Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Именлек өсөн көрәшһәк тә...
Именлек өсөн көрәшһәк тә... “Чернобыль” союзы төбәк йәмәғәт ойошмаһының Конгресс-холда үткәрелгән кәңәшмәһендә республиканың төрлө ведомстволарынан вәкилдәр, район-ҡалаларҙан берлектең урындағы ойошма етәкселәре ҡатнашты.

Төбәгебеҙҙә Чернобыль, Тоцк, Семипалатинск, Яңы Ер, Маяҡ кеүек техноген һәләкәттәрҙә зыян күргән 3,5 меңдән ашыу кеше йәшәй, шул иҫәптән Чернобыль атом электр станцияһындағы фа­жиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡат­нашҡан 12 меңдән ашыу яҡташы­быҙҙың 2200 тирәһе иҫән.
Социаль страховка фондынан белдереү­ҙә­ренсә, әлеге ваҡытта республикала ташламаларға хоҡуғы булған кешеләрҙең 70 905-е (21 процент) уны тауар­лата алһа, 266 241-е (79 проценты) аҡса финанслауын һайлаған. 2015 йылда – 4728, былтыр – 4480, быйыл 4300 юллама бирелгән. Шифахана һәм курорттарҙа һаулығын нығытырға теләгән 15 600 кеше әле сиратта тора. Йылына уларҙың 25-27 проценты теләгенә ирешә. Чернобыль һәләкәтен бөтө­рөүҙә ҡатнашҡандарҙың яҡынса биш проценты ғына ошо мөмкинлектән фай­ҙаланған. Әлбиттә, был – бик түбән күрһәт­кес. Шулай уҡ 2014 йылда – 120, 2015 йылда – 124, былтыр 135 ликвидатор дауала­ныуға иреш­кән. Әммә күптәр Социаль-медик экспер­тиза бю­ро­һы табиптарының белешмәгә хәрби бу­рыс­тарҙы үтәү менән бәйле булмаған ауырыуҙы яҙыуҙарына ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
Республика хәрби комиссариатында радиация нур­ланышы алған 76 кеше иҫәптә тора, уларҙың 16-һы инвалид. Быйыл радиация эҙемтәләрен бө­тө­рөүҙә ҡатнашҡан өсөн наградаға тәҡдим итеп Мәс­кәүгә ебәрелгән документ­тарҙың бөтәһе лә кире ҡайтарылған. Ветерандар был ғәҙелһеҙлек менән дә риза түгел.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡ­лау министр­лы­ғы­нан һәм баш­ҡа медицина учреждениеларынан килгән вәкилдәргә лә һорауҙар булды. Кәңәшмәлә ҡат­на­шыу­сы­лар дауалау буйынса килеп тыуған мәсьәлә­ләрҙе уларҙың контролгә алыуын үтенде. Шулай уҡ табип­тарҙың пациенттарға ҡарата мөнә­сәбәте ме­нән ҡәнәғәт булмау­ҙарын да белдерҙеләр. Салауат ҡалаһын­дағы ойошма рәйесе Анатолий Курносов: “Мотлаҡ медицина страховкалау фонды һәр бахила өсөн 70 тин түләгәнен беләбеҙ, ә дауаханалар улар­ҙы биш һум менән һата. Ниңә улай?” – тине.
Бик урынлы күтәрелгән мәсьәлә, сөнки ул бер чер­нобылселәргә генә ҡағылмай. Билдәле булыуынса, “Рәсәй Федерацияһы граж­дандарының һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы 323-сө Федераль закондың 10-сы статья­һына ярашлы, граждандар бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт программаһы буйынса гарантия­ланған күләмдә сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин ителә. Шулай уҡ “Медицина эшмәкәрлеген тор­мош­ҡа ашырған ойошмаларға санитар-эпидемиологик талап­тар”ҙың 13.6-сы пункты буйынса дауалау-диагностика манипуляциялары үткәреү, шул иҫәптән амбулатор-поликлиника шарттарында ҡабул итеү барышында пациент шәхси кейем комплекты (йәймә, пленка, салфетка, бахила), шул иҫәптән бер ҡат фай­ҙа­ланыла торған­дары менән тәьмин ителергә тейеш. Закон буйынса, медицина хеҙмәткәр­ҙәре алмаш аяҡ кейеме йәки бахила талап итә алмай, улар булма­һа ла ҡабул итергә бурыслы.
– Мотлаҡ медицина страховкалау фонды бахилалар өсөн түләй, шуға ла уларҙы дауахана, поликли­никаларҙа бушлай бирергә тейеш­тәр, – тине ошо фонд белгесе.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты Чернобыль атом электр станцияһындағы, “Маяҡ” етеш­те­реү берекмә­һендәге фажиғә­ләр­ҙән зыян күргән һәм уларға тиң­ләш­терелгән категория граждан­дар­ҙың торлаҡ шарттарын яҡшыр­тыу менән шөғөлләнә, йәғни маҡ­сатлы сертификаттар бирә. Республикала был­тыр – 100, быйыл 112 кеше ошо ярҙамды алһа, киләһе йылда торлаҡ серти­фикатына дәғүә иткән 87 граждандың документтары Мәскәүгә ебәрелгән. Торлаҡ кодексы буйынса чернобылселәр һәм уларҙың балалары торлаҡ шарттарын яҡшыртыу хоҡуғына эйә. “Был йүнәлештә федераль закон теүәл үтәлә, әлегә беҙ тапшырған документтар буйынса мохтаждар фатир­ алып килә, тик урындарҙағы йәмәғәт ойошмалары һәм башҡарма органдар тығыҙ бәйләнештә эшлә­мәй, шул арҡала ҡайһы бер чернобылселәр әле һаман торлаҡ мәсьәләһен хәл итә алмай”, – тине комитеттан килгән вәкил.
Ғөмүмән, сарала ҡатнашыу­сы­лар был юлы ла ал­дағы кәңәш­мә­ләрҙә күтәрелгән һорауҙарҙың ҡа­батланыуын билдәләне. Улар­ҙың хәл ителмә­үен­дә кем ғәйепле? Әлбиттә, ғәйеп атта ла, тәр­тәлә лә бар­ҙыр, әммә һәр саҡ бер һорау тынғылыҡ бир­мәй: “Ниңә беҙҙә Тыу­ған иле, халҡы именлеге хаҡы­на үҙҙә­рен ҡорбан иткән, һаулығын юғалтҡан ветерандар теләнселәп йәшәй?”


Автор: Рәмилә МУСИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә