Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уҡытыусы. Етәксе. Йәмәғәт эшмәкәре
Уҡытыусы. Етәксе. Йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Иҙрисов йәмле Ейәнсура районының бәләкәй генә йылға буйына һыйынып ултырған, көнбайыштан тау теҙмәләре уратып алған Ҡарабәрҙе ауылында тыуып үҫә. Уларға, 32-се йылғыларға, тормоштоң әсе һурпаһын йәштән күп һемерергә тура килә. Беренсенән, коллектив хужалыҡтар яңы ғына тергеҙелә башлай, өҫтәүенә шомло золом йылдары халыҡ күңеленә хәүеф һала. Әйткәндәй, 1918 – 1921 йылдарҙа Әхмәтзәки Вәлиди ғәскәрендә хеҙмәт иткән Ғәлиулла Ҡужәхмәт улынан, Рәшиттең атаһынан, “халыҡ дошманы” яһайҙар, ун йылға хөкөм итәләр. Шул китеүҙән уға тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Туғандары һуңынан ғына уның 1943 йылда вафат булыуы тураһында ишетә. Әсәләре Шаһиҙә инәй итәк тулы балалар – береһенән-береһе бәләкәй Фәрит, Фәтих, Рәшит, Нәҡиә һәм Зөлфиә менән яңғыҙы тороп ҡала. Икенсенән, Рәшит туғыҙынсы йәше менән барғанда, Ватаныбыҙға фашист Германияһы баҫып инә...

Рәшит Ғәлиулла улы, үҙе әйтмешләй, башланғыс белемде тыуған ауылында алғандан һуң, “тәнәфес” яһап ала. Ул да ҡаты һуғыштың аңлатып бөтөрә алмаҫлыҡ ауыр йөгөн башҡалар менән үҙ елкәһендә күтәрә, уның һымаҡ тырыштар һәм уңғандар бар тапҡанын ҡырып-һепереп фронтҡа оҙатып тора. Тик еңһендәр генә – тылдағыларҙың маҡсаты шундай.
Үҫмер, Яңы Себенле мәктәбендә 7-се класты тамамлағас, Ырымбур өлкәһендәге Желтый педагогия училищеһына уҡырға инә. Бер нисә йылдан студент армияға алына, Ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәй. Һуңынан ул ошо уҡ өлкәнең исеме тирә-яҡҡа киң билдәле булған Аҡбулаҡ педагогия училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлай.
– Педагогтар “тау бейек, тауҙан аҡыл бейек йәки ҡулында китап булғандың башында ғилем булыр” тип ҡабатларға ярата торғайны. Шуның менән улар беҙҙең күңелдәрҙә китапҡа һөйөү тәрбиәләне, тырышып уҡырға өндәне, – тип хәтерләй Рәшит ағай. – Үҙ сиратында егет һәм ҡыҙҙар һынатманы. Халыҡса әйтһәк, йәбешеп ятып уҡыныҡ, кеше булырға тырыштыҡ. Бер төркөмдә уҡыған Рауил Бикбаев халыҡ шағиры исемен алыр тип кем уйлаған? Уйлап ҡараһаң, һуғыштан һуңғы ауыр осор. Ул михнәтле йылдарҙы онотоу мөмкин түгел. Аслыҡ, тамаҡ ашҡа туймай, етмәһә, өҫкә кейергә юҡ. Үҙәккә үтте инде барыһы ла...
Элекке йәшәйеш менән хәҙергене сағыштырып ҡарайым да, әле ожмах ҡосағында ғүмер итәбеҙ икән, бөтәһе лә бар, тормош етеш, тип ҡыуанам.
Һуңынан егет Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Ул үҙенең бар тормошон донъялағы иң маҡтаулы һөнәрҙәрҙең береһе – уҡытыусы­лыҡҡа бағышлай. Шуның менән бәхетле лә! Рәшит ағай уҡытыусыны үҙе янып, башҡаларға яҡтылыҡ өләшеүсе шәмгә тиңләй, тик шулай булғанда ғына балалар күңеленә ғилем нуры сәсеп булыуын билдәләй ул. Студент йылдарында бер генә кисәне лә, ижади түңәрәкте лә ҡалдырмаҫҡа тырыша. Үҙе өҫтөндә күп эшләй, һәр саҡ камиллыҡҡа ынтыла, бик күп педагогик хеҙмәттәр менән таныша, бөйөк педагогтар Макаренко менән Сухомлинскийҙың әҫәрҙәрен йотлоғоп уҡый.
Юғары уҡыу йортон тамам­лағандан һуң йәш белгесте тәүҙә – Ҡужабаҡ, һуңынан Назар мәктәбенә мөдир итеп ебәрәләр. Тиҙҙән һәләтле педагогты район етәкселеге Инәк мәктәбенә директор итеп тәғәйенләй. Ә 1962 йылда директор йөгөн ҡабул иткәндә, мәктәп һигеҙ йыллыҡ була. Оҙаҡламай уның тырышлығы, хәстәрлеге арҡаһында был уҡыу йорто урта мәктәпкә әйләнә. Бында ул 1975 йылға тиклем етәксе вазифаһын башҡара. Әңгәмәсем билдәләүенсә, ул саҡтағы күңелле, умарта күсе кеүек гөжләп торған мәктәп йылдары мәңге хәтерендә. Улар төп уҡытыу эшенән тыш, йәмәғәт саралары уртаһында ҡайнаған, халыҡ араһында агитация эшен ойоштороу булһынмы йәки ауыл сәхнәһендә пьесалар, концерттар менән сығыш яһау бер ҙә уҡытыу-тәрбиә эшенә кире йоғонто яһамаған, ә халыҡ алдында уҡытыусының абруйын күтәргән.
Әйткәндәй, был мәктәптә директор булып эшләгән йылдарында кир­бестән бына тигән мәктәп һалды­рыуға өлгәшә. Унда Яңы Себенле ауыл Советына ҡараған ете ауылдан башҡорт балаларын йәлеп итеп интернат асалар, уҡыусыларҙың күпле­ген иҫәпкә алып, бер нисә башҡорт класы булдырыла. Улай ғына ла түгел, район етәкселеге директорҙың хәстәр­лекле булыуын күреп, уны Яңы Петровка мәктәбенә күсерергә ҡарар ҡыла. Был ваҡытта бында нәҡ Иҙрисов һымаҡ йүнсел һәм белемле кеше кәрәк була. Рәшит Ғәлиулла улы етәкселектең һүҙен йыҡмай, партия һалдатына хас сифаттар менән яңы урында ла ең һыҙғанып эшкә тотона. Бер нисә йыл үтеүгә, белем усағы урта мәктәпкә әйләнә, яңы бина төҙөлә. Һәм ул ошонда пенсия йәшенә еткәс тә 10 йылдан ашыу етәксе йөгөн тарта. Хатта хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, уҡытыусылыҡ эшен ташламай. Ветеран уҡытыусының педагогик стажы 50 йыл булһа, шуның 40 йылында директор вазифаһын башҡарған.
Бәхеттәрен ситтә тапҡан ауылдаштарын осраштырып күрештереү тигән изге маҡсат та ҡуйған ил ағаһы. Тыуған ауылы Ҡарабәрҙе, “перс­пективаһыҙ” мөһөрө тағылып, үткән быуаттың 70-се йылдарында йәшәүҙән туҡтай. Бына нисәмә йыл инде ул тыуған ауылы нигеҙендә йә Шәжәрә, йә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” кеүек байрамдарҙы ойоштороу­сыларҙың береһе булып тора. Бының өсөн сәбәп тә бар – ауыл бөткән булһа ла, халыҡ хәтере мәңгелек. Тау итәгендә был ауылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, яу ҡырында Тыуған иле азатлығы өсөн баштарын һалған яугирҙәрҙең, тыл эшсәндәренең, хеҙмәт армияһында булғандарҙың, һуғыш балаларының исемлеге мәрмәр таштарға мәңгелеккә уйылып яҙылған.
– Ғүмерем бушҡа үтмәне, – тип дауам итә һүҙен Рәшит Ғәлиулла улы. – Күңелем ятҡан һөнәргә эйә булдым, эшемде ихлас башҡарҙым. Йәмғәтселек эшенең уртаһында ҡайнаным, оҙаҡ йылдар агитатор, пропагандист, тәүге цех партия ойошмаһы секретары, ауыл Советы депутаты булдым, комсомол һәм партия мәктәптәрендә уҡыуҙар ойошторҙом.
Уның әйткәндәренә мөһим бер хәҡиҡәтте өҫтәп ҡуйырға кәрәктер. Аҡһаҡал кимәленә күтәрелгән Рәшит Иҙрисовты районда ғына түгел, хатта сит тарафтарҙа ла яҡшы беләләр, уның абруйы халыҡ араһында юғары.
Халҡының тормошо, проблемалары һәм шатлыҡ-ҡыуаныстары ме­нән йәшәп өйрәнгән Рәшит Ғәлиулла улының матбуғат менән яҡын дуҫ­лығын билдәләп үтмәһәк, яҙыҡ булыр. Ул республика, шулай уҡ район гәзиттәренең бер һанын ҡалдырмай уҡып барыу ғына түгел, ә улар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыуға ла өлгәште. Уның төплө аҡыл һәм фекер байлығында яҙылған мәҡәләләрен гәзит уҡыусы яратып уҡый.
Рәшит Иҙрисов – бер нисә китап авторы. Тәүгеләрҙән булып районы­быҙҙа ауылдашы һәм фекерҙәше Шаһивилдан Иҙрисов менән бер авторлыҡта “Тамырҙарым һиндә, Ҡарабәрҙем” тип исемләнгән тарихи сығанаҡтарға бай булған мираҫ ҡалдырыуға ла өлгәштеләр. Йәш быуын ул китапта ата-бабаларының данлы ла, шанлы ла үткән яҙмышы, хеҙмәте, ил азатлығы өсөн көрәш тураһында мәғлүмәттәр таба, үҙенең шәжәрәһе менән яҡындан таныша ала.
Эйе, Рәшит Ғәлиулла улы Иҙрисов йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәне. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, ҡул ҡаушырып өйөндә ятманы. Район патриоттары яҡшы иҫләйҙер, ул “Йәнтөйәк” зыялылар клубын төҙөнө һәм уның эшенә тиҫтә йылға яҡын уңышлы етәкселек итте. Һуңынан әүҙем йәмәғәт эшмәкәренең милләте, халҡы өсөн фиҙакәр хеҙмәтен замандаштары оло баһалап, уны Ейәнсура районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын йөкмәтте. Был эшендә лә аҡһаҡал үҙен һәләтле ойоштороусы итеп танытты, милләттәштәренең яҙмышына битараф булмауын сағыу миҫалдарҙа раҫланы. Ошо йылдарҙа тынғыһыҙ ветерандың тырышлығы арҡаһында репрессия йылдарында нахаҡҡа яла яғып, юҡҡа йәберләнгән бик күп ейәнсураларҙың аяныслы яҙмышына арналған “Йөрәк хәтере” китабын нәшер итеүгә өлгәште.
Авторҙың был китабын йәмәғәтселек тулҡынланып ҡабул итте. Ошо китаптың Зәйнәб Биишева премияһына лайыҡ булыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Һәр бите, һәр юлы күңелде әрнеткән, йөрәкте тетрәткән китап өсөн автор алты йыл ғүмерен сарыф итә. Ауыл һайын ғына түгел, өй һайын йөрөп, илебеҙ тарихына ҡара бит булып яҙылған золом ҡорбандарының вариҫтарынан – балаларынан, туғандарынан, ауылдаштарынан, таныш-белештәренән һорашып, улар тураһында ынйы бөртөгөндәй яҡты хәтирәләрҙе, алтын бәрәбәренә тиң фотоһүрәттәрҙе йыйыуға бик күп көс-тырышлығын һалды ул.
Рәшит Ғәлиулла улының тынғыһыҙ хәстәрлеге арҡаһында золом йылдары хәтирәләрен иҫләтеп, Еңеү паркында золом еленә эләгеп йәбер күргән райондаштары хөрмәтенә һәйкәл асылды. Тағы ла Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан ошо паркта тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыш балаларына һәйкәл асыуҙың да уртаһында ҡайнаны аҡһаҡал.
Рәшит Ғәлиулла улының ғаилә тормошо ла уңышлы төҙөлә. Тормош иптәше Гөлниса апай менән өс бала тәрбиәләп үҫтереп, уларға юғары белем һәм тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам иткәндәр. Халыҡ телендә шундай әйтем киң таралған: “Ғүмерем заяға үтмәһен тиһәң, һәр ир-егет ул үҫтерергә, өй төҙөргә, ағас ултыртырға бурыслы”. Директор вазифаһында эшләгән йылдарында Рәшит Ғәлиулла улы йөҙәрләгән ағас ултыртҡан, уның инициативаһы буйынса ике мәктәп төҙөлгән, ә мәктәп сығарылыусылары – уның балалары – республика һәм Рәсәй ҡалаларына таралған, яратҡан һөнәрҙәрен һайлап, халҡына тоғро хеҙмәт итәләр. Нәҡ шуның өсөн дә беҙ хаҡлы рәүештә, уның ғүмере йәш быуында илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләүҙә үткән, тип әйтә алабыҙ.
Илһөйәрлек рухы менән янып йәшәгән аҡһаҡалдың хеҙмәте ваҡытында үҙ баһаһын алды. Рәшит Ғәлиулла улы Яңы Петровка ауыл биләмәһенең һәм райондың почетлы гражданы исемдәрен йөрөтә. РСФСР мәктәптәренең мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһы мәғарифының почетлы хеҙмәткәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемдәренә лайыҡ булыуы ла педагогия хеҙмәте ветераны биографияһының сағыу бер бите булып тора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872