“Чернобыль” союзы төбәк йәмәғәт ойошмаһының Конгресс-холда үткәрелгән кәңәшмәһендә республиканың төрлө ведомстволарынан вәкилдәр, район-ҡалаларҙан берлектең урындағы ойошма етәкселәре ҡатнашты.Төбәгебеҙҙә Чернобыль, Тоцк, Семипалатинск, Яңы Ер, Маяҡ кеүек техноген һәләкәттәрҙә зыян күргән 3,5 меңдән ашыу кеше йәшәй, шул иҫәптән Чернобыль атом электр станцияһындағы фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан 12 меңдән ашыу яҡташыбыҙҙың 2200 тирәһе иҫән.
Социаль страховка фондынан белдереүҙәренсә, әлеге ваҡытта республикала ташламаларға хоҡуғы булған кешеләрҙең 70 905-е (21 процент) уны тауарлата алһа, 266 241-е (79 проценты) аҡса финанслауын һайлаған. 2015 йылда – 4728, былтыр – 4480, быйыл 4300 юллама бирелгән. Шифахана һәм курорттарҙа һаулығын нығытырға теләгән 15 600 кеше әле сиратта тора. Йылына уларҙың 25-27 проценты теләгенә ирешә. Чернобыль һәләкәтен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарҙың яҡынса биш проценты ғына ошо мөмкинлектән файҙаланған. Әлбиттә, был – бик түбән күрһәткес. Шулай уҡ 2014 йылда – 120, 2015 йылда – 124, былтыр 135 ликвидатор дауаланыуға ирешкән. Әммә күптәр Социаль-медик экспертиза бюроһы табиптарының белешмәгә хәрби бурыстарҙы үтәү менән бәйле булмаған ауырыуҙы яҙыуҙарына ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
Республика хәрби комиссариатында радиация нурланышы алған 76 кеше иҫәптә тора, уларҙың 16-һы инвалид. Быйыл радиация эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан өсөн наградаға тәҡдим итеп Мәскәүгә ебәрелгән документтарҙың бөтәһе лә кире ҡайтарылған. Ветерандар был ғәҙелһеҙлек менән дә риза түгел.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан һәм башҡа медицина учреждениеларынан килгән вәкилдәргә лә һорауҙар булды. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар дауалау буйынса килеп тыуған мәсьәләләрҙе уларҙың контролгә алыуын үтенде. Шулай уҡ табиптарҙың пациенттарға ҡарата мөнәсәбәте менән ҡәнәғәт булмауҙарын да белдерҙеләр. Салауат ҡалаһындағы ойошма рәйесе Анатолий Курносов: “Мотлаҡ медицина страховкалау фонды һәр бахила өсөн 70 тин түләгәнен беләбеҙ, ә дауаханалар уларҙы биш һум менән һата. Ниңә улай?” – тине.
Бик урынлы күтәрелгән мәсьәлә, сөнки ул бер чернобылселәргә генә ҡағылмай. Билдәле булыуынса, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы 323-сө Федераль закондың 10-сы статьяһына ярашлы, граждандар бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт программаһы буйынса гарантияланған күләмдә сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин ителә. Шулай уҡ “Медицина эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған ойошмаларға санитар-эпидемиологик талаптар”ҙың 13.6-сы пункты буйынса дауалау-диагностика манипуляциялары үткәреү, шул иҫәптән амбулатор-поликлиника шарттарында ҡабул итеү барышында пациент шәхси кейем комплекты (йәймә, пленка, салфетка, бахила), шул иҫәптән бер ҡат файҙаланыла торғандары менән тәьмин ителергә тейеш. Закон буйынса, медицина хеҙмәткәрҙәре алмаш аяҡ кейеме йәки бахила талап итә алмай, улар булмаһа ла ҡабул итергә бурыслы.
– Мотлаҡ медицина страховкалау фонды бахилалар өсөн түләй, шуға ла уларҙы дауахана, поликлиникаларҙа бушлай бирергә тейештәр, – тине ошо фонд белгесе.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты Чернобыль атом электр станцияһындағы, “Маяҡ” етештереү берекмәһендәге фажиғәләрҙән зыян күргән һәм уларға тиңләштерелгән категория граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу менән шөғөлләнә, йәғни маҡсатлы сертификаттар бирә. Республикала былтыр – 100, быйыл 112 кеше ошо ярҙамды алһа, киләһе йылда торлаҡ сертификатына дәғүә иткән 87 граждандың документтары Мәскәүгә ебәрелгән. Торлаҡ кодексы буйынса чернобылселәр һәм уларҙың балалары торлаҡ шарттарын яҡшыртыу хоҡуғына эйә. “Был йүнәлештә федераль закон теүәл үтәлә, әлегә беҙ тапшырған документтар буйынса мохтаждар фатир алып килә, тик урындарҙағы йәмәғәт ойошмалары һәм башҡарма органдар тығыҙ бәйләнештә эшләмәй, шул арҡала ҡайһы бер чернобылселәр әле һаман торлаҡ мәсьәләһен хәл итә алмай”, – тине комитеттан килгән вәкил.
Ғөмүмән, сарала ҡатнашыусылар был юлы ла алдағы кәңәшмәләрҙә күтәрелгән һорауҙарҙың ҡабатланыуын билдәләне. Уларҙың хәл ителмәүендә кем ғәйепле? Әлбиттә, ғәйеп атта ла, тәртәлә лә барҙыр, әммә һәр саҡ бер һорау тынғылыҡ бирмәй: “Ниңә беҙҙә Тыуған иле, халҡы именлеге хаҡына үҙҙәрен ҡорбан иткән, һаулығын юғалтҡан ветерандар теләнселәп йәшәй?”