Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бабич урамынан китеп бара инем!..
Бабич урамынан китеп бара инем!..Яңыраҡ Өфө депутаттары баш ҡала урамдары, скверҙары һәм башҡа адреслы урындарҙың атамаларына конкурс положениеһын раҫланы. Ундан ашыу атама вариантын тәҡдим итергә мөмкин. Фекерҙәр 6 декабргә тиклем ҡабул ителә (gorsovet@ufacity.info). Шуға күрә, хөрмәтле милләттәштәр, ҡыйыуыраҡ һәм әүҙемерәк булайыҡ. Аҙаҡ ризаһыҙлыҡ белдергәнсе, әле ризалыҡ менән яңы фекер әйтәйек. Мәҫәлән, билдәле фольклорсы, ғалим Әхмәт Сөләймәнов ғүмере буйы мәркәзебеҙҙә йәшәне, ижад итте. Ниңә, мәҫәлән, уның исемен бирмәҫкә урамдарҙың береһенә?

Әгәр ҙә инде Башҡорт автономияһының 100 йыллығы байрам ителгәнен иҫкә төшөргәндә, тәҡдим итәһе исемлек үҙенән-үҙе сығып тора түгелме? Өфөлә ниндәй генә скверҙар юҡ та ниндәй генә атамалар файҙаланылмай. Бер ҡараһаң, ҡай берҙәренең ошо ерлеккә, ошонда йәшәгән халыҡҡа бер ниндәй мөнәсәбәте лә юҡ һымаҡ, әммә һәр дәүерҙең һынланышы, идеология вәкилдәренең йөҙөн сағылдырып, баш ҡаланың төрлө күренекле объекттарына уларҙың исемдәре бирелгән.
Бынан берәй утыҙ йылдар самаһы элек тәү тапҡыр Ҡаҙағстанда булырға тура килгәйне. Шундағы урам исемдәренең минең бала аңыма бөтөнләй таныш булмаған кеше исемдәре менән аталыуына, бөтә ерҙә тик ҡаҙаҡса ғына яҙмалар эленеп тороуына хайран ҡалып йөрөгәйнем. Улар артта ҡалғанмы, әллә беҙме, тип уйлағанымды ла хәтерләйем. Хатта ҡаҙаҡтар күп нәмәне белеп бөтмәй икән, тип һығымта яһап ҡайтҡанымды ла иҫләйем. Ә бит был бер ниндәй ҙә артта ҡалыу ҙа, алда барыу ҙа булмаған, бары тик үҙ тарихыңа, үҙ халҡыңа, үҙ ереңә тоғролоҡ, үҙ илеңә тәрән һөйөү, үҙ телеңә мөҡәддәс тойғо сағылышы булған. Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, улар беҙҙән күпкә алда барған булып сыға түгелме һуң? Ш. Бабич, Аҡмулла, Зәйнулла ишан кеүек арҙаҡлы башҡорттарҙан иман һабаҡтарын ғына түгел, донъяуи фәндәрҙе лә өйрәнгән бауырҙаштарыбыҙ хәҙер ана нисек тарихы, милли йөҙө, асылы менән бар донъяға үҙҙәрен таныта. Юҡҡа ғына 2016 йылда Ҡазанда үткән төрки шиғриәте фестивалендә ҡатнашҡан ҡаҙаҡ яҙыусылары: “Зәйнулла Рәсүлевтең яҡташтарын йөрәк менән сәләмләйбеҙ!”– тимәгән, күрәһең. Ҡаҙаҡ халҡы ысын мәғәнәһендә башҡорттарҙың бөйөктәренә бик рәхмәтле ул! Төрлө сараларҙа улар менән күрешкәндә был хаҡта йыш телгә алалар.
Урам исемдәренә әйләнеп ҡайтайыҡ. Өфө ҡалаһының рәсми сайтында http://ufacity.info/press/news/245053.html Калинин районына ҡараған Федоровка һәм Самохваловка ауылдарында яңы урамдарға исем эҙләйҙәр, тигән мәғлүмәт тә баҫылды. Тәҡдимдәр 20 февралгә тиклем ҡабул ителә. Әүҙемерәк булайыҡ, әммә әлегә тиклем әйтелгән атамалар ҡабатланырға тейеш түгеллеген дә онотоп ебәрмәйек.
Баш ҡалабыҙҙа З. Вәлиди, С. Юлаев, Һ. Дәүләтшина, З. Биишева, Б. Бикбай урамдары бар. Шунда уҡ ошо шәхестәрҙең эшмәкәрлеге, улар йөҙөндә милләтебеҙ абруйы ла күтәрелә!
