренә берегеп, хужа булып йәшәй алмай, ситкә китергә мәжбүр булғандарға йәлләп тә, борсолоп та ҡарай. Ә бит ирҙәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһында ла эш эҙләп сит илгә сығып киткәндәр һаны ишәйә бара. Кешене эсәр һыуы, ейәр ризығы йөрөтә, тиһәләр ҙә, яҙған ризығыңдың ситкә сәселмәүе барыбер ҙә яҡшыраҡтыр ул.
Тормош мәшәҡәттәрен йырып сығыу өсөн ғаиләһен ҡалдырып, Себер тарафтарында эшләп ҡайтҡан бер ағай менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.– Яҙмыш ҡушыуы шулай булдымы икән, уйламағанда ғына алыҫ Себер, тундра яҡтарында дүрт ай йөрөп ҡайтырға тура килде, – тип башлап китте ағай. – Әлбиттә, сит-ят ерҙә эшләү теләге шулай ҙур булғанлыҡтан түгел, ә донъя мәшәҡәте мәжбүр иткәнлектән оҙон юлға сығырға ниәт иттем. Интернет аша эш белешеп, уның шарттары менән танышып сығыу бер ҙә ҡыйын булманы. Үҙемә яраҡлыһын тапҡас, электрон почта аша генераль директор менән бәйләнешкә инеп, документтарымдың күсермәһен ебәрҙем. Бер-ике көн үтеүгә мине эшкә алыуҙары тураһында хәбәр килде. Инде иллене үтһәм дә, ыңғай хәбәрҙән ҡанатланып, йәш саҡтағылай дәртләнеп, ҙур сумкалар күтәреп Ямал яҡтарына сығып киттем. Шулай итеп, Яңы йыл байрамы алдынан ғына Силәбе – Уренгой поезы менән килеп, Пурпе ҡасабаһына аяҡ баҫтым. Сит-ят ерҙәрҙең еле лә әсе, ҡары ла һыуығыраҡ, йәнде өшөткәндәй тойолдо. Эш урынының ҡайһы ерҙә икәнен алдан уҡ белешеп ҡуйғас, такси менән тура шунда юл тоттом. Шул көндә үк урынлаштым.
Тәүҙә, эш хаҡынан тотоп алып ҡалыу шарты менән, баштан-аяҡ кейендерҙеләр, түшәк кәрәк-ярағы бирҙеләр. Был яҡтан барыһы ла көйлө барҙы, зарланырлыҡ булманы. Көнөнә өс тапҡыр ашатыу, аҙнаһына ике тапҡыр мунса инеү ҡаралғайны. Дүрт кеше бер вагонда йәшәйбеҙ. Вагон йылы, аш һәм йоҡо бүлмәләре, телевизоры бар.
Шулай итеп, элек төшкә лә инмәгән сит ерҙә электромонтер булып эш башланым. Әлбиттә, башта еңелдән булманы. Һалҡын Себерҙең үҙәккә үткән еле аҫтында бейек мачтаға менеп яҡтыртҡыстар ҡуйырға, электр сымдары һуҙырға кәрәк. Ғаиләне ҡалдырып, аҡса эшләйем тип сығып киткәс, бәлә һалып ултырып булмай. Шәхси фирма булғанлыҡтан, һәр аҙымыңды ҡарап, минут-секундыңды тикшереп кенә торалар. Ауыҙыңды асып, йоҡлап йөрөһәң, юҡ бәлә тағып, штраф һалырға ғына әҙерҙәр. Эшселәр араһында Башҡортостандан тыш, Ҡаҙағстандан, Ырымбур, Силәбе өлкәһенән, Кубань, Ставрополдән килгәндәр күп. Бер яҡтан, сит ерҙә үҙебеҙҙең яҡташтарҙың күплеге ҡыуандырһа, икенсенән, уларҙың тыуған төйәген, яҡындарын ҡалдырып, ошондай шарттарҙа эшләп йөрөүе күңелһеҙ уйҙар тыуҙырҙы. Күбеһе 40-ты уҙған, 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр йыйылған. Береһе – тракторсы, икенсеһе шофер йә иретеп йәбештереүсе булып, балаларын уҡытыу, ғаиләһен ҡарау, өсөнсөһө кредитын түләү өсөн аҡса йүнәтергә тырыша.
Бер ай эшләп, минең ниндәйерәк хеҙмәткәр булыуымды күҙәткәс, икенсе урынға – нефть һәм газ ятҡылығына ебәрҙеләр. Тәүҙә бетон, шунан ҡарҙы тапап, волокуша менән нығытылған юлдан 200 саҡрымдан ашыу ер уҙҙыҡ. Йәйгеһен был араны вертолет менән генә үтәләр. Аҙыҡ-түлекте лә аҙнаһына бер тапҡыр вертолет килтерә. Бында телевизор күрһәтмәй, радио һөйләмәй, кеҫә телефонының да МТС бәйләнеше генә тота. Ҡалған өс айҙы ошонда эшләп, килешеү ваҡытын тултырҙым. Эргәгә ҡаргиҙәрҙәрҙә болан тиреһенән тегелгән тундарын кейеп урындағы халыҡ килеп китә. Улар эшселәр эргәһендә йылынып, беҙҙең менән аралашырға ярата. Ҡайһы берҙә болан ите һатып алырға ла тәҡдим итәләр.
Ғәҙәттә, ситтә эшләгәндәрҙең күбеһе эш хаҡының ваҡытында түләнмәүенә, эш биреүселәрҙең намыҫһыҙлығына зарлана. Мин эшләгән ерҙә был йәһәттән күңелһеҙлектәр булманы. Алдан килешелгәнсә, һәр кем үҙенә тәғәйен хеҙмәт хаҡын алды. Ашнаҡсылар, төрлө һөнәрҙә эшләгәндәр айына яҡынса 35-әр мең, тракторсы, шоферҙар – 50-60 мең, экскаваторсылар 70-әр мең һум аҡса ала. Әммә талап бик ҡаты. Базала эсеп тотолһаң – 35 мең, нефть һәм газ ятҡылығында тотолһаң, 200 мең һум штраф түләргә тура килә.
Үкенескә ҡаршы, эсергә яратҡандар бында ла етерлек. Шәхсән үҙем белгәндәр араһынан ғына бер нисә тапҡыр 35-әр мең штраф түләгәндәр булды. Улар, ғәҙәттә, аҡсаһыҙ ҡайтыуының сәбәбен эш биреүселәрҙең намыҫһыҙлығына, түләмәүенә япһара. Аҡса эшләйем тип яҡындарын ышандырып, Себер сығып киткәндәрҙең эсеп, эш хаҡынан ҡалыуы ҡыҙғаныс. Өс-дүрт ай ваҡытын ошонда уҙғарып, эшләгән генә аҡсаһын эскегә, штраф түләүгә тығып ҡайтыр юлға аҡса таба алмағандар ҙа бар. Ундайҙарға, киреһенсә, өйҙән аҡса ебәреп, ҡайтарып алалар.
Мин эшләгән ерҙә башҡорттарҙы бик хөрмәт итәләр. Уларҙы икенсе срокка ла теләп саҡырып торалар. Етәкселәрҙең: “Башҡорт егеттәре эшкә бигерәк талымһыҙ”, – тип маҡтап тороуын үҙемә бер нисә тапҡыр ишетергә насип итте. Ысынлап та, милләттәштәремдең яуаплы булыуы ғорурлыҡ хисе уята. Улар эш айырып тормай, тәүлектең ниндәй генә ваҡыты булыуына ҡарамаҫтан, бурысын бынамын итеп башҡарып ҡуя. Мәҫәлән, минең менән эшләгән экскаваторсы – Әбйәлил районынан, шоферҙар – Учалы егеттәре етәкселәрҙән бары тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетте. Ҙур техника менән Себерҙе арҡырыға ла, буйға ла йөрөп сыҡҡан был уңғандар бер эштә лә һынатманы. Беҙҙең бригадала 43 кеше эшләне. Төрлө ерҙән килгән туғыҙ милләт вәкиле бергә йыйылыуға ҡарамаҫтан, үҙ-ара уртаҡ тел табып, милләт айырмай, бик дуҫ, татыу йәшәнек. Тик ситтә эшләүҙе күпме генә маҡтаһаң да, үҙ ереңдә булыуға етмәй. Ситкә киткәндәрҙең 90 процентын тиерлек нужа йөрөтә. Кемеһелер уңып, икенсеһе туңып ҡайта. Ирекһеҙҙән, тормош матурайып, ир-егеттәребеҙ үҙ һауаһын һулап, үҙ ерендә ныҡлы баҫып торһон, балалар үҫтерһен, ғаиләһен ҡараһын, көс-ғәйрәтен, уңғанлығын тыуған ерендә күрһәтһен ине, тигән теләк тыуа.
Шулай итеп, ситтә аҡса эшләүгә ҡарата бына ошондайыраҡ фекерен белдерҙе ағай. Уның һөйләгәндәренән сығып, берәүгә лә бер ҡайҙа ла майлы ҡалъя әҙерләп ҡуймауҙарына инанаһың. Үҙеңә тейешлеһен алыу өсөн дә бар көсөңдө, кәреңде һалып, ете ҡат тиреңде сығарырға тура килә. Бары тик алдыңа ҡуйғаныңдан тайпылмай, рухыңды төшөрмәй тырышҡанда ғына ниәтеңә өлгәшергә була. Йырҙа йырланғанса, ситтә үҫкән әфлисун менән бананға иҫебеҙ китмәй, үҙ еребеҙҙә хеҙмәтебеҙҙең файҙаһын күреп йәшәргә лә йәшәргә ине...