Өфө ҡала хакимиәтенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, баш ҡала территорияһында беләһегеҙме кемдәрҙең исемдәрен йөрөткән урамдар бар: Р. Ғарипов, Ғабдулла Сәйеди, Алдар Иҫәкәев, Ә. Лотфуллин, Ғ. Та­ған, Ғ. Сөләймәнов, Ҡ. Даян, И. Тасимов, И. Дил­мөхәмәтов, М. Мортазин, М. Буранғолов, Р. Фәхретдинов урамдары – Нуғай ауылында, З. Ураҡсин, Александр Матросов, З. Исмәғилев, З. Рәсүлев урамдары – Киров районында, Б. Кәлимуллин, Т. Кусимов, Р. Ниғмәти урамдары – Дим биҫтәһендә, Ә. Харисов, Б. Ишемғол, Ғ. Шафиҡов, Д. Вәлиев, К. Хәкимов, Т. Йәнәби урамдары – Калинин районында, А. Таһиров, Б. Вәлиева, Х. Әх­мәтов, Ғ. Ҡадиров, Ғ. Заһитов, Д. Бүләков урамдары – Ленин районында, М.Шайморатов, Д. Юлтый урамдары – Орджоникидзе районында, Ж. Кейекбаев, С. Агиш, Ш. Хоҙайбирҙин урамдары – Совет районында, Ш. Бабич, Б. Шәфиев, Ш. Манатов, Р. Нуриев урамдары Октябрь районында урынлашҡан. Нуғай ауылының урамдары исемлегенә күҙ һалдым да, был ауыл, күрәһең, тик башҡорт шәхестәренең эшмәкәрлеген данлай, унда барып доға ҡылырға, ҡорбан салдырырға кәрәк бит, тигән уй үтте башымдан. Хәйер, бында йәшәгән милләттәштәребеҙ был эште, моғайын, күптән башҡарғандыр. Иртән тороп урамға сығыу менән һине “Рәми ағай” ҡаршылап торһон әле. Һәр көнөңдө халҡың өсөн кес кенә ғәмәлдән башлауҙы үҙеңә маҡсат итеп ҡуйып йәшәрлек бит!
Хәйер, беҙҙең халыҡ мәнфәғәтендә эшләгән, ошо төбәк өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булған бик күп шәхестәрҙең исемдәре урамдарҙа ғына түгел, аллеялар, скверҙар атамалары булып та мәңгеләштерелеп килә. Төбәктәрҙә лә был эш дауам итә. Арабыҙҙан киткән шағирә, педагог, ғалимә Рәсимә Ураҡсинаның исеме Дәүләкән ҡалаһының яңы төҙөлөп ятҡан урамдарының береһенә бирелергә тейеш ине. Моғайын, яҡташтар һынатмаҫ, тип өмөт итәм. Яңыраҡ Хәйбулла, Белорет райондарында командировкала булырға тура килде. Аҙым һайын үҙебеҙҙең шәхестәрҙең исеме бирелгән урамдар осрап ҡына торҙо. Ғ. Шафиҡов, З. Вәлиди, С. Юлаев урамдары төбәктәрҙә бик популяр икән. Башҡорт автономияһы тарихын өйрәнгән ғалим Азат Ярмуллин әйтеүенсә, төбәктәрҙә әле халыҡҡа исемдәре ҡайтарылып бөтмәгән шәхестәр ҙә бар. Шулай булғас, тарихсылар менән кәңәшләшеп, ҡоролтай ағзалары менән берлектә был эште йәнләндереп ебәреү бик яҡшы булыр ине. Һәр атамала тарих, халыҡ хаҡында мәғлүмәт һаҡлана бит.
Быйыл йәй бик күп популяр йырҙар авторы, шағир-композитор Миҙхәт ағай Әбделмәнов тыуған яғы – Благовар районының Яныш ауылына ауылдаштар байрамына саҡырҙы. Эйе, апайым килен булып төшкәндән алып был ауылда Башҡорт урамы барлығын белә инем, әммә мин уны халыҡ телендәге атамалыр тип уйланым. Баҡтиһәң, ауылдың бер урамы рәсми рәүештә Башҡорт урамы тип атала икән. Йорттарға ҡағылған атамаларҙы фотоға төшөрөп алып ҡайттым. Ҡасандыр был ауылға нигеҙ һалыусылар ҙа башҡорттар булған икән, бөгөн аҫаба халыҡтың төҫө булып урам һаҡлана. Бына шулай, йәмәғәт, халҡың, уның хаҡында тарих мәңгеләштерелһен тиһәң, үҙ дәүереңдә аныҡ ғәмәлдәр ҡылыу зарур. Баш ҡала, төбәктәр ҙурая, шуға күрә яңы урамдарҙың исемен үҙебеҙ теләгәнсә атайыҡ!


Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